"Тоҙ ярҙамында һүрәт"
план-конспект занятия (старшая группа)

Ахмедьянова Гульнара Наиловна .Әхмәтйәнова Гөлнара Наил ҡыҙы

Традицион булмаған ысыл менән    төҙ ярҙамында һүрәт төшөрөү. 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл hudozhestvennoe_tvorchestvo.docx15.65 КБ

Предварительный просмотр:

Һурәт төшөрөү. Тема “Яҙғы ағас”

Пандемия осоронда дистанцион  рәсем  белем биреү эшмәкәрлегенән.

Маҡсат: Балаларҙың белеменә таянып, ҡыҙыҡһындырып  яңы ысул менән һүрәт эшләргә өйрәтеү, тоҙ ярҙамында.  Ҡыҙыҡһынаусанлыҡ, ныҡышмалыҡ тәрбиәләү, телмәр байытыу.

Йыһаз: аҡ  альбом бите, акварель, ике кисточка, еләм (клей), аш тоҙо, стаканчикта һыу.

Белем биреү барышы:   1.  Балалар, беҙ бөгөн һүрәт төшөрәбеҙ, ябай һүрәт түгел, ә һүрәтебеҙ тоҙ ярҙамында эшләнә. Уның өсөн беҙгә тоҙ, клей, ике кисточка, краска, стакан менән һыу кәрәк буласаҡ. Ә хәҙер уйлап ҡарағыҙ, нимә өсөн тоҙ кәрәк икән.  Тоҙ менән нимә эшләйбеҙ, тоҙ ярҙамында нисек  һүрәт төшөрәбеҙ.  ( уйланырға ваҡыт)

2.  Уйланған саҡтарында бер нисә тоҙ ярҙамынан эшләнгән һүрәт курүәтергә. Балаларҙан  яуап ишеткән кеүек, маҡтап үтергә. Оҡшаймы?

Улайһа, мин эшләйем һеҙ ҡарап ултырығыҙ, аҙаҡ һеҙ әсәй , атайҙар йә апай, ағайҙар ярҙамында эшләрһегеҙ. Ихтибар: тоҙ әсе, ауыҙға алмағыҙ, ихтибар менән эшләгеҙ, тоҙ, клей күҙегеҙгә яңлыш ҡына тейеп ҡуймаһын, әсеттерә. Тейә  ҡалһа  ыумаламай ғына  тиҙ генә һалҡын һыу менән йыуыр кәрәк. Ярай башлайыҡ, буғайым һеҙ һаҡ ҡына эшләрһегеҙ тип ышынам.

3.  Тәрбиәсе :   -ниндәй һурәт эшләр инек? Эйе яҙ етте, әлбиттә ағастар тиҙҙән бөрөләнә, япраҡ ярырҙар. Ә беҙ уларҙың ҡасан ғына  япраҡлы булыр, тип көтөп ултырмабыҙ,  һүрәт итеп эшләп һалырбыҙ, эйе ме? Эйе.

4.  Тәрбиәсе эҙмә -эҙ эшләп күрһәтә.

–ағас һүрәтен эшләй ( ағас бейек, олоно оҙон, ботаҡтары йән яҡҡа ҡарап тора) тигән һуҙҙәр менән.( тел байытыу)

-ә хәҙер ботаҡтарына ,буяу мумалаһы  менән  клей һөртөп сығайыҡ.

-клей өҫтөнә тоҙ һирпәйек. Эре тоҙ матурыраҡ куренә, эреһе булмаһа ыуағы ла бара.

- клей кипкәнсе ярты сәғәт ял итеп алығыҙ, һүрәтегеҙ шул килеш өҫтәлдә ятып торһон.

5. Афарин балалар ярты сәғәт үтте. Ә хәҙер альбом битен ипләп кенә тотоп артыҡ  йәбешмәгән  тоҙон  гәзиткә ҡағып төшөрәйек.

-Ҡарағыҙ әле ағасыбыҙ ҡыш ваҡытында кеүек, ап-аҡ ҡар яуған ботағына. Матур ялтырап тора. Ә беҙгә йәшел яҙғы ағас кәрәк. Шуға күрә тоҙобоҙҙо йәшел төҫкә буяйыҡ.  Иғтибар: мумаланы  йәшел төҫкә манығандан һуң , кисточка менән башҡа ваҡыттағы кеүек буямайбыҙ, ә яйлап ҡына мумаланың йәшел һыуын тоҙҙарға манабыҙ.  Бик һаҡ эшләр кәрәк,  сөнки  йәбешкән тоҙобыҙ һыуға иреп ысҡынып сығасаҡ.

6.  – Эшләп бөттөгеҙ ме? Килеп сыҡты мы? Ҡабыланмағыҙ, һүрәтегеҙ әле бер аҙ өҫтәлдә ята бирһен, кипһен. Ә әлегә өҫтәлдәге ултырған башҡа әйберҙәрегеҙҙе йыйыштырһағыҙҙа була.  

7  - Афарин балалар, эштәрегеҙ оҡшаны мы?  Бына һеҙ яңы ысул менән, тоҙ ярҙамында һүрәт эшләргә өйрәндегеҙ. Тоҙобыҙ ыуаҡ ҡына таштарҙан эшләнгән кеүек, ялтырап тора,  эйе ме?  Бына ошондай техникала еңеү байрамына  һүрәттәр эшләй алағыҙ. Ә хәҙер мин һеҙҙең эштәрегеҙҙең фотоларын көтөп ҡалам.

 - һау булығыҙ!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

“Тико конструкторы ярҙамында математик һәләттәрҙе үҫтереү” темаһына оҫталыҡ дәресе

Цель данного мастер-класса - повышение профессионального мастерства педагогов-участников мастер-класса в процессе активного педагогического общения по ТИКО- моделированию....

"Аҙна көндәре " мнемоһүрәт ярҙамында шиғыр ятлау

Балалар уҡый белмәйҙәр, ә шиғыр  ятларға яраталар. Ошо ваҡытта инде беҙгә ярҙамға һүрәттәр килер. Балалар һүрәттәр ярҙамында шиғыр еңел ятлайҙар, сөнки уларҙың иҫтәре яҡшы һәм һүрәтте йентекле ҡа...

Театр эшмәкәрлеге ярҙамында балаларҙың телмәрен үҫтереү.

План по самобразованию - үҙ аллы белемде үҫтереү планы...

КОНСПЕКТ.Телмәр, хәрәкәт күнегеүҙәрен ҡулланып һәм бармаҡ уйындары ярҙамында тән өлөштәрен өйрәнеү.

Телмәр, хәрәкәт күнегеүҙәрен ҡулланыпһәм бармаҡ уйындары ярҙамында тән өлөштәрен өйрәнеү....