Бесәй тураһында шиғырҙар
материал по художественной литературе (старшая группа)

Уразбаева Айгуль Фатиховна

Бесәй тураһында шиғырҙар тупланған.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл besy_turahynda_shigyrzar.docx16.05 КБ

Предварительный просмотр:

БЕСӘЙ ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР

БЕСӘЙ
Бесәй төшкән байлыҡҡа –
Сумған тәмле ҡаймаҡҡа.
Аҙағы нисек бөтөр,
Йырлаһа ла: “Мыр ҙа мыр!”
(А.Йәғәфәрова)

АУСЫ БЕСӘЙ
Ауға сыҡҡан бесәй
Йөрөй баҡса буйлап,
Тырнағына сысҡан
Ҡаптырырға уйлап.
Сыҡһын ғына сысҡан —
Ташланырға әҙер.
Наҙлы бесәй түгел,
Арыҫлан ул хәҙер.
(Р.Ҡорбан)

БЕСӘЙ
Эсеп ала ла һѳт, сәй,
Йоҡлай ҙа йоҡлай бесәй.
Ә сысҡан күреп ҡалған,
Ҡолағын тешләп алған.
(Ф.Туғыҙбаева)

БЕСӘЙ БЫЙМА ЭСЕНДӘ
Тышта буран ҡотора,
Сәйҙә илап ултыра:
- Бесәйем сығып киткән,
Аҙашып үлер микән?
Юҡҡа илаған Сәйҙә,
Хәйләкәр бит бесәй ҙә:
Шәп йылы оя тапҡан -
Быймаға инеп ятҡан!
(Р.Абуталипова)

БЕСӘЙ БАЛАҺЫ
Бесәй балаһы ҡыҙыҡ,
Ята келәмдә ойоп.
Бәп-бәләкәй булһа ла,
Үҫкән бит уға мыйыҡ!
(Ҡ.Әлибаев)

БЕСӘЙ МЕНӘН СЫСҠАН
Бесәй сыҡҡан һунарға,
Ҡомаҡ, сысҡан ауларға.
“Хәҙер барып тотам, - ти, -
Һоғонам да йотам!” – ти.
Сысҡан мейес аҫтынан
Көлә мыйыҡ аҫтынан.
Уның яуабы зәһәр:
- Ин әйҙә, һыйһаң әгәр!
(Б.Байымов)

БЕСӘЙ
Бесәй, бесәй, бесәй шул,
Бесәй әле кескәй шул.
Үҙе мырлай ҙа мырлай,
Әллә ул шулай йырлай?
Килтерегеҙ сысҡан, ти,
Ҡайҙа һуң ул ҡасҡан, ти?
Килтерегеҙ хәҙер, ти,
Мин ашарға әҙер,ти!
(Ҡ.Даян)

БЕСӘЙ КИТТЕ ЕЛӘККӘ
Бесәй китте еләккә
Тырыз элеп беләккә.
Аяғында йөн ойоҡ,
Тырызының төбө юҡ.
Килеп етте еләккә,
Менеп китте тирәккә.
Тырнай-тырнай тирәкте
Эҙләй бешкән еләкте.
Еләкһеҙ тирәк икән,
Әллә бейектә микән?
Үрмәләне бейеккә,
Күренмәй бер еләк тә.
- Мыяу-мыяу, был ни эш,
Ҡайҙа булған был емеш?
- Бесәй, бесәй, бес-бес-бес!
Унда булмай бит емеш!
Бында еләк, ергә төш, -
Тип саҡырҙы Гөлйемеш.
Бесәй һикереп төштө,
Тапты ҡыҙыл емеште.
Бесәй йөрөй еләктә,
Тырыз элеп беләккә.
Аяғында йөн ойоҡ,
Тырызының төбө юҡ.
(М.Хисмәтуллина)

ҠАРА БЕСӘЙ БАЛАҺЫ
Ҡара бесәй балаһы,
Ап-аҡ ҡына яғаһы.
Шул бесәйҙең яғаһына
Нисек төймә тағаһы?
Шул бесәйҙең яғаһына
Нисек төймә тағаһы?
Төймә алдым, еп алдым,
Бесәйҙе алға һалдым.
Минең төймә таҡҡанымды
Бесәй көтөп торманы.
Ҡулымды ла, битемде лә
Ҡанатҡансы тырнаны.
(Д.Талхина)

БЕСӘЙ МЕНӘН СЫСҠАНДАР
Иҙәнгә түгелгән ҡатыҡ,
Ҡатыҡ һауыты ватыҡ.
Сысҡандар шым ғына килеп,
Йөрөйҙәр ҡатыҡ татып.
Бесәй апай йоҡлай әле,
Йөрөйөк, тиҙәр, яйлап.
Өҫтәлгә үк менделәр ҙә
Икмәк ашайҙар майлап.
Сысҡандар тамаҡ туйҙырып,
Төшөп киттеләр баҙға.
Бесәй йоҡоһонан торҙо,
Кемдәр булғанын тойҙо.
Баҙҙа сысҡандар сырҡылдап,
Көлә эстәре ҡатып.
Ғәрлегенән бесәй ярһып,
Үлерҙәй булды ятып.
(М.Хисмәтуллина)

БЕСӘЙ
Көндәр буйы йоҡлап ята
Ҡаймаҡ ялаған бесәй.
Бөгөн сысҡан тотҡан ине,
Маҡтаны уны әсәй.
(Р.Ниғмәтуллин)

БЕСӘЙ ҠЫҘЫН ЙОҠЛАТА
Бесәй ҡыҙы Мырбикә
Әллә бигерәк иркә?
Йырламаһаң, йоҡламай,
Йырлатмайса туҡтамай.
Мыр-мыр-мыр-мырым,
Мырбикәгә был йырым...
Кис етә, ҡояш бата,
Бесәй ҡыҙын йоҡлата.
(Г.Юнысова)


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сәләмәтлек тураһында ауыҙ-тел ижады өлгөләре

Әҙерләне                                               Ҡолмөхәмәтова Рәүилә Юлай...

Башҡорт халыҡ ризыҡтары тураһында шиғырҙар

Башҡорт халҡының борондан килгән ризыҡтары...

Балаларға "Әхмәткужин Әсхәл Әбүтәлип улы тураһында"

Информация детям о поэте своего района. Ахметкужин Асхаль Абуталипович....

БАЛАЛАР ТУРАҺЫНДА ХАЛЫҠ МӘҠӘЛДӘРЕ

Мәҡәл — халыҡ ижадында тормош тәжрибәһенән сығып, ыҡсым ғына итеп әйтелгән тәрән мәғәнәле тапҡыр һүҙ....

ӘСӘЙҘӘР, ӨЛӘСӘЙҘӘР ҺӘМ 8 МАРТ ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР

ӘСӘЙҘӘР БЕР ГЕНӘ Әсәйҙәр йылмайғас, Өй эсе йәмлерәк.Әсәйҙәр бешергәнАштар ҙа тәмлерәк....

Яңы йыл тураһында шиғырҙар

ҠАРҘАР ЯУА Мамыҡ ҡына булып ҡарҙар яуа, Елбәҙәкләп төшә еремә. Күктән төшкән һәр бер бөртөгөндә Ҡабатланмаҫ биҙәк күренә. Аҡ күбәләк булып осоп уйнап Килеп ҡуна улар ҡулдарға,...