Башҡорт теленән контроль-баһалау материалдары Контрольно-оценочные материалы по башкирскому языку
Скачать:
Предварительный просмотр:
5 класс. Инеү контроль диктанты.
Эштәр:
1 вариант: 1. 3-сө һөйләмдән сифаттарҙы табып яҙырға.
2. Тештәренә һүҙенең тамыр һәм ялғауҙарын табырға.
2 вариант. 1. 3-сө һөйләмдән исемдәрҙе табып яҙырға.
2. Ҡыуаҡлыҡтар һүҙенең тамыр һәм ялғауҙарын табырға.
2
Предварительный просмотр:
Предварительный просмотр:
Предварительный просмотр:
Предварительный просмотр:
Предварительный просмотр:
Предварительный просмотр:
Бөтә үтелгәндәр буйынса контроль тест.
1. Ҡушма һөйләмдәрҙең төрөн иҫбатла:
1. Ике ябай һөйләмдән төҙөлгән һөйләм
2. Бер нисә ябай һөйләмдән төҙөлгән һөйләм
3. һөйләм эсенә ингән ябай һөйләмдәрҙе мәғәнә һәм интонация уртаҡлығы берләштерә
4. Һөйләм эсенә ингән ябай һөйләмдәр үҙ-ара теҙеү юлы менән бәйләнәләр
5. Һөйләм эсенә ингән ябай һөйләмдәр үҙ-ара эйәртеү юлы менән бәйләнәләр
6. Һөйләм эсенә ингән ябай һөйләмдәр бер-береһенә буйһонмайҙар
7. Һөйләм эсенә ингән ябай һөйләмдәр һәр ҡайһыһы үҙ алдына торғанда ла тамамланған уй аңлата
А. Теҙмә ҡушма һөйләм
Б. "Кушма һөйләм
В. Эйәртеүле ҡушма һөйләм
2. Түбәндәге һөйләмдәрҙе дөрөҫ урынлаштыр:
1. Сәхип әбей бер ҙә һөйләнсек ҡарсыҡ түгел ине, ә бөгөн ауыҙынан бер-бер артлы һүҙҙәр ҡойолоп ҡына тора.
2. Шартлап ишек асылып китте лә, штабҡа тауҙан ишелеп төшкән ҡая шикелле оло ҡәүҙәле, ҡуңыр яҫмаҡ битле хәрби килеп инде.
3. Улар урманда бер аҙ ҡына туҡтап торҙолар ҙа аҡрын ғына түбән осҡа табан ҡуҙғалдылар.
А. Теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләмдәге ябай һөйләмдәрҙең уртаҡ киҫәге булһа, йыйыу теркәүестәре алдынан өтөр ҡуйылмай
Б. Теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләмдәге ябай һөйләмдәр араһында өтөр ҡуйыла.
В. Йыйыу һәм ҡаршы ҡуйыу теркәүестәре да-дә, ҙа-ҙә, ла-лә, та-тә теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙе бер-береһенә бәйләп килгәндә, өтөр уларҙан аҙаҡ ҡуйыла.
3. Һөйләмдәр араһындағы мәғәнә мөнәсәбәте буйынса теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙәге ябай һөйләмдәрҙең үҙ-ара нисек бәйләнеүен асыҡла:
1. Бер үк ваҡытта һәм бер-бер артлы булған күренеш, хәл-ваҡиғаларҙы белдерә торған һөйләмдәр
2. Бер-береһенә ҡаршы ҡуйыла торған күренеш, хәл-ваҡиғаларҙы белдерә торған һөйләмдәр
А. һанау интонацияһы
Б. "Каршы ҡуйыу интонацияһы.
4. Эйәрсән һөйләмдең баш һөйләмгә бәйләнеү сараһын билдәләгеҙ. Әгәр умарталағы инә ҡорт үлһә, ҡалған ҡорттар теләһә ҡайһы яҡҡа таралып бөтәләр.
А. Килеш ялғауҙары ярҙамында Г. Шарт һөйкәлеше ярҙамында
Б. Интонация ярҙамында Д. Теркәүес ярҙамында
В. Бәйләүес ярҙамында
5. Бүре ике-өс метрҙы яйлап ҡына үтте лә ҡапыл көтөүгә ташланды. Был ниндәй һөйләм?
А. Ябай һөйләм
Б. Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләм
В. Теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләм
Г. Эйәртеүле ҡушма һөйләм
Д. Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм
6. Ҡояш ҡалҡҡас, ысыҡ кипте. Эйәрсән һөйләм баш һөйләмгә нимә ярҙамында бәйләнгән?
А. Бәйләүес ярҙамында Г. Төбәү килеш ялғауы менән
Б. Хәл ҡылым ялғауы менән Д. Урын-ваҡыт килеш ялғауы менән
В. Интонация менән
7. Эйәрсән һөйләмдәрҙе дөрөҫ урынлаштыр:
1. Күренеп тора: һөнәремде алмаштырырға йөрөүемде оҡшатманы ул.
2. Килбәте ниндәй - күләгәһе шундай.
3. Һиңә шундай үтенес бар: бөгөн үк юлға сыҡ.
4. Һин ҙур эштәр башҡараһың, кешеләргә күп яҡшылыҡтар эшләйһең, уларға таяныс булаһың, тип уйлайым.
5. Зөһрә вокзалға төшкәндә, ярты төн яҡынлашҡайны инде.
А. Хәл һөйләм
Б. Аныҡлаусы һөйләм
В. Эйә һөйләм
Г. Тултырыусы һөйләм
Д. Эйәрсән хәбәр һөйләм
8. Һөйләмдең төрөн билдәлә:
1. Тауыш-тын бер аҙ баҫылып, төн уртаһы ауғас, Үмәр тәҙрәһен ипләп кенә сирттеләр.
2. Юлиә бына шуның өсөн был көндәрҙә бик оҙаҡ уйланды: уларҙың кәңәшенә ҡушылып, мөгәзәйҙе асырға кәңәш итһәк, күп кеше язаға тарттырыласаҡ; әгәр кәңәш бирмәй, кире ҡаҡһаң, йөҙләгән кеше астан ҡырыласаҡ.
3. Усына шоңҡар ҡундырған,
Еренә батыр тыуҙырған,
Иленә яу килгәндә,
Егетен атҡа мендергән,
Дошманды пыр туҙҙырған,
Дуҫын түргә уҙҙырған,
Аҫыл, батыр Урал мин,
Алтын, баҡыр Урал мин.
А. Теҙемдәр Б. Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм В. Ҡатнаш ҡушма һөйләм.
9. Шәм, бәлки, иртәнгә тиклем янғандыр, беҙ йоҡлап киттек. Был ниндәй һөйләм?
А. Ябай һөйләм В. Эйәртеүле ҡушма һөйләм
Б. Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләм Г. Теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләм
10. Эйәрсән һөйләм төрөн билдәләгеҙ: Нәфсене нигә өйрәтһәң, шуны ҡыуыр.
А. Эйә һөйләм Г. Тултырыусы һөйләм
Б. Хәбәр эйәрсән һөйләм Д. Хәл һөйләм
В. Аныҡлаусы һөйләм.
Баһалау: “5» - 24-25 б.
“4” – 18-23 б.
“3” – 12-17 б.
Предварительный просмотр:
Синтаксис.
Ҡушма һөйләм буйынса тест.
- Синтаксистың төп берәмектәрен күрһәтегеҙ.
- Һүҙ, фразеологик берәмек, эйә
- Һөйләм, һүҙ, текст
- Һөйләм, һүҙбәйләнеш, текст
- Ҡайһыһы ҡушма һөйләм?
- Уй-фекер бер эйә һәм бер хәбәр тирәһендә генә тупланған.
- Ике йәки унан да күберәк ябай һөйләмдәрҙән төҙөлгән.
- Тиң киҫәктәре күп.
- Ҡушма һөйләмде билдәләгеҙ
- Яҡшы кешеләрҙең дуҫтары күп була.
- Берәүҙәр бында һөйгәндәренә йөрәк серҙәрен асырға килә, икенселәре шунда ҡайғы-хәсрәтен тарата.
- Берәүҙәр ағас йыға, уны ботай, бүлгеләй.
- Ҡайһыһы эйәртеүле ҡушма һөйләм?
- Ҡояш ҡыҙҙыра, йырғанаҡтарҙан ҡар һыуҙары сылтырап аға.
- Йәнлектәр йыйылып бөткәс, ҡуян ах-зарын һөйләргә тотонған.
- Япраҡтар һибелә, юлдарҙы, һуҡмаҡтарҙы күмеп китә.
- Теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләмде күрһәтегеҙ
- Тәбиғәт ҡануны шундай: көҙөн ағастар япраҡтарын ҡоя.
- Уның күңеле күтәренке, йөҙө шат ине.
- Ишек асылды, һәм кабинетҡа бер малай килеп инде.
- Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмде күрһәтегеҙ
- Тәбиғәт ҡануны шундай: көҙөн ағастар япраҡтарын ҡоя.
- Уның күңеле күтәренке, йөҙө шат ине.
- Ишек асылды, һәм кабинетҡа бер малай килеп инде.
- Беҙгә һинең менән еңелергә ярамай ваҡыты шундай һөйләмендә ниндәй тыныш билдәһе ҡуйыла?
- Өтөр
- Ике нөктә
- Һыҙыҡ
- Ә мөһиме шул иртән иртүк юлға сығырға кәрәк һөйләмендә ниндәй тыныш билдәһе ҡуйыла?
- Өтөр
- Ике нөктә
- Һыҙыҡ
- Кем дә кем тормошта матур йәшәй белә шул батырлыҡҡа ла һәләтле һөйләмендә ниндәй тыныш билдәһе ҡуйыла?
- Өтөр
- Ике нөктә
- Һыҙыҡ
- Эйәһе ниндәй бәйәһе шундай һөйләмендә ниндәй тыныш билдәһе ҡуйыла?
- Өтөр
- Ике нөктә
- Һыҙыҡ
- Эйә эйәрсәнле эйәртеүле ҡушма һөйләмдә ниндәй тыныш билдәләре ҡуйыла?
- Өтөр, һыҙыҡ
- Өтөр, ике нөктә
- Өтөр, һыҙыҡ, ике нөктә
- Хәбәр эйәрсәнле эйәртеүле ҡушма һөйләмдә ниндәй тыныш билдәләре ҡуйыла?
- Өтөр, һыҙыҡ
- Өтөр, ике нөктә
- һыҙыҡ, ике нөктә
- Аныҡлаусы эйәрсәнле эйәртеүле ҡушма һөйләмдә ниндәй тыныш билдәләре ҡуйыла?
- Өтөр, һыҙыҡ
- Өтөр, ике нөктә
- Өтөр, һыҙыҡ, ике нөктә
- Беҙ ҡушылып китәсәк ҡаруанға халыҡ күп йыйылды һөйләмендә ниндәй тыныш билдәһе ҡуйыла?
- Өтөр
- Ике нөктә
- Бер нимә лә ҡуйылмай
- Кемдең йөрәге –ялҡын шуның ҡулдары ла - алтын һөйләмендә ниндәй тыныш билдәһе ҡуйыла?
- Өтөр
- Ике нөктә
- Һыҙыҡ
Предварительный просмотр:
8 класта туған (башҡорт) телдән контроль эш
Мәктәп: __________________________________________________
Класс: ________
Уҡыусы (Ф.И.): _______________________________________________
Контроль эш 45 минутҡа иҫәпләнгән.
Баһалау критерийҙары:
100-80 % - «5», 80-60 % - «4», 51-60 % - «3», 50% һәм кәмерәк булһа «2» билдәһе ҡуйыла.
Максималь балл: 14 б.
1.Тәүге һүҙ һөйләмдең ниндәй киҫәге булып килә? Тәбиғәтте һаҡлағыҙ!
1) тултырыусы;
2) аныҡлаусы;
3) хәл;
4) эйә.
2. Ҡушма һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ:
Оҙон ҡыш үтте, яҙ етте, мәктәптә йәйге каникул башланды (Я. Хамматов).
1) теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләм
2) теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләм
3) эйәртеүле ҡушма һөйләм
3. Эйәрсән аныҡлаусы һөйләмдәрҙең ниндәй һорауға яуап булыуын билдәләгеҙ:
1) кем? нимә?
2) нимә? нимәлә? кемдеке?
3) кемдең? ниндәй? ҡайһы?
4) кемде? нимәне? кемгә?
4. Ҡайһы яуап һөйләмдә һыҙыҡ ҡуйылырға тейеш урында күрһәтә?
Мансур бабай бәләкәс балаларҙы ғына түгел (1) ҡолондарҙы (2) бәрәстәрҙе (3) эттәрҙе (4) бөтә хайуандарҙы ла бик ярата шул.
5. Бының сәбәбе шунда: ваҡ йылғаларҙың яҙмышы хаҡында хәстәрлек юҡ. Эйәрсән һөйләмдең баш һөйләмгә бәйләнеү сараһын билдәләгеҙ:
1) бәйләүес ярҙамында;
2) интонация ярҙамында;
3) килеш ялғауы ярҙамында;
4) мөнәсәбәт һүҙ ярҙамында
6. Мәҡәлдең икенсе өлөшөн табығыҙ:
Уйнап һөйләһәң дә, … .
1) үҙ аҡылың менән эш ит
2) уйлап һөйлә
3) хөрмәте юҡ
4) ҡәҙере бар
7. Ҡояш батҡас эштән ҡайтҡан йәштәр уйынға сыға. Һөйләмдең ҡайһы киҫәгенән һуң өтөр ҡуйыла?
1) ҡайтҡан
2) батҡас
3) йәштәр
8. Тормош ҡануны шул: кешеләргә яҡшылыҡ эшлә. Ни өсөн ике һөйләм араһында ике нөктә ҡуйылған?
1) Баш һөйләм алдан килгән
2) Баш һөйләм аҙаҡта килгән.
9.Уҡыуҙар тамамланғас, беҙ ауылға киттек. Ваҡыт һөйләм баш һөйләмгә нисек бәйләнгән?
1) төбәү килеш ялғауы менән
2) урын-ваҡыт килеш ялғауы менән
3) хәл ҡылым ялғауы менән
10. Теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙе билдәләргә, тейешле тыныш билдәләрен ҡуйырға.
1) Ҡояш ҡыҙҙыра ләкин беҙ әле арыу һиҙмәйбеҙ.
2) Ҡояш ҡыҙҙыра һәм беҙҙе йылға буйына әйҙәй.
11. Эйәрсән һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ:
1.Ҡайҙа тыуғанбыҙ, шунда йәшәйбеҙ.
2. Беҙ тыуып үҫкән еребеҙ һәр саҡ матур һәм гүзәл булһын.
3. Иле ниндәй – халҡы шундай.
4. Ваҡыт үтеү менән, донъя үҙгәрә.
1) ваҡыт һөйләм
2) аныҡлаусы һөйләм
3) урын һөйләм
4) хәбәр һөйләм
12. Төлкөсура һыу буйын ҡараны, унда бер кем дә юҡ ине. Был ниндәй һөйләм?
1) ябай, тарҡау һөйләм
2) теҙмә ҡушма һөйләм
3) эйәртеүле ҡушма һөйләм
Предварительный просмотр:
8-се класс өсөн башҡорт теленән тест һорауҙары. III сирек.
- Кем күп уҡый, шул күп белә. Бирелгән һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ.
А) Аныҡлаусы һөйләм б) Хәбәр һөйләм в) Эйә һөйләм
2. Ҡояш батҡас эштән ҡайтҡан йәштәр уйынға сыға. Һөйләмдең ҡайһы киҫәгенән һуң өтөр ҡуйыла?
А) ҡайтҡан б) батҡас в) йәштәр
3. Тормош ҡануны шул: кешеләргә яҡшылыҡ эшлә. Ни өсөн ике һөйләм араһында ике нөктә ҡуйылған?
А)Баш һөйләм алдан килгән б)Баш һөйләм аҙаҡта килгән.
4. Беҙ уҡыған мәктәп ярышта еңеүсе булды. Аныҡлаусы һөйләм баш һөйләмгә нисек бәйләнгән?
А)Мөнәсәбәт һүҙ ярҙамында б) килеш ялғауы ярҙамында в) сифат ҡылым ялғауы ярҙ-да
5. Бөтәһен дә дөрөҫ эшләгәнмен тип ҡыуанды ул. Өтөр ҡайһы урында ҡуйыла?
А) Тип теркәүесенән һуң б) Тип теркәүесенең алдынан в) ҡуйылмай
6. Беҙ һәр бер эште уҡытыусы әйткәнсә башҡарырға тырышабыҙ. Һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ.
А) Рәүеш һөйләм б) Аныҡлаусы һөйләм в)Урын һөйләм
7. Ҡарлуғас уйнаҡлап остомо ? мотлаҡ ямғыр яуасаҡ. ? билдәһе урынына ниндәй тыныш билдәһе ҡуйыла?
А) өтөр б) ике нөктә в) һыҙыҡ
8. Класс бүлмәһе таҙа булһын тип, беҙ тәнәфестәрҙә уны еүешләп торабыҙ. Һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ.
А) Сәбәп һөйләм б) Маҡсат һөйләм в) тултырыусы һөйләм
9. Ҡайҙа ҡыйыу кеше кәрәк, ул шунда булды. Урын һөйләм баш һөйләмгә нисек бәйләнгән?
А)мөнәсәбәт һүҙҙәр ярҙамында Б)хәл ҡылым ярҙамында в)килеш ялғауы ярҙамында
10. Уҡыуҙар тамамланғас, беҙ ауылға киттек. Ваҡыт һөйләм баш һөйләмгә нисек бәйләнгән?
А) Төбәү килеш ялғауы м-н б)урын-ваҡыт килеш ялғауы м-н в)хәл ҡылым ялғауы м-н
11. Мин белгәнде һин белмәйһең. Тултырыусы һөйләм менән баш һөйләм араһында ниндәй тыныш билдәһе ҡуйыла?
А) Өтөр б) ике нөктә в) бер нәмә лә ҡуйылмай
12. Ямғыр яуһа, игендәр ҙә уңасаҡ. Һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ.
А) Шарт һөйләм б) Ваҡыт һөйләм
13. Төлкөсура һыу буйын ҡараны, унда бер кем дә юҡ ине. Был ниндәй һөйләм?
А) Ябай, тарҡау б)Ябай, йыйнаҡ в) Эйәртеүле ҡушма һөйләм
Г) теҙмә ҡушма һөйләм д)ҡатмарлы синтаксик төҙөлмә
14. Беҙ бер ҡатлы ағас йорт алдына килеп туҡтаныҡ. Был ниндәй һөйләм?
А) Ябай, тарҡау б)Ябай, йыйнаҡ в) Эйәртеүле ҡушма һөйләм
Г) теҙмә ҡушма һөйләм д)ҡатмарлы синтаксик төҙөлмә
15. Күп эйәрсәнле ҡатмарлы синтаксик төҙөлмә ниндәй өлөштәрҙән тора?
А)Бер баш һәм ике йәки бер нисә эйәрсән һөйләмдән
Б)ике баш һәм ике эйәрсән һөйләмдән
В) ике баш һәм ике йәки бер нисә эйәрсән һөйләмдән
16. Донъя шулай инде: берәүҙәр илап йәшәй, икенселәр илап үләләр. Был ниндәй күп эйәрсәнле ҡатмарлы синтаксик төҙөлмә?
А)Тиң эйәрсән һөйләмле б) тиң булмаған эйәрсән һөйләмле
17. Йәйҙәр үтте инде, тип бойоғорға урын юҡ, сөнки тыуасаҡ көндәр менән хыялланып йәшәйһең. Был ниндәй күп эйәрсәнле ҡатмарлы синтаксик төҙөлмә?
А) Тиң эйәрсән һөйләмле б) Тиң булмаған эйәрсән һөйләмле
18. Тулҡын көсәйгәс һәм кәмә ныҡ ҡына сайҡала башлағас, малайҙың йөҙөндәге йылмайыу һүнде. Был төҙөлмәлә ике эйәрсән һөйләм араһында ниндәй тыныш билдәһе була?
А) Өтөр б) Һыҙыҡ в)ике нөктә г) бер нәмә лә ҡуйылмай