Яҡташ шағирҙар ижады Творчество поэтов-земляков
Опубликовано 18.07.2019 - 12:16 - Багаутдинова Альмира Рафаиловна
Яҡташ шағирҙар ижады
Нур Хәбиров
Нур Хәбиров 1937 йылда донъяға килә. Атаһы Хәйбулла бабай Хәбиров, инәһе Йәнбикә әбей була.Уларҙың 3 балалары була: Нурулла, Хөснулла, Ғайса. Улар Тирәкле ауылында йәшәйҙәр. Нур Хәбиров 1954 йылда ул үҙ ауылында 7 йыллыҡ мәктәпте уҡып сығып, колхозда эшләй. Шул уҡ йылда Өфө ҡалаһына 9-сы мәктәпкә (Р. Ғарипов исемендәге интернат-гимназия) 8-сы класҡа уҡырға китә. 1957-1960 йылдарҙа армия сафында хеҙмәт итә. Армиянан һуң тыуған ауылына ҡайта һәм колхозда һәм шул уҡ ваҡытта "Осҡон" тигән район газетаһында эшләй. Шағир, М.Горький кеүек, бөтә һөнәрҙәрҙә лә үҙен һынап ҡараған. Уға тракторист, тимер юл эшсеһе, мал ҡараусы, леспромхоз эшсеһе булып эшләргә тура килә. Нур Хәбиров 1968 йылдан алып үҙенең шиғырҙарын "Совет Башҡортостаны", "Ленинец" гәзиттәрендә, "Ағиҙел", "Башҡортостан пионеры" журналдарында баҫтыра. Нур Хайбулла улы әҫәрҙәре "Башҡорт шиғириәте антологияһы"на индерелә. Йыйынтыҡҡа шағирҙың бер нисә шиғиры һәм ҡыҫҡаса биографияһы яҙылған.
Г.Шәрәфетдинова "Тирәкле Нуры" (видео)
Нур Хәбиров "Эй, был ғүмер" (видео)
Нур Хәбиров "Ат хаҡында уйланыу" (видео)