Асхаль Ахмат-Хужа. Сказки
книга по художественной литературе на тему
Отҡор терпе
Йәшәгән, ти, бер терпе, аталмышы булған Сәнскәк. Өйөнән сығып иртәнсәк, һоҡлана-һоҡлана көҙгө көн матурлығына, киткән, ти, яҡындағы баҫыу яғына. «Ҡанәле, тәмле-тәмле тамыр ҡаҙып ашайым, ҡаныным Үткерэнәгә лә ризыҡ йыйып алайым», - тип уйлай икән, күкрәк киреп үҙе саф һауа һулай икән. |
Төшкәс тә үҙәк - уяға, тап булды, ти, Оҙонаяҡ ҡушаматлы ҡуянға. Тегенеһе ай-һай ҙа яман сабып китеп бара, ти, йән - фарман эргәлә генә ятҡан ҡырға кәбеҫтә һыпырырға, кишер йыпырырға. |
- Һаулыҡ теләйбеҙ ҡуян тиңдәшкә! -тип Сәнскәк Оҙонаяҡ ишетмәмеш була башта, Сәнскәккә һалмай ҡараш та, тик бер аҙҙан, шып туҡтай ҙа ырғандауҙан, эреләнеп кенэ һүҙ ҡата - гүйә терпегә таш ата: - Үлән төбөн тешләп, туйтаңлайһың бында нишләп? |
- Еҫкәп йөрөйөм саф һауа… Күрһәнә, дуҫ, күктән ниндәй нур яуа! Тирә - яғыбыҙҙа ниндәй ҡурпы - сәрхәт! - ти икән Сәнскәк. |
Ә Оҙонаяҡ үҙенекен һөйләй, ти, һүҙен фәҡәт мыҫҡыллауға көйләй, ти: - Эй, һин, кәкере сираҡ, ҡас минең янымдан йыраҡ! Уйыңда һинең берәй мәкер йәки юха барҙыр әле, юҡһа! - Оҙонаяҡ шулай көлә, ти, уның көлөүенән Сәнскәк бөлә, ти: күтәренке күңеле терпенең ҡапыл кителә, һибелә бысраҡ таҙа битенә. |
- Мине ниңә рәнйетәһең, ҡуян?! Ҡылдым һиңә ниндәй зыян?! - тип ғәжәпләнә Сәнскәк, ғәрләнеүенән өнө быуылып, сәсеп, мәгәр үҙен ҡулға тиҙ ала (ҡыйын саҡта терпе лә бит түҙә ала!), шунан инде йәне көйөп өҫтәп ҡуя: - Бына нәмә, ҡуян: артыҡ маһайма һин, аяғым оҙон, тип, ярышып күптәрҙе уҙҙым, ти. Үтә алмаҫһың мине! Хур итермен һине! |
Йәштәре атылып сыҡҡансы күҙҙәренән, көлгән ҡуян тепренең был һүҙҙәренән: - Уф, ойошҡан дегәнәк, тубырсығы шайтан таяғының! Һинекеләй арҡыс - торҡосмо ни - күрмәйһеңме минең аяғымды?.. Ҡуй, туғанҡай, һин шаяртма, ҡуян абзаңдың асыуын ҡабартма!.. Йә, бахырҡай, әйҙә, бәхәсләшәйек һуң, әләйһә, һинеңсә булһын, бик тә бик теләһәң, әйҙә, ярышайыҡ, йүгереп - сабышайыҡ! Әммә еңелгәс тә, нимәңде һатып, нимәңде түләп, бирерһең миңә бүләк? |
- Килешәйек: еңеп сығыусыға тейеш көмөш тәңкә һәм дә бер шешә һөт - сарсап киткәндә. |
- Мин риза. Ярай… Әйҙә, йүгерҙек, тик ҡайҙа ҡарай? |
Терпе мыйығын бора, бер аҙ уйланып тора: - Артыҡ ҡабаланма, йәштәш, ҡуйсы! Ярһытма йөрәгеңде, тыйсы! Әле мин тамаҡ та ялғамағанмын, ҡатынымдан рөхсәт тә алмағанмын. Ҡана, ашап киләйем йәһәтләп, осрашырбыҙ ошо урында… ярты сәғәттән… - Шулай тип Оҙонаяҡҡа, Сәнскәк ыңғайлай ҡайтыр яҡҡа, юлда төрлө - төрлө уй ҡора, ә өйҙә Үткерэнәгә бойора: - Ятма иҙ(е)рәп! Кейен тиҙерәк! Әле тотонма аш-һыуға, киттек баҫыуға! |
Ишетеп иренең ҡырҡыу һүҙҙәрен, Үткерэнә селт-селт йома күҙҙәрен: - Бәй-бәй, янғын ҡупмағандыр бит, ниңә ашыҡтыраһың, атаһы?! - тип бупылдай-бупылдай эҙләй башлай ҡатаһын. |
- Янғын ҡупмаған, юҡ! Ә айышы шул эштең - бәхәс итештек: Оҙонаяҡ менән йүгереүҙә хәҙер ярышам! Һин ҡарап тор! Ҡуянды хур итәм бөгөн… Ышан! |
Был хәбәргә Үткерэнә таң ҡала, иҫ-аҡылын юйып ҡолап китмәйсә саҡ ҡала, тик бүтәнсә һис ни ҙә өндәшмәй, ярыш майҙанына барып еткәнсә һөйләшмәй. Ә Сәнскәк уны юл буйына күндерә килә үҙ уйына: - Яҡынлашҡас та күрерһең: баҫыуҙа һуҙылған ике ыҙан, һин ятып ҡал шуларҙың биргеһендә, ләкин бул сыҙам! Ә беҙ йүгерә башларбыҙ арғыһынан,- ҡылый тинтәк тоҡойоп сабыр ярһыуынан, һикереп тор ҙа кереш аҡырырға: “Мин күптән бында! Мин күптән бында!” - тип һөрән һал… Минең өйрәткәнде, киҫәтеп әйтәм, хәтереңә тәрән һал! |
Ике терпе килеп етә шулай баҫыуға. Тәүге ыҙанға Үткерэнә боҫоуға, йүнәлә Сәнскәк тегеһенә: көтә уны Оҙонаяҡ түҙем генә. |
- Йә, ҡуян ҡорҙаш, нихәл?! - тип һорай терпе үҙ уҙанынан шул мәл.- Әҙерме һин ярышҡа - минең менән сабышҡа? |
- Әҙер, мин әллә ҡасан әҙер! Ярышабыҙ әйҙә хәҙер! Һин, терпе уҙаҡ, мыҙылма әле оҙаҡ! |
- Әләйһә, башлайыҡ, ҡаталарҙы сисеп ташлайыҡ… |
Баҫалар былар тиҙ генә ыҙан ситенә тигеҙ генә. Терпенең була “бер, ике, өс!” тип ҡысҡырыуы, ҡуяндың була нәҡ бәйҙән ысҡыныуы: ҡойроғо ғына ялтлап ҡала! |
Ә терпе бары арлы - бирле генә атлап ала, шунан, һеңкелдәп көлөүҙән эсе ҡата - ҡата, яйлап ҡына ҡамыл араһына барып ята. |
Ҡуян иһә зыйҙап барып төртөлөүгә беренсе ыҙанға аһ та уһ, ҡаршыһына уның Үткерэнә ҡайҡайып баҫа шунда уҡ: - Мин бында! Мин күптән бында! |
Алдында көлөмһөрәп торған терпене күреп ҡуян шаҡ ҡата, ни ғәләмәт әле был, ни өсөн отолдом мин, тип баш вата: ҡойолоп төшә, бахыр, быуындары ҡалтырауҙан, күҙҙәре бөтөнләй үк салшайып китә аптырауҙан. (Һис айыра белмәй икән ул терпенең инәһе менән атаһын - ошонда икән ҡуяндың бар хатаһы.) |
Оҙонаяҡ кинәт туҙып китә: -Әйҙә, тағы йүгерешәйек! - тип ҡыҙып китә, һалпы ҡолаҡтарын һырт буйына һелкеп ташлай, ҡойроғона ут ҡапҡанмы ни, кире яҡҡа саба башлай: шыбыр-шыбыр тир ҡойола үҙенән, ҡойон кеүек саң борҡола эҙенән. |
Икенсе ыҙанға барып төкәлһә сәсрәп, хәҙер инде уға ҡаршы сыға Сәнскәк: -Мин бында! Мин күптән бында! |
Аптырауҙан үтеп ҡуян ҡурҡыуға төшә тамам, таралған зиһенен туплай алмай һаман, кәйефе ҡырыла ныҡ ҡына, ә үҙе: - Әйҙә, ҡабат ярышабыҙ! - тип ныҡыша. |
Терпегә ни - нәмә! Терпегә ҡыҙыҡ: -Әйҙә, - ти, - хәлендән килһә, ҡара мине уҙып! |
Оҙонаяҡ йәнә йәнтәслимгә беренсе ыҙанға уҡтала, ә Сәнскәк, баяғы кеүек, бер-ике һикерә лә туҡтала: барып ята ҡуйы ҡамылға ял итергә ҡапылға… |
Бына шулай, саба-саба етмеш ете тапҡыр, баҫыу буйлап Оҙонаяҡ һуҡмаҡ һалған, ти, тап-таҡыр: сираттағы ыҙанға ул тәнтерәкләп барып етә, ти, барып еткән һайын: “Мин бында!” - тигән һөрәнде ишетә, ти. |
Етмеш һигеҙенсе әйләнештә харап ҡына булған ҡуяндың эштәр: хәле бөткән, тәкмәсеп киткән, хурлыҡҡа ҡалдым, ярышта еңелдем, тип әйткән, бүләк эләктереүҙән төңөлдөм, тип әйткән. |
Ә бәхәсте отоп, көмөш тәңкә һәм дә бер шешә һөт тотоп, Сәнскәк менән Үткерэнә, шатлыҡтарынан һикеренә-һикеренә, уғата ҡәнәғәт көйгә йырлап ҡына ҡайтып китәләр өйгә. |
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
ot_1185_or_terpe.docx | 711.8 КБ |
Предварительный просмотр:
Отҡор терпе Йәшәгән, ти, бер терпе, аталмышы булған Сәнскәк. Өйөнән сығып иртәнсәк, һоҡлана-һоҡлана көҙгө көн матурлығына, киткән, ти, яҡындағы баҫыу яғына. «Ҡанәле, тәмле-тәмле тамыр ҡаҙып ашайым, ҡаныным Үткерэнәгә лә ризыҡ йыйып алайым», - тип уйлай икән, күкрәк киреп үҙе саф һауа һулай икән. |

По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Асхаль Ахмат-Хужа. Сказки
Азамат менән ҡуян балаһыШулай,Азамат тигән малайҙыебәрәләр саҡырырға ҡунаҡ,ауыл буйлап әйтеп сығырғайүгереп йөрөй - уйнап:- Рәхим итһенфәлән олатайың менән фәлән өләсәйең!Рәхим итһенфәлән ҡартат...

Башҡорт балы тураһында хикәйәт Элек-элек, борон-борон заманда,күркә -түрә, тумыртҡа баш булғанда,йәшәгән бер Татлытамаҡ тигән айыу,бар белгәне, ти, ҡойроғо менән маһайыу:сөнки ҡойроғо булға...
Асхаль Ахмат-Хужа. Сказки
Һыбай сыҡтым... (Әсхәл Әхмәт-Хужа) 1. Күңелдәрҙең йырлы сыуаҡтарыЭйә бит ул бүтән ҡөҙрәткә:Ай-ҡояш та янмай баш осонда —Йәйғор көлөп тора (...)тә. (Күңел офоҡтары).2. Ҡосаҡлағым килә ...
Русские народные сказки. Сказки – один из основных видов устного народного поэтического творчества. «Словом “сказка” мы называем и нравоучительные рассказы о животных, и полные чудес волшебные сказки.
Русские народные сказки.Сказки – один из основных видов устного народного поэтического творчества. «Словом “сказка” мы называем и нравоучительные рассказы о животных, и полные ...
Рабочая программа по кружковой деятельности «Сказка лечит, сказка греет, сказка учит жить» Нравственное воспитание и развитие ребенка через сказку
Рабочая программа по кружковой деятельности «Сказка лечит, сказка греет, сказка учит жить»Нравственное воспитание и развитие ребенка через сказку...