Эт тураһында шиғырҙар
материал по художественной литературе (старшая группа)
Предварительный просмотр:
ЭТ ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР
АҠБАЙ
- Атайыңа мин булышам,
Көнө буйы сабам.
Һарыҡ көтөшәм, - ти Аҡбай, -
Мин дә, - ти, - чабан.
Төндә ул, часовой булып,
Йорт-ҡура һаҡлай.
Хужаһының ышанысын
Һәр ваҡыт аҡлай.
(Р.Хәйретдинов)
ЕҘТЫРНАҠ
Көсөк алдым көтәм тип,
Исем ҡуштым – Еҙтырнаҡ.
Малдарҙы өркөтәм, тип
Өргән була, ер тырнап.
Буш йәшниктән бер өйсөк
Яһап бирҙем тиҙерәк:
Ҡояш ҡыҙҙырһа, көсөк
Ятыр шунда иҙерәп...
(Ә.Әхмәт-Хужа)
КӨСӨК
Юҡ та юҡ – юғалды,
Ҡараным юлдарҙы.
Байҡаным урамды,
Юҡ та юҡ – юғалды.
Юҡ йылға буйында,
Күңелһеҙ уйын да,
Ул ғына уйымда.
Бер ҡайҙа сыҡмаған,
Баҡсала – ышыҡта йоҡлаған.
Ур-ра! Көсөгөм табылды.
(Ф.Шакирйәнов)
БАРБОС
Барбос менән икәүләшеп,
Мәж килешеп уйнаныҡ.
Баҫтырыштыҡ, йүгерештек,
Аҙаҡ ерҙә аунаныҡ.
Көнө буйы уйнай торғас,
Барбос тамам арыны.
Ҡолаҡтарын тырпайтты ла
Телен һалды арҡыры.
Әллә мине үсекләйме?
Мин дә телде күрһәттем.
"Үсекләшеү ярамай!"- тип,
Аҙаҡ аҡыл өйрәттем.
(Г.Ҡыуатова)
АҠТҮШ
Аҡтүш исемле
Этем бар минең.
Һин уны күрһәң,
Ҡыҙығыр инең.
Үҙе бәләкәс,
Ҡолағы һалбыр.
Ә түше ап-аҡ,
Ҡойроғо ялбыр.
Мороно осло,
Тәпәйҙәре ныҡ.
Күҙендә, гүйә,
Баҙлап тора ут.
(А.Игебаев)
МУЙНАҠ
Ауылымдың бейек тауы
Күңеллерәк кинонан,
Туғандарымды ла алып
Шыуып төшәм мин унан.
Тигеҙ генә елдерәбеҙ,
Йығылмайбыҙ ҙа хатта,
Муйнағыбыҙ сабып төшә
Санабыҙ менән ҡатар.
Ә йығылһаҡ...
Ә йығылһаҡ
Һикерә көрттәр аша,
Бәләкәсте торғоҙоша,
Гел шулай ярҙамлаша.
Ярҙамсы ла, дуҫ та беҙгә,
Туя алмайбыҙ уйнап.
Кинолағы эт героймы?
Герой ул - минең Муйнаҡ!
(Г.Ситдиҡова)
ЭТ
Ишек алдына хужа,
Сит малдарҙы ул ҡыуа,
“Һау-һау!” - тиеп ул өрә,
Барса ерҙә өлгөрә.
(А.Йәғәфәрова)
КѲСѲК
Ѳрә лә ѳрә кѳсѳк
Әллә кемгә үсегеп.
Маһ-маһ, тип тә ҡарайым,
Ѳрә һаман Аҡбайым.
(Ф.Туғыҙбаева)
ХӘЙЛӘКӘР КӨСӨК
Бәләкәс көсөк Буян
Ҡаймаҡты түгеп ҡуйған.
Зыян эшләнем, тиеп,
Ҡайғырып та бирмәй ул,
Балағымдан тартҡыслап,
Мине тышҡа һөйрәй ул.
— Әйҙә, ҡастыҡ, — ти… Тоям,
Хәйләкәр, ай-һай, Буян.
Ә мин әсәй ҡайтыуға
Иҙәнде һөртөп ҡуям.
(Г.Ғәлиева)
КӨСӨК
Ояһы булғас,
Көсөгөм үҫә.
Һауытҡа һалып
Һөт бирһәң, эсә.
Мин асыуланһам,
Ул бик тиҙ күрә.
Тынын да алмай
Өрә лә өрә.
Ҡыҙып барма, ти,
Юҡ-барға улай.
Һин бит түгелһең
Бер йүләр малай!
(Ф.Мөхәмәтйәнов)
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Сәләмәтлек тураһында ауыҙ-тел ижады өлгөләре
Әҙерләне Ҡолмөхәмәтова Рәүилә Юлай...
Башҡорт халыҡ ризыҡтары тураһында шиғырҙар
Башҡорт халҡының борондан килгән ризыҡтары...
Балаларға "Әхмәткужин Әсхәл Әбүтәлип улы тураһында"
Информация детям о поэте своего района. Ахметкужин Асхаль Абуталипович....
БАЛАЛАР ТУРАҺЫНДА ХАЛЫҠ МӘҠӘЛДӘРЕ
Мәҡәл — халыҡ ижадында тормош тәжрибәһенән сығып, ыҡсым ғына итеп әйтелгән тәрән мәғәнәле тапҡыр һүҙ....
ӘСӘЙҘӘР, ӨЛӘСӘЙҘӘР ҺӘМ 8 МАРТ ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР
ӘСӘЙҘӘР БЕР ГЕНӘ Әсәйҙәр йылмайғас, Өй эсе йәмлерәк.Әсәйҙәр бешергәнАштар ҙа тәмлерәк....
Йәй тураһында шиғырҙар
Таң атҡас...
Яңы йыл тураһында шиғырҙар
ҠАРҘАР ЯУА Мамыҡ ҡына булып ҡарҙар яуа, Елбәҙәкләп төшә еремә. Күктән төшкән һәр бер бөртөгөндә Ҡабатланмаҫ биҙәк күренә. Аҡ күбәләк булып осоп уйнап Килеп ҡуна улар ҡулдарға,...