"Башҡортостанымды данлайым" иншалар конкурсы призеры (2018)
Вложение | Размер |
---|---|
insha_soltanov_ilnar_2018.docx | 16.91 КБ |
Башҡортостан Республикаһы көнөнә бағышланған конкурс
“Дан йырлайым республикам”
Минең ғаиләм.
Автор: Солтанов Илнар,
9 класс уҡыусыһы
Башҡортостан республикаһы
Учалы районы муниципаль районы
Сәфәр урта
дөйөм белем биреү мәктәбе
2018
Минең ғаиләм.
Тормош мәшәҡәттәренә бирешмәй, күңел тѳшѳнкѳлѳгѳнә бирелмәй, гѳрләтеп донъя кѳткән ауыл кешеләре һәр ваҡытта ла һоҡланыу уята. Ошондай ғаиләләрҙең береһе - минең олатайым һәм өләсәйемдәр ғаиләhе.
Учалы районы Малай-Муйнаҡ ауылында йәшәгән Закир менән Жеүәйрә Лоҡмановтарҙы “Өлгѳлѳ ғаиләләр” исемлегенә индерергә була. Улар, йәштәрҙән ҡалышмай, тормоштан йәм, тәм табып, дәртләнеп донъя кѳтә. Тырыш хужа йортонан билдәле, тип бушҡа әйтмәйҙәр. Уңған ғаиләнең йорт алды ла, баҡсаһы ла әллә ҡайҙан иғтибарҙы йәлеп итә. Үҙҙәре матурлыҡ булдырып, уны башҡаларға ла ѳләшеп, таратып йәшәргә ярата олатайым менән өләсәйем.
Йәшәү осоронда дүрт бала тәрбиәләп, лайыҡлы хеҙмәт юлы үтеп, “Маҡтау ҡағыҙҙары”, “Рәхмәт хаттары” менән бүләкләнеп тормош кисерәләр хеҙмәт ветерандары. Бурыстарына яуаплы ҡарап, эштәрен һәр саҡта ла еренә еткереп башҡаралар. Ғәҙәттә, уртаҡ донъя ҡороп, матур балалар үҫтереп, башҡаларға үрнәк булып йәшәгән парҙарҙы, силәгенә күрә ҡапҡасы, тип әйтергә ярата халыҡ.
Уларҙың ҡулға-ҡул тотоношоп, бергәләп донъя ҡороуҙарына быйыл 61 йыл тулды! Закир олатайым өләсәйемә бер күреүҙән ғашиҡ була һәм оҙаҡ уйлап та тормай һоратып бара. Бер йыл үткәс, олатайымды армияға алалар, ә өләсәйем уны ҡыҙы менән өс йыл буйына көтөп ала. Олатайым йәштән тракторға ултырып, Каҙағстанға сиҙәм ерҙәрҙен эшкәртергә лә бара. Ләкин, тыуған ауылын юҡһынып, кире, ауылына ҡайта ул. Башҡа бер ваҡытта ла ауылын ҡалдырып, эш эҙләп сығып китмәй. “Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул” –тигән халыҡ мәҡәленең айышына төшөнә ул.Ҡунаҡҡа йыйылған һайын : «Күпме иптәштәр, оҙон аҡса эҙләп, сит яҡтарға сығып киттеләр. Күптәре йәшләй сит ерҙәрҙә фани донъяларға күстеләр, ҡайтҡандарының һаулыҡтары бөткәйне. Бушлай биш фатир бирһәләр ҙә, тыуған ауылымды ташлап китмәҫ инем һәм китмәнем дә”- тип дөрөҫлөгөнә инана ул. Шөкөр, бынамын тигән өй һалып инәләр. 50 йылға яҡын хеҙмәт стажы бар олатайымдың. Ябай тракторсынан бригадир, ауыл советы сәрҡәтибе дәрәжәһенә лә күтәрелә ул. Ғүмере буйына ауыл депутаты ла була. Ысын коммунист булып, һаман да ғәҙеллек, дөрөҫлөктө яҡлап, ауыл өмәләрендә: ауылдаштарға һәйкәл ҡуйыу, зыярат кәртәләү, шишмә таҙартыу,һ.б. йәмәғәт эштәрҙә актив ҡатнашып йәшәй олатайым. Бар яҡтан да беҙгә өлгө ул! Ҡулынан килмәгән эше юҡ. 83 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, автомобилен дә, тракторын да йөрөтә, бесән дә эшләй, күп итеп ҡош-ҡорт та, мал да аҫрайҙар. «Хәрәкәттә-бәрәкәт”,-ти ул. Бушыраҡ ваҡытында гармунын тотоп уйнап, башҡорт халҡының оҙон көйҙәрен һуҙа. Оҙон көйлө йыр-моң конкурстарында актив ҡатнаша. Йәштәрең ары торһон! Әйткәндәй, ауылда иң олоһо хәҙер минең олатайым...
61 йыл элек килен булып төшөп, ҡул эштәренә, аш-һыуға оҫта өләсәйем үҙенең тәжрибәһен башҡалар менән дә уртаҡлаша. Гел генә кешеләргә мөләйем булып, йылмайып торған яғымлы өләсәйемде барыһы ла ярата, хөрмәт итә. Олатайым менән өләсәйем ярҙамсыл, кешелекле булыуҙары менән дә ауылдаштарының хѳрмәтен яулаған. Йорт йәме булып тыуған өс ҡыҙҙары һәм бер улдарына ҙур тәрбиә, белем биреп оло тормошҡа сығаралар. Бѳгѳн уларҙың балалары үҙ ғаиләләрен ҡороп, балалар тәрбиәләп, атай-әсәйҙәре йѳҙѳнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, үҙаллы тормош кѳтә. Беҙ улар менән ғорурланабыз!
Ошо ғаиләлә тыуып үҫкән Зилә исемле кинйә ҡыҙ- минең әсәйем. Зилә Закир ҡыҙының Белорет педагогия училищеһын тамамлап,Сәфәр ауылына эшкә килеп, ошонда килен булып тѳшѳүенә, атайыбыҙ, Риф Сәлим улы менән тормош ҡороуҙарына 25 йыллап ваҡыт үтеп киткән. Алтын ҡуллы атайыбыҙ – төрлө эштәрҙе еренә еткереп эшләй. Беҙ ғаиләбеҙҙә ике бала.Атайым алыҫ Себерҙә вахтала йөрөп эшләй. Илсур ағайым Санкт-Петербургта юғары уҡыу йортон тамамлап, һөнәре буйынса энергетик булып эшкә урынлашты. Уның ҡайтҡанын түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ. Ә мин 9 класта уҡып йөрөйөм. Әсәйебеҙ башланғыс класы уҡытыусыһы булып 25 йыл мәктәптә балаларға белем бирә. Әсәйебеҙҙе уҡыусылар, ауыл халҡы ихтирам итә. Ул гѳл-сәскәләр үҫтерергә ярата, ҡош-ҡорттоң ниндәйен генә аҫрамай?! Атай – әсәйем тѳп эштәренән тыш, тѳрлѳ йәмәғәт эштәрендә ҡайнап йәшәргә лә ваҡыт таба. Уларҙың күңел нуры, дәрте эргә-тирәләгеләргә лә күсһен, тырышлығы, сәме ѳлгѳ булып торһон ине. Беҙҙең ғаиләбеҙҙә татыулыҡ, ихтирам , мѳхәббәт өҫтөнлөк итә.
Мин тирә-яҡҡа матурлыҡ, изгелек ѳләшеп йәшәгән өлгөлө ғаиләм булыу менән ғорурланам!
Мост Леонардо
Свадьба в Малиновке
Муравьиная кухня
Сочные помидорки
Повезло! Стихи о счастливой семье