Яҡташ сәнғәт әһелдәре Земляки - деятели культуры

Багаутдинова Альмира Рафаиловна
Архангел районынан сыҡҡан сәнғәт әһелдәре
Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһы дикторы, БР-ҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нәйлә Ғәләүетдинова 
Юғары категориялы диктор. Архангел районы Тирәкле ауылында тыуа. Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағандан һуң (1965; Р.С. Сыртланов курсы) “Башҡортостан” ДТР‑нда, бер үк ваҡытта 2001—10 йй. “Башҡортостан” ТРК ДУП‑ында эшләй.  ТВ‑ла әҙәби‑музыкаль (“Моң шәлкеме”, “Музыкаль тулҡындар”, “Сәнғәт әһелдәре”), мәғлүмәти (“Панорама”, “Башҡортостан”), балалар өсөн (“Күңелле станциялар”, “Шарлауыҡ”) тапшырыуҙар, “Минең әкиәттәрем” телеконкурсын һ.б. алып бара. “Башҡортостан радиоһы”нда “Шиғриәт минуттары”, “Һеҙҙең өсөн, ветерандар”, “Бөтә йөрәктән”, “Ваҡыт даръяһы” әҙәби-музыкаль һ.б. тапшырыуҙарҙы алып барыусы. 1981 йылда Н.Ғәләүетдинова Башҡорт АССР - ның атҡаҙанған артисы, 1993 йылда - Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, 2020 йылда Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән юғары исемдәргә лайыҡ була. Оҙайлы тырыш хеҙмәте өсөн күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә.
Билдәле актер, режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәтих Иҡсанов
 Фәтих Хәйрулла улы Иҡсанов 1935 йылдың 1 сентябрендә Архангел районы Тирәкле ауылында тыуа. 1969 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Өфө сәнғәт училищеһын (1964; Ғ.Ғ. Ғиләжев курсы), ГИТИС‑ты (1973; И.Г.Шароев курсы) тамамлаған. 1964—68 йй. БАДТ актёры, 1972 й. алып Башҡорт филармонияһы режиссёры. “Ҡаҙ өмәһе”, “Яҙғы моңдар”, “Көҙгө моңдар”, “Йәш тауыштар” театрлаштырылған байрамдары һәм концерттары, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең ижади кисәләре, 50‑нән ашыу интермедия, шулай уҡ башҡорт ТВ‑һында юмористик тапшырыуҙар сценарийҙары авторы һәм режиссёры. Респ. тальян байрамының (Өфө, 1985—87) инициаторы һәм ойоштороусыһы, "Йәдкәр” фольклор ансамблен ойоштороусыларҙың береһе. Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955), Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә (1985; икеһе лә — Мәскәү) ҡатнаша. 2004 й. Иҡсанов исемендәге призға “Моңға бай гармун байрамы” республика гармун байрамы ойошторола. Өфөлә Иҡсанов йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, тыуған ауылында урамға Иҡсанов исеме бирелгән. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1986). 
Театр һәм кино актеры, режиссер, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы Олег Ханов
Ханов Олег Закир улы 1951 йылдың 11 авгусында Башҡорт АССР-ы Архангел районыныңҠыҙғы ауылында актёр ғаиләһендә (атаһы Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы Закир Ханов) тыуған. Театр һәм кино актёры, режиссер. Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2024), РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1987), Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1983), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1981), Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы лауреаты (1996), Станиславский исемендәге премия лауреаты (2014),Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1981). Олег Закир улы Ханов 1973 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай һәм үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.Олег Ханов — актёр оҫталығы кафедраһы профессоры. 2012 йылдан М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының художество етәксеһе булып эшләй.
Салауат драма театры актеры, Башҡортостандың халыҡ артисы Рауил Ғалин
Рауил Әхтәрйән улы Ғалин 1950 йылдың 25 ғинуарында  Архангел районы Ҡыҙылъяр ауылында тыуа. Актёр. БР-ҙың халыҡ (1996), БАССР-ҙың атҡаҙанған (1989) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1982). Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағандан һуң (1974; Р.М. Әйүпов курсы) Салауат башҡорт драма театры, 1991 й. алып Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры актёры, бер үк ваҡытта 1994—2008 йй. Башҡорт республика мәҙәниәт техникумында (Стәрлетамаҡ ҡ.) уҡыта. Үҙенсәлекле ролдәр башҡарған Ғалин Р. сәхнә персонаждарын сағыу биҙәктәр менән байыта. Төп  ролдәре: Геннадий (“Йылмайған өсөн бер миллион”, А.В.Софронов; дебют, 1974), Закир (“Ҡара йөҙҙәр”, М. Ғафури), Байымов (“Ун өсөнсө председатель”, А.Абдуллин) һ.б.
Сибай драма театры актеры, Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Сәйфуллин
Риф Ғәле улы Сәйфуллин1949 йылдың 10 апрелендә Архангел районы Муллаҡай ауылында тыуа. Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр бүлеген тамамлай (1973 й.). М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында эшләй. Әлеге ваҡытта А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрында эшләй.1977 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы.  Төп ролдәре: сэр Маклой («Бәхтегәрәй», Әсғәт Мирзаһитов) Яппар («Ҡоҙаса», Баязит БикбайЗаһир Исмәғилев) Иҫәнгилде («Аҡмулланың аҡ төндәре», Наил Ғәйетбаев) Кочкарев («Өйләнеү», Н. В. Гоголь) һ. б. Ғ. Исхаковтың «Һайра, һандуғасым» спектаклен ҡуйыусы режиссёр (1993), пьесаларҙы тәржемә итеүсе. БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1979),  БАССР-ҙың халыҡ артисы (1988)
Башҡорт ҡурсаҡ театры актеры Рәсүл Лоғаманов
Рәсүл Мөхәмәтйән улы Лоғаманов Архангел районы Муллаҡай ауылында тыуа. Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһын тамамлай. Башҡорт Ҡурсаҡ театрында 25 йылдан артыҡ эшләй.100-ҙән ашыу роль башҡара. "Урал батыр" эпосында Шүлгән, Йәнбирҙе, үгеҙ ролдәрен уйнай.
М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры, Башҡортостандың атҡаҙанған һәм халыҡ артисы Мәғәфүр Усманов 
Усманов Мәғәфүр Мәхмүт улы 1962 йылдың 26 мартында Башҡорт АССР-ының Архангел районы Ҡыҙғы ауылында тыуа.Мәғәфүр Мәхмүт улы 1987 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын (Рифҡәт Исрафилов курсы) тамамлай һәм Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында эш башлай. 1989 йылдан Башҡортостан Республикаһы Милли йәштәр театры актеры.50-гә яҡын төрлө пландағы (комик ролдәр, балалар өсөн спектаклдәрҙәге ролдәре, етди ролдәр) ролдәр башҡара. Заһир («Ғәлиә», Т. Таһировтың шул уҡ исемле повесы буйынса), Хызыр («Дала ҡиссаһы», Ф. Бүләков), Ҡарт ир («Ҡорон» — «Лавина», Т. Джюдженоглу), Тальян («Иҙеүкәй һәм Мораҙым», Мөхәмәтша Буранғолов), Король («Роза йәки мин?», А. Дилмөхәмәтов), Юламан ҡарт («Мөхәббәт һәм нәфрәт», Зәйнәб Биишева), Тимербай — «Алтын балта», С. Сурин), Жантык («Мөхәббәт тураһында легенда», Г. Мусрепов) һ.б.Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1994). «Жест» халыҡ-ара пластика фестивале лауреаты (Өфө, 1994).
 
М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры, Башҡортостандың атҡаҙанған һәм халыҡ артисы Илсур Хәбиров          
    Илсур Хәбиров 1962 йылда Архангел районы Тирәкле ауылында тыуа.  1979 йылда Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә уҡырға инә. Сәнғәт училищеһын уңышлы тамамлағас, Өфө сәнғәт институтының театр бүлегендә уҡый. 1989 йылдан Милли йәштәр театрында эшләй. Илсур Хәбиров ошо дәүер эсендә 60-тан ашыу роль ижад итте. З. Биишеваның “Мөхәббәт һәм нәфрәт” — Сәлихйән, Н. Ғәйетбаевтың “Ҡурай моңо” — Батыр, А. Мусреповтың “Дала ҡиссаһы” — Ҡарабай, Ф. Бүләковтың “Ҡәһәр һуҡҡан мөхәббәт” — Булат, “Йөрәктәрҙә ҡалған эҙҙәр” — Салауат, Т. Миңнуллиндың “Аҡбай ниңә күңелһеҙ” — Бүре, М. Кәримдең “Ҡыҙ урлау” — Дәүләтбай, Т. Ғарипованың “Ғилмияза” — Иҫкебей — был спектаклдәрҙә уйнаған ролдәре. Башҡортостандың халыҡ артисы.
Бейеүсе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Юнир Ноғоманов
Юнир Ғаяз улы Ноғоманов 1982 йылда Архангел районы Ҡыҙғы ауылында тыуа. Нефтекама дәүләт филармонияһында бейеүсе булып эшләй. Төрлө милләт халҡы бейеүҙәрен башҡара. 2009 йылдан "Түңгәүер" халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе була.
 
Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһы дикторы, Башҡортостандың халыҡ артисы Зифа Фәйзуллина
 Зифа Хөснулла ҡыҙы Фәйзуллина - Винокурова Архангел районы Аҙау ауылында тыуа. Журналист, Башҡортостан радиоһының музыкаль тапшырыуҙар редакцияһы мөхәррире. Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһында уҡый. Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегендә белем ала. Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай. Республика радиокомитетында эш башлай. "Ватандаш" журналында мәҡәләләр яҙа.Йырҙары бар.
З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының кафедра доценты, профессор, Башҡортостандың  атҡаҙанған артисы Земфира Хөсәйенова
Земфира Хәмзә ҡыҙы Хөсәйенова Архангел районы Тәүәкәс ауылында тыуа. 1989 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай (Ғ.Ғиләжев класы). 1992 йылда А.Луначарский исемендәге  ГИТИС-ты тамамлай (В.А.Андреев класы). 1989 йылдан Өфө дәүләт сәнғәт институтының режиссура һәм актер оҫталығы кафедраһында эшләй. Кафедра доценты. 2016 й.  профессор дәрәжәһенә үрләй. Бик күп хеҙмәттәре, тәржемәләре бар. Төрлө конкурстарҙа жюри ағзаһы. В.Яхонтов исемендәге Бөтә Союз конкурсы лауреаты. Халыҡ-ара конкурстар дипломанты, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы. 
Билдәле диктор Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Эльвера Сәйфуллина-Әсәҙуллина
Эльвера Ғәле ҡыҙы Сәйфуллина 1947 й. Архангел районы Муллаҡай ауылында тыуа. Бөрө дәүләт педагогия институтын тамамлай. 40 йылдан ашыу Башҡортостан телевидениеһында диктор, редактор булып эшләй. "Зәңгәр ут" тапшырыуын алып бара. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992 й.) исеменә лайыҡ була. Хеҙмәт ветераны. Күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙары менән наградлана.
image
Билдәле йырсы Радмир Хәсәнов
Радмир Марат улы Хәсәнов 1992 йылда Архангел районы Яңы Шишмә ауылында тыуа. 2009 йылда Өфө сәнғәт училищеһының вокал сәнғәте бүлегенә (В.Хызыров класы) уҡырға инә. З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында опера йырҙарын башҡарыу оҫталығы кафедраһында (Й.Әбделмәнов класы) белем ала. Профессиональ йырсы (баритон). Башҡорт, татар, рус, сит ил эстрада йырҙарын һәм операларын башҡара. Репертуары бик бай. Алып барыусы.Республика, Бөтә Рәсәй, Халыҡ-ара конкурстары лауреаты һәм еңеүсеһе. БР Мәҙәниәт министры Рәхмәт хаты менән бүләкләнә.
image
Билдәле йырсы Айгөл Юламанова
Айгөл Юламанова Архангел районы Көмәрле ауылында тыуа. Липовка урта мәктәбендә уҡый. 2006 й. З.Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһының театр факультетының режиссер һәм актер оҫталығы кафедраһын тамамлай. Йырҙар авторы, башҡарыусыһы.
image
Шағир Ринат Сөләймәнов

Ринат Сөләймәнов Йәш шағир Ринат Сөләймәнов 1985 йылдың 1 ғинуарында Архангел районы Аҙау ауылында тыуған. 2006 йылда БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлай. Әлеге көндә Өфө ҡалаһының 68-се лицейында башҡорт теленән белем бирә. Шул уҡ ваҡытта әҙәби ижад менән шөғөлләнә. 2008 йылда З. Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә «Ҡабаттан ғашиҡ булыу» тигән повесть һәм хикәйәләрҙән тупланған проза китабы донъя күрҙе, 2018 йылда «Йөрәгемдә – яҙҙарым» тигән шиғырҙар һәм поэмалар йыйынтығы баҫылып сыҡты. 2016 йылдан РФ һәм БР Яҙыусылар берлеге ағзаһы. Һуңғы йылдарҙа драматургия өлкәһендә лә ҡәләм тирбәтә.