"Башҡортостанымды данлайым" иншалар конкурсы призеры (2018)
Вложение | Размер |
---|---|
min_hm_minen_gailm_-_kilskk_tabandocx.docx | 19.01 КБ |
Башҡортостан Республикаһы
Учалы районы муниципаль районының Сәфәр ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль мәғариф учреждениеһы
Республика көнөнә һәм Башҡортостандың 100 йыллығына арналған
«Республикамды данлайым» исемле иншалар конкурсы
«Мин һәм минең ғаиләм – алға киләсәккә”
Башҡарҙы: 8-се класс уҡыусыһы
Бакиева Әдилә
Уҡытыусыһы: Абдуллина Айгөл Халит ҡыҙы
2018-2019 уҡыу йылы
Һәр кеше был донъяла бәхетле йәшәү хаҡында хыяллана. Ә кешенең ысын бәхете тәмле ашау, матур кейенеү, ил гиҙеп йөрөү, мул йәшәү менән генә билдәләнмәй. Ысын бәхет – ул тәбиғәт биргән һәләтеңде тулыһынса асып, илеңә, халҡыңа хеҙмәт итеп, үҙ юлыңды дауам итерлек балалар тәрбиәләп йәшәүҙә. Ҡыҫҡаһы, үҙ тамырыңдан һут алып, олоноңдо нығытып, емеш биреүҙә. Бәхеткә ҡаршы, һуңғы йылдарҙа шәжәрәләргә ҙур иғтибар бирелә башланы. Ауылдарҙа Шәжәрә байрамдары үткәрелә, мәктәптәрҙә шәжәрә менән бәйле булған төрлө саралар булдырыла.
Беҙҙең мәктәптә лә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары шәжәрәләрҙе өйрәнеүгә ҙур көс һала. “Минең шәжәрәм” конкурстары, рәссамдар ярыштары бик ҡыҙыҡлы үтә. Минең фекеремсә, шәжәрәне өйрәнеү – кеше өсөн иң тәү сиратта торорға тейеш. Һәр тәрбиәле кеше үҙ халҡының, ырыуының, ғаиләһенең тарихы менән ҡыҙыҡһынырға тейеш. Өҫтәүенә, башҡорт ете быуынын ятҡа белергә тейеш, тип әйткәндәр боронғолар. Бына мин, ысын башҡорт ҡыҙы булараҡ, үҙемдең ете быуынымды беләм. Үҙебеҙҙең Абдуллиндар шәжәрәһен төҙөүҙә миңә әсәйем бик күп ярҙам итте. Ул беҙҙең нәҫелдең үҙенә күрә “тотҡаһы” булып тора. Тәүҙә мин был эште бик иренеп кенә башланым. Әммә әсәйем туғандарым тураһында ҡыҙыҡлы тарихтар, мәғлүмәттәр һөйләй башлағас, минең эсемдә “ут ҡабынды”!
Олатайым Абдуллин Халит Ғалиулла улының тормош юлы үҙе оло бер тарих.
“Кеше үҙ тормошон үҙе ҡора” тигәндәре дөрөҫтөр ул. Йәнең-тәнең менән нимәгәлер ынтылыу, маҡсатыңа ирешеү өсөн тау-таш аҡтарыу көслө рухлы, үҙ-үҙенә ышанған кешеләргә генә хастыр ул. Рысай ауылында тыуып үҫкән олатайым да шундай заттарҙан бит. Ауылда иң оҫта ҡуллыларҙың береһе булып һанала ул.
Атаһы, Ғалиулла оло олатайым, һуғыштың беренсе көндәренән үк фронтҡа китә һәм әйләнеп ҡайтмай. Береһенән-береһе кесерәк дүрт бала өмөтлө күҙҙәрен әсәләренә, Мәрфүғә оло өләсәйемә, төбәп ҡала. Иң ололары Факиһа әбейем һөйләүенсә, күргәндәрҙән тиҫтәләрсә китап яҙырлыҡ: ашарға юҡ, булғаны ла һыуыҡ он һыуы ла, серегән бәрәңге. Олатайым Халитҡа етемлек әсеһен, атайһыҙ үҫеү михнәттәрен, ағаһы Мәхәмәт ыңғайына үҙ елкәһендә кескенәнән татырға тура килә.
“Эшләмәгән эш ҡалманы инде-тигән ул, - тик ғүмерем буйына эшемде намыҫ менән, яратып, еренә еткереп башҡарырға тырыштым. Кешеләр алдында йөҙ ҡыҙартырлыҡ булманы.”
Рысай ауылында ете класты тамамлаған егет армия сафына баҫҡансы ауылды төҙөкләндереүҙә, мәктәп, мал торлағы төҙөүҙә бар көсөн биреп ҡатнаша. Балта оҫталығы нескәлектәренә төшөнә.
Магнит ҡалаһы эргәһендә “Хәрби ракета ғәскәрендә”хеҙмәт итеп ҡайтҡас, белем алыуын дауам итә. Уҡыуҙы уңышлы тамамлаған егетте Рысай һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә ХЕҘМӘТ һәм БИОЛОГИЯ УҠЫТЫУСЫҺЫ итеп эшкә алалар. Зат-зәүерендә был изге эшкә өҫтөнлөк биреүселәр бихисап: ауылдың беренсе уҡытыусылары булып һаналған Зайнулла Заһиҙулла улы һәм Розалия Шәрәфетдинова етәкләгән Әһлиуллиндарҙың уҡытыусылар династияһына барып тоташа. Шуғалыр ҙа тормош иптәшен дә уҡытыусынан һайлай ул.
1975 йылға тиклем оләсәйем Фатима Ишмөхәмәт ҡыҙы менән ҡулға-ҡул тотоношоп, мәктәптә гөрләп эшләп, өй һалып, дүрт ҡыҙ үҫтереп тырышып ғүмер итәләр улар. Тик яҙмыштың ҡайһы бер кәртәләрен һикереп кенә үтерлек түгел шул. Олатайыма тормош ауыр һынауҙар ҡуя, һаулығы насарайыу арҡалы яратҡан эшен ҡалдырырға тура килә. Ләкин көслө рухлы ғаилә башлығы яҙмыш алдында баш эймәй. “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” тигәндәй бер-бер артлы төрлө яңы һөнәр үҙләштерә: оҫта һырлап быйма табанлаусы, унта тегеүсе, тире эшкәртеүсе, йылы заманса ҡупшы бүректәр тегеүсе-барыһы ла олатайым!
Хатта ат егеү кәрәк-яраҡтарын да әҙерләргә өйрәнә ул. Малухала оҫтахана булдырып, мөкиббән эшкә сума. Даны районда ғына түгел, сит өлкәләргә лә тарала. Олатайым бар күңелен биреп йүгән, ҡамыт, ыңғырсаҡ йүнәтә. Әҙер тауарҙы дегетләп киптерергә элә торғайны, тип иҫләй әсәйем: “Ул еҫ әле лә бала саҡтың татлы иҫтәлеге!”
Өләсәйем Абдуллина Фатима Ишмөхәмәт ҡыҙы ла үҙ эшенең оҫтаһы. Ул 1939 йылдың 13 октябрендә Учалы районы Һәйтәк ауылында тыуған.Тыуған ауылында башланғыс мәктәпте тамамлағандан һуң, уҡыуын Учалы урта мәктәбендә дауам итә. 10-сы кластан һуң Бөрө кооператив училищеһында “Бухгалтер һәм кассир” һөнәрен үҙләштерә.
1963 йылда Рысай ауылына килен булып төшкәндән бирле, 30 тиҫтәнән ашыу ғүмерен йәш быуынды уҡытыуға һәм тәрбиәләүгә арнай. Белорет педагогия училищеһында “Башланғыс класс уҡытыусыһы” факультетын тамамлай.
Бөтә күңелен биреп эшләп, сабыр, талапсан булыуы менән уҡыусыларында ла, үҙенең балаларында ла, ошо изге һөнәргә һөйөү тәрбиәләй. Уның уҡыусылары юғары белемлеләр: Дауытов Азат- иң шәптәренең береһе, ә Заһиҙуллина Әнисә, Хисмәтуллина Гөлназ, Сәғитова Зәйҙә кеүектәр Фатима Ишмөхәмәт ҡыҙы хеҙмәтенең иң ҙур баһаһы! Улар- УҠЫТЫУСЫ!
Мәктәптә оҙаҡ йылдар тынғыһыҙ эшләгәне өсөн Учалы мәғариф бүлегенең күп грамоталары менән бүләкләнгән. Башҡортостан мәғариф министрлығының “Рәхмәт хатына” лайыҡ. Һәм Башҡортостан республикаһының “Мәғариф отличнигы”.
Дүрт ҡыҙының өсәүһе юғары уҡыу йорттарын тамамлап, уҡытыусы һөнәрен һайлай һәм ата-әсә эшен дауам итәләр.
Беренсе ҡыҙҙары, Солтанова Эльза Халит ҡыҙы, 1964 йылдың 25 апрелендә Рысай ауылында тыуған. Рысай һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, Илселә урта белем ала. Мәктәптән һуң Белорет металлургия техникумына юллана, технолог һөнәрен һайлай.
Ләкин, яҙмыш ҡушыуы буйынса, юлдар мәктәпкә илтә. Оҙаҡ йылдар (1992- 2005 йылдар) Учалы ҡалаһындағы “Белем үҙәге” директоры урынбаҫары һәм һуңынан үҙе ошо мәктәп директоры булып 2005-2009 йылдарҙа оҫта етәкселлек итә. Эшләгән йылдарында ситтән тороп Силәбе педагогия университетын тамамлай. 2009 йылдан Учалы тау сәнәғәте колледжында бүлек мөдире. 2011 йылда БДУ-ла белемен камиллаштыра.
Яҡшы эшләгәне өсөн Учалы мәғариф бүлегенең, Башҡортостан Республикаһының, Рәсәй Федерацияһының тиҫтәләгән грамоталары менән бүләкләнгән.
Икенсе ҡыҙҙары, Ғиниәтова Эльмера Халит ҡыҙы, 1967 йылдың 8 апрелендә Рысай ауылында тыуған. 8-се класты тыуған ауылында тамамлағандан һуң, уҡыуын Сәфәр урта мәктәбендә дауам итә. 1984-1989 йылдарҙа Магнит педагогия институтының “Математика һәм физика” факультетында юғары белем ала.
Уҡытыусы булып хеҙмәт юлын Бөйҙө мәктәбендә башлай. Артабан инде Озерный, Мансур мәктәптәрендә уҡыусыларға иң ауыр һәм мөһим фәндең серҙәрен аса. 2002-2003 йылда Мансур урта мәктәбендә уҡытыу һәм тәрбиә эше буйынса мәктәп директоры урынбаҫары. 2003 йылдан Әбйәлил районы Рәүил ауылында математика уҡытыусыһы.
Талапсан, эшһөйәр уҡытыусы уҡыусылар ғына түгел, ата-әсәләрҙең дә хөрмәтенә төрөнөп 30 йыл үҙ эшен яуаплы башҡара. Емешле хеҙмәте район грамоталарына лайыҡ.
Иң бәләкәй ҡыҙҙары (минең әсәйем), Абдуллина Айгөл Халит ҡыҙы, 1974 йылдың 11 мартында Рысай ауылында тыуған. Тыуған ауылында һигеҙенсе класты тамамлағандан һуң, урта белемде Илсе урта мәктәбендә ала. Уҡытыусылар династияһын дауам итеүсе булараҡ, 1991 йылда һөнәр алырға Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтына юл тота. Ҡулға диплом алған йәш башланғыс класс уҡытыусыһы 1995 йылда Мансур урта мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай.
1998 йылда Сәфәр ауылына килен булып төшкәс, эш юлын шунда тәрбиә эше буйынса мәктәп директорының урынбаҫары булып дауам итә. 2005 йылда Сәфәр мәктәбендә уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫар итеп тәғәйенләнә. Ситтән тороп икенсе юғары белем ала. Һәм 2008 йылдан шул мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте фәнен уҡыта.
24 йыл хеҙмәт юлы емешһеҙ түгел. Бөгөнгө көндә ул - юғары категориялы уҡытыусы. Уның уҡыусылары күп тапҡыр төрлө конкурстарҙа, олипиадала призер һәм еңеүселәр. Айгөл Халит ҡыҙы - хеҙмәттәре китап биттәрендә баҫтырылған, үҙ эшенә ғашиҡ һөнәр эйәһе.
Мин беҙҙең ғаиләнең шул тиклем бай тарихлы һәм уҡытыусылар династияһын дауам итеүсе икәнлеген шәжәрәмде өйрәнгәнсе белмәй инем әле. Мин әсәйем менән башлаған изге эште тамам тип уйламайым. Киләсәктә артабан Өфөләге архив бинаһына барып, туғандарым тураһында тәрәнерәк мәғлүмәт белгем килә. Быны мин үҙемә бурыс итеп ҡуясаҡмын. Бөтә кешеләргә лә шуны әйтер инем: “Атай-олатайҙарыбыҙ нисәмә быуаттар буйы күпме юғалтыуҙар менән әллә күпме ҡан ҡойоп халҡыбыҙҙы, телебеҙҙе, ижадыбыҙҙы, еребеҙҙе, илебеҙҙе, рухыбыҙҙы һаҡлап килгән икән, хәҙер яҙмышыбыҙ минең, һинең, уның ҡулында.”
Пчёлы и муха
Как нарисовать черёмуху
Центральная часть Млечного пути приоткрывает свои тайны
В поисках капитана Гранта
О падающих телах. Что падает быстрее: монетка или кусочек бумаги?