Тәрбиәселәр өсөн консультация «Балалар баҡсаһының ғаилә менән бәйләнеше»
материал
Тәрбиәселәр өсөн консультация
«Балалар баҡсаһының ғаилә менән бәйләнеше»
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
trbiselr_oson_konsultatsiya.docx | 84.52 КБ |
Предварительный просмотр:
Тәрбиәселәр өсөн консультация
«Балалар баҡсаһының ғаилә менән бәйләнеше»
Төп маҡсаттары һәм бурыстары
Бала шәхесе үҫешенең төп шарты – ул ғаилә менән конструктив бәйләнештең үҫеше.
Төп маҡсат: шарттар булдырыу аша тәрбиәләнеүсенең ғаиләһе менән яуаплы бәйләнеш формалаштырыу һәм ата -әсәләрҙең компитентлы үҫеүе (бала тәрбиәләүҙәге төрлө социаль – педагогик ситуацияларҙы хәл итеү); балалар баҡсаһының тормошонда аңлы, ихтирамлы ҡатнашыр өсөн ата – әсәләрҙе хоҡуҡлы булыуҙарын тәмьин итеү.
Ата – әсәләргә һәм тәрбиәселәргә бер – береһенә субординантлыҡты, бер яҡлы ғына һөйләшеү алып барыуҙы еңеп, тәнҡитләү холҡонан баш тартып, бер- береһенә үҙ проблемаһын хәл итеүсе итеп түгел ә тулы хоҡуҡлы партнер, сотрудник итеп күрергә өйрәнеү.
Балалар баҡсаһының ғаилә менән бәйләнешенең төп бурыстары:
- педагогтарға һәм ата-әсәләргә баланың балалар баҡсаһында, ғаиләлә тәрбиәләү, өйрәтеү, ғөмүмән, уның төрлө яҡлы үҫешен ойоштороу шарттарын өйрәнеү;
- педагогтарға һәм ата-әсәләргә балалар баҡсаһындағы, ғаиләләге ыңғай тәжрибәләре , шулай уҡ мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың ғаилә лә, йәмғиәттә осраған тәрбиәүи ҡыйынлыҡтар менән танышыу;
- балалар баҡсаһы менән ғаилә балаларҙы тәрбиәләү, өгөт-нәсихәт биреүҙәге актуаль бурыстар һәм уларҙы хәл итеү тураһында мәғлүмәт алышыу;
- педагогтар , ата-әсәләр һәм балаларҙың конструктив аралашыуын хәл итеү өсөн балалар баҡсаһында төрлө яҡлы хеҙмәттәшлеккә шарттар булдырыу;
- ҡалала (республика) ойошторолған сараларҙа педгогтар менән берҙәм тәрбиәләнеүселәрҙең ғаиләләрендә йәлеп итеү;
- ғаиләлә баланың төрлө яҡлы ҡыҙыҡһыныуына, ынтылышына иғтибарлы булып тейешле шарттар булдырырған ата-әсәләрҙе баһалау;
Ғаилә менән берҙәмлектә төп йүнәлештәр һәм формалар
Үҙ - ара танып белеү һәм мәғлүмәт алышыу
Балалар баҡсаһы ғаиләнең бала тәрбиәләү мөмкинселеген белеп һәм ғәилә балаһын тапшырған балалар баҡсаһы менән таныш булғанда ғына ыңғай бәйләнеш булдырыуы мөмкин.Был дөйөм тәрбиәүи бурыстарҙы үтәүҙә педагогик ресурстарҙы ҡулланып бер-береһенә тейешле ярҙам итә аласаҡ.
Тәрбиәүи потенциалды ике яҡлап асыҡларға: социаль-педагогик диагностика әңгәмә, анкетирование, инша ҡулланыла; тәрбиәләнеүсенең ғиләһенә йөрөү; балалар баҡсаһында асыҡ ишектәр көнө үткәреү; төрлө йөкмәткеле осрашыу, йыйылыштар үткәреп бала тәрбиәләүҙең ҡыйынлыҡтары һәм уңыштары менә танышырға мөмкин.
Тәүге йыйылыштарҙа педагог тәрбиәләнеүсе баланың ғаиләһе, ғаилә педагог менән һәм ғаиләләр үҙ-ара төрлө яҡлап танышалар. Тәрбиәсегә аралашыу барышында ата-әсәләрҙең ышанысын яулауға, ыңғай эмоция булдырыуға, ғөмүмән барьерҙы сисеү өсөн махсус алымдар ҡулланырға мөмкин («Дистанция һайла», «Фотографиялар теле» һ.б.).
Тәрбиәләүсе өлкәндәр даими рәүештә бер-береһенә ғаилә лә, баҡсалағы тормошо тураһында хәбәр итеп тороу кәрәк (дөйөм торошо, баланың өлкәндәр менән аралашыу үҫеше).
Бындай мәғлүмәт туплау туранан – тура әңгәмә,консультация, йыйылыш, конференция барышында, йәки төрлө сығанаҡтар аша: стенд, журнал, гәзит, ғаилә көндәлектәренән, буклеттар, электрон сайттар (балалар баҡсаһы, белем биреү хәкимиәте); шулай уҡ электрон яҙышыуҙар аша башҡарыла.
Стендтар. Стендттарҙа стратегик (күп йыллы), тактик (бер йыллыҡ) һәм оператив мәғлүмәттәр урынлаштырыла.
Стратегик өлөшөндә балалар баҡсаһының алыҫ һәм урта перспективаға ҡағылышлы маҡсаттар һәм бурыстар, тормошҡа ашырылыусы белем биреү программаһы, инновацион проекттар шулай уҡ белем биреүҙә өҫтәмә хеҙмәттәр мәғлүмәт инә.
Тактик өлөшөнә педагогтар, уларҙың эш графиктары, көндәлек режим, бер йылға төркөмдә тәрбиәүи - белем биреү бурыстары һәм маҡсаттары урынлаштырыла.
Оператив мәғлүмәттәр тәрбиәләүселәр өсөн иң ҡыҙыҡлыһы сөнки бында төркөмдә (балалар баҡсаһында, ҡалала) үткәрелгән йәки үтәсәк саралар инә: акция, конкурс, репетиция, күргәҙмәләр, уртаҡ проектар, ял көндәре экскурсиялары һ.б.
Тәрбиәләүселәргә мәғлүмәттәрҙе (бигерәк оператив) тиҙ арала белдереү өсөн балалар баҡсаһы сайтында, ғаилә көндәлегендә дублировать итеү мөһим.
Тәрбиәләүсе өлкәндәргә өҙлөкһөҙ белем биреү
Заманса тиҙ үҙгәреп торғн донъяла педгогтар һәм ата-әсәләр өҙлөкһөҙ үҙ белем кимәлдәрен үҫтереп барырға тейештәр.
Ата-әсәләрҙең белем алыуын халыҡ-ара сообщество былай тип аңлай: баланы ҡарау һәм тәрбиәләү, ғаилә лә мөнәсәбәттәрҙең гармониялы булыуы, үҙ һәләттәрен үҫтереү; ата-әсәләр ролен ғаиләлә һәм йәмғиәттә үтәү. Шул уҡ ваҡытта ата-әсәләрҙең тәрбиәүи белем алыуын императив стильдә (әйтеп, тыҡып тороусы) түгел ә шәхси ориентирлы принципта төҙөлөргә тейеш.
Ата-әсәләрҙе белемле итеү функцияһын балалар баҡсаһы ғына түгел, ә уларҙы берләштергән ата-әсәләр ойошмалары ла.
Кәрәклеләр булып хоҡуҡи, гражданлыҡ, сәнғәт- эстетик, милли-патриотик, медицина өлкәләрендә белем биреү тора.
Белем биреүҙең төп формалары булып: конференциялар (онлайн-конференциялар), ата-әсәләр йыйылыштары (балалар баҡсаһы, ҡала, республика), педгогик һәм ата-әсәләр уҡыуҙары инеүе мөмкин.
Ат-әсәләргә белем алыуҙа партнерҙар (социаль педагог, психолог, өлкән тәрбиәсе, тәрбиәсе һ.б.) менән аралашыуҙың формаһын, йөкмәткеһен һайлау хоҡуғын биреү.
Ат-әсәләргә белем биреү программаһын әҙерләп һәм тормошҡа ашырыу принциптры:
- йүнәлешле маҡсатлы- ата-әсәләргә белем биреүгә маҡсатҡа һәм өҫтөнлөклө бурыстарға йүнәлтелгән;
- адреслы- ата-әсәләр ихтыяждарына белем биреү иҫәбе;
- ҡабул итерлек-программаға яраҡлы белем биреү материалдарын ата-әсәләрҙең ҡабул итеү иҫәбе;
- индивидуаллек-ата-әсәләрҙең белем кимәле, һәләттәренән сығып программаны ҡабул итеү өсөн йөкмәткеһен, белем биреү алымдарын, темпын үҙгәртеү;
- ҡыҙыҡһынған яҡтарҙың (педагогтар, ата-әсәләр) белем биреү программаһына ҡарарҙар ҡабул итеүҙә, коррекциялауҙа ҡатнашлығы.
Ата-әсәләргә белем биреүҙә төп формалар: лекция, семинар,мастер- класс, треннинг, проект, уйындар.
Мастер-класс. Мастер класс, был махсус форма специалистың үҙ профессиональ оҫталығын презентациалауы, уның маҡсаты бала тәрбиәләүҙә ата-әсәләрҙен иғтибарын йәлеп итеү.Бындай белгес булып төрлө сферала эшләүсе ата-әсәләрҙә булыуы мөмкин. Мастер – классты әҙерләүҙә ҙур иғтибар практик һәм күргәҙмә материалдарҙан тора .
Треннинг. (Б.Д.Каварскийҙың билдәләүенсә) – ул психотерапевтик, психокоррекция , өйрәтеүсе алымдар йыйылмаһы , үҙ танып белеү, үҙ регуляция, кешеләрҙең бер-береһе менән аралашыуы, коммуникатив һәм профессиональ күнекмәләре үҫешенә йүнәлтегән.
Треннинг барышында педагог-психолог ата-әсәләрҙе махсус ситуцияларға йәлеп ителеп үҙ ресурстарын аңларға, баһаларға мөмкинлек бирә.
Педагогтарҙың, ата-әсәләрҙең, балаларҙың бергә эшмәкәрлеге
Төрлө яҡлы берҙәм эшмәкәрлек триадаһында «педагогтар – ата-әсәләр - балалар» билдәләүсе бурыс булып баланың кәрәк-ярағы һәм ынтылышы ғына түгел , ата-әсәләрҙең, педагогтарҙың да тартыу көсө һәм ынтылышы тора.
Тәрбиәләүсе өлкәндәрҙең берҙәм эшмәкәрлеге төрлө традициялы, инновацион формаларҙа (акциялар, ассамблеялар, шиғриәт һәм музыка кисәләре,балалар баҡсаһы тәҡдиме менән мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениелары ойошторған саралар, ғаилә ҡунаҡханаһы, фестивалдәр, ғаилә клубы, һорау һәм яуаптар кисәһе, салондар, студиялар (шулай уҡ, ғаилә салоны) саф һауала йөрөү, экскурсия, проект эшмәкәрлеге, ғаилә театры) ойошторолоуы мөмкин.
Был берҙәм эшмәкәрлек төрҙәре формаларының маҡсаты бала менән аралашыуҙа авторитар стиль ҡулланған педагогтарҙың ,ата-әсәләрҙең тәртибен коррекциялау; бала ижадына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләй.
Ғаиләләр сәнғәт студияһы. Ғаилә сәнғәт студияһы педгог (актер, рәссам, хореограф) ҡарамағындағы тәрбиәләнеүселәрҙең ғаиләһен берләштергән үҙенә күрә ижади оҫтахана. Педагогтар, ата-әсәләр, балаларҙың ижади аралашыуы төрлө формала үтеүе мөмкин: үҙ – ара махсус ойошторолған эшмәкәрлектәр; ата-әсәләр өсөн һүрәт төшөрөү, ҡул эштәре буйынса мастер-класс ; сәнғәт белгесе, декоратив- ғәмәли ижад оҫталары; музей, ижади күргәҙмәләргә йөрөү.
Ғаилә байрамдары. Балалар баҡсаһы өсөн илдәге билдәле ваҡиғаларға арналған балалар байрамдары традицияға ингән.
Тәрбиәләүселәр һәм тәрбиәләнеүселәр өсөн актуаль яңы форма балалар баҡсаһында - ғаилә байрамдары. Бындай мөһим көн булып әсәләр Көнө, атайҙар Көнө, Яңы йыл, Еңеү Көнө, Халыҡ-ара ғаилә Көнө, Бөтә Рәсәй ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ Көнө.
Ғаилә байрамдарын кесе йәштәге балалар менән үткәреүҙә әһәмиәтле, сөнки 3 йәшлек балалар байрамда ата-әсәләре булғанда үҙҙәрен яҡшы тоялар.
Ғаилә театры. Мәктәпкәсә йәштәге балаларға тәрбиә биреү тарихында театр эшмәкәрлеге ғаилә тәжрибәһен иҫәпкә алмай үҫешкән. Балалар баҡсаһында бер нисә ғаиләнән, педагогтан (музыка етәксеһе, балалар баҡсаһының театр етәксеһе, тәрбиәсе) торған ғаилә ижад театрын мәҙәниәт хеҙмәткәре (театр режиссеры, актеры) лә ойоштороуы мөмкин.
Ғаилә абонементы. Алдан ял көндәренә төҙөлгән программаға ғаилә абонементы менән балалар баҡсаһы һәм уның партнерҙары ғаиләгә иҫ киткес ижад менән осрашыу бирә ала. Программалар комплекслы йә предметлы, сәнғәт төрөнә бәйле булыуы мөмкин, мәҫәлән: «Һаумы, музыка!», «Театр исемле тылсым», «Рәссамда ҡунаҡта», «Ғаилә һәм музей»,«Китапханала ғаилә менән осрашыуҙар».
Ғаилә ассамблеяһы. Ғаилә ассамблеяһы, үҙенә тәрбиәләнеүселәр ғаиләләрен, белем биреү , мәҙәниәт, ижад педагогтарын берләштереүсе ял итеү формаһы. Ойоштороусылары булып балалар баҡсаһы, шулай уҡ юғары уҡыу йорто, гәзит редакцияһы, балалар музыка мәктәбе була ала.
Проект эшмәкәрлеге. Берҙәм эшмәкәрлектә актуаль форма булып проект эше тора. Тәрбиәләүселәр ролдәр менән алышып бер – береһенә команда ла эшләргә, коллектив менән бергә фекерләргә өйрәнә; бала теләгенән сығып проекты төҙөү алгоритмын өйрәнә; коллегаларына , тәрбиәләнеүселәргә һәм ата-әсәләргә ыңғай һәм асыҡ ҡарашта булырға өлгәшә; проекты тормошҡа ашырыу маҡсатында педагогтарҙың, ата-әсәләрҙең, балаларҙың тырышлығын берләштерә.
Педагогтар, ата-әсәләр , балалар мөнәсәбәтенә ыңғай йүнәлешле, яуаплылыҡ, инициативаны үҫтереүсе проект идеялары төрлө булыуы мөмкин: баланың йәйге ялын ойоштороу, балалар баҡсаһында ғаилә Көнө, өлкәндәрҙе тәрбиәләүсе интернет - сообществалар булдырыу.
Ғаилә көндәлеге. Бала менән аралашыу ваҡытына , ата-әсәләргә үҙ эшмәкәрлеген ойошторорға өйрәнергә, ҡыҙыҡлы проект идеялары, былар барыһыла ғаилә көндәлеге ярҙмында тыуа.
Ғаилә көндәлеге үҙ ара бәйле ике өлөштән булыуы мөмкин: беренсе өлөш – инвариантная, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәр ғаиләһенә тәҡдим итә; икенсе өлөш – вариативлы, ғаилә үҙе кәрәк, тип һанаған фекерләүҙә проектлай.
Педагогтар белем тәрбиә биреү программаһын ҡулланып, балаларҙың йәш үҙенсәлектәренән сығып әҙерләгән инвариантный өлөшөндә йыл миҙгеленә бәйле халыҡ байрамдары һәм уларҙы ғаиләлә үткәреү өсөн тәҡдимдәр; дәүләт, республика, ҡала байрамдары һәм уларҙы ғаиләлә үткәреү өсөн тәҡдимдәр; ғаиләлә үткәрелгән һөнәри байрамдар тураһында әңгәмәләр ойоштороуға тәҡдимдәр; балалар баҡсаһында ғаиләләр өсөн үткәрелгән саралар (консультациялар, клуб ултырыштары һ.б.); театр репертуары һәм ғаилә лә театр көнөн билдәләүгә тәҡдимдәр; ҡала музейы, ойошторолған күргәҙмәләр, музей көнөн ғаиләлә үткәреү тураһында тәҡдимдәр; баланың бергә концертҡа барыуы тураһында тәҡдимдәр; тәрбиәләү тураһында афоризмдар; ғаилә лә уҡыу, ғаилә менән тәбиғәттә ял, музейға экскурсияға, күргәҙмәгә, иҫтәлекле урындарҙа (ҡаланың иҫтәлекле урындары), ижади эшмәкәрлек һ.б. ғаилә лә төрлө эшмәкәрлек ойоштороу өсөн тәҡдимдәр эшләй.
Ғаилә күҙаллаған вариативный өлөштә, ғаилә байрамдары, тыуған көндәр, хәтер көнө, ғаилә сәйәхәттәре, ялы һәм баланың уңыштары билдәләнә.
Ғаилә көндәлеген биҙәгәндә һәр кем үҙенең ижади һәләттәрен күрһәтеүе мөмкин.
Балалар менән өйҙә ҡулланыу пособиелары
«Тыуғандан мәктәпкә тиклем» программаһы балаларҙың өйҙә ҡулланыуы өсөн пособиелар - «Ете гном мәктәбе» китаптар серияһы менән тулыландырылған. Һәр серия баланың тыуғандан алып мәктәпкәсә тиклем комплекслы эҙмә-эҙлекле әҙерләнгән. Бала үҫеше йүнәлеше һәм белем биреүҙең төп өлкәләрен эсенә алған ун ике пособиенан тора.
Мәктәпкәсә йәштәге белем биреү учреждениелар педагогтары ата-әсәләргә «Ете гном мәктәбе» сериялы пособиеларын тәҡдим итеп балаларға белем биреү эшмәкәрлегендә өйҙә лә ҡуллана ала.
«Ете гном мәктәбе» пособиелары баланың өлкәндәр менән бергә аралашыу үҫешенә булышлыҡ итә, ата-әсәләрҙең балаларын аңлауын стимуллаштыра. Һәр пособиела бирелгән ата-әсәләр бите, үҙҙәренең педагогик белемдәрен күтәрергә ярҙам итә.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Әти – әниләр өчен консультация. «Балалар һәм куркынычсызлык»
Консультация для родителей при обучение детей наблюдательности на улице и дома....
Әти-әниләр өчен консультация "Балалар бакчасы һәм гаилә бердәм булса"
Әти-әниләр өчен консультация "Балалар бакчасы һәм гаилә бердәм булса"...
Әти-әниләр өчен консультация “Балалар сәламәтлеген ныгытып”.
Әти-әниләр өчен консультация“Балалар сәламәтлеген ныгытып”....
Консультация: Балалар бакчасында әдәп – әхлак тәрбиясе
Балалар бакчасында әдәп – әхлак тәрбиясе (ата-аналар өчен консультация)...
Консультация: “Балалар бакчасында балаларның сәламәтлеген саклау торышы”
ldquo;Балалар бакчасында балаларның сәламәтлеген саклау торышы&rdquo...
Ата -әсәләр өсөн консультация" Балалар баҡсаһына нисек баланы әҙерләргә?"
Балаларҙы нисек балалар баҡсаһына әҙерләү?...
Консультация “Балалар бакчасында юл йөрү кагыйдәләрен өйрәнү.”
Тормыш – ул бөек һәм бәясе булмаган бүләк. Сезгә әти-әниләрегез тормыш бүләк иткән.Сез үз балаларыгызны табып үстерәсез, ә инде сезнең балаларыгыз үз балаларына тормыш бүләк итәчәкләр һәм бу буы...