Стенд "Календарь" Стенд "Календарь"
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
Әхиәр Хәкимов | 50.5 КБ |
Дауыт Юлтый | 46.5 КБ |
Әмир Әминев | 33.5 КБ |
Әхмәтзәки Вәлиди Туған | 35.5 КБ |
Жәлил Кейекбаев | 61 КБ |
Жәлил Кейекбаев | 26.5 КБ |
Ҡәҙим Аралбаев | 49.5 КБ |
Кәтибә Кинйәбулатова | 34 КБ |
Лариса Абдуллина | 58.5 КБ |
Мәлих Харис | 24 КБ |
Муса Ғәли | 44 КБ |
Рәшит Назаров | 30.5 КБ |
Нәжиб Асанбаев | 91 КБ |
Ноғман Мусин | 103.5 КБ |
Һәҙиә Дәүләтшина | 85 КБ |
Рәшит Солтангәрәев | 70 КБ |
Рауил Бикбаев | 36.5 КБ |
Рәшит Ниғмәти | 80 КБ |
Сафуан Әлибаев | 23.5 КБ |
Фәрит Иҫәнғолов | 30.5 КБ |
Александр Филиппов | 222 КБ |
Ғайса Хөсәйенов | 49 КБ |
Яныбай Хамматов | 230 КБ |
Предварительный просмотр:
Әхиәр Хәкимов
1929-2003
Әхиәр Хәкимов Башҡортостандың Дәүләкән районы Яңы Йәнбәк ауылында тыуған. Тыуған ауылы мәктәбендә уҡый. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. II дәрәжә “Ватан һуғышы”, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм миҙалдар менән наградлана. 1946 йыл, демобилизациянан һуң, Дәүләкән педагогия училищеһына уҡырға инә. Уны бөтөрөп сыҡҡас, Үзбәкстанда уҡытыусы булып эшләй. 1953 — 1956 йылдарҙа — Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Муса урта мәктәбе директоры. 1956 — 1961 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетының филология факультетында уҡый. Уны тамамлағас, М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институты янындағы аспирантураға уҡырға инә. Аспирантураны уңышлы тамамлап, фән кандидаты дәрәжәһен ала.
Алтмышынсы йылдарҙың икенсе яртыһында Әхиәр Хәкимов “Ағиҙел” журналының редактор урынбаҫары булып эшләй. Оҙаҡ йылдар Мәскәүҙә “Литературная газета”ла бүлек мөдире вазифаһын алып бара, ошо гәзиттең редколлегия ағзаһы булып тора.
Әхиәр Хәкимов үҙенең ижади эшмәкәрлеген тәржемәсе һәм әҙәби тәнҡитсе булып башланы. Ул Тургенев, Гончаров әҫәрҙәрен башҡортсаға уңышлы тәржемә итте. Башҡорт совет әҙәбиәте, М. Кәрим ижады буйынса китаптар яҙҙы.
Етмешенсе йылдар башынан проза жанрында актив сығыш яһай башланы. Үткер сюжетҡа ҡоролған повестары, хикәйәләре менән уҡыусыларҙың ихтирамын яулап өлгөрҙө. Уның “Осар ҡоштар”, “Күпер”, “Бәйге” кеүек повестары Бөйөк Ватан һуғышы темаһына бағышланғандар.
Әхиәр Хәкимов роман жанрында ла ҙур уңыштарға өлгәште. Уның “Ҡуштирәк” тигән бәләкәй романы, бигерәк тә “Һауыр ҡумта”, “Думбыра сыңы” “Өйөрмә”, “Ҡош юлы”, “Каруан” исемле тарихи романдары әҙәби тәнҡит һәм китап уҡыусылар тарафынан йылы ҡабул ителде. Күпселек проза әҫәрҙәре рус, ҡаҙаҡ, үзбәк телдәренә тәржемә ителгән. Ул — республиканың Салауат Юлаев исемендәге премияһы, Республика комсомолының Ғ. Сәләм премияһы лауреаты, әҙәбиәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн “Почет Билдәһе” ордены менән наградланды. 2001 йылда Әхиәр Хәкимовҡа Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы тигән маҡтаулы исем бирелде. 2003 йылдың декабрендә вафат була.
Предварительный просмотр:
Дауыт Юлтый
(1893-1938)
Дауыт Юлтый (Дауыт Исхаҡ улы Юлтыев) 1893 йылдың 18 апрелендә элекке Һамар губернаһы Быҙаулыҡ өйәҙенә ҡараған (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Иванов районы) Юлтый ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
Мәктәп йәшенә еткәс, Дауыт үҙ ауылдарындағы мәҙрәсәгә уҡырға йөрөй башлай. Артабан ул үҙҙәренә яҡын булған Сорокин мәҙрәсәһенә бара. Бында Дауыт бер нисә йыл уҡый. Уҡыу өсөн бер аҙ аҡса йыйыу ниәте менән Ҡаҙағстанға китеп, бер-ике йәй ҡаҙаҡ балаларын, ә аҙаҡтан үҙ ауылына ҡайтып, балалар уҡытып йөрөй.
1914 йылда, беренсе донъя һуғышы сыҡҡас та, Дауыт ике ағаһы менән бер мәлдә һалдатҡа алына. Октябрь революцияһын Дауыт Юлтый фронтта ҡаршылай.
Дауыт Юлтый 1919 йылда Коммунистар партияһы сафына инә, граждандар һуғышы фронттарында була. Ошо мәлде беренсе революцион армияның штабында сыҡҡан “Ҡыҙыл йондоҙ” гәзитендә эшләй. Был йылдарҙа уға Туҡсоран кантонында хәрби комиссар, партияның кантон комитеты секретары кеүек вазифаларҙы ла башҡарырға тура килә.
1920 йылдың аҙағында Д. Юлтый Башҡортостандың элекке баш ҡалаһы Стәрлетамаҡҡа саҡыртып алына, һәм уға бик күп яуаплы эштәр йөкләтелә. Ул башта Башҡортостан хәрби комиссариаты политидаралығында “Ҡыҙыл батыр” тигән гәзитте ойоштороуҙа ҡатнаша һәм шул гәзиттең мөхәррире була. Артабан республика хәрби комиссариаты политидаралығының мәктәптәр бүлегендә инспектор ҙа, Башҡортостан дәүләт нәшриәтенең мөдире лә, Башҡорт дәүләт драма театрының әҙәби консультанты ла булып эшләй.
1921 йылдан Юлтый “Башҡортостан” гәзитенә мөхәррир итеп тәғәйенләнә, “Яңы юл”, “Белем” кеүек журналдар ҙа уның редакторлығында сыға.
1925 — 1926 йылдарҙа Д. Юлтый Мәскәүҙә Ҡыҙыл профессура институтында уҡый, бер ни тиклем ваҡыт Центриздатта мөхәррир булып эшләй. Утыҙынсы йылдарҙа “Октябрь” журналының, “Әҙәби удар” гәзитенең мөхәррир вазифаларын алып бара, Башҡортостан Милли культура институты эшендә яҡындан ҡатнаша, Башҡортостан Яҙыусылар союзын ойоштороусыларҙың һәм уның етәкселәренең береһе була. Ошо рәүешле Юлтый үҙенең яҙыусылыҡ эшен йәмәғәт эштәре менән тығыҙ бәйләп алып бара.
Д. Юлтыйҙың ижади эшмәкәрлеге Октябрь революцияһынан һуң ғына күтәрелә һәм тиҙҙән ул күренекле яҙыусы булып таныла. 1921 йылда уның "Урал моңдары" тигән шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыҡты. 1920 йылда яҙылған "Ҡарағол" исемле пьесаһы тамашасыларҙың яратып ҡараған сәхнә әҫәренә әүерелде. Бынан тыш Дауыт Юлтыйҙың “Салауат”, “Маҡтымһылыу”, “Тирмәндә”, “Һин кем?”, “Аралбаевтар” тигән пьесалары ла Башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә ҡуйылалар. Ул бер шаршаулы пьесалар ҙа яҙа.
Д. Юлтый, бик күп шиғырҙар, поэмалар ижад итеү менән бергә, хикәйәләр, очерктар ҙа яҙҙы. Уның 1934 йылда яҙылған "Ҡан" исемле романын уҡыусылар яратып ҡаршы алдылар.
Дауыт Юлтый балалар өсөн бик күп шиғырҙар, поэмалар, хикәйәләр ижад итә. Уның "Сана шыуғанда" тигән шиғырҙар китабы, "Бәләкәй Ҡотош" исемле хикәйәһе, "Әпәш" тигән поэмаһы балаларҙың яратып уҡыған әҫәрҙәренә әүерелде.
Д. Юлтый 1938 йылда шәхес культы осоро репрессияһына эләгеп һәләк булды.
Предварительный просмотр:
Әмир Әминев
Әмир Мөхәмәт улы Әминев 1953 йылдың 1 ғинуарында Ғафури районы Һабай ауылында тыуған. Юлыҡ, Өфөнөң 1-се һанлы интернат-мәктәбендә белем ала. Мәскәүҙә М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай.
1980–1998 йылдарҙа «Ағиҙел» журналында әҙәби хеҙмәткәр, бүлек мөхәррире, яуаплы сәркәтип, баш мөхәррир урынбаҫары вазифаларын башҡара, 1998–2002 йылдарҙа «Шоңҡар», 2002 йылдан «Ағиҙел» журналдарының баш мөхәррире.
Яҙыусы әҫәрҙәрендә заман, йәмғиәт һәм шәхес проблемалары өҫтөнлөк итә, әхлаҡи, социаль мәсьәләләр геройҙарҙың тәрән күңел кисерештәре, драматик ваҡиғалар аша сағылыш таба. «Мең дә бер ғазап», «Танкист», «Ҡытай-город», «Бер кәмәлә» повестары әхлаҡи, социаль яңғырашлы, «Бүре балалары», «Сөңгөл» хикәйәләрендә милләт яҙмышы, мораль-этик проблемалар һалынған. Яҙыусының һәр әҫәренең нигеҙендә реаль ваҡиға ята. Шуға ла Әмир Әминевтың әҫәрҙәре уҡыусыны ышандыра.
Әҙип тәржемә өлкәһендә лә әүҙем эшләй. Т.Ғиниәтуллин, В.Белов, В.Распутин, А.Платонов әҫәрҙәрен тәржемәләне.
Әмир Әминев – БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993).
Әҫәрҙәре
- Ҡайын япрағы. — Өфө., 1981;
- Йәшлек моңдары. — Өфө, 1989;
- Сөңгөл: Повесть, хикәйәләр. — Өфө, 2001;
- Ҡапҡа: Повестар, хикәйәләр. — Өфө, 2003.
Предварительный просмотр:
Әхмәтзәки Вәлиди Туған
Әхмәтзәки Вәлиди Туған 1890 йылдың 22- се декабрендә Ишембай районы Көҙән ауылында тыуа. Боронғо ата- бабалары- Юрматы ҡәбиләһенә ҡараған Суҡлы- Ҡай ырыуы башҡорттары. Ул ҙур уҡымышлы ғаиләлә үҫә. Атаһы Әхмәтшаһ Вәлит улы Көҙәнов ауылда мәҙрәсә тотҡан. Әсәһе мөғәллимә, төрки телдәрендә байтаҡ ҡына шиғырҙарҙы яттан белгән. Улына ла Аттар, Руми, Науаи, Йәсәүи, Аллаһияр кеүек боронғо классик шағирҙарҙың китаптарын уҡыта һәм шиғырҙарын ятлата.
1902 йылдың көҙөндә Ә.Вәлидиҙе Үтәк ауылына мәҙрәсәгә уҡырға бирәләр. Бында ул ғәрәп теле һәм әҙәбиәте буйынса белемен камиллаштыра, тарих, фәлсәфә, география, математиканан шәхси дәрестәр ала. Әхмәтзәки Вәлидиҙең шәхес булып формалашыуына мөһим фактор- уның кесе йәштән үк тау башҡорттарының боронғо йәйләү тормошон, йыр- моңдарын, тарихи риүәйәттәрен, ҡобайырҙарын тыңлап, ошо мөхиттең юғары рухиәтен күңеленә һеңдереп үҫеүе ҙур роль уйнай.
1908 йылдың 29 июнендә Вәлидиҙең тормошонда өр- яңы дәүер башлана. “ Шура” журналының баш мөхәррире Ризатдин Фәхретдинов менән осрашып, уның кәңәштәрен тыңлай. Шунан һуң Ҡазанға килеп, ең һыҙғанып фән, ғилем, ижад эшенә тотона. Ҡазанға килеүенең тәүге йылында уҡ ул ваҡытлы матбуғат биттәрендә әҙәбиәт һәм тарих буйынса мәҡәләләр баҫтыра.
1910-1911 йылдарҙа Ҡазан университетында лекциялар тыңлай, имтихандарға әҙерләнә. 1913-1914 йылдарҙа Ҡазан университеты һәм Рәсәй Фәндәр академияһы Ә.Вәлидиҙе Төркөстанға ғилми командировкаға ебәрә. Илдә барған сәйәсәт арҡаһында бер аҙға ғилми эшен туҡтатып тора, сәйәси эшкә тотона. Совет власы менән бик үк килешеп бөтмәй, шуға күрә илде ташлап китергә мәжбүр була.
Ул Париж, Берлин, Прага, Будапешт ҡалаларының китапханаларында иҫке ҡулъяҙмалар, китаптар менән таныша, уларҙы өйрәнә. Шулай итеп, 1923 йылдың март- апрель айҙарынан башлап ул үҙенең ғүмерен, тормошон тулыһынса тиерлек ғилми эшмәкәрлеккә арнай. Ҡалған 45 йыл ғүмере университетта төрки тарихы уҡытыусыһы, донъяға танылған шәреҡсе профессор сифатында үтә. Үҙе әйткәнсә, бында ул иң элек “ Осман дәүләтендә быуаттар буйы ҙур тырышлыҡ менән йыйылған тарихи сығанаҡтарҙы һәм документтарҙы баһалау менән” үтә.
1944 йылдың 15 майында пантөркиселек эшмәкәрлегендә ғәйепләп, Ә.Вәлидиҙе ҡулға алалар. Ул 17 ай һәм 10 көн буйына төрмәлә ултырып сыға . Тотҡонда ултырған сағында “Ғөмүми төрк тарихына инеш” тигән китабын ҡайтанан эшләп, 1946 йылда нәшер итә.
1950 йылда “ Тарихи ысул” исемле хеҙмәтен баҫтырып сығара. Ошо дәүерҙә ул төрки халыҡтарының тарихын, географияһын, мәҙәниәтен, яҙма тел ҡомартҡыларын, этнографияһын, бөйөк тарихи шәхестәр тормошон өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирә. Ғүмеренең һуңғы йылдарында ғалим “Төрки мәҙәниәте белешмәһе” тигән монументаль хеҙмәт өҫтөндә эшләй, 1969 йылда атаҡлы “Хәтирәләр” әҫәрен баҫтырып сығара. Уның ғилми хеҙмәттәр библиографияһы 400- гә яҡын исемдән тора. Был хеҙмәттәрҙең ҡырҡтан ашыуы- ҙур күләмле китаптар һәм монографиялар.
Иң элек шуны әйтәйек: Ә.Вәлиди Туған ғалим булараҡ та, үҙе легендар милли геройыбыҙ менән бер тиң торорлоҡ шәхес сифатында ла беҙҙең аңыбыҙҙа ҡабатланмаҫ күркәм бер күренеш булып йәшәй. Сөнки ул, беренсенән, донъя йөҙөндә бөйөк тарих белгесе булып танылһа, икенсенән, халҡыбыҙ яҙмышының һынылышлы бер осоронда үҙе шул тарихты тыуҙырыусы, тарихтың ижадсыһы, милли юлбашсы һәм азатлыҡ хәрәкәттәренең идеолыгы рәүешендә күтәрелә. Уның шәхес һәм ғалим булараҡ иң ҙур үҙенсәлеге лә шундалыр.
Икенсенән, тарихты өйрәнеүсе булараҡ, Вәлидиҙе биографтары иң элек киң профилле, универсаль характерҙағы ғалим- төркисе һәм шәреҡсе тип билдәләйҙәр. Европа ғалимдары уны хаҡлы рәүештә Европа менән Шәреҡ фәнен тоташтырып тороусы тип атайҙар.
Өсөнсөнән,Ә.Вәлиди, тарих методологияһының бөйөк остазы булараҡ оло абруй ҡаҙана. Уның иң күренекле капиталь монографияларынан “ Ғөмүми төрк тарихына инеш” һәм “ Тарихи ысул” иң әүәл нәҡ бына шул йәһәттән ҙур ғилми әһәмиәткә эйә.
Башҡорт тарихы, этнографияһы буйынса ғилми хеҙмәттәре лә мөһим әһәмиәт ҡаҙана. Ә. Вәлиди мираҫында беҙҙе айырыуса ҡыҙыҡһындырған ғилми әҫәрҙәренең береһе- “Башҡорттарҙың тарихы” исемле хеҙмәте. Был әҫәр боронғо дәүерҙән алып 1919-1920 йылдарға тиклемге ваҡиғаларҙы үҙ эсенә алған ҡыҫҡа- ҡыҫҡа ғына ҡырҡ бүлексәнән тора. Был әҫәр художестволы әҫәр кеүек үк мауығып һәм ҡыҙыҡһынып уҡыла.
Ә.Вәлидиҙе яҡындан белеп, күреп, аралашып йөрөгән ғалимдар уны бөйөк ғалим эйәһе булараҡ та, кешелек сифаттары йәһәтенән дә бик юғары ҡуялар.
Төркиәлә Ә.Вәлидиҙе үҙҙәренең остазы тип иҫәпләгән тотош бер төркөм арҙаҡлы шәхестәр үҫеп сыҡты. Улар араһынан профессор Тунжер Байҡара 1990 йылда “ Әхмәтзәки Вәлиди Туған” тигән исем аҫтында бөйөк ғалимдың тормошона һәм ижадына арналған монография баҫтырып сығарҙы.
Әхмәтзәки Вәлиди Туған 1970 йылдың 26 июлендә 80- се йәшендә яҡты донъя менән мәңгегә хушлаша. Профессор Карл Ян уның үлеменә ҡарата: “…XIX быуат аҙағы- XXбыуат башы урыҫ тарихсылары мәктәбе йәшәүҙән туҡтаны, сөнки В.Бартольд менән В.Минорскийҙан һуң хәҙер Зәки Вәлиди Туған арабыҙҙан китте” – тип, бөйөк ғалимдың донъя шәреҡселек фәнендә тотҡан урынына бик юғары баһа бирә.
Предварительный просмотр:
Ж2лил Кейекбаев.
(1911 – 1968)
Ата7лы 4алим, оло 26ип.
Шундай кшел2р була: улар к1пт2н бе66е8 аранан кит32л2р 62, 3аман да й2ш2г2н т09л0, с0нки бындай кешел2р 1662рен2н 3у8 я7ты э6 7алдыра. Ж2лил ;ини2т улы Кейекбаевты шундай кешел2р р2тен2 индерерг2 м0мкин. Ул бик к1п телд2р6е 32йб2т белг2н, к1п эшт2р баш7ар4ан м2ш31р 4алим 4ына т1гел, 2 ысын кеше, талантлы я6ыусы ла бул4ан.
Ж2лил ;ини2т улы Кейекбаевты8 316 с2н42те май6анында4ы юлы ши4ри2т 3у7ма4ынан башлана. Унын поэтик 292р62ре ва7ытлы матбу4ат битт2ренд2 уты6ынсы йылдар башында к1рен2 башлай. »92р62рен ул «Табын» псевдонимы а9тында я6а. Шул йылдар6а4ы ши4ри2тк2 хас бул4анса, Ж2лил ;ини2т улы Кейекбаевты8 292р62ре публицистик пафослы. Ул йыш м0р2ж242т итк2н жанр6ар булып 7обайыр, ода, ши4ри ба4ышлау тор4ан. Ж2лил Кейекбаев халы7тар ду9лы4ы, бер62млеге, Тыу4ан ил, т2би42т, м0х2бб2т темаларына м0р2ж242т итк2н. Был уны8 «Ду9лы7 ха7ында 7обайыр», «?ыш кил2», «Р2с2й» тиг2н ши4ыр6арында к1рен2. Уны8 0с0н т2би42т тема3ы бигер2к т2 я7ын була. С0нки бик матур, хозур т2би42тле ;афури районынын8 ?аранйыл4а ауылында тыуып 19к2н кеше 16 ерене8 матурлы4ын, йыл ми6гелд2рен данламай 7ала алмай. Шу4а ла ул был эште я7ын к1р2. Шулай, «?ыш кил2» ши4ырында Ж2лил Кейекбаев 7ыш ми6гелене8 нисегер2к киле1ен й2нле, асы7 итеп к16 алдына ба9тыра. Быны8 0с0н ул образлылы7ты8 т0п алымы бул4ан й2нл2ндере1 сара3ын 7уллана. Ул кешел2рг2 хас бул4ан сифаттар6ы, эш-х2р2к2тте й2н3е6 2йбер62рг2 к1сер2 (ай й0р0й ир2йеп, й2й к16 й2шт2рент1г2, 7ыш кил2 ю4ары к1т2реп баштарын 3.б.).
Ж.;.Кейекбаев шулай у7 баш7орт хал7ыны8 фольклорын 0йр2не1г2, 16л2штерерг2 ынтыла. Милли фольклор традицияларына таянып, ул ши4ыр6арын, 2ки2тт2рен, хик2й2л2рен ижад ит2. Бы4а ми9ал итеп Ж2лил ;ини2т улы Кейекбаевты8 «Ду9лы7 ха7ында 7обайыр», «Ду9 тиг2не8 шул булыр», «Р2с2й» ке1ек 7обайыр6арын килтерерг2 була. М292л2н:
Алтындар, 7оростар табыл4ан
Тау6ар6а тыу4ан ул ду9лы7;
Ял7ындар, уттар 7абын4ан
Яу6ар6а тыу4ан ул ду9лы7;
Арыштар ыуылйып ултыр4ан
?ыр6ар6а тыу4ан ул ду9лы7;
Ярышта с2с2нд2р йырла4ан
Йыр6ар6а тыу4ан ул ду9лы7,
Йыр6ар6а тыу4ан ул ду9лы7.
Ошо р21ешле 26ип баш7орт халы7 ижадыны8 бер жанры бул4ан 7обайыр стилен социализм шарттарында бик о9та 7уллана 32м фольклор6ы8 32йб2т традицияларын дауам ит2.
Ж.;.Кейекбаевты8 был 7обайыр6ары халы7тар ду9лы4ы, кешел2р ара3ында4ы м0н2с2б2т тура3ында. Ул 292р62ренд2 кешел2р6е бер-бере3е мен2н ду9, татыу булыр4а са7ыра, ду9лы7ты8 726ерен белерг2 0нд2й.
Ж2лил ;ини2т улы Кейекбаевты8 262би мира9ы тура3ында 2йтк2нд2, уны8 балалар 262би2тен 19тере1г2 л2 6ур 0л0ш индере1ен 2йтерг2 к2р2к. Ул -балалар6ы8 да я7ын ду9ы була. Кеск2й62р 0с0н бере3ен2н-бере3е мауы7тыр4ыс мажаралы 2ки2тт2р ижад ит2. «6ипте8 урман кейект2ре тура3ында4ы 2ки2тт2рен нис2 быуын балалар яратып у7ып 192. «Айыу6ы8 ни82 7ойро4о ю7?», . «Т0лк0 мен2н терпе», «Айыу ни 0с0н 7ыш буйы 080н2н сы7май?» 32м баш7а 2км2тт2рен кем ген2 у7ыма4ан? «Ике 2ки2т», «Урман 2ки2те», «»ки2тт2р» исемле китаптары матур-матур 31р2тт2р мен2н рус теленд2 л2 ба9ылып сы4а. Халы7сан тел мен2н я6ыл4ан, балалар4а т2рби2, белем бирер62й бай й0км2ткеле ти9т2л2г2н 2ки2тт2рен я6а, хик2й2л2р, повестар ижад ит2 Ж2лил ;ини2т улы Кейекбаев. Я7шы мен2н яуыз, ял7ау мен2н ег2рлел2р тура3ында у7ып, 16е82 к1п ф23ем алыр4а була. У7ыусылар тормошона ба4ышлан4ан «Ду9тар» исемле повесы «Пионер» («Аманат» ) журналында ба9ыла. Балалар 0с0н ул немец, венгр халы7тарыны8 2ки2тт2рен д2 баш7ортса4а т2ржем2 итеп ба9тыра. Т2ржем2 итк2нд2 292р62р6е8 оригиналда4ыса я84ырауына иреш2. Б0й0к Гете, Г.Гейнеке1ек ша4ир6ар6а8 ши4ыр6арын, Эрих Вайнерт, Вили Бределде8 ши4ыр 32м хик2й2л2ре, Фр. Вольфты8 «Доктор Мамлок» драма3ы, бер ту4ан Гриммдар6ы8 айырым китап булып сы77ан 2ки2тт2ре оригиналды8 стиле, д0й0м эске 3улыштары 3а7ланыу мен2н 23ми2тлел2р. Был осор6а 2ле т2ржем2 эше л2 т1б2н була, 2 инде баш7а си телд2р62н туранан-тура т2ржем2 ите1 та4ы ла 3ир2к була.
Ж2лил Кейекбаев «Баш7ортостан пионеры» г2зите мен2н «Пионер» журналына ла актив я6ышыусылар6ы8 бере3е була. М292л2н, «?ыш кил2», «Ту4ан тел», «)с батыр» ке1ек я6малары «Баш7ортостан пионеры» г2зитенд2 донъя к1р2л2р.
Ж2лил Кейекбаев талантлы ша4ир, т2ржем2се, о9та 2ки2тсе ген2 т1гел, хик2й2, повесть, роман я6ыусы булара7 та таныл4ан кеше була. Уны8 «Омор6а7 бабай», «Ду9лы7» исемле повестары – мажаралы 292р62р булыуы мен2н 2ки2тт2рг2, хик2й2тт2рг2 тартым. Улар6а ла Ж2лил Кейекбаев т2би42тк2 30й01 т2рби2л2рг2 тырыша. Хал7ыбы66ы8 борон4о к2септ2ре, хайуандар6ы8 7ылы7тары, т0рл0 к0лк0л0 х2лд2р тура3ында 30йл2нел2 т21ге 292ренд2. « икенсе3е Б0й0к Ватан 3у4ышы осоронда4ы 19мер62р тормошон са4ылдыра. Советтар Союзы Геройы З0б2й !т24олов тура3ында очерк, Александр Матросов тура3ында ши4ыр6ар я6ып, шул у7 исемд2р62 баш7орт 32м рус теленд2 ба9тырып сы4ара. « я6ыусыны8 «Ту4андар 32м таныштар» романы 6ур популярлы7 яулай.
Шулай итеп, Ж2лил Кейекбаев - хал7ыбы66ы8 4орурлы4ы булып тора. Баш7орт 262би2тен 19тере162 уны8 эшт2ре ба3алап б0тк0306.
Предварительный просмотр:
Кейекбаев Жәлил
Жәлил Кейекбаев — филология фәндәре докторы, профессор, яҙыусы. 1911 йылдың 25 октябрендә Ғафури районының Ҡаранйылға ауылында тыуған, 1968 йылда вафат булған.
Жәлил Кейекбаев Башҡорт педогогия техникумын тамамланғандан һуң Мәскәү Беренсе сит ил телдәре институтында уҡый. Һуңынан мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында немец теле уҡыта.
1949 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институтында (хәҙерге М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты) башҡорт филологияһы кафедраһы мөдире, проректор булып эшләй.
Ғалим башҡорт тел ғилеме, төрки Урал-Алтай телдәре буйынса йөҙҙән артыҡ хеҙмәт яҙа. Башҡорт теленең тарихи фонетикаһы һәм Урал-Алтай телдәренең сағыштырма-тарихи морфология өлкәһендә уңышлы эшләй. Башҡорт теленең дөрөҫ әйтелеше, диалекттары, ер-һыу атамалары, лексикаһы һәм фразеологияһы буйынса тикшереүҙәр алып бара, дәреслектәр, уҡыу ҡулланмалары яҙа.
Телсе-ғалим бер нисә сит телде яҡшы белгән: немецсанан, венгерсанан башкортсаға туранан-тура тәржемәләр яһай.
Әҙәбиәт өлкәһендә уңыштары ҙур. «Туғандар һәм таныштар» романын, повестар, ҡобайырҙар, әкиәттәр яҙа.
Ғалимға Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре тигән исем бирелгән, ул орден һәм миҙалдар менән бүләкләнгән.
Предварительный просмотр:
Ҡәҙим Аралбаев
Ҡәҙим Аралбай (Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаев) 1941 йылда Башҡортостандың Хәйбулла районы Таңатар ауылында тыуа. Ун йыллыҡ белем алғандан һуң колхозда шофер булып эшләй.Совет армияһы сафында хеҙмәт итә. 1968 йылда Башҡорт Дәүләт университетын уңышлы тамамлап, Баймаҡ, Хәйбулла, Бөрйән райондары мәктәптәрендә эшләй. Беренсе шиғырҙары 1960 йылдар уртаһында донъя күрә башлай. Ә беренсе "Утлы кисеүҙәр" исемле китабы 1975 йылда баҫылып сыға. Әлеге ваҡытта бик күп китаптары донъя күрҙе һәм урыҫ, ҡаҙаҡ, сыуаш, алтай, украин, удмурт телдәрендә нәшер ителде.Ҡәҙим Аралбаевтың шиғырҙарында һәм поэмаларында тыуған яғының дала тәбиғәте, яҡташтарының тормошо, хәҙерге быуын кешеләренең уй- тойғолары сағыла.
Ҡәҙим Аралбай - Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Хәйбулла районының Сергей Чекмарев, Күгәрсен районының Зәйнәб Биишева исемендәге һәм 1-се республика башҡорт гимназияһының Рәми Ғарипов исемендәге премияларына лайыҡ булды.
Башҡорт телендәге баҫмалары:
Утлы кисеүҙәр: шиғырҙар. – Өфө: Башҡортостан китап нәшр., 1975. – 56 б.
Батыр яраһы: поэмалар, шиғырҙар. – Өфө: Башҡортостан китап нәшр., 1980. – 104 б.
Аҡ тирмә: поэмалар, шиғырҙар. – Өфө: Башҡортостан китап нәшр., 1982. – 110 б.
Һөйөүем йондоҙо: шиғырҙар, балладалар, поэмалар. – Өфө: Башҡортостан китап нәшр., 1986. – 110 б.
Әле һуң түгел : шиғырҙар. – Өфө, Башҡортостан китап нәшр., 1982. – 110 б.
Рух яҙыуы: шиғырҙар, ҡобайырҙар, робағиҙар, бәйеттәр, йырҙар. – Өфө: Китап, 1995. – 288 б.
Тау эйәһе : замана әкиәте. – Өфө : Китап, 1996. – 24 б.
Поэмалар. – Уфа: Белая река, 2001. – 218 б.
Поэмалар. – Өфө: Китап, 2001. – 316 б.
Таналыҡ тауышы. – Өфө : Китап, 2001. – 383 б. – (Шиғриәт йәйғоро).
Һандуғас һәм ҡылыс: поэмалар, шиғырҙар, тәржемәләр. – Өфө: Ғилем, 2004. – 109 б.
Йырҙарында һуғыш һулышы : бала сағы һуғыш афәтенә тура килгән шағирҙар һүҙе : шиғырҙар. – Өфө : Н. к., 2005. – 208 б. : рәс.
Шәжәрә байрамын үткәреү буйынса бер өлгө // Тамырҙарыңды беләһеңме? : шәжәрә байрамдарын үткәреү буйынса ҡулланма. – Өфө, 2006. – Б. 25–26.
Хәтеремдең тере ҡуҙҙары : иҫтәлектәр, бағышлауҙар, замандаштар йөҙө, әҙәбиәт, сәнғәт һәм халыҡ ижадына ҡағылышлы яҙмалар. – Өфө: Китап, 2007. – 295 б.
Ҡаратау тотҡоно : поэма. – Өфө: Белая река, 2007. – 38 б.
Һайланма әҫәрҙәр. 1 т.: шиғырҙар, робағиҙар, ҡобайырҙар. – Өфө: Китап, 2010. – 488 б.
Һайланма әҫәрҙәр. 2 т.: поэмалар, шиғырҙар. – Өфө: Китап, 2011. – 543 б.
Предварительный просмотр:
Кинйәбулатова Кәтибә
Кәтибә Кәрим ҡыҙы Кинйәбулатова 1920 йылдың 15 сентябрендә Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Мәүлет ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Башланғыс белемде атаһы бирә, унан һуң Мөхәмәтҡол мәктәбен тамамлай. 1933 йылдан Б. Нуриманов исемендәге Өфө педагогия эшселәр факультетында уҡый һәм уны 1938 йылда тамамлай. 1939 йылда Тимирязев исемендәге Башҡортостан педагогия институтына уҡырға инә, әммә уны тамамлап өлгөрмәй. 1938 йылда атаһы репрессияға эләгә, тиҙҙән әсәһе лә вафат була. Ул ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсә һәм Силәбе өлкәһенең Ҡолой урта мәктәбендә уҡытыусы, унан һуң директорҙың уҡыу-уҡытыу буйынса урынбаҫары булып эшләй. Етем ҡалған биш ҡусты-һеңлеһен тәрбиәләп үҫтерә. Кәтибә Кәрим ҡыҙы 1953 йылға тиклем мәктәптә эшләй, унан һуң Өфөгә күсеп, «Әҙәби Башҡортостан» журналына хеҙмәткәр булып килә. 1963 йылда Мәскәүҙәге Юғары әҙәби курстарҙы тамамлай. «Башҡортостан ҡыҙы» журналын ойоштора һәм уның тәүге баш мөхәррире була.
Шағирә һәм прозаик Кәтибә Кинйәбулатова Бөйөк Ватан һуғышына тиклем үк әҙәби ижад менән шөғөлләнә башлай. Республика гәзит, журналдары биттәрендә шиғырҙары, мәҡәләләре даими донъя күрә. 1954 йылда «Тәүге сәскәләр» тигән беренсе шиғырҙар китабын сығара. Унан һуң «Алтын тояҡ аҡ кәзә» тигән китабы нәшер ителә. «Йәшел япраҡтар» тигән шиғырҙар китабында шағирәнең таланты нескә лирик булараҡ асыла.
«Һүнмәҫ мөхәббәт», «Мин йырлайым», «Йондоҙҙар бейей», «Саҡыр мине», «Әсә һулышы» тип аталған китаптарында К. Кинйәбулатова оҫта һәм һиҙгер лирик сифатында күҙ алдына баҫа. 60 йылдан ашыу уның күңелгә үтеп инмәле, моңло тауышы яңғырап торҙо. Уҡыусылар менән йыш осрашты, шиғырҙарын уҡыны, мандолинала, ҡумыҙҙа оҫта уйнаны.
Кәтибә Кәрим ҡыҙының ижадында мөхәббәт лирикаһы ҙур урын биләй. Күп кенә китаптары ошо мәңгелек темаға арналды. Үҙ ғүмерендә ул 25-тән ашыу китап сығарҙы.
Кәтибә Кинйәбулатова проза жанрында ла эшләне. «Терелергә әйтер һүҙ» повесында ул һуғышта һәләк булған башҡорт ҡыҙы Маһипәрүәз Сакаеваның ҡаһарман образын тыуҙырҙы. Балалар өсөн яҙылған «Атай тауышы», «Партизан ейәнсәре» повестары ла һуғыш йылдары ваҡиғаларына арнала.
Әҙәбиәт һәм журналистика өлкәһендәге оло хеҙмәттәре өсөн Кәтибә Кәрим ҡыҙы «Почет Билдәһе» ордены, бик күп миҙал менән бүләкләнә. Ул — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
Предварительный просмотр:
Лариса Абдуллина
Лариса Абдуллина, Абдуллина Лариса Хашим ҡыҙы. Дәүләкән районы, Мәкәш ауылында тыуған — шағирә, тәржемәсе, журналист.
Башҡортостан (2006) һәм Рәсәй яҙыусылар берлеге (2008) ағзаһы, Башҡортостан (2002) һәм Рәсәй журналистар берлеге (2002) ағзаһы. Шиғри һәм публицистик йыйынтыҡтар авторы. Шиғырҙары “Башҡортостан шиғриәте антологияһы”на индерелгән. "Илһам шишмәләре" шиғриәт фестивале лауреаты. Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты (2008).
Китаптары
«Һине күргән яҙым». — Өфө, 1997.
«Наҙлы мәлем ҡабатланыр һымаҡ». — Дәүләкән, 2003.
«Еләк тәме». — Өфө, 2006.
«Уйлыларҙы уйландырып». — Өфө, 2006.
«Тридцать три», 2011.(урыҫ.)
«Пятый элемент», 2011.(урыҫ.)
«Йөрәк аҡылы». — Өфө, 2011.
Телдәр дуҫлығы
Дуҫлаша белә телдәр ҙә,
Улар беҙҙә ныҡ татыу.
Юҡ насар һүҙҙәр әйтешеү,
Юҡ хатта исем атау.
Башҡорт теле үҙ ерендә
Дуҫтарын шулай йыйған.
Халҡының киң күңеленә
Бик күп ырыу-зат һыйған!
Изге мираҫ
Бик борон телде олатай
Мираҫ иткән улына.
Ә ейәне юлдаш иткән
Телде ғүмер буйына.
Быуындарҙан-быуындарға
Ул мираҫ булып күсә.
Бөгөн мин дә тел моңонда
Ҡеүәт алып, ҙур үҫәм!
Предварительный просмотр:
Мәлих Харис
1915-1944
Мәлих Харис (Мәлих Харис улы Харисов) 1915 йылдың 27 ғинуарында Башҡортостандың Саҡмағош районының Яңы күл ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Бик йәшләй етем тороп ҡала. Башланғыс белемен үҙҙәренең ауылында ала. 1941 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай. Шул уҡ йылда хәрби хеҙмәткә алынып, офицерҙар курсында уҡып сыға. 1944 йылда Ватан һуғышында батырҙарса һәләк була.
Мәлих Харистың ижади гүмере бик ҡыҫҡа булды, сәскә атып өлгөрмәй өҙөлөп ҡалды. Уның тәүге шиғырҙары 1934 йылда гәзит-журналдарҙа күренә башлай, һәм ул күп тә үтмәй нескә тойғоло, хистәргә бай үҙенсәлекле лирик шағир булып танылып китә. Һуғыш алды көндәрендә ул көр һәм саф тауышлы, күтәренке рух менән һуғарылған әҫәрҙәре менән әленән-әле сығыш яһап тора. Шағир йыш ҡына үҙе кисергән ваҡиғаларҙы тасуирларға тырыша, үҙ мөнәсәбәтен йырлай.
“А. С. Пушкинға”, “Йәшлек”, “Диңгеҙгә”, “Руставели”, “Әсә тураһында йыр”, “Мин һөйәм” кеүек поэтик ынйылары бөтә башҡорт поэзияһында билдәле урын тоталар. Ихласлыҡ, үҙ иленә сикһеҙ бирелгәнлек тойғолары уның әҫәрҙәрендә төп урын биләй.
Мәлих Харис үҙе иҫән саҡта әҫәрҙәренең айырым китап булып сығыуын күреү бәхетенә ирешә алманы. Уның “Йөрәк тауышы” тигән беренсе китабы тик ул үлгәндән һуң 1944 йылда баҫылып сыҡты. 1954 йылда шул уҡ китабы, бер аҙ тулыландырылып, Н. Нәжмиҙең баш һүҙе менән баҫылып сыҡты.
Үҙенсәлекле шағир Мәлих Харис поэзияһы әле лә беҙҙең сафта бурысын үтәп килә. М. Харистың шиғырҙары рус телендә 1974 йыл “Башҡорт лирикаһы өлгөләре” серияһында сыҡты.
Предварительный просмотр:
Муса Ғәли
1923
Муса Ғәли (Ғабдрахман Ғәли улы Ғәлиев) 1923 йылдың 15 октябрендә Шишмә районы Иҫке Муса ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Атаһынан бик йәшләй етем ҡалған Муса Ғәли олатаһы йортонда тәрбиәләнеп үҫә. Ете йыллыҡ мәктәптән һуң, бер йыл Өфөлә, медицина училищеһында уҡый. 1939 йылдан ул — Дәүләкән Башҡорт педагогия училищеһы уҡыусыһы.
1942 йылдан 1946 йылға тиклем Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм миҙалдар менән наградлана.
Муса Ғәли 1948-1952 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый. 1952-1959 йылдарҙа “Пионер” журналы редакцияһында бүлек мөдире була, һуңғараҡ Башҡортостан Яҙыусылар союзында эшләй.
1963-1965 йылдарҙа Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙа уҡый. Шағирҙың тәүге шиғырҙары 1940 йылда “Йәш төҙөүсе” һәм Дәүләкәндәге “Колхозсы” гәзитендә баҫылып сыға. Беренсе китабы “Яҡты көн” тип атала һәм 1953 йылда донъя күрә. Үҙенең 50-гә яҡын йыйынтығы, шул иҫәптән Мәскәүҙә сыҡҡан 15 китабы менән шағир бөтә Союз укыусылары араһында танылыу тапты. Быларға өҫтәп уның үзбәк, украин һәм татар телендә сыҡҡан китаптарын да әйтеп була.
Муса Ғәли тәржемә өлкәһендә лә актив эшләй. Уның А. С. Пушкиндың “Царское село иҫтәлектәре”, В. Шекспирҙың “Макбет”, үзбәк яҙыусыһы Әсхәт Мохтарҙың “Ҡарағалпаҡ ҡиссаһы” тигән тәржемәләре китап уҡыусыларға яҡшы таныш. Муса Ғәли әҙәби тәнҡит һәм публицистик мәҡәләләр менән дә матбуғатта йыш ҡына сығыш яһай. Шағир бер үк ваҡытта балалар өсөн дә поэма һәм шиғырҙар яҙыуын дауам иттерә.
Муса Ғәли күп шаршаулы ике драма әҫәре яҙҙы. Улар Сибай башҡорт дәүләт театрында ҡуйылды.
Муса Ғәли — республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Ижади уңыштары өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм “Халыҡтар дуҫлығы” ордендары менән бүләкләнгән.
Предварительный просмотр:
Назаров Рәшит
Рәшит Сәйетбаттал улы Назаров 1944 йылдың 1 ноябрендә Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылында ябай крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Бала сағы йәмле Өршәк буйында үтә, кескәй Рәшит бик йәшләй шиғырҙар, хикәйәләр ижад итә. Ауыл мәктәбен тамамлағандан һуң колхозда эшләй. Ижад менән армияла хеҙмәт иткәндә лә шөғөлләнеүҙән туҡтамай (1963-1966 йылдар), ләкин ул һалдат хеҙмәтенән ауырып ҡайта. Артабан ул айҙар буйына дауаханала ята, өйҙә уға бик һирәк булырға тура килә. Армияла Рәшит Назаров әҙәби ижад менән өҙлөкһөҙ шөғөлләнә, күп яҙыша. Ғүмер буйы ижад иткән ҡайһы бер шағирҙарҙан да күп яҙыша ул, әйтерһең дә яҙмышын алдан күрә белә. Рәшит ныҡ ҡабалана, тәүлектәр буйына эшләй. Һөҙөмтәлә көн һайын ваҡыт ағышына буйһонмаған, бәҫен һәм әһәмиәтен юғалтмаған 4-5 яңы шиғыр тыуа.
Рәшит Назаровтың тәүге йыйынтығы 1965 йылда баҫыла, ул «Таңды ҡаршылау» тип атала. Был ваҡытта йәш шағирға ни бары 21 йәш була. «Ҡояш юлы буйлап» исемле икенсе китабы 1972 йылда баҫылып сыға.
Ике йыйынтыҡ та шиғриәттә оло күренеш, ҙур яңылыҡ итеп ҡабул ителә. Рәшит Назаровтың фекер яғынан да, йөкмәткеһе менән дә иҫтә ҡалырлыҡ әҫәрҙәре уның шиғриәткә китмәҫкә килгән шағир икәнлеген раҫлай. Ауырғазы ерендә тыуған ябай ауыл малайы әҙәбиәт күгендә яҡты йондоҙ булып атыла. Үкенескә ҡаршы, ҡаты ауырыуы арҡаһында шағир артабан ижад итеүҙән мәхрүм ҡала.
Үкенескә ҡаршы, иҫ киткес талантлы шағирҙың исеме билдәһеҙлектә ҡала килде. Икенсе һәм өсөнсө китаптары баҫылғас (1991 йыл, редакторы Әсхәл Әхмәт- Хужа, «Йөрәгемде һеҙгә илтәм»), ике тиҫтә йыл үтеп китә. Тик 1993 йылда ғына Рәшит Назаровты БР Яҙыусылар союзына ағзалыҡҡа ҡабул итәләр. 1996 йылда ул Ауырғазы районы хакимиәте булдырған Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге тәүге премия лауреаты булып китә. 1994 йылда талантлы шағирҙың «Йәшен» исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы донъя күрә (редакторы Риф Мифтахов) –йыйынтыҡ бөйөк шағирҙың юбилейына ҡарата нәшер ителә. Шағир Риф Фәйзрахман улы Мифтахов Рәшит Назаров ижадын ентекләп өйрәнеүсе, тикшереүсе, уның ижади мираҫын йыйыусы тәүге әҙип. Уның тырышлығы менән Рәшит Назаровтың ике томлығы донъя күрҙе – шағир Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды.
Предварительный просмотр:
Нәжиб Асанбаев (Николай Василий улы Асанбаев) —
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, шағир, драматург.
1921 йылдың 7 ноябрендә Баҡалы районының Ахман ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.
- Тәүҙә ул үҙҙәренең ауылындағы башланғыс мәктәптә, унан һуң Мостафа, Балыҡлы ауылдары мәктәбендә укый.
- 1937 йылда Өфө финанс-экономика техникумын тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Ләкин уны тамамламай.
- 1940 йылда Совет Армияһына алына. Рязань aртелерия училищеһын тамамлағас —1942—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында артелерия батареяһы командиры була.
- Һуғыштан һуң 1949—1959 йылдарҙа «Ҡыҙыл таң» гәзите хәбәрсеһе булып эшәй.
- 1961—1963 йылдарҙа Мәскәү юғары әҙәбиәт курстанын тамамлай.
- 1963—1965 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры булып эшләй.
Нәжиб Асанбаевтың әҫәрҙәре күтәрелгән проблематикаларҙың актуаллеге, конфликттың үткерлеге һәм жанр терлөлеге менен характерлана. Н. Асанбаевтың байтаҡ әҫәрҙәре Башҡорт дәүләт академия драма театрында, Сибай, Салауат, Ырымбур, Әлмәт театрҙарында уңыш менән ҡуйылды.
- Кәрим. Хикәйәләр йыйынтығы. Өфө, 1947 й.
- Беҙгә егеттәр килде. Комедия. Өфө, 1955 й.
- Рәйсә. Пьесалар, Өфө, 1959 й.
- Фәйзи. Пьесалар, Өфө, 1964 й.
- Кәләш әйттергәндә. Комедия. Өфө, 1964 й.
- Алтын бишек. Пьеса. Өфө, 1971 й.
- "Ҡыҙыл паша" пьесаһы (совет дипломаты Хәкимов Кәрим Әбдрәүеф улы хаҡында). Өфө, 1982 й.
- Көҙән башҡорто. Пьеса (Әхмәтзәки Вәлиди Туған хаҡында). Өфө, 2004 й.
Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
Предварительный просмотр:
Ноғман Мусин
1931
Ноғман Сөләймән улы Мусин 1931 йылдың 17 июлендә Башҡортостандың Ишембай районының Ҡолғона ауылында тыуа. 1944 йылда үҙҙәренең ауылындағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Маҡар ауылына һигеҙенсе класҡа уҡырға инә. Унынсы класты тамамлағас, үҙе уҡып сыҡҡан мәктәпкә уҡытыусы итеп ҡалдырыла. Ауылда ике йыл уҡытҡас, Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтына уҡырға инә.
Н. Мусиндың тәүге ижади аҙымдары ла ошо институтта башлана. Институтты тамамлағас, уға оҙаҡ эшләргә тура килмәй, Маҡар район мәғариф бүлегендә инспектор булып эшләп йөрөгән еренән 1951 йылдың аҙағында хәрби хеҙмәткә алына. Уның тәүге шиғырҙары хеҙмәттә сағында республика гәзиттәрендә һәм “Әҙәби Башҡортостан” журналында баҫылып сыға. Шул йылдарҙа ул проза жанрында ла көсөн һынап ҡарай, һалдаттар тормошона арналған бер нисә хикәйә яҙа. Уларҙың “Минең дуҫ,” тигәне 1954 йылда “Әҙәби Башҡортостан” журналында, ҡалғандары “Совет Башҡортостаны”, “Ленинсы” гәзиттәрендә, 1956 йылда “Әҙәби Башҡортостан” журналында баҫылып сығалар.
1953 йылда, һалдаттан ҡайтыу менән, “Совет Башҡортостаны” гәзитендә әҙәби сотрудник, унан үҙ ауылында дүрт йыл уҡытыусы булып эшләй. Ә 1958 йыл Өфөгә килеп, “Ағиҙел” журналында — бүлек мөдире, яуаплы секретарь, 1962 йылдың башынан “Совет Башҡортостаны” гәзитендә әҙәби сотрудник булып эшләй.
Н. Мусин Башҡорт дәүләт университетының киске бүлеген тамамлай, артабан йәнә “Ағиҙел” журналында бүлек мөдире, Башҡортостан телевидениеһында, унан Башҡортостан китап нәшриәтендә редактор булып эшләй.
Н. Мусиндың тәүге күләмле әҫәре— “Зөһрә” повесы 1956 йылда “Әҙәби Башҡортостан” журналында баҫыла. Унан бер-бер артлы “Ғорурлыҡ”, “Күксә урманында”, “Ер биҙәге”, “Ауылым юлы”, “Кеше йылмая”, “Сәскәләр керпеген аса” тигән повестары баҫылып сыға. Ул 1968 йылда колхоз тормошона арналған “Өҙәрем юл кешеләре” исемле романын яҙҙы.
Әҙип Һуңғы йылдарҙа яҙылған “Һайлап алған яҙмыш”, “Зәңгәртауҙа аҡ болан”, “Яҙғы ташҡындар алдынан” (“Яралы кеше тауышы”), “Мәңгелек урман”, “Таң менән сыҡ юлдарға”, “Һуңғы солоҡ”, “Шунда ята батыр һөйәге” романдары һәм ҡыҙыҡлы повестары менән башҡорт прозаһының талантлы яҙыусыһы булып танылды. Уның әҫәрҙәренең геройҙары — беҙҙең замандаштарыбыҙ.
Н. Мусин — хәҙерге башҡорт әҙәбиәтенең иң күренекле прозаигы. Башҡортостандың атҡаҙанған культура работнигы.
Н. Мусин әҙәбиәт өлкәһендәге оло хеҙмәте өсөн республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды (1991 й.). Уға 2001 йылда Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы тигән исем бирелде.
1963 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Предварительный просмотр:
Һәҙиә Дәүләтшина
05.03.1905 – 05.12.1954
Яҙыусы ҡатын-ҡыҙҙар тураһында һүҙ сыҡҡанда, моғайын, иң беренсе булып Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы Дәүләтшинаның исеме хәтергә киләлер. Милли прозала ул юйылмаҫ сағыу эҙ ҡалдыра алды. Замандаштарының хәтерләүҙәре буйынса, Һәҙиә Дәүләтшина иҫ киткес изге күңелле кеше, ҙур талант эйәһе булған.
Ысын яҙыусы, башҡорт әҙәбиәте ғорурлығы булыу өсөн Һәҙиә Дәүләтшинаға оҙон һәм ауыр тормош юлы үтергә тура килә. Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы 1905 йылдың яҙында Һамар губернаһы Хәсән ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Белемгә мәҙрәсәлә уҡып эйә була. Ул замандарҙа башҡорт ҡыҙҙарының белем алыуы, ғәҙәттә, шуның менән тамамлана торған булған, һуңынан уны тиҙерәк кейәүгә биргәндәр. Әммә Һәҙиәне икенсе яҙмыш көтә. 1919 йылда атаһы үлгәс, ғаилә хәстәрлеге уның иңенә төшә. Аслыҡты ла, һыуыҡты ла, ауыр хеҙмәтте лә кисерергә тура килә. Граждандар һуғышы йылдарында башҡорт ҡыҙҙарынан беренсе булып комсомолға инә. Ун биш йәшлек Һәҙиә күрше ауылға уҡытыусы булып китә, һуңынан Һамар педтехникумында, аҙағыраҡ Өфө пединститутында педагогик белем ала. 1927 йылдан Дәүләтшина – балалар йортонда тәрбиәсе, ә 1932-1933 йылдарҙа – редакторҙар әҙерләү буйынса Мәскәү институты студенты. 1933 йылда ире, билдәле башҡорт яҙыусыһы Ғөбәй Дәүләтшин, менән бергә республиканың көньяғына китә һәм унда гәзит хеҙмәткәре булып эшләй. Һуңынан Ғөбәй Башҡортостан мәғариф наркомы булып китә. Ҡатынына тәүге ижади аҙымдарын яһарға ул ярҙам итә.
Тәүге әҫәре – «Пионерка Һылыуҡай» хикәйәһе (1926). Шулай ҙа коллективлаштырыу тәьҫире аҫтында яҙылған «Айбикә» повесы (1931) уға танылыу килтерә. Ул төрлө жанрҙарҙа сығыш яһай, шиғырҙар, очерктар, хикәйәләр яҙа. Күп хикәйәләренең төп темаһы – элек иҙелеп йәшәгән башҡорт ҡатын-ҡыҙының рухи яңырыуы.
Һәҙиә Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» романы бөтә илгә билдәле була. Романдың айырым өҙөктәре 30-сы йылдарҙа уҡ баҫыла. Әммә репрессиялар уның ижадына аяҡ сала. 1937 йылда Һәҙиә ҡулға алына, ире халыҡ дошманы булараҡ атып үлтерелә. Биш йыл лагерҙа ултырып ҡайтҡандан һуң Дәүләтшинаға Бөрөлә генә йәшәргә рөхсәт ителә, әҙәби һәм педагогик эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү тыйыла. Оҙаҡ йылдар Һәҙиә йәбер-золомға дусар булып йәшәй, ғүмерен матди мохтажлыҡта үткәрә.
Яҙыусы романына 50-се йылдар башында ғына әйләнеп ҡайта. Роман-эпопеяла башҡорт халҡының 1902-1922 йылдарҙағы тарихи ваҡиғаларға бай тормошо сағыла.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Һәҙиә үҙенең төп романының баҫылып сыҡҡанын күрмәй. Ул 1954 йылдың 5 декабрендә Бөрөлә вафат була, ә китап 1957 йылда ғына сыға.
1967 йылда Һәҙиә Дәүләтшина үлгәндән һуң Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була. Өфөләге урам уның исеме менән аталған. Бөрө ҡалаһында һәйкәл ҡуйылған.
Предварительный просмотр:
Рәшит Солтангәрәев
Рәшит Ғимран улы Солтангәрәев 1935 йылдың 15 декабрендә Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, ауыл китапхана мөдире, колхоздың комсомол ойошмаһы секретары булып эшләй. 1953—58 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының тарих-филология факультетында уҡый. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, «Совет Башҡортостаны» гәзитенә эшкә ҡала. Артабан Өфө телевидение студияһында — редактор, «Совет Башҡортостаны» гәзитендә әҙәбиәт, сәнғәт бүлеге мөдире булып эшләй. 1970—71, 1978 йылдарҙа Яҙыусылар союзының тәҡдиме буйынса «Өфөнефть» идаралығында, Өфө быраулау эштәре идаралығында оҙайлы ваҡытта ижади командировкала була. 1973—75 йылдарҙа Мәскәүҙә СССР Яҙыусылар союзының Юғары әҙәби курстарында уҡый. 1979—84 йыл¬дарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзының йәштәр менән эшләү комиссияһы председателе булып тора. Артабан «Ағиҙел» журналының баш редакторы урынбаҫары итеп раҫлана. Әлеге көндә журналдың проза бүлеген етәкләй. Рәшит Солтангәрәев әҙәби ижад менән мәктәптә уҡығанда уҡ шөғөлләнә башлай. Тәүге хикәйәләре студент йылдарында (1957) донъя күрә. Хәҙерге көндә ул ун алты китаптың һәм «Теге донъя, был донъя» исемле драматик әҫәрҙең (Стәрлетамаҡ драма театрында сәхнәләштерелде) авторы. Өс китабы урыҫ телендә баҫылды. Айырым әҫәрҙәре ҡаҙаҡ, украин, татар, ҡырғыҙ, сыуаш, ҡарағалпаҡ, яҡут, ненец һәм башҡа телдәрҙә баҫылып сыҡты. «Ҡиәмәтлек кейәү» хикәйәһе буйынса «Казахфильм» студияһында нәфис кинофильм төшөрөлдө. «Йылы ямғыр» һәм «Нефтселәр юлынан» әҫәрҙәре өсөн яҙыусы 1978 йылда Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһына лайыҡ булды. Бер нисә тапҡыр СССР һәм РСФСР яҙыусыларының съезына делегат һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы ағзаһы итеп һайланды. Башҡорт әҙәбиәтендәге уңышлы хеҙмәте өсөн уға «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре» тигән почетлы исем бирелде. Әҫәрҙәренең исеменән үк күренеүенсә яҙыусы ижадының төп темаһын тыуған төйәккә, тыуған ергә мөхәббәт тип билдәләргә булыр ине. Иң тәүге йыйынтығы " Тыуған йорт" тип аталһа, артабан иң һуңғы ижад емештәренең береһе "Ауылым минең- яҙмышым минең" тип исемләнгән. Халыҡ яҙмышы ла бик борсоно әҙипте. Уның ошо проблемаға ҡағылышлы публицистик мәҡәләләләре республикала күп откликтар тыуҙырҙы. 1971 йылдан яҙыусылар союзы ағзаһы булды
Китаптары
Тыуған йорт. Хикәйәләр. Өфө. 1967
Аҡ тирәктәр. Хикәйәләр. Өфө. 1971
Сәскәләр бүләк итегеҙ. Хикәйәләр. 1974
Йылы ямғыр. Повесть һәм хикәйәләр. 1976
Теплый дождь. Повесть и рассказы. Москва. 1976
Нефтселәр юлынан. Повесть. Өфө. 1977
Аҡ умырзая. Повестар һәм хикәйәләр. Өфө. 1980
Тау. Повесть һәм хикәйәләр. Өфө. 1981
«Каменный олень». Повесть и рассказы. Москва. 1982
Беҙҙең дуҫ. Хикәйәләр. Өфө. 1984
Тыуған яҡҡа ҡайтыу. Повестар һәм хикәйәләр. Өфө. 1985
Белый горицвет. Рассказы. Уфа. 1986
Беҙ йәшәгән ер. Роман. Өфө. 1988
Яҙмыш. Публицистика һәм очерктар. Өфө. 1991
Муса батыр. Рәшит Солтангәрәев, Яныбай Хамматов,
Мәүлит Ямалетдинов. Повестар. Өфө. 1992
Оло юлдың туҙаны. Һайланма әҫәрҙәр. Өфө. 1995.
Олы юлның тузаны. Сайланма әсәрләр. Казан. 1997.
Ер һәм йыр. Өфө. 1998.
Солнышко вернулось. Кумертау. 2006.
Һайланма әҫәрҙәр. 1-се том. Өфө.2009.
Һайланма әҫәрҙәр. 2-се том. Өфө. 2010.
Предварительный просмотр:
Рауил Бикбаев (1938)
Рауил Төхфәт улы Бикбаев 1938 йылдың 12 декабрендә Ырымбур өлкәһенең Покров (хәҙер Переволоцкий) районы Юғары Ҡунаҡбай ауылында тыуа.
Башҡорт әҙәбиәтенә һәм мәғрифәтенә Мөхәмәтша Буранғолов, Дауыт Юлтый, Сәғит Агиш, ауылдашы Ғабдулла Амантай, нәҫелдәштәре Сәғит Мерәсев, Кәрим Иҙелғужин һымаҡ арҙаҡлы шәхестәрҙе биргән Туҡсоран ерендә Рауил бәләкәстән йыр-моңға, әҙәбиәткә ғашиҡ булып үҫә. Ауылындағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Ҡаҙағстан менән Ырымбур сигендәге Аҡбулаҡ педагогия училищеһында, Башҡорт дәүләт университетында, аспирантурала уҡый. 1965 йылдан Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй. Кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияларын яҡлай. 1995 йылдан — Башкортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһы секретаре.
Рауил Бикбаевтың тәүге шиғырҙары 1957 йылдан республика гәзиттәрендә, “Йәш көстәр” альманахында баҫыла башлай. 1962 йылда “Ағиҙел” журналында “Вокзал” поэмаһы донъя күрә.
1964 йылда Рауил Бикбаевтың “Дала офоҡтары” исемле тәүге шиғри йыйынтығы сыға. Унан һуң донъя күргән “Ҡош юлы”, “Автобиография”,
“Ғүмер уртаһы”, “Ерем балҡышы”, “Яҙмышым”, “Ай күргәндәй, ҡояш алғандай” һ. б. китаптары башҡорт шиғриәтенең үҫешенә тос өлөш индерҙе. Бигерәк тә замандың иң киҫкен һәм борсоулы хәлдәре хаҡында яҙылған “Халҡыма хат”, “Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!”, “Система”, “Баҙар балтаһы”, “Башһыҙ һыбайлы”, “Барокамера” тигән поэмалары киң билдәлелек алды.
Алтмышынсы йылдар башынан уҡ Рауил Бикбаев шиғри ижадты төплө, фәнни тикшеренеүҙәр менән бергә алып бара. Ул Шәйехзада Бабич, Рәми Ғарипов әҫәрҙәрен ентекле өйрәнеүгә һәм халыҡҡа еткереүгә күп көс һалды, Мостай Кәрим, Баязит Бикбай, Рәшит Ниғмәти һәм башҡа бик күп шағирҙарҙың ижади портреттарын яҙҙы, башҡорт әҙәбиәтенең алты томлыҡ тарихын баҫтырып сығарыуға күп көс һалды.
Рауил Бикбаевтың Өфөлә, Мәскәүҙә, Ҡазанда башҡорт, рус, татар телдәрендә егерменән ашыу китабы баҫылды.
Шиғриәттәге һәм фән өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн Рауил Бикбаевҡа 1993 йылда Башкортостандың халыҡ шағиры тигән исем бирелде. Ул — Башкортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башкортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы, Рәми Ғарипов исемендәге премиялар лауреаты.
1966 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Предварительный просмотр:
Рәшит Ниғмәти
(1909-1959)
Рәшит Ниғмәти (Рәшит Ниғмәтулла улы Ниғмәтуллин) 1909 йылдың 9 февралендә хәҙерге Куйбышев өлкәһе Больше-Черниговский районы Диңгеҙбай ауылында донъяға килә. Йәшләй етем ҡалып, балалар йортонда тәрбиәләнә. 1924 йылда Өфөгә килеп, В. И. Ленин исемендәге етем балалар мәктәбенә уҡырға инә. 1931 йылда Өфө рабфагын тамамлағас, Р. Ниғмәти Туймазы районы гәзитендә эшләй. 1934 — 1936 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышы алдынан Өфөгә күсеп, республика гәзиттәрендә, Башҡортостан Яҙыусылар союзында эшләй.
Рәшит Ниғмәтиҙең беренсе шиғырҙары 1926 йылда “Башҡортостан”, “Башҡортостан йәштәре” гәзиттәрендә баҫыла. 1933 йылда шағирҙың “Кереш” тигән тәүге шиғырҙар китабы сыға. Шул йылда баҫылған “Баҫыу хөкөмө” поэмаһы менән ул үҙен әҙәбиәттә нығыраҡ танытты. Утыҙынсы йылдарҙа яҙыусының “Мин постамын”, “Хат”, “Кавказ”, “Тимер юл”, “Байраҡ тураһында поэма” кеүек әҫәрҙәре башҡорт поэзияһында тыуған илгә, халыҡҡа оло һөйөү тойғоларын һүрәтләндергән иң яҡшы өлгөләр булды.
Публицистик лирика, героик эпос Рәшит Ниғмәти поэзияһының иң көслө сифаттарынан береһе булып әүерелә. Ул поэзияның идея-художество юғарылығына ирешеүҙә шағир В. Маяковскийҙан бик ныҡ өйрәнә. Был хаҡта башҡорт шағиры “Ҡыҙыма хаттар” шиғырында, “Маяковский миңә маяҡ булды, ә мин барам ана шул юлдан”, тип хаҡлы әйтте.
Рәшит Ниғмәти 1939 йылда иң популяр әҫәрҙәренән һаналған “Йәмле Ағиҙел буйҙары” тигән лиро-эпик поэмаһын ижад итте. Автор был поэмаһында башҡорт халҡының үткән героик тарихын, бөгөнгө тормошон тасуирлай.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Р. Ниғмәти ижады айырыуса әүҙемләшә һәм яңы баҫҡысҡа күтәрелә. Уның “Тыуған илем өсөн”, “Әсә һүҙе”, “Үс ал, патриот!” шиғырҙары, “Үлтер, улым, фашисты!”, “Һинең кәләшеңдең хаттары” поэмалары башҡорт шиғриәтенең алтын фондына инде.
Һуғыштан һуң Р. Ниғмәти “Большевик”, “Осҡондан ялҡын”, “Һаҡмар ҡыҙы” поэмаларын ижад итте.
Р. Ниғмәти сәхнә әҫәрҙәре лә яҙҙы. Уның “Врач Ғимранов”, “Ағиҙел ярында”, “Урман шаулай” һ.б. пьесалары Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә ҡуйылды. Яҙыусы тәржемә эше менән дә сығыш яһаны.
Әҙәбиәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн Р. Ниғмәти Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, ике тапҡыр “Почет Билдәһе” ордендары менән наградланды. 1959 йылда уға Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән маҡтаулы исем бирелде.
1938 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы ине.
Предварительный просмотр:
Сафуан Әлибаев
1941
Сафуан Әфтәх улы Әлибаев Башҡортостандың Салауат районы Тирмән ауылында 1941 йылдың 21 февралендә тыуа. Урта белем алғандан һуң, колхозда, тимер юлында эшләй, күрше Ҡалмаҡҡол ауылында китапханасы була, Салауат районы гәзите редакцияһына саҡырыла. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, Сафуан Әлибай оҙаҡ йылдар “Башҡортостан пионеры” гәзите редакцияһында эшләй: бүлек мөдире, яуаплы сәркәтип, мөхәррир була. Һуңғы йылдарҙа “Башҡортостан” гәзите, “Ағиҙел” журналы редакцияларында, Башҡортостандың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы директоры булып эшләй.
Сафуан Әлибай балалар өсөн дә, өлкәндәр өсөн дә яҙа. Уның тәүге китаптары — “Беҙҙең юлдаш — яҡты ҡояш” (1968), “Йәйғор” (1970). “Ҡойон” тигән китабы өсөн уға республиканың Ғ. Сәләм исемендәге премияһы бирелә.
Сафуан Әлибаев күберәк лирик поэзия өлкәһендә эшләй. Дуҫлыҡ һәм мөхәббәткә арналған бик күп шиғырҙары һәм йырҙары киң танылыу тапты.
Шағир балалар әҙәбиәтендә лә ул актив эшләй, тәржемә менән шөғөлләнә. Ул “Башҡорт балалар антологияһы“ның икенсе китабын төҙөп сығарҙы. Башҡорт теленә А. Пушкин, Р. Ғамзатов һ. б. шағирҙарҙың әҫәрҙәрен тәржемә итте. “Тылсымлы шар” тигән китабы 1996 йылда Андерсен исемендәге Халыҡ-ара Маҡтаулы дипломға лайыҡ булды.
Әҙиптең шиғырҙары урыҫ, украин, ҡаҙаҡ, төркмән, немец, монгол телдәренә тәржемә ителде.
Сафуан Әлибай Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1991).
1973 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
С.Юлаев ордены кавалеры.
Предварительный просмотр:
Фәрит Иҫәнғолов — шағир, яҙыусы.
(1928-1984)
Фәрит Әхмәҙулла улы Иҫәнғолов 1928 йылдың 6 мартында Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Ҡарлыманбаш ауылында тыуа.
1935—1945 йылдарҙа урта мәктәптә, 1945—1949 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый. Ике йыл Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар урта мәктәбендә уҡытыусы һәм завуч булып эшләгәс, Башҡортостан «Китап» нәшриәтенә күсерелә һәм мөхәррир, 1957 йылға тиклем өлкән мөхәррир булып эшләй. 1958—1960 йылдарҙа Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙа уҡый. 1965 йылға тиклем «Ағиҙел» журналының баш мөхәррир урынбаҫары, Башҡортостан Яҙыусылар союзының әҙәби консультанты була.
Фәрит Иҫәнғоловтоң тәүге шиғырҙары урта мәктәптә уҡыған мәлдә үк «Йәш төҙөүсе» газетаһында баҫыла башлай. Ләкин ул башҡорт әҙәбиәтендә прозаик булып таныла.
Фәрит Иҫәнғолов — балалар әҙәбиәтенең иң күренекле әҙибе. 1950 йылда «Ҡотлоәхмәт ҡарт» тигән тәүге хикәйәһе баҫыла. Бер-бер артлы «Тәүге һынау», «Баҫҡыс», «Хәмит күпере», «Сабирҙың дуҫтары», «Нәҙекәйбил», «Быйыл йәй» һәм башҡа хикәйә, повестары донъя күрә.
1970 йылда «Арыш башағы» романы өсөн Фәрит Иҫәнғоловҡа республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге премияһы бирелә.
Предварительный просмотр:
Филиппов Александр Павлович
Поэт, писатель, переводчик
Народный поэт РБ, 2004 г.
Филиппов Александр Павлович родился 7 ноября 1932 года в селе Юмагузино Кугарчинского района Башкортостана. Учился в Башкирском государственном педагогическом институте имени К.А.Тимирязева (ныне – Башкирский государственный университет) в Уфе. В 1955 году, получив диплом, уехал работать школьным учителем в деревню Ишлы Аургазинского района Башкортостана.
Потом до 1961 года работал корреспондентом Башкирского радио в Кумертау, Салавате. После переезда в Уфу с 1961 по 1968 год работал редактором молодежных передач на Комитета по телевидению и радиовещанию при Совете Министров БАССР. Член Союза писателей СССР (1965).С 1991 года Александр Филиппов работал главным редактором газеты "Истоки".
В 1968 году он был избран руководителем секции русских писателей Союза писателей БАССР. С 1983 по 1991 год возглавлял Литературный фонд Союза писателей БАССР, был членом Совета по связям с иностранными писателями и правления Литературного фонда Союза писателей СССР, членом редакционной коллегии нескольких изданий. Являлся депутатом Кировского районного совета Уфы, членом Президентского совета Республики Башкортостан.
За большой вклад в развитие многонациональной культуры Республики Башкортостан Александр Павлович Филиппов был награжден орденом Салавата Юлаева.
Александр Павлович много путешествовал. Был в Англии, Вьетнаме, на Кубе, в Конго, ГДР и других странах. Умер 15 октября 2011 года. Похоронен на Южном кладбище в Уфе.
Предварительный просмотр:
Хөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улы
10.04.1928
Академик, филология фәндәре докторы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1980).
Ғ.Хөсәйенов Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылында тыуа. Үҙҙәренең ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында колхозда эшләй. Еҙем-Ҡаран мәктәбендә, Өфөләге 9 –сы урта мәктәптә уҡый. 1947-1951 й. Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый. 1954 й. Бөтә донъя әҙәбиәт институты аспиранты, филология фәндәре кандидаты тигән ғилми дәрәжә ала.
Ғ.Хөсәйенов 1954 йылдан алып әлеге көнгәсә Өфөләге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.
Ғ.Хөсәйенов – журналист, әҙәби тәнҡитсе, әҙәбиәт белгесе, әҙип.
Китаптары:
Шағирҙар. Батырҙар ҡиссаһы.
Заман.Әҙәбиәт.Әҙип. Тормош.
Заман һәм поэзия. Донъя.
Хәҙерге әҙәбиәт донъяһында. Сәйәхәт дәфтәре.
Предварительный просмотр:
Яныбай Хамматов (1925-2000)
Яныбай Хаммат улы Хамматов 1925 йылдың 16 ғинуарында Башҡортостандың Белорет районы Исмаҡай ауылында тыуған. Ун бер йәшендә ул Инйәр урта мәктәбенә уҡырға китә. Ҡышын аслы-туҡлы уҡый, йәйен йәштәштәре менән бергәләп Әүжән приискыһында алтын йыуа. 1940 — 1942 йылдарҙа Юғары Әүжән алтын приискыһында эшләй. Алтын эҙләүселәргә бағышлап шул йылдарҙа тәүге шиғырҙарын яҙа. 1942 — 1946 йылдарҙа армияла хеҙмәт итә. Хеҙмәттән ҡайтҡас, кире алтын приискыһында, райком аппаратында эшләй. 1949 йылда "Башзолото" тресына күсә. Аҙаҡ Өфөлә өлкә партия мәктәбен һәм Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай.
Яныбай Хамматов әҙәбиәттә романист булараҡ танылды. Я. Хамматов 17 роман авторы. Яҙыусыға ҙур уңыштар килтергән "Бөртөкләп йыйыла алтын" романын 1964 йылда тамамлай. Шуның артынса "Аҡман-тоҡман", "Йәшенле йәй", "Юрғашты", "Руда" романдарын яҙа. Был романдары өсөн яҙыусы 1994 йылы Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды.
Яныбай Хамматов 50 — 60-сы йылдарҙағы колхоз ауылы тормошо хаҡында “Йондоҙҙар нисек ҡабына” тигән романын, Советтар Союзы Геройы Миңлеғәли Ғөбәйҙуллинға арналған “Тыуған көн” исемле романын яҙҙы. Романистика өлкәһендәге яңы уңыштарының береһе булып, башҡорттарҙың 1812 йылғы Ватан һуғышындағы батырлыҡтарын сағылдырған “Төньяҡ амурҙары” тигән тарихи романы барлыҡҡа килде.
Яныбай Хамматовтың күпселек романдары тарихи темаға бағышланған һәм тарихи документтар нигеҙендә яҙылған. «Ҡара яу» романы башҡорттарҙың татар-монгол иҙеүенә ҡаршы кѳрәше тураһында һѳйләй.
Уның әҫәрҙәре рус, украин, әзербайжан телдәренә тәржемә ителгән. Белорет районы Советы президиумы ҡарары менән проза ѳлкәһендә актив эшләүселәргә Яныбай Хамматов исемендәге премия булдырылған.