НОД по формированию целостной картины мира. Мой папа (на башкирском языке)
план-конспект урока по окружающему миру на тему

НОД по формированию целостной картины мира в младшей группе ДОУ

Скачать:


Предварительный просмотр:

Минең атайым.

Тәбиғәт менән таныштырыу, әүәләү  (комплекслы дәрес).

Маҡсат:

балаларҙы йорт хайуандары һәм уларҙың балалары менән таныштырыуҙы дауам итеү, төҫтөрҙе нығытыу;

аралашыу һәләтен, ваҡ һәм эре маториканы,  иғтибарлылыҡты, уйлау, күреү һәм ишетеү һәләттәрен, телмәр үҫтереү;

тирә-йүнгә һаҡсыл ҡараш, атайҙарҙы хөрмәт итеү тойғоһо тәрбиәләү.

Белем алыу эшмәкәрлеге: тәбиғәт менән таныштырыу, социаль-коммуникатив үҫеш, физик үҫеш, телмәр үҫтереү, художестволы-эстетик үҫеш.

Йыһаз: поезд һәм вагон һүрәттәре, һәр балаға конвертта геометрик фигуралар, ҡуян, кишер һүрәттәре, “ямаулы салбар”,  поезд тауышы.

Дәрес барышы.

  1. Ойоштороу мәле.

  • Балалар, ҡарағыҙ әле, беҙгә ҡунаҡтар килгән! Әйҙәгеҙ улар менән иҫәнләшеп алайыҡ.

Һаумыһығыҙ, устарым, хлоп-хлоп-хлоп,

Һаумыһығыҙ, аяҡтар, топ-топ-топ,

Һаумыһығыҙ, биттәрем, плюх-плюх-плюх,

Һаумыһығыҙ, ирендәр, чмок-чмок-чмок,

Һаумыһығыҙ, тештәрем, щелк-щелк-щелк,

Һаумы минең танауым, би-би-би,

Һаумыһығыҙ, ҡунаҡтар!

 Шиғырҙы һөйләп бөткәс илаған тауыш ишетелә.

  • Балалар, ишетәһегеҙме, ниндәй тауыш ул? (сепей килеп сыға)
  • Һаумыһығыҙ, балалар. Һеҙ минең атайымды күрмәнегеҙме?
  • Кем һуң һинең атайың?
  • Мин белмәйем? (илай)
  • Ҡайғырма, себешкәй, беҙ һиңә ярҙам итербеҙ. Балалар, сепейгә атһын табырға ярҙам итәйекме?

  1. Төп өлөш.

Дидактик уйын “Кемдең балаһы?”

  • Балалар, бөтәгеҙҙең дә атайҙарығыҙ бар, шулай уҡ хайуандарҙың да атайҙары була.
  • Айзилә, һин атайың тураһында нимә әйтерһең? (атайҙар тураһында шиғырҙар һөйләү)
  • Бына һүрәттәргә ҡарағыҙ әле, былар  ниндәй хайуандар? (йорт хайуандары)
  •  Ул кемдең атаһы икән? (үгеҙ, ат, ата ҡаҙ, эт, бесәй, әтәс)
  • Үгеҙ себештең атаһы була аламы? Кемдең атаһы?

    Иң аҙаҡтан ғына әтәс уйынсығын килтереп сығарам. Әтәс балалар менән иҫәнләшә, улы менән осрашҡанға шатлана.

  • Балалар, әтәс һеҙгә рәхмәт әйтә һәм уның һеҙҙең менән уйнағыһы килә. Уйнап алайыҡмы?

Бармаҡ уйыны “Ғаилә”.

Был бармаҡ - олатай,

Был бармаҡ - өләсәй,

Был бармаҡ – атайым,

Был бармаҡ – әсәйем,

Был бармаҡ – мин үҙем, -

Бөтәһе – минең ғаиләм.

           Ял минуты.

  • Балалар, ултырып арып киткәнһегеҙҙер. Әйҙәгеҙ ял итеп алайыҡ.

Әтәс менгән ситәнгә, (ҡулдарҙы әтәс кеүек “ҡағырға”)

Муйынын һуҙған була, (муйынды ике тапҡыр алға һуҙырға)

Тауыҡтар тора борсолоп, (башты бер уң, бер һулға бороу – 4 тапҡыр)

Хәҙер ҡолап төшә, тип.

  1. Әүәләү.

  • Балалар, һеҙгә әтәс рәхмәт әйтеп һүрәттәр бирҙе. Матурмы һүрәт? (юҡ, ул буялып бөтмәгән)
  •  Әйҙәгеҙ үҙебеҙ әтәстең ҡойроғон буяп ҡуяйыҡ. Тик беҙ ҡәләмдәр менән түгел, ә пластилин менән һылап  ҡуябыҙ.
  • Әтәс ниндәй? (сағыу, ҡойроғо төрлө төҫтә)
  • Ҡойроғо нисә ҡанаттан тора? (4 ҡанат)
  • Шулай булғас һеҙгә 4 төҫлө пластилин кәрәк була. Һеҙҙең алдығыҙҙа ниндәй төҫтә пластилиндар яталар? (ҡыҙыл, зәңгәр, һары, йәшел)
  • Һеҙгә пластилинды әҙ генә семетеп алып иң беренсе торған ҡанатҡа һыларға кәрәк. Һуңынан икенсе ҡойроғон, шулай итеп бөтә ҡойроғона ла пластилин һылап сығабаҙ. (эшләп күрһәтәм)

Үҙ аллы эшләү, ярҙам итеү.

  1. Рефлексия.

Эштәрҙе стендҡа элеү. Анализлау.

  • Балалар, әтәс менән себешкә ҡайтырға ваҡыт етте. Әйҙәгеҙ улар менән хушлашайыҡ.

Һау булығыҙ, һау булығыҙ, беҙгә тағы килегеҙ,

Һау булығыҙ, һау булығыҙ, бергәләшеп уйнарбыҙ.

   Әтәс менән сепей хушлашып сығып китә.

  • Һеҙгә дәрес оҡшанымы?
  • Нимәләр тураһында һөйләштек?
  • Кемдең атаһын эҙләнек?
  • Һеҙ атайҙарығыҙҙы тыңлайһығыҙмы?

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Конспект НОД в ОО "Познание" по формированию целостной картины мира в средней группе "В мире прекрасных бабочек"

Конспект непосредственно-образовательной деятельности в ОО "Познание" по  формированию целостной картины мира,  ознакомление с окружающим,  в средней группе " В мире прекрасных  ба...

Конспект непосредственно образовательной деятельности воспитателя с воспитанниками - формирование целостной картины мира. Тема: «Мама, папа, я – дружная семья».

Воспитание любви и уважения к родным и близким, знание своей фамилии, имени и отчества родителей, своего рода и родословной, семейных традиций и обычаев – основное содержание представленного занятия. ...

Открытое занятие. Конспект организованной образовательной деятельности с детьми по формированию целостной картины мира, расширению кругозора. Ознакомление с окружающим миром.(средняя группа) Тема: «Классификация посуды, её предназначение».

Цель: Прививать умения дошкольникам классифицировать посуду. Учить использовать посуду в соответствии с её предназначением. Задачи:1. Познакомить детей с классификацией посуды – кухонная, столова...

Конспект непосредственно образовательной деятельности по формированию целостной картины мира с учетом НРК и использованием УМК по изучению татарского языка в старшей группе Тема: «Что мы Родиной зовем?»

Цель: Воспитание патриотических чувств – любви к Родине, интереса к изучению татарского языка, уважения к символике России, Татарстана. Задачи: 1. Дать детям представление, что такое страна, Роди...

Формирование целостной картины мира. Рассматривание картины "Кошка с котятами" (2 мл. группа).

Тема: Рассматривание картины "Кошка с котятами".Цели:  Учить рассматривать картину, называть персонажей, их действия, понимать причинно-следственно связи.Уточнить знание названий детены...

Конспект ООД по образовательной области «Познавательное развитие» НОД Формирование целостной картины мира тема: «Рассматривание картины «Кошка с котятами» во второй младшей группе.

Конспект ООД по образовательной области«Познавательное развитие»НОД  Формирование целостной картины миратема: «Рассматривание картины «Кошка с котятами»во второй мла...