Балалар Ҡоролтайында сығыш йөкмәткеһе
Вложение | Размер |
---|---|
bez-_ilhoyrzr_sygysh.docx | 119.15 КБ |
Һаумыһығыҙ, Учалы районы уҡыусыларының
беренсе башҡорт Ҡоролтайында ҡатнашыусылар!
Беҙ, Сәфәр мәктәбе уҡыусылары, һеҙгә тыуған яҡтың тәбиғәтен һаҡлау темаһына сығышыбыҙҙы тәҡдим итәбеҙ!
Беҙ - тыуған еребеҙ илһөйәрҙәре.
“Эсәр һыу, һулар һауаңды
Уйла, ҡәҙерлә, кеше.
Һыуың, һауаңды ҡурсалау,
Хәстәрләү – һинең эшең!”
Башҡортостан тәбиғәте күп төрлөлөгө, матурлығы, ғәжәп йомарт байлығы менән күптәрҙең күңелен арбай. Республикабыҙҙың һәр районында ла тарихи һәм иҫтәлекле урындар күп. Беҙҙең тыуған Учалы ере лә тәбиғәт һәйкәлдәренә бай: мәшһүр Урал тауҙары , Ағиҙел, Яйыҡ инештәре, зифа ҡамышлы Өргөн, Ҡалҡан, Оҙонгүл буйҙары, изге шишмәләре, тарихи урындары халыҡты үҙенә йәлеп итә. Уларҙың ҡайһы берҙәре дәүләт кимәлендә һаҡлауға алынған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, һуңғы йылдарҙа тәбиғәт бик ныҡ үҙгәрҙе. Был үҙгәрештәр ҡыуаныслы түгел hәм йөрәкте әрнетә: урмандар һирәгәйгән, ҡыуаҡтар ҡороған, еләк, бөрлөгән, ҡомалаҡ йылдан-йыл аҙая бара, йылға ярҙары яланғаслана, ҡасандыр кейеҙ һымаҡ булып түшәлеп ятҡан болондар өҫтөндә туҙан өйөрмәһе уйнай, уларҙы ҡый үләне баҫып бара, йылғалар ҡорой, күл буйҙары үҙ матурлығын юғалтҡан.
Сәбәбе нимәлә һуң?
Йәй еттеме, ҡала халҡы ял итеү өсөн еңел машина, автобус, мотоциклдарҙа тәбиғәт ҡосағына ашыға. Ә улар аяҡ баҫҡан ерҙә ҡырҡылған ағастар, тапалған аҡландар, бысратылған шишмәләр генә ҡала. Ә ауыл халҡы һуң? Йылға буйына тиреҫ, үлгән мал, иҫке машина кузовтарын һәм башҡа көнкүреш ҡалдыҡтарын кем килтереп быраҡтырған?
Ожмахта йәшәйһегеҙ, тиҙәр беҙҙең яҡҡа килеүсе ҡунаҡтар. Әммә ошо ожмахтың ҡәҙерен беләбеҙме? Яҙ еттеме, малай-шалай, ҡыҙ-ҡырҡын ҡулға балта тотоп, ағастарҙы зәғифләп, ҡайын һуты эсә. Күптәр ағас ҡәҙерен белмәй. Ағасһыҙ урындарҙа йылға, шишмәләр ҡорой, ҡош-ҡорттар икенсе ергә күсә.
Тыуған яҡты яратыу- уның матурлығы менән һоҡланыу ғына түгел. Тәбиғәт – ул беҙҙең торған йортобоҙ, тыуған илебеҙ, ғәзиз әсәбеҙ. Беҙгә аҙыҡты ла, кейемде лә, дарыуҙы ла, яғыулыҡты ла, ғөмүмән, йәшәү өсөн бөтә кәрәк нәмәне ул бирә. “Кейендергән дә – ер, туйындырған да – ер”, ти халыҡ мәҡәле.
Тәбиғәт – ул беҙҙең өйөбөҙ. Кеше үҙ өйөн һәр ваҡыт йыйыштырып, таҙа тоторға тырыша. Беҙ уны ла үҙ йортобоҙ кеүек ҡәҙерләп һаҡларға тейешбеҙ. Ләкин быға әле өйрәнәһе лә өйрәнәһе.
Әйтергә кәрәк, хөкүмәтебеҙ тарафынан был тәңгәлдә күп кенә эш эшләнә. “Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау”, “Төҙөкләндереү” йылдарын иғлан итеү үҙенең һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай, әлбиттә. Беҙҙең Сәфәр урта мәктәбендә лә уҡытыусыларыбыҙ тирә-яҡ мөхитте һаҡлау темаһына класс сәғәттәре үткәрә, “Таҙа кесаҙна” көндәре ойошторола, “Ерҙе һаҡлағыҙ” исемле саралар уҙғарыла. Уҡыусылар юл, йылға, шишмә буйҙарын таҙартыу өмәләрендә ҡатнаша.
Ләкин был йәһәттән һәр бер кешемен тигән кеше үҙенән башларға тейеш. Кемдер килеп ҡушҡас ҡына эшләмәҫкә, ә һәр кем үҙенең тирә-яғының таҙа, матур булыуын үҙе хәстәрләргә тейеш, минеңсә.
Урмандар ҙа кешеләр кеүек йәшәргә хоҡуҡлы. Был беҙҙең хөкүмәтебеҙҙең законында яҙылған. “Эй, кешем, ас һин күҙеңде, ҡара тирә-яҡҡа. Артабан да шулай дауам итһә, киләсәк быуынға ни ҡалыр?”
Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, төҙөкләндереү ваҡытлыса ғына эш түгел, ул даими барырға тейеш. Уны йәмәғәтселек ярҙамынан тыш булдырыу мөмкин түгел. Һәр айырым кеше, һәр ойошма, һәр етәксе күренеп торған етешһеҙлекте бөтөрөү йәки бөтөнләй булдырмауға, тәбиғәткә зыян килтермәүгә көс һалһын ине.
Әйҙәгеҙ, милләттәштәр, ошо өлкәлә эште әүҙемләштерәйек!
Беҙ һеҙгә экологик проблеманы бер аҙ хәл итеү юлдарын тәҡдим итәбеҙ, һәм ҡушылырға саҡырабыҙ!
Ошо юҫыҡта алып барылған ижади емештәр беҙҙең өсөн ҡыҙыҡлы. Әйҙәгеҙ, унда әүҙем ҡатнашайыҡ, дуҫтар!
Беҙҙең Ҡоролтайға әйтер һүҙебеҙ шул.
Беҙ - тыуған еребеҙ илһөйәрҙәре–ошо ерҙә йәшәүебеҙ менән бәхетлебеҙ. Кешелеккә мәңгелек мираҫ – йәшәү бүләк иткән Урал батырҙың изге эшен дауам итеп, тәбиғәттең дуҫы, һаҡсыһы булып йәшәү- ул беҙҙең бурысыбыҙ икәнлеген яҡшы аңлайыҡ. Кеше өсөн тәбиғәт- рух сығанағы, шатлыҡ шишмәһе, йәшәү тамыры ла булырға тейеш. Мәшһүр Учалыбыҙ данын изге эштәребеҙ, күркәм ҡылыҡтарыбыҙ менән биҙәп ,Урал батырҙың рухын яҡлайыҡ һәм һаҡлайыҡ, дуҫтар!
Ҡоролтай делегаттары:
Фәтхетдинова Әҙелә, 8-се класс уҡыусыһы,
Хөснуллина Альбина, 10-сы класс уҡыусыһы.
Тупое - острое
Волшебные звуки ноктюрна
Всему свой срок
Рождественские подарки от Метелицы
Самарские ученые разработали наноспутник, который поможет в освоении Арктики