“Тико конструкторы ярҙамында математик һәләттәрҙе үҫтереү” темаһына оҫталыҡ дәресе
методическая разработка (подготовительная группа)

Кадаева Гулия Нурисламовна

Цель данного мастер-класса - повышение профессионального мастерства педагогов-участников мастер-класса в процессе активного педагогического общения по ТИКО- моделированию.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon tiko-master-klass_novyy_-_kopiya.doc47.5 КБ

Предварительный просмотр:

“Тико конструкторы ярҙамында математик һәләттәрҙе үҫтереү” темаһына оҫталыҡ дәресе.

Хәйерле көн, хөрмәтле ҡунаҡтар! Минең оҫталыҡ дәресемдең темаһы “Тико конструкторы ярҙамында математик һәләттәрҙе  үҫтереү”

Маҡсат: ТИКО-конструкторы аша мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың  логик, арауыҡта  фекерләүҙәрен ,математик   һәләттәрен   үҫтереү  мөмкинлектәрен    күрһәтеү.

       Тәүҙә һеҙгә бер нисә ябай, шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡлы ла һорауҙар биргем килә:

--Бер урында  иҫке генә  һәм бай, күркәм йорттар йәнәшә тора. Һәм уларға ут ҡапҡан.  Ҡайһы йортағы утты  полиция хеҙмәткәрҙәре иң беренсе һүндерер? (Полиция хеҙмәткәрҙәре ут һүндермәй)

-- Квадрат өҫтәлдең бер мөйөшөн бысҡандар. Хәҙер өҫтәлдә нисә мөйөш? (Биш)

---Был һорауҙарға яуап биреү өсөн һеҙгә нимәләр ярҙам итте? (отҡорлоҡ, иғтибарлыҡ һәм фекерләү)

---Ә һеҙ ниндәй аҡыл эшмәкәрлеге алымдарын ҡулландығыҙ? (сағыштырыу, анализлау, дөйөмләштереү)

---Бына  улар  логик фекерләүҙең алымдары ла инде.

---Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, балаға логик фекерләү ни өсөн кәрәк? (иғтибарлылыҡты үҫтерә, аныҡ  уйларға өйрәтә, белем алыу өсөн  нигеҙ булып  хеҙмәт  итә, артабан мәктәптә уҡыусыларҙың  һәләтен үҫтереүсе буласаҡ)

Теоретик өлөш.

--- Мәктәпкәсә белем биреү системаһына  Федераль дәүләт белем биреү стандарттарын   индереү,  төрлө педагогик технологиялар, бик  күп  методик һәм  дидактик   материалдар ҡулланыуға   ҙур  мөмкинлектәр  асты.

Бөгөнгө көндә иң популяр ҡорамалдар  булып, минең ҡарашҡа, конструкторҙар  һанала.  Улар  бик күп төрлө.

                                            (СЛАЙДта күрһәтеү)

--- Ни өсөн конструктор? А.В.Белошистый фекере буйынса, мәктәпкәсә йәштәге баларҙы   ҡоролмалар йыйырға   өйрәтеү, уларҙың  дөйөм конструктив оҫталыҡтарын формалаштырыуға булышлыҡ итә,                             дөйөм алғанда , бөтә донъяны танып белеү  процесын  үҫтерә (фекерләү, иғтибарлыҡ, ғәжәпләнеү, аңлау-понимание).(слайд)

---Бала- тыумыштан тикшеренеүсе, уйлап табыусы һәм конструктор. Баланың  тәбиғәттән  бирелгән  һәләттәре  ҡоролмалар төҙөүҙә  бигерәк тә яҡшы үҫешә, сөнки  ошо   эшмәкәрлек  барышында   балаға   үҙенең  конструкцияларын  уйлап  сығарыу   һәм  төҙөү     өсөн  бөтә  отҡорлоғон, зирәклеген, ҡыҙыҡһыныусанлығын   һәм   ижади  һәләтен  күрһәтергә   мөмкинлектәр асыла.

  ---Бихисап конструкторҙар араһынан, «ТИКО» конструкторына  туҡталып  киткем килә.

«ТИКО» –  уйын – конструкторын  Рәсәй мәғариф академияһының тәҡдиме буйынса «РАНТИС» ойошмаһы  етештерә.

---Был конструктор пластмассанан эшләнгән геометрик  фигураларҙан тора,  улар үҙ-ара шарнирҙар менән тоташа.

--Ни өсөн ошо конструктор?

---Заманса ТИКО-конструкторын  ҡулланыу, минең ҡарашҡа, геометрик фигуралар менән танышыу мөмкинлеге бирә, төп төҫ спектрҙарын, ижади һәләтте үҫтерә. Бынан тыш, арауыҡ күнекмәләрен формалаштыра, логик һәм абстракт фекерләүҙе, ҡул суҡтарының һәм бармаҡтарҙың моторикаларын үҫтерә. Һөҙөмтәлә ғәҙәти булмаған тоташтырыуҙар, шулай  уҡ  оҫта   итеп  өлгө буйынса эшләүҙе формалаштыра. ( слайд)

---Бынан тыш, был ТИКО-конструкторы  яҫылыҡта  һәм күләмле ҡоролмалар   ҡороу  мөмкинселеге  бирә. Шуға күрә, уның менән бик күп төрлө  фигуралар  ҡорорға мөмкин, ә был инде балаларҙа конструкторға ҡыҙыҡһыныу теләге тыуҙыра.

---Был конструкторҙы беҙ эшмәкәрлектәрҙә  ҡулланабыҙ.

Һеҙгә видео яҙма тәҡдим итәм.

Эшмәкәрлектән видео – өҙөк.

-Минең һеҙгә логик фекерләүгә конструкторҙың деталдәрен ҡулланып, бер нисә миҫал күрһәтеп  киткем килә, шулай уҡ беҙ ҡоролмалар ҙа ҡорорбыҙ.

  1. се  миҫал,  өй килеп сыҡһын өсөн ниндәй фигуралар кәрәк буласаҡ?

2 –се миҫал, ракета  килеп сыҡһын өсөн ниндәй фигуралар ҡулланырға була?

3 – сө миҫал, өйҙөң  һул  яғында ниндәй фигура?

Өй менән машина араһында ниндәй фигура? (Слайдтарҙа күрһәтелә)

4 – се миҫал,  Киләһе уйыныбыҙ  “Ҡайҙа урынлашыуын иҫтә ҡалдыр” тип атала.

Бирелгән  схема экранда  30 секунд ҡына күрһәтелә. Балалар, һеҙ  уны иғтибар менән ҡарарға тейешһегеҙ, һуңынан схема алына, һеҙ күҙ алдына килтереп күрһәтелгән фигураны ҡорорға тейешле.

---Килеп сыҡҡан фигураларҙы анализларға тәҡдим итәм:

- Бесәйһең башы өсөн ниндәй  геометрик фигуралар  алдығыҙ ?

- Ҡойроғо ниндәй  геометрик фигура ?

- Аҫҡы һигеҙмөйөштөң аҫтында ниндәй геометрик фигуралар урынлашҡан?

---Бына шундай ысулдар менән ҡоролған ҡоролмаларҙы, схемаларҙы аңлатыу  аша балаларҙың логик  фекерләүе һәм математик һәләттәре формалаша.

5 –се миҫал. Математик  һәләттәрҙе  үҫтереүҙе  ҡоролмалар ҡороу аша  алып барыу  бик отошло, тип һанайым.  Ҡоролмалар ҡороуҙың бик күп төрҙәре бар,  мин үҙемдең эшмәкәрлегемдә  күберәк  ошоларҙы ҡулланам:

• схема буйынса ҡоролма ҡороу

• өлгө буйынса ҡоролма ҡороу

• балаларҙың үҙ теләге буйынса ҡоролма ҡороу (хыялдағы транспорт)

Практик эш.

(кәрәкле йыһаздар менән 3 өҫтәл әҙерләнгән)

---Хөрмәтле коллегалар,   мин   һеҙгә   “Тико” конструкторын   ҡулланып   ҡоролмалар төҙөргә тәҡдим итәм.

• 1 – се өҫтәл,  схема буйынса ҡоролма ҡороу

• 2 – се өҫтәл,  өлгө буйынса ҡоролма ҡороу

• 3  – се өҫтәл,  үҙ теләгегеҙ (по замыслу) буйынса ҡоролма ҡороу

Ә аҙаҡ беҙ һеҙҙең менән бергәләп башҡарылған эшкә һығымта яһарбыҙ.

Ҡоролмалар ҡороу

Ҡоролмалар тураһыңда һөйләү.

 

Йомғаҡлау өлөшө.

Шулай итеп, мин һеҙгә логик фекерләү, математик һәләттәр үҫтереү   өсөн  ТИКО  конструкторҙарын ҡулланыу мөмкинлеген күрһәтергә тырыштым.

Хөрмәтле коллегалар, иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

План-конспекта непрерывной образовательной деятельности с детьми подготовительной группы компенсирующей направленности VII вида (6-7 лет) с использованием ТИКО - конструктора. По теме «ПУТЕШЕСТВИЕ В КОСМОС С ЗАЙЧИКОМ ТИКО»

Использование конструктора ТИКО для развития математических способностей детей с ЗПР. Обучение счету и закрепления знания геометрических фигур. ...

Оҫталыҡ дәресе

МӘКТӘПКӘСӘ ЙӘШТӘГЕ БАЛАЛАРҘЫҢ ТЕЛМӘРЕН ҮҪТЕРЕҮҘӘ  ЭШ АЛЫМДАРЫ...

Оҫталыҡ дәресе«Мәғлүмәти - коммуникатив технологиялар»

Оҫталыҡ дәресе«Мәғлүмәти - коммуникатив технологиялар»...

Непрерывная образовательная деятельность с детьми подготовительной группы компенсирующей направленности VII вида (6-7 лет) с использованием ТИКО - конструктора теме: «ПУТЕШЕСТВИЕ В КОСМОС С ЗАЙЧИКОМ ТИКО»

Предлогаю вам конспект неприрывной образовательной деятельности с детьми подготовительной группы компенсирующей направленности VII вида с использованием ТИКО-конструктора. Данный материал поможет в ин...

Оҫталыҡ дәресе "Сторителлинг» “Тарих кубиктары”

Тема: оҫталыҡ дәресе "Сторителлинг" Тарих кубиктары.маҡсат: тәрбиәселәрҙен дәртен арттырыу, технологияны үҙләштереү уны мәктәпкәсә йәштәге балалр менән эштә ҡулланыу.Тәрбиәүе маҡсаттар:...