Стихотворение на башкирском языке.
картотека по художественной литературе (средняя группа) по теме
Стихотворение на башкирском языке. Стихотворения для чтения дошкольникам. Помощь на занятиях по развитию речи и по ознакомлению окружающим миром.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
стихотворения об игрушках и о детском саде | 36.15 КБ |
Предварительный просмотр:
Ҡурсаҡтар көтә өйҙә.
Миңлегөл Хисматуллина.
Бесәй, бесәй, бесәйкәй,
Үҙең бигерәк бәләкәй,
Бысранған тәпәйең,
Ҡайҙа һинең әсәйең.
Бар әйт, йыуһын тиҙерәк,
Икәү уйнарға кәрәк.
Хәҙер керәбеҙ беҙгә,
Курсаҡтар көтә өйҙә.
Юҡ кәрәкмәй, ти бесәй,
Күрһә бит, әрләй әсәй,
Әйҙә уйнайыҡ тышта,
Өй буйында-ҡояшта.
Ризалашты Гөлшатта,
Алып сыҡты ҡурсаҡтар.
Кескәй бесәй уйынсыҡ,
Тик уйнамай бер ҡурсаҡ:
“тәпәйе ,-ти ул – бысраҡ.
Мин бит тап таҙа ҡурсаҡ.
Хәҙер тотһа бысрата,
Яратмаым бысраҡты”.
Бесәй сапты йылғаға,
Тәпәйҙәрен йыуырға,
Тап таҙа булып килде,
Уйнарға ла өлгөрҙө.
Ҡурсаҡ үпкәләй.
Ҡурсаҡ үпкәләй Риммаға,
“Алып сыҡма,-ти, уйнарға.
Һин кисә мине тағы ла
Ташлап киттең бит урамға.
Шунан табып алды Аҡмай,
Һаҡлап торҙо керпек ҡаҡмай,
Эттән башҡа кем һуң мине
Кәҙер итә һәм дә яҡлай”.
Тип ҡурсаҡ Аҡмайҙы маҡлай.
Ҡурсаҡ әйткәс дөп-дөрөҫөн,
Римма яуап һүҙ ҙә тапмай.
Телефон.
Факиһа Туғыҙбаева.
Әсәйем китә эшкә,
Атайым китә эшкә.
Өйҙә яңғыҙ ҡаламын,
Ҡайталар улар кискә.
Телефондың һандарын
Йыйамын яйлап ҡына,
Миңә кәрәкле булған
Һандарҙы һайлап ҡына.
Бер-ике-өс...биш-алты...
Ете-туғыҙ...пип-пип-пип.
Әсәйемдән һорайым:
-Ҡасан ҡайтаһың7 –тиеп.
Ишетәмен тауышын,
Әсәйем ҡуя көлөп,
- Йә илама: көт-көт-көт!
Ҙур үҫкәнһең тиеп...
Пип-пип-пип..
ИЛАМАЙЫМ!
Ф. Туғыҙбаева.
Уң яғымдан әсәйем
Миңә алма ашата,
Һул яғымдан атайым
Йырлай, телен тартлата.
Ә алдымда апайым,
Тотоп алған да кәлфит,
Хикмәт һөйләй көлә-көлә
Күрһәтә миңә кәмит.
Кәрәкмәй алма, кәмфит,
Кәрәкмәй миңә кәмит
Хатта бик ҙур уколдан
Ҡурҡма тимәгеҙ, Хәмит.
Иламайым, йәшем генә
Аға үҙенән-үҙе.
Ҡурҡмайым мин уколдан,
Сыртлалатып йомдом күҙемде.
ҺӨЙЛӘШЕҮ.
Ф. Туғуҙбаева.
- Абау! Әсәй, йылан,йылан!
-Ҡурҡма! Кеҫәртке балам!
Ул үҙе һинән шөрләй бит,
Ҡарана алпан-толпан...
-Бүре әсәй! Бүре килә...
-Балаҡайым көсөк бит!
Ихтибар ҙа итмә уға
Һин көсөктән көслө бит!
-Ҡасайыҡ әсәй, был ерҙән,
Ана тора Шүрәле!
-Ағас ботағы ла баһа,
Бына балам күр әле!
Һөйләшкәнсе ана шулай.
Әсәһе менән улы
Икеһенең дә
Еләк менән туп-тулы.
ИКЕ КӘЗӘ.
Миңлегөл Хисматуллина.
Ике кәзә һөҙөшә,
Берәүҙең дә юҡ эше.
Үтеп китәләр көлөшөп,
Һөҙөшкәндәрен күреп.
“Һин баҡсаға алып индең
Ҡотортоп мине кисә”,-
Тип кисә туҡмалған өсөн,
Һөҙөшә ҡара кәзә.
Бабай сыҡты югереп,
“Өлөш” тә бирҙе бүлеп,
Ике кәзә һыҙлашып,
Ҡайтып бара буҙлашып.
Мики-ки-ки аҡ кәзә,
Микики-ки-ки ҡара кәзә,
Инмәһәгеҙ баҡсаға,
Алмаҫ инегеҙ яза.
БЕСӘЙ КИТТЕ ЕЛӘККӘ.
М. Хисматуллина.
Бесәй китте еләккә,
Тырыз элеп беләккә.
Аяғында йөн ойоҡ,
Тырызының төбө юҡ.
Килеп етте еләккә,
Менеп етте тирәккә,
Тырнай-тырнай тирәкте,
Эҙлә бешкән еләкте.
Еләкһеҙ тирәк икән,
Әллә бейектә микән?
Үрмәләне бейеккә,
Күренмәй бер еләк тә...
МИН ҠУЯН.
Г.Юнысова.
Танышайыҡ- мин ҡуян,
Урман эсендә оям,
Бары тик оямда ғына
Үземде батыр тоям.
УТ ҺҮНДЕРЕҮСЕ ЯНЫНДА.
Пожарник ағай янына
Киләбеҙҙә етәбеҙ.
Әйтерһең бер командала,
Бергә хеҙмәт итәбеҙ.
Минең ярҙамсыларым, ти
Тимәк эшкә ярайбыҙ.
Малай-шалай ут яҡмаһын,
Тирә –яҡты ҡарайбыҙ.
МИЛИЦИОНЕР.
Милиционер булып
Эшләй оло ағайым.
Уның яратҡан эшен
Хәҙер мин дә аңлайым.
Кешеләрҙе яҡларға
Һаҡларға ла ул әҙер.
Шундай минең ағайым-
Ҡыйыу милиционер.
БЕҘҘӘ ӨЙ ҺАЛАБЫҘ.
Р. Ниғмәтуллин.
Бәгән дә беҙ күмәкләшеп,
Бергәләшеп орт һалабыҙ.
Йорт һалғанда, атайҙарға
Ҡарап өлгө алабыҙ.
Атайҙар ҙа, беҙ ҙә яңы
Ап-аҡ йорттар һалабыҙ.
Шатланһын тип кешеләр,
Үҫһен тиеп ҡалабыҙ ( ауылыбыҙ)
Атайҙарса маңлайҙарҙан
Тирҙе һөртөп алабыҙ.
Яҙ.
Ҡарҙар ирей һыу таша,
Талдар бөрөһөн яра.
Эх күңелле яҙ килә,
Ҡояш нурҙарын һибә.
ЯРАТАМ.
Г. Ситдикова.
Әсәй мине ярата,
Атай мине ярата.
Әсәйемде-атайымды
Мин дә бик-бик яратам.
ӨЛӘСӘЙ.
Өләсәй, өләсәй,
Әсәйгә һин әсәй.
Әсәйем булганга
Ҙур рәхмәт өләсәй!
ӨС ҠЫҘ.
Мин бәләкәй, бәләкәй,
Һеңлем минән бәләкәй.
Ә апайым олораҡ,
Ике йәшкә олораҡ.
ТАҪМА.
Минең таҫмам тар икән,
Бармаҡ киңлек бар икән.
Һинең таҫмаң киң икән,
Усым менән тиң икән.
КҮЛӘГӘ.
МИН йүгерек, шәп югерәм,
Бер кем дә етә алмай,
Күләгәм дә шундай етеҙ-
Бер ҙә артымдан ҡалмай.
ЙӘШЕНМӘК.
Йәй етте- йәшел мәл,
Беҙ уйнайбыҙ йәшенмәк.
Йәшел ҡыуаҡ араһында
Бер кем күренмәй , йәшенһәк.
ИХАТАЛА.
Тауыҡ йырлай: ҡыҡ та ҡыҡ,
Ем ашарға сыҡ-сыҡ.
Өйрәк әйтә: баҡ та баҡ,
Ашап бөттөм бер табаҡ.
Күркә әрләй: гөлдөргө,
Ашап бөтөп бөлдөрҙең.
Ҡаҙ ҡаңҡылда: ға-ға-ға,
Төшәм инде йылғаға.
БӘРӘС.
Бер, бер, бер,
Бәрәс йүгереп килер,
Бер, бер, бер,
Йәнә береһе килер,
Меке-ке, меке-ке,
Бәрәстәр булыр ике.
БЫҘАУ.
Быҙауҡайым, зәп-зәп-зәү,
Үҫеп китерһең дәү-дәү.
Үҫеп етеп, һыйыр булғас,
Саҡырырмын : һәү-һәү-һәү.
ТАУЫҠ АПАЙ.
Эй, ҡупшыҡай, тауыҡ апай,
Күлдәге сыбар ғына.
Ҡыт-ҡыт тип килеп етә,
Емде сығар ғына.
Тауыҡ апай тип-тип-тип,
Себештәре тип-тип-тип,
Тибенәләр,
Һөйөнәләр,
Сүпләп ем
Күп-күп, тип.
ҠАҘ.
Ҡаҙ, ҡаҙ, ҡа-ҡа-ҡа,
Ҡарама минең яҡҡа,
Һуҙма сы муйыныңды,
Боҙмасы уйынымды.ә!!
АЛМА.
Бапаҡ һүрәте
Бөгөн яһаным:
Күҙҙәре –өсәү.
Дүртәү-танауы,
Бишәү-ҡулдары,
Алтау-аяғы,
Йәшелле-күкле
Йөҙө-яңағы.
Ете –ҡолаҡлы
Икән был ” кеше”
Һигеҙ ауыҙға
Туғыҙар –теше.
Тик мин уларын
Торманым эшләп-
Яңғыҙыма саҡта
Йә алыр тешләп!
АЛМА.
Алма, алма,
Алма алам,
Апайыма
Алма һалам:
-Аша, аша,
Йәсе,- тинем,
Апай алмай:
-Әсе,- тиеп.
ЙЫУЫНАМ.
Йыуынам, йыуынам,
Йыуынам, йыуынам,
Йыуам битте, ҡулымды,
Башта йыуам уң һулымды,
Шунан йыуам һулымды.
Битте йыуғас,
Ҡулды йыуғас,
Таҙартам тештәремде,
Йыуыныуҙан башлайым мин
Һәр иртә эштәремде.
ҠӘЛӘМДӘР.
Һүрәт төшөрәм,
Ҡәләмдәрем күп:
Ал, ҡыҙыл, йәшел,
Һары, зәңгәр, күк.
Сәскә яһарға
Яратҡанға мы,
Үтә тиҙ бөтә
Йәшел һәм алым,
Ҡып-ҡыҫҡа ҡалған
Ҡыҙыл ҡәләмем.
Тик ҡараһына
Бер ҙә теймәнем.
Оп-оҙон булып
Ята бер үҙе.
Апайға бирәм-
Буяһын күҙен.
ЙОҠО КИЛМӘЙ.
Йоҡобоҙ килмәй бит, әсәй,
Йомолмайсы күҙебеҙ,
Әйтелмәйсә ҡалған әле
Әллә күпме һүҙееҙ.
Өҫтәл аҫты ҡарайһы бар,
Бау аша һикерәһе,
Иҙәнгә һуҙылып ятып
Бар һүрәт төшөрәһе.
Пластилиндан тәмле итеп
Бар бәлеш бешерәһе.
Машина выж-выж итеп,
Бар гаражға ҡуяһы,
Ҡатырғанан бүлмә яһап,
Бар тәҙерәһен уяһы.
Йоҡо килмәй бер ҙә , әсәй,
Арыманыҡ юҡ-юҡ-юҡ,
Бына ҡулдар сәп-сәп-сәп итә,
Аяҡтарыҙ туҡ-туҡ-туҡ,
Диванға менәбеҙ әле,
Уйын ҡорабыҙ әле,
Шунда көрәшеп алырға
Уй...лап тора...быҙ әле...
Йо...ҡо кил...мәй хырр...хыр...хыр...
Рәхмәт! Ф. Туғыҙбаева
Атаһы-әсәһе менән
Кәзә бәрәсе йәшәй.
Ашаған һайын әйтә ул,
-Ҙур рәхмәт, атай, әсәй!
Ғәфү ит!
Быҙау баҫты ауырттырып
Тәпәйенә тауыҡтың.
-Ғәфү ит зинһар,-тине ул.
Тауыҡ йырлап яуапланы:
-Шифа һүҙҙән һауыҡтым!
Зинһар!
- Миңә дарыу бирегеҙ!-тип
Эй баҡыра бер бәрәс
Аптекала.
Аптырай ул,
Бер кем дарыу бирмәгәс.
Шунан матуп ғына итеп
Былай итеп өндәшә:
-Дарыуҙар бирегеҙ , зинһар!
-Бына алсы, һау йәшә!
Үҙем. К. Кинйәбулатова
Текте әсәйем
Миңә күлдәк,
Атлаган һайын,
Тора елпелдәп.
Өҫтәлдә ҡарап
Ҡурсаҡ ултыра,
Майланғанмы ни,
Күҙе ялтырай.
Кыҙалыр күҙе, уға ла күлдәк
Тегәм мин үҙем.
Әсәйем. Р. Ураксина
Әсәй-әсәкәйем тиеп
Яратып ҡына әйтәм.
Шулай яғымлы булырға
Ҡустымды ла өйрәтәм.
Атайым Ф. Рәхимғолова
Бер кем дә юҡтыр
Атайым төҫлө-
Ул бик тә батыр,
Ул бик көслө.
Ҡурсағым. Г. Юнысова
Минең дә бар ҡурсағым,
Шаяным уйынсағым.
Йоҡла тиһәм, йоҡлай ул,
Һәр саҡ минетыңлай ул.
Көнө буйы арымай ,
Һис нәмәгә ҡарамай.
Уйнай ине күберәк,
Кескәй ине бигерәк.
Мин инде үҫеп киләм,
Шиғырҙар һөйләй беләм.
Ҡустымды ҡарай алам,
Ҡурсағым үҫмәй һаман.
Атай кеүек булам З. Акбутина
Мәрәккә күреп
Һорайҙар минән.
Баш ҡатыралар
Шул һорау менән:
-Үҫкәс кем булаң7
Яуаплай алам.
- Мин атай кеүек
Шәп кеше булам.
Себеш менән ике бәпкә
А. Яғәфәрова
Өйрәк менән тауыҡ ҡыҙы-
Бәпкә һәм себеш.
Һыу инергә китте, өйҙә
Бөттө тиеп эш.
Һыуҙы күргәс күңелдәре
Өйрәктең ҡыҙҙы.
Күлгә хәҙер сумырға тип,
Күҙҙәре ҡыҙҙы.
Иламһырай тауыҡ ҡыҙы-
Ул йөҙә белмәй.
Шуның өсөн өйрәк ҡыҙы
Уны бик йәлләй.
Янында бер япраҡ- кәмә
Ултыра ине.
Тауыҡ ҡыҙы көлә-көлә
Һикереп менде.
Ултырҙы ла Ул йөҙөп китте,
Матур йыр йырлап.
Ике буҫ көнө буйы
Йөрөнө уйнап.
Шоферҙар.
Машинала елеп барам,
Ту-ту-ту юлда торма.
Төҙөлөшкә ҡом ташыйым,
Фермаға оҙон торба.
Автобус менән кескәйҙәр
Күлгә ял итә килгән.
ЗИЛ-дар силос соҡорона
Йәшел масса килтергән.
Кәрим –командировкала,
Вил йыйына урманға.
Рәсим йырлай-йырлай, ана,
Һыу һиптерә уйнарға.
Камил трактор, комбаинға
Бензин ташып өлгөрә.
Ирек икмәк алып килгән
Баҡсаның аш өйөнә.
...Кис булғас яҡты гаражға
Күп машина йыйылған.
Янғын машинаһы ғына
Төнгө һаҡҡа ҡуйылған.
Эш ҡарышмай. Ҡ. Әлибаев.
Атай әйтә:”Таҡта йышам,
Әйҙә, улым булыш,-ти
Хәлеңдән килгәненсә
Таҡталарҙы йышыш”, ти.
Тирләп-бешеп таҡта йышам,
Атайымдан ҡалышмай...
Атай әйтә; “ Эш теләктә,
Эшләһәң , эш ҡарышмай.”
Үҙем тектем.
А. Игебаев
Ҡурсағыма ҡупшы итеп
Үҙем тектем күлдәкте,
Күлдәкте матур тегергә
Әсәкәйем өйрәтте.
Яғаһыла бик килешле,
Тамам ғына еңдәре,
Итәге лә оҙон түгел.
Ҡыҫып тора билдәре.
Аллы-Гөллө күлдәк кейгәс,
Ҡурсағым, эй һөйөндө.
Ул да ярата, шилма ҡыҙ,
Яңы, аҫһыл кейемде.
Оҫтахана К. Булат
Ярҙам ҡулы һуҙайым, тип,
Кәрәк түгел аҡса ла.
Оҫтахана астым әле
Үҙебеҙҙең баҡсала.
Минән ярҙам һорар өсөн
Һис кенә тартынмағыҙ.
Нығытырға мин әҙермен
Ватылһа машинағыҙ.
Йылы һүҙ. М. Дилмөхәмәтов.
Һаумыһығыҙ! Һаумы әле!
Ниндәй йылы һүҙ икән.
Һәр күңелде иретерҙек,
Һәр кемгә лә үҙ икән.
Берәү әйтә танышына:
“Туған, хәйерле иртә!”
ЙЫлы һүҙҙән тыуған шатлыҡ
Көнө буйына етә.
Рәхмәт. Р. Ураксина.
Рәхмәт әйтәләр көн дә,
Рәхмәт ҡайтарам мин дә.
Рәхмәт әйтһәләр –рәхәт,
Рәхәттә икән рәхмәт.
Рәхмәт тәмле ашыңа,
Белем тулы башыңа.
Рәхмәт ярҙамың өсөн,
Рәхмәткә китте көсөң.
Рәхмәтле булгас, рәхәт,
Рәхмәткә мең-мең рәхмәт!
Аҡыллы дуҫтар. Р. Шаммас.
“Бирерҙәрме бүләк7” тинем
Ҡысытып киткәс усым.
Ағай китап алып бирҙе,
Китапул- яҡын дуҫым.
Китап ул мине ярата,
Минең менән һөйләшә.
Минең кеүек малайҙарға
Оло аҡыл өләшә.
Киләсәктә китаптарҙан
Бик күп аҡыл алабыҙ.
Китап менән ғүмер буйы
Дуҫтар булып ҡалабыҙ.
Әсәй ҡайтты.
Ҡ. Әлибаев.
Әсәй бер аҙға китһә лә
Илар сиккә етәбеҙ.
Ҡара бесәй менән бергә:
“Ҡайт! Ҡайт!” – тиеп көтәбеҙ.
Әсәй ҡайтты, бесәй сапты-
Эй һөйөнөп йөрөйбеҙ.
Әсәй ҡояш алып килгән-
Нурға сумған өйөбеҙ!
Турғай
Әсәй ергә ем һирпкән,
Бер турғай килеп еткән.
Бәләкәс туптай еңел,
Һикереп йөйөй ул гел
Сүпләгән саҡта емде,
Тотоп ҡарағым килде,
Үҙе ҡурҡаҡтыр инде.
Һуҙған инем ҡулымды,
Аңламаны уйымды-
Фыр итеп осоп китте,
Күңелһеҙ булып китте.
Кәзә бәрәсе. А. Барто
Бар минең кәзә бәрәсем,
Уны тик үҙем көтәм.
Көн һайын йәшел үләнгә
Иртә менән йөртәм.
Аҙашып ул юғалһа
Үлән эсендә була.
Туп. А. Барто
Таня ҡысҡырып илай
Тубы төшкән йылгага.
Ҡуйсы, Таня илама,
Туп батмай ул йылғала.
Нимә ул яҡшы, нимә ул насар
Бәләкәй улы атаһына
Шундай һорау бирҙе:
-Атай, нимә ул яҡшы,
Нимә ул насар- тине.
Сыр итеп һаҡлайһым юҡ,
Ҡыҙыҡһынған балалар
Атаһының яуабын
Был китаптан табалар.
Берәһенең ҡулы бысраҡ,
Бите башы ҡоромло,
Быныһы инде – бик насар,
Тип әйтһәк тә урынлы.
Бер бала һабын ярата.
Көн дә тешен таҙарта.
Бына был бала яҡшы
Уны һәр кем ярата.
Була һуғын суҡмарҙары,
Бәләкәйҙәрҙе илата.
Ундайҙарҙы мин хатта
Яҙмаҫ инем китапҡа.
Быныһы бына:
-Теймә, ти-бәләкәй
балаға!
Был малай шундай яҡшы,
Һоҡланырлыҡ ундайға!
Китапты әгәр йыртһаң,
Уйынсығыңды боҙһаң,
Һәр кем әйтер:
-Был насар!- тип
-Был малай-тырыш, эш һөйә,
Китапҡа күңел һала...
Ундайҙарҙы бик маҡтайҙар...
Ул быға лайыҡ бала.
Быныһы ингән бысраҡҡа,
Үҙе шуға шатлана.
Ундайҙарҙы яратмайҙар:
Ул насар, шаҡшы бала.
Быныһы йыуа галушын,
Аяғын үҙе һөртә.
Бәләкәй генә булһа ла,
Үҙен яҡшы йөрөтә.
Малай китте шатланып,
Вәғәҙә бирҙе шунан:
“Мин гел яҡшы булырмын,
Һис ҡасан насар булмам”.
Еләктәр. Ф. Туғыҙбаева
Ҡурай еләге бешкән,
Ер еләге лә бешкән.
Ҡайын еләге лә бешкән-
Беҙҙең баҡса килешкән!
Көҙгө урман. А. Йәғәфәрова.
Көҙгө урман. Ағастарҙан
Алтын япраҡ ҡойола.
Зәңгәр күктән парашюттар
Төшкән кеүек тойола.
Сыйырсыҡ Р. Ғәрипов.
Сыйырсыҡ! сыйырсыҡ!
Ояңдан осоп сыҡ!
Оҡшаһа был өйөң,
Түгелһен моң – көйөң!
Ҡосшоғом сыҡты ла
Һоҡланып ояға,
Таң ҡалды тонъяға.
Бал ҡорто. Р. Заһиҙуллин
Осоп китә:
“Без дә без”
Осоп ҡайта
“Без дә без”
Әйтә буғай,
Бал ҡорто
“Бал йыйып
Өлгөрәбез”
Аҡтүш. А. Игебаев
Аҡтүш исемле
Этем бар минең.
Һин уны күрһәң,
Ҡыҙығыр инең.
Үҙе бәләкәс,
Ҡолағы һалбыр.
Ә түше ап- аҡ,
Ҡойроғо һалбыр.
Бесәй китте еләккә. М. Хисматуллина
Бесәй китте еләккә,
Тырыз элеп беләккә
Тырызының төбө юҡ,
Аяғында йөн ойоҡ.
Килеп етте еләккә,
Менеп китте тирәккә,
Тырнай- тырнай тирәкте,
Эҙләй бешкән еләкте.
Еләкһеҙ тирәк икән,
Әллә бейектә микән
Үрмәләне бейеккә
Күренмәй бер еләк тә.
Һигеҙенсе март. З. Исламова
Март айында оло байрам
Әсәйҙәр көнө икән!
-Донъялағы бар әсәйҙәр ҙә
Бер көндә тыуған микән!?
-Юҡсы, ҡыҙым, бәләкәсем,
Һиңә лә байрам бөгөн.
Ҡаршылайыҡ ҡыуанышып-
Һигеҙенсе март бөгөн!
Ҡорама. Р. Заһиҙуллин.
Өләсәй ҡорама ҡорай,
Күҙҙәрем ҡарап туймай.
Ҡорамалдағы төҙтәрҙең
Иҫәбен белеп булмай.
Күрһәгеҙ иҫегеҙ китер,
Һис юҡты һөйләмәйем:
Өләсәйҙән ҡораманы
Ҡорорға өйрәнәйем.
Ҡымыҙ. Г. Ғәлиева
Өләсәем ҡымыҙ бешә,
Нисек беләге талмай?
Ағас көбәлә, гөбөрләтеп,
Кәзә ҡымыҙы ҡайнай.
Өләсәй әйтә, ҡымыҙҙы
Баһадирҙар эсә, ти.
Бәләкәй малайҙар унан
Көслө булып үҫә, ти.
Икмәк.
Ф. Туғыҙбаева
Инәйем Ҡушып
Икмәк Ашайбыҙ
Һала, Балға.
Көсөк.
Өрә лә , өрә көсөк,
Әллә кемгә үсегеп.
Маһ-маһ, тип тә ҡарайым,
Өрә һаман Аҡбайым.
Әтәс.
Әтәс ҡысҡыра иртүк,
Кикирикүк тә кикирикүк:
“Киттек, тауыҡ, ҡунаҡҡа,
Күрше эте Муйнаҡҡа”.
Дегәнәк сәскәһе.
Мине бер кем күрмәй, өҙмәй,-
Шуға ла ғәрләнәм.
Тартып ҡалам итәгенән,
Кемдер үтһә эргәнән.
Ете көн.
Беренсе көн- Дүшәмбе,
Һаумы, дуҫым, иҫәнме?!
Икенсе көн- Шишәмбе,
Көндөң, дуҫым, иң шәбе!
Өсөнсө көн-Шаршамбы,
Дуҫым, тырышаһыңмы?
Дүртенсе көн кесе- Кесеаҙна,
Зарланма һин көс аҙға!
Бишенсе көн ул - йома
Йома көн изге була!
Алтынсы көн-ул Шәмбе,
Арынманыңмы әле?
Етенсе көн-Йәкшәмбе,
Ял ит, дуҫым, һин, йәме!
Тәүге ҡар. З. Ҡотлогилдина
Кистән мамыҡтай аҡ ҡар
Түшәлә ер өҫтөнә.
Хәҙер сана шыуам тип,
Марат иртәнән һөйөнә.
Сыҡһа Ҡояш, йылмая,
Ҡар ирегән дә бөткән.
Әллә оҙаҡ йоҡлағас,
Үпкәләп көтмәй киткән?
Көҙ килде. М. Ғәли
Моңһоуланды урмандар,
Һарғайҙы ҡырҙар өҫтө.
Йылға, күлдәр тып-тыныс-
Көҙ килде, бит, көҙ килде.
Ямғыр теләү. С. Әлибай
Ямғыр яу-яу-яу,
Ҡыйыҡтарҙы тыптырлатып,
Урмандарҙы шыптырлатып;
Япраҡтарҙы елпетеп,
Серләшеп ҡал шыбырлап.
Ямғыр яу-яу-яу,
Туғайҙарҙа бейеп ал,
Гөл сәскәне һөйөп ал;
Ҡояш көлөп ҡараһа,
Күккә йәйғор элеп һал.
Ямғыр яу-яу-яу,
Болоттарҙы һау, һау,
Ямғыр яу-яу-яу,
Баҫыуҙарҙан үт югреп,
Шыптыр-шыптыр түгелеп;
Туҡ башаҡтар баш эйһен,
Алтын көҙгә өлгөрөп.
Ямғыр яу-яу-яу,
Болоттарҙы һау-һау!...
Көҙ. М. Хисматуллина
Ҡыштырлашып һөйләшеп,
Эй япраҡтар осалар.
Күбәләктәй елпенеп,
Ышыҡ булһа боҫалар.
Елбәҙәктәй япраҡтар
Тау-ҡырҙарҙы яптылар.
Өшөмәһен ерем, тип,
Түшәлешеп яттылар.
Күгәрсен. Г. Гәлиева
Күгәрсен алып ҡайттым,
Уны урмандан таптым.
Аяғы өшөп ҡатҡан,
Шуға оса алмай ятҡан.
Туңа яҙған бахырҡай.
Ҡуйҙым мейес янына,
Емдәр һиптем алдына
Сығарманым урманға,
Ҡар-буранлы буранға.
Йәшәһен яҙ еткәнсе,
Ҡарҙар иреп бөткәнсе.
Шыршы. Ҡ. Даян
Шыршы матур, шыршы матур,
Шыршы һәр саҡ йәм- йәшел.
Энәләрен ҡоймай бер ҙә,
Һәр ваҡытта йәп йәш ул.
Шыршы матур биҙәкләнһә,
Ҡыш бабай ҙа ярата.
Ҡотло булһын Яңы йыл!- тип,
Беҙгә бүләк тарата.
Көҙ килгән Г. Юнысова
Көҙ килгән, көҙ килгән,
Көҙ быйыл бик тиҙ кигән.
Ҡайындар, тирәктәр, талдар
Һарынан күлдәк кейгән.
Көҙ килгән, көҙ килгән,
Тиҙ килгәнен кем белгән?
Көҙ бит һорап тормайынса,
Баҡсаға барып ингән.
Әсәйҙәр байрамы Ғ.Ғүмәр
Әсәйҙәрҙең ҙур байрамы-
Һигеҙенсе Март бөгөн.
Байрам булғас, бигерәк йәмле,
Барыбыҙҙа шат бөгөн.
Йырҙар йырлап, бейей-бейей
Түңәрәкте урайбыҙ,
Әсәйҙәрҙе яратабыҙ,
Уларҙы беҙ ҡотлайбыҙ.
Дөйә К. Булат
Ике үркәс араһына
Тауҙай йөктә лә өйә.
Сүлдәр а5а уны ташып,
Изгелек эшләй дөйә.
Ташбаҡа. К. Булат
Ташҡа оҡшаш ташбаҡа
Ҡарап торҙом,
Яй атлай.
Яҡын килеп ҡарағанға
Арҡаһын ҡалҡан ҡаплай.
Ташбаҡа башын йәшергәс,
Тик ята ул таш кеүек.
Ҡыштырлап атлап киткәйне,
Бар донъяға баш кеүек.
Батыр.
Ф. Туғыҙбаева
Салауат-үлмәҫ батыр,
Батыр ул, үҙе матур.
Ғорур, көслө Салауат,
Бөркөт төҫлө Салауат.
Таҫма Г. Ситдикова
Минең таҫмам тар икән,
Бармаҡ киңлек бар икән,
Һинең таҫмаң киң икән,
Усым менән тиң икән.
Илаҡ Ф. Мөхәмәтйәнова
Илаҡ, һай илаҡ
Көҙөн иҫкән ел.
Күшегеп-өшөп,
Өҙлөкһөҙ үкһеп,
Йәшен түгә гел.
Был ҡай саҡ була? Ғ. Туҡай
Ҡарҙар ирене,
Һыуҙар йүгерҙе,
Илап йылғалар,
Йәштәр түгелде.
Ашлыҡтар үҫте,
Башаҡтар беште,
Ҡояш бешерә,
Тиргә төшөрә.
Ҡырҙар буш ҡала,
Ямғырҙар яуа,
Ерҙәр дымлана
-Был ҡай саҡ була? (Көҙ)
Көндәр оҙая,
Төндәр ҡыҫҡара,
Был ҡайһы ваҡыт,
Йә, әйтеп ҡара? ( Яҙ)
Халыҡ ашыға,
Китә баҫыуға,
Игенен ура-
Был ҡай саҡ була? (Йәй)
Һәр ер ҡарланған,
Һыуҙар боҙланған,
Уйнай ел-буран-
Был ҡай саҡ, туған? ( Ҡыш)
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Скороговорки на башкирском языке
Для развития речи дошкольников, для правильного произношения башкирских звуков на занятиях всегда пользуюсь скороговорками...
Загадки на башкирском языке
Для развития наблюдательности,мышления,воображения, умения видеть сущность предмета применяю на занятиях загадки...
Пословицы на башкирском языке
Пословицы на башкирском языке с переводом на русский язык...
Мамин день (сценарий праздника матерей на башкирском языке)
Әсәйҙәр байрамы “Әсәкәйем – күҙ нурым” Маҡсат: балаларға әсәйҙәр көнө тураһында мәғлүмәт биреү, легендалар, шиғырҙар, йырҙар, мәҡәлдәр аша әсәйҙәр тураһында белемдәрен тәрәнәйтеү, балаларҙың телмә...
НОД по формированию целостной картины мира. Мой папа (на башкирском языке)
НОД по формированию целостной картины мира в младшей группе ДОУ...
Рабочая программа кружка башкирского языка "Говорим по - башкирский"
Многие исследователи отмечают, что дошкольники к 6-7 годам овладевают умениями «лингвистического анализа». В процессе обучения у них развивается слуховое внимание, речевой слух, моторика а...
Районный семинар , открытое занятие по направлению речевое развитие с детьми дошкольного возраста с изучением башкирского языка "Башкирская юрта"
Районный семинар для воспитателей Конспект занятия по направлению «Речевое развитие» с детьми среднего дошкольного возраста «Башк...