ФДББС ФГОС

Багаутдинова Альмира Рафаиловна
Федераль дәүләт белем биреү стадарттары
Бөгөнгө көн мәктәбенең һәм Федераль дәүләт белем биреү стандарттарының талабы, мәғәнәһе, бурысы һәм төп йүнәлеше – ысын шәхес тәрбиәләү. Үҙ иленә, тыуған төйәгенә, уның тәбиғәтенә, туған халҡына, уның рухи байлығына, туған теленә оло ихтирам, тәрән һөйөү тәрбиәләү – уҡытыусылар алдына ҡуйылған маҡсат. Уҡыусы һәм уҡытыусы хеҙмәттәшлеге аша ғына ошо маҡсаттарға ирешеп, ысын шәхес тәрбиәләп була.

Дәрестәрҙә Федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарының үтәлеше

         Бөгөн белем биреү системаһы, мәғариф өлкәһендәге үҙгәрештәр  дәрестәргә яңы талаптар ҡуя. Улар Федераль дәүләт белем биреү стандарттарында асыҡ сағылыш таба.

         ФДББС индереү шарттарында башҡорт теле дәрестәренә түбәндәге талаптар ҡуйыла.

●Методик яҡтан дөрөҫ ойошторолған дәрес яҡшы йыһазландырылған кабинетта үткәрелергә тейеш. Дәресте заман талаптарына ярашлы итеү өсөн компьютер, интернет, мультимедиа проекторы, электрон дәреслектәр булыуы мотлаҡ. 

●Уҡытыусы үҙенең һәм уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген алдан планлаштырып, дәрес башында маҡсат, бурыстарҙы аныҡ билдәләргә тейеш. Уны уҡыусыларҙан билдәләтеү отошлораҡ.

●Дәрес проблемалы һәм үҫтереүле булырға, уҡытыусы уҡыусыларҙы эшмәкәрлеккә, класташтары менән хеҙмәттәшлеккә йүнәлтергә бурыслы. Бирелгән эште төркөмдәрҙә башҡарыу ҡулай тип табыла. Был осраҡта уҡыусылар аралаша, бер-береһенең белемен тулыландыра, башҡаларҙы тыңларға өйрәнә. 

●Уҡытыусы проблемалы һәм эҙләнеү ситуациялары ойоштора, уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген әүҙемләштерә. Яңы стандарттар буйынса уҡыусыға әҙер белем һәм мәғлүмәт биреү түгел, ә уларҙы үҙ аллы эҙләнеп табырға өйрәтеү маҡсаты ҡуйыла. Ниндәйҙер ҡыҙыҡлы ситуация, проблеманы сисеү аша табылған белем  хәтерҙә нығыраҡ һаҡлана. 

●Репродукция — аҙ, ә ижад һәм ижадташлыҡ күберәк булырға тейеш. Элек тема аңлатҡандан һуң, мәҫәлән, сифаттарҙы табыу, дәрәжәләрен билдәләү йәки сифаттарҙы тейешле урындарына ҡуйыу кеүек репродуктив биремдәр ҡарала ине. Бындай эштәрҙе үтәгәндә уҡыусы тар фекер йөрөтә, уның универсаль уҡыу күнекмәләре үҫешмәй.

●Ваҡытты рациональ ҡулланыу, һаулыҡ һаҡлау һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеүе — төп шартттарҙың береһе. Дәрестең ваҡыты сикләнгән, шуға ла уны файҙалы итеп ҡулланыу мотлаҡ. Яңы стандарт буйынса мәктәптә һаулыҡ һаҡлауға ҙур урын бирелә. Уны ла төрлөсә хәл итергә мөмкин: 5-се, 6-сы кластарҙа ял минуттары үткәрергә йә, киреһенсә, ҡулдарҙы партаға һалып, баштарҙы терәп тып-тын ғына ятып торорға, был ваҡытта тыныс ҡына көй уйнатырға мөмкин. өлкәнерәк  кластарҙа, ял иттереү өсөн, спорт, сәләмәтлек менән бәйле, уҡыусы өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныштырып, тестар эшләтеп була.

●Уҡыусының дәрес үҙәгендә булыуын хәтерҙән сығарырға ярамай. Ҡайһы бер уҡытыусылар дәрестең күп ваҡытын үҙҙәре һөйләп үткәрә. Беҙгә, киреһенсә, уҡыусыларҙы күберәк, файҙалыраҡ эшмәкәрлеккә йәлеп итергә кәрәк.

●Уҡыусыларҙың мөмкинлектәрен һәм шәхси үҙенсәлектәрен, кластың профилле булыуын, уҡыусыларҙың тырышлығын иҫәпкә алыу мотлаҡ. Әлбиттә, биремдәр, алымдар кластың белем кимәленә ҡарап  һайлана. Улай ғына ла түгел, уҡыусыларға төрлө ауырлыҡтағы эштәр бирелә. Белем кимәле бер булған уҡыусылар менән эште төркөмдәрҙә башҡарырға мөмкин.

●Кире бәйләнеш булдырылырға тейеш.

●Дәрестең йылы мөнәсәбәттә үтеүе мөһим.

●Рефлексия булыуы мотлаҡ. Ул дәрестә һәр саҡ булды, ләкин әле талап ителгән кимәлдә түгел, ә “Дәрес оҡшанымы, тема аңлашылдымы?” кеүек һорауҙар аша ойошторола ине. Хәҙер иһә рефлексия: “Ниндәй маҡсаттар ҡуйғайныҡ? Маҡсаттарға ирештекме? Нисек? Һөҙөмтәләр ниндәй? Тағы ла нимәләр эшләргә тейешһегеҙ? Бөгөнгө белемде тормошта ҡайҙа һәм нисек файҙаланырға мөмкин? Һинең ҡайһы эшең бигерәк тә уңышлы килеп сыҡты? Киләсәктә нимә өҫтөндә эшләргә кәрәк?” кеүек һорауҙар менән бәйле. 

         Ғәҙәти дәрестәр уҡыусыларҙың өй эшен тикшереү, дәрестең икенсе өлөшөндә яңы тема аңлатып, нығытыу  һәм өйгә эш биреү менән тамамлана ине. Яңы стандарттар буйынса дәрестә тирә-яҡты танып белеүгә мотивация булдырыу, алған белемде  тормош менән бәйләү, уҡыусыны тормошҡа әҙерләү, мәғлүмәтте эҙләп табыу, белем һәм күнекмәләрҙе тормошта ҡулланыу мөмкинлеген күрһәтеү төп бурыс булып тора. 

Дәрес структураһына үҙгәрештәр индерелде, түбәндәге яңы этаптар билдәләнде:

– белем һәм оҫталыҡты актуалләштереү;

– проблема ҡуйыу;

– гипотезалар тәҡдим итеү;

– проблеманы хәл итеү өсөн кәрәкле белемде эҙләү;

– тәүге (беренсел) белемде нығытыу;

– алған белемде проектта сағылдырыу.    

      Предметты өйрәнеү түбәндәге һөҙөмтәләргә алып килергә тейеш:

– шәхсән һөҙөмтәләр: уҡыусы һәр яҡлап үҫкән, үҙ аллы белем алырға, камиллашырға әҙер шәхес булараҡ формалаша;

– метапредмет һөҙөмтәләр: белем алыу нигеҙен тәшкил иткән төп компетенцияларға эйә була, предмет-ара төшөнсәләрҙе үҙләштерә.

      Яңы стандарттар буйынса уҡыусыларҙа лингвистик (тел, уҡыусыларҙың башҡорт теленән мәғлүмәтлелеге), аралашыу (коммуникатив, уҡығанды һәм башҡалар һөйләгәнде аңлау, хәҙерге башҡорт әҙәби теленең нормаларына эйә булыу), этнокультура өлкәһенә ҡараған (культурологик, һынлы сәнғәт әҫәрҙәрен, мәҙәниәтен, халыҡ ауыҙ-тел ижады өлгөләрен белеүе, башҡорт халҡының телмәр әҙәплелеген үҙләштереүе, рухи ҡомартҡыларын ихтирам итеүе) компетентлыҡ булдырыу талап ителә;

– предмет һөҙөмтәләре: башҡорт теле программаһы буйынса белем һәм күнекмәләргә эйә була; ижади эшмәкәрлек тәжрибәһен, белем-күнекмәләрен ғәмәли файҙалана ала.

   Мәктәп шарттарында универсаль уҡыу эшмәкәрлеге – ул уҡыу-уҡытыу процесында уҡыусыларҙа белем алыуға ыңғай мотивация булдырыу аша яңы белем, күнекмә һәм компетенцияларҙы үҙ аллы уңышлы үҙләштереү, йәғни уҡый белеү мөмкинлеген биреүсе дөйөмләштерелгән эшмәкәрлек. 

    Универсаль уҡыу эшмәкәрлеге төрҙәре дүрт блокка бүленә: 1) шәхси; 2) регулятив; 3) танып белеү; 4) коммуникатив.

    Универсаль уҡыу эшмәкәрлегенең был төрҙәре уҡыу программаһындағы һәр фәнде үҙләштергәндә комплекслы, системалы үҫтерелергә тейеш.

Уҡыусыларҙың дәрестән тыш эшмәкәрлеге Федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарын тулыһынса тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирә. Дәрестән тыш эштәр белем биреү процесының бер өлөшө булып тора. Шуға ла уҡыусыларҙың белемен тәрәнәйтеү, эстетик зауығын, ижади һәләттәрен үҫтереү, донъяға ҡараштарын формалаштырыу маҡсатынан, мәктәптә кластан тыш эштәрҙе ойоштороуға ҙур иғтибар бүлергә кәрәк.

     Башҡорт теле буйынса уларҙың төрҙә¬ре ғәжәйеп күп: телдән журнал, бәйге, викторина, диспут, ижад түңәрәге, ғалимдар, яҙыусылар менән осрашыу, экскурсия, конференция. Был эштәрҙең барыһы ла төп программа материалын тәрәнерәк өйрәнеүгә, киңәйтеүгә, уҡыусыларҙың телгә, мәҙәниәткә ҡыҙыҡһыныуҙарын арттырыуға хеҙмәт итергә тейеш.

    Өй эштәренә талаптар:

     Башҡорт теленән өй эше дәрестә формалаштырылған универсаль уҡыу ғәмәлдәрен нығытыу маҡсатынан бирелә. ¤йгә стандарт булмаған, мәҫәлән, проб-лемалы ситуацияларға, эшлекле уйындарға, конкурстарға, ярыштарға («Кем тиҙерәк? Күберәк? Яҡшыраҡ?»), ижади эштәргә (инсценировка, лингвистик әкиәт, йомаҡ, проект, ребус, схема) ҡоролған эштәр бирергә мөмкин. Шулай уҡ, белемдәрҙе тикшереү маҡсатынан, тест һорауҙары, төрлө биремдәр менән карточкалар төҙөргә тәҡдим итергә була. Ҡатмарлылығына ҡарап, бер нисә өй эше бирергә мөмкин. Уҡыусы, үҙ мөмкинлегенән сығып, береһен генә башҡара. өй эшенең күләме артыҡ ҙур булырға тейеш түгел. Шуға ла  СанПиН нормаларын да хәтергә төшөрөү ҡамасау итмәҫ.

     СанПиН 2.4.2. 2821-10 нормаларына ярашлы, барлыҡ предметтарға бирелгән өй эшенең күләме, сәғәттәр һаны түбәндәгесә:

1-се класта өй эше бирелмәй;    

2 – 3-сө класта – 1,5с.; 

4 – 5-се класта – 2 с.;

6 – 8-се класта – 2,5 с.; 

9 – 11-се класта – 3,5 с.

 

Скачать:

Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Дәрестәрҙә Федераль дәүләт стандарттары талаптарының үтәлеше

Слайд 2

Уҡытыу процесын йыһазландырыу: яҡшы йыһазландырылған кабинет; компьютер; интернет селтәре; мультимедия проекторы; электрон дәреслектәр һ.б.

Слайд 3

Уҡытыусы Уҡыусы - үҙенең һәм уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген алдан планлаштыра, маҡсат һәм бурыстарҙы аныҡ билдәләй; - уҡыусыларҙы эшмәкәрлеккә йүнәлтә ; Заманса дәрес билдәләре - үҙенә маҡсат ҡуя һәм бурыстар билдәләй; - маҡсатҡа ирешеү сараларын проектлай; - эш һөҙөмтәһен үҙе баһалай һәм эшмәкәрлегенә төҙәтмәләр индерә

Слайд 4

Заманса дәрестә бала нимәгә өйрәнә? 1 2 3 5 4 6 Үҙ аллы һайлай белергә Үҙ алдына маҡсат ҡуйырға , ҡарар ҡабул итергә С тандарт булмаған ситуаци яларҙан үҙ аллы сығырға Үҙен һәм эштәрен контролләргә Үҙен һәм эштәрен баһаларға , кәрәк саҡта төҙәтмәләр индерергә Башҡаларҙы тыңларға , аралашырға

Слайд 5

Ял минуттары Динамик паузалар Тын алыу гимнастикаһы Күҙҙәр өсөн гимнастика Релаксация минуттары Төрлө күнегеүҙәр һәм эштәр Юмор, көләмәс Спорт тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр Тестар һ.б.

Слайд 6

Заманса дәрескә ҡылыҡһырлама ДӘРЕС Уҡыусы компетентлығын формалаштырыу өсөн шарттар булыу Рефлексия Практик эшмәкәрлек Дәрес үҙәгендә -уҡыусы Шәхси-йүнәлтелгән, индивидуаль характерҙа Ижади эшмәкәрлек, эмоционаллек

Слайд 7

Белем һәм оҫталыҡты актуалләштереү; Проблема ҡуйыу; Гипотезалар тәҡдим итеү; Проблеманы хәл итеү өсөн кәрәкле белемде эҙләү; Тәүге (беренсел) белемде нығытыу; Алған белемдең проект эшмәкәрлегендә сағылыуы. Дәрестең яңы структураһында түбәндәге этаптарҙы билдәләргә була:

Слайд 8

Предметты өйрәнеү һөҙөмтәләре: Шәхсән һөҙөмтәләр : уҡыусының һәр яҡлап үҫкән, үҙ аллы рәүештә белем алырға, камиллашырға әҙер буларак формалашыуы. Метапредмет һөҙөмтәләр : белем алыу нигеҙен тәшкил иткән төп компетенцияларға эйә булыу, предмет-ара төшөнсәләрҙе үҙләштереү. Яңы стандарттар буйынса уҡыусыларҙа лингвистик, аралашыу, этнокультура өлкәһенә ҡараған компетентлыҡ булдырыу талап ителә. Предмет һөҙөмтәләре : башҡорт теле программаһы буйынса билдәле бер белем һәм күнекмәләргә эйә булыу; ижади эшмәкәрлек тәжрибәһен, белем-күнекмәләрен ғәмәли файҙалана алыу.

Слайд 9

Универсаль уҡыу эшмәкәрлеге төрҙәре дүрт блокка бүленә: шәхси, регулятив, танып белеү, коммуникатив Шәхси эшмәкәрлек уҡыусының эске шәхси позицияһын, мәғәнәүи-ҡиммәтле йүнәлеш алыуын (әхлаҡи нормаларҙы белеү, үҙ ҡылыҡтарыңдың дөйөм ҡабул ителгән этик принциптар менән тап килеү - килмәүен билдәләй алыу, ҡылыҡтың әхлаҡи аспектын айырыу) һәм ижтимағи ролдәрҙә, шәхес-ара мөнәсәбәттәрҙә дөрөҫ йүнәлеш алыуын тәьмин итә. Регулятив (көйләүсе) универсаль уҡыу эшмәкәрлегенә уҡыу процесын һәм дәрестән тыш эшмәкәрлекте ойоштороу өсөн кәрәкле шарттар тыуҙырыусы эш төрҙәре ҡарай. Танып белеү блогына дөйөм уҡыу (өйрәнеү, белем алыу) эшмәкәрлеге, логик эшмәкәрлек, шулай уҡ проблеманы ҡуйыу һәм хәл итеү инә. Коммуникатив эшмәкәрлек социаль компетентлыҡты, аралашыусы һәм хеҙмәттәш партнерҙар позицияһын иҫәпкә ала, башҡаларҙы тыңлай һәм диалогка инә белеүҙе, проблемаларҙы коллектив менән хәл итеүҙә ҡатнашыуҙы, тиҫтерҙәрең һәм өлкәндәр менән продуктив хеҙмәттәшлек ойоштора белеүҙе тәьмин итә.

Слайд 10

Өй эштәренә талаптар -проблемалы ситуациялар, -эшлекле уйындар, -конкурстар, -ярыштар («кем тиҙерәк?, күберәк?, яҡшыраҡ?»), -ижади эштәр (инсценировкалар, лингвистик әкиәттәр, йомаҡтар, рефераттар, проекттар, ребустар, схемалар), -тестар, -һорауҙар, -төрлө биремдәр менән карточкалар (хаталарҙы төҙәтергә, төшөп ҡалған хәрефтәрҙе, тыныш билдәләрен ҡуйырға һ.б.)



Предварительный просмотр:

Дәрестең технологик картаһы (I вариант)

Дәрес этаптары

Уҡытыусы

эшмәкәрлеге

Уҡыусылар

эшмәкәрлеге

Дәрестең һәр этабында формалаштырылған УУЭ (регулятив, танып белеү, коммуникатив, шәхси)

I. Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу (ойоштороу моменты)

II. Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу (белемдәрҙе актуалләштереү)

III. Уҡыу мәсьәләһен

(проблемаһын) ҡуйыу

IV. Яңы материалды өйрәнеү (моделләштереү)

Уҡыу проблемаһын сисеү

V. Ял минуты

VI. Белемде нығытыу (Яңы белемде практикала ҡулланыу)

VII. Өйгә эш

VIII. Дәресте йомғаҡлау.

Эшмәкәрлеккә рефлексия

Дәрестең технологик картаһы (II вариант)

(Копотева Г.Л., Логвинова И.М. эшкәртмәһе)

Предмет ___________________________________________________________________

Класс _____________________________________________________________________

Дәреслек авторы ____________________________________________________________

Дәрес темаһы _______________________________________________________________

Дәрес тибы (төрө) ____________________________________________________________

Уҡытыусы __________________________________________________________________

Көтөлгән һөҙөмтәләр __________________________________________________________

Дәрес барышы

Дәрес этабы

Уҡытыусы

эшмәкәрлеге

Уҡыусылар эшмәкәрлеге

Танып белеү

Коммуникатив

Регулятив

Шәхси

Дәрес барышындағы эшмәкәрлек

Формалашасаҡ эшмәкәрлек сараһы

Дәрес барышындағы эшмәкәрлек

Формалашасаҡ эшмәкәрлек сараһы

Дәрес барышындағы эшмәкәрлек

Формалашасаҡ эшмәкәрлек сараһы

Дәрес барышындағы эшмәкәрлек

Формалашасаҡ эшмәкәрлек сараһы

I. Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу (ойоштороу моменты)

II. Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу (белемдәрҙе актуалләштереү)

III. Уҡыу мәсьәләһен

(проблемаһын) ҡуйыу

IV. Яңы материалды өйрәнеү (моделләштереү)

Уҡыу проблемаһын сисеү

V. Ял минуты

VI. Белемде нығытыу (Яңы белемде практикала ҡулланыу)

VII. Өйгә эш

VIII. Дәресте йомғаҡлау.

Эшмәкәрлеккә рефлексия



Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы Архангел районы муниципаль районы

Тирәкле урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Н.Нәжмиҙең «Башҡортостан»

 шиғырын өйрәнеү

                                              Баһауетдинова Альмира Рафаил ҡыҙы,

БР Архангел районы Тирәкле урта

дөйөм белем биреү мәктәбенең

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы  

2016 йыл

Дәрестең технологик картаһы


Ф.И.О. Баһауетдинова Альмира Рафаил ҡыҙы
Предмет: башҡорт әҙәбиәте
Класс:6
Дәрес төрө: яңы материалды өйрәнеү

Тема

 Н.Нәжмиҙең «Башҡортостан» шиғырын өйрәнеү

Маҡсат

 Н.Нәжмиҙең тормошо һәм ижады менән таныштырыу, шиғырҙың идея йөкмәткеһен үҙләштереү, Н.Нәжми ижадының үҙенсәлектәре менән таныштырыу, тыуған Башҡортостаныбыҙға һөйөү һәм ғорурлыҡ тойғолары тәрбиәләү

Бурыстар

Белем биреү: Н.Нәжмиҙең тормошо һәм ижады тураһында мәғлүмәт биреү, шиғырҙың идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү.
Үҫтереүсе: анализлау һәм прогнозлау һәләтен нығытыу, һүҙ байлығын арттырыу, уҡыусыларҙың уҡыу күнекмәләрен,  яҙыу һәм һөйләү телмәрен, фекерләү һәләтен үҫтереү.
Тәрбиәүи: илһөйәрлек тәрбиәләү, Башҡортостанға ҡарата ғорурлыҡ тойғолары тәрбиәләү, Н.Нәжми ижадына ҡыҙыҡһыныу, ихтирам уятыу.

УУЭ

  • Шәхескә йүнәлтелгәнУУЭ: туған телебеҙҙең, тыуған еребеҙҙең матурлығын аңлау, Башҡортостанға һөйөү, илһөйәрлек  тойғоһо, Н.Нәжми ижадына ихтирам.
  •  Регулятив УУЭ: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, булған белемдәрен барлау, баһалау, проблеманы аңлау, уны тормошҡа ашырырға тырышыу.
  •  Коммуникатив УУЭ: бәйләнешле текст төҙөй белеү, үҙ-ара аралашыу, төркөмдә хеҙмәттәшлек итә белеү.
  • Танып-белеү УУЭ: үҙ аллы белем алыу, мәғлүмәт йыйыу һәм уларҙы ҡуллана белеү, яңы һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу, уҡыған әҫәрҙе тормош менән бәйләй белеү.

Планлашты-рылған һөҙөмтәләр

Предмет:

  • Белеү: әҫәрҙең авторы һәм йөкмәткеһе, Н.Нәжмиҙең тормошо һәм ижады.
  • Эшләй белеү: һорауҙарға үҙ аллы аныҡ яуап биреү, шиғырҙы анализлау, әҫәрҙән һүрәтләү сараларын табып күрһәтеү, аңлатыу, шиғырҙың идея-темаһын  билдәләү.

Шәхескә йүнәлтелгән: тыуған еребеҙҙең матурлығын аңлау, Башҡортостанға һөйөү,  Н.Нәжми ижадына ихтирам тойғоһо.

Метапредмет: дәрестә ҡуйылған проблеманы аңлау, уны тормошҡа ашырырға тырышыу, дәреслектән һәм Интернет селтәренән  кәрәкле мәғлүмәтте таба белеү, үҙ эшеңде тикшерә алыу, яңы һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу, уҡыған әҫәрҙе тормош менән бәйләй белеү, үҙ белемеңде баһалау,  һорауҙарға яуап бирә  белеү, һығымта яһай белеү.

Төп аңлатмалар

 Тема, идея, һүрәтләү саралары

Предмет-ара бәйләнештәр

 Башҡорт теле, музыка

Ресурстар:

  •  төп
  •  өҫтәлмә

 Башҡорт әҙәбиәте. Төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 6 класс уҡыусылары өсөн дәреслек - хрестоматия. М.Х.Иҙелбаев, М.Б.Юлмөхәмәтов, Ә.М.Сөләймәнов, З.И.Яйҡарова. Өфө, Китап,2012.

Н.Нәжми тураһында плакат, Интернет селтәре, китаптар күргәҙмәһе, мультимедиа проекторы, компьютер, тест һорауҙары, “Башҡортостан” йыры.

Дәрес формаһы

Ф- фронталь, И – индивидуаль, Т-төркөмдә

Технология

тәнҡитле фекер үҫеш технологияһы, компьютер технологияһы 

Дәрестең дидактик структураһы

Уҡыусы

эшмәкәрлеге

Уҡытыусы

эшмәкәрлеге

Планлашты рылған

һөҙөмтәләргә

алып

килеүсе

эш төрҙәре

Планлаштырылған һөҙөмтәләр

УУЭ

Ойоштороу

моменты

Ваҡыт: 5 мин.
Төп этаптар:              
 1. Психологик инеш.

2. Мотивация.

3.Уҡыу мәсьәләһен булдырыу

Актуалләште реү.

Дәрестең маҡсатын, йөкмәткеһен билдәләү.

Эштә ҡыйын

лыҡ урынын табыу

Уҡытыусыны баҫып сәләмләйҙәр. Эш урындарын тәртипкә килтерәләр.

Уҡыу эшмәкәрлеген ойошторалар.

Дәрестә нимә тураһында һүҙ барасағын билдәләйҙәр.

Экрандағы һүрәткә, күргәҙмә материалға, башҡарыласаҡ эштәрҙе күҙаллай.

Төрлө яуаптар әйтәләр, фекерҙәрен белдерәләр. Беҙ  шағирҙың тормошо һәм ижадына байҡау яһарбыҙ, уның Башҡортостан  тураһында яҙылған шиғыры менән танышып китербеҙ, Башҡортостан  тураһында белемебеҙҙе тәрәнәйтербеҙ, тел байлығын арттырырбыҙ.

Төрлө яуаптар әйтәләр.

Сәләмләү. Психологик кәйеф шарттары булды

рыу.Уңыш ситуация

һы тыуҙырыу.

Хәйерле көн теләп ҡояш ҡалҡа,

Уяналар ауыл, ҡалалар.

Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем:

Хәйерле көн һеҙгә, балалар!

Һәр иртәбеҙ, көнөбөҙ, һәр дәресебеҙ ошо яғымлы һүҙҙән, сәләмләүҙән башлана. Бөгөн дә бер-беребеҙгә сәләмәтлек теләп, ихлас йылмайыу бүләк итеп, дәресебеҙҙе башлап ебәрәйек.

- Дәресебеҙҙең эпиграфын уҡыйыҡ әле.

- Һеҙ был мәҡәлде нисек аңлайһығыҙ?Тырышлыҡ нимәгә килтерә?Тимәк, һеҙ бөгөн дә тырышып эшләп, яңы белемдәрҙе үҙегеҙ алырһығыҙ.

Уҡыу эшмәкәрлегенең ниндәй алымдарын ҡулланырбыҙ?

Дәрестәге эшебеҙҙе нисек баһаларбыҙ?

Шиғыр юлдары аша дәрестең темаһын билдәләтеү.

- Хәҙер экранға ҡарайыҡ әле. Шиғыр  юлдары буйынса дәрестә нимә тураһында һүҙ барасағын билдәләйек.

- Тимәк, бөгөн дәрестә нимә эшләрбеҙ?

Тема,маҡсат әйттереү.

Проблемалы һорау ҡуйыу. Шәхси фекерҙәрен формалаштырыуға йүнәлеш биреү.

Кем һуң ул Н.Нәжми?

Таҡталағы “Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан” тигән мәҡәлде уҡыу.

Эштәрен баһалау ысулдарын әйтеү:

1-се алым – мин нәмәне белмәйем,

2-се алым –үҙем табам.

Үҙемде үҙем баһалайым.

“Тел асылған һиндә, күҙ асылған, Бар тапҡаным һиндә табылған” тигән эпиграф уҡыу.

             

                                                    Уҡытыусы менән берлектә дәрескә маҡсат ҡуялар.

Ҡыйынлыҡ  урынын һәм сәбәбен билдәләйҙәр.

Регулятив: үҙҙәренең уҡыу эшмәкәрлеген ойоштороу, уҡытыусы менән берлектә баһалау критерийҙарын билдәләү.

Танып белеү: яңы белем алыу кәрәклеген аңлау, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырыу.

Коммуникатив: диалогка инеү.

Регулятив: уҡыу мәсьәләһен аңлау, ҡабул итеү, маҡсатҡа ярашлы эштәрҙе башҡарыу, ҡуйылған һорауға яуап бирә белеү.                                                                         Танып белеү: кәрәкле мәғлүмәтте текстан аңлау.                                                            Коммуникатив: диалогка инеү, әңгәмәгә ҡушылыу.        

                                                                                            Регулятив: дәрестең темаһын һәм маҡсатын үҙ аллы табып әйтә  белеү.                                                      Танып белеү: логик фекерләй белеү.                                              Коммуникатив: башҡаларҙы тыңлай белеү, әңгәмәгә ҡушыла белеү.

Регулятив: уҡытыусы менән берлектә эштең ҡыйынлыҡ урынын билдәләү.                           Танып белеү: логик фекерләй белеү.                                                 Коммуникатив: башҡаларҙы тыңлай белеү, әңгәмәгә ҡатнашыу, фекерҙәрен әйтә белеү.

Яңы материалды

өйрәнеү
Ваҡыт: 25 мин.
Этаптар:

Уҡыу проблемаһын сисеү.

Тексты тасуири уҡыу.

Һүҙлек эше.

Уҡыусылар ҙың үҙ аллы уҡыуы.

Текстың йөкмәткеһе буйынса әңгәмә

ләшеү.

Ял минуты.

Интернет селтәре аша шағир тураһында мәғлүмәттәр эҙләйҙәр. Төркөмдәр  тапҡан мәғлүмәттәр менән сығыш яһайҙар.

Һорауға яуап бирәләр.

Тыңлайҙар, дәреслек буйынса ҡарап баралар.

Һүҙҙәрҙе аңлаталар, дәфтәргә яҙалар.

Һорауҙарға яуап бирәләр.

Уҡыусылар шиғырҙы сылбырлап тасуири уҡый.

Төркөмдәрҙең эшен ойоштороу.

Хәҙер бергәләп ошо һорауҙарға яуапты интернет селтәре аша, Яндекста Назар Нәжми сайтынан, табайыҡ.  Төркөмләп эшләйек:

- шағирҙың тормош юлы;

- шағирҙың ижады;

- исеме нисек мәңгеләштерелгән;

- ниндәй исемдәр йөрөтә, премиялары.

- Әҫәрҙә һүҙ нимә тураһында барасаҡ тип уйлайһығыҙ?

Уҡытыусының өлгөлө уҡыуы.

- Ауыр аңлайышлы һүҙҙәрҙе ҡарап китәйек.

Дегет – ғәҙәттә ҡайын туҙы, торф йәки таш күмерҙән эшләнгән ҡуйы ҡара еҫле шыйыҡлыҡ.

Дегетсе – дегет ҡайнатыусы.

Ауаз – өн, тауыш.

Текстың йөкмәткеһе буйынса һорауҙар биреү.

һүрәтләү сараларын таптырыу, дәфтәргә яҙыуҙы ойоштороу.

Әҫәрҙә нимә тураһында һүҙ бара – фаразыбыҙ тап килдеме? Башҡортостанды шағир нисегерәк күҙ алдына килтерә? Шағир Башҡортостандың матурлығын, төрлөлөгөн нисек күрһәтә? Автор Башҡортостанды данлап тасуирлау өсөн ниндәй һүрәтләү саралары ҡулланған? Тыуған яғын ул ниндәй хистәр менән һүрәтләй? Ни өсөн? Тексты нисек уҡырға кәрәк?

 Шағирға тыуған яҡтың һәр төбәге яҡын һәм ғәзиз. Уның шиғырҙары тәрән мәғәнәле, эскерһеҙ, күңелгә үтеп кереүсән. Бер ҙә юҡҡамы ни әлеге көндә уның шиғырҙарына яҙылған йырҙар халыҡ араһында иң популяр йырҙарға әйләнделәр. Әйҙәгеҙ Башҡортостан тураһында йыр тыңлап, ял итеп алайыҡ.

Мәғлүмәттәр эҙләү.

Текстың исеменә иғтибар итеү

әҫәрҙә һүҙ нимә тураһында барасағын прогнозлау.

Һүҙлек эшен башҡарыу.

Тексты тасуири уҡыу.

Шиғырҙы анализлау.

Тексты тасуири уҡыу.

“Башҡортостан” йырын тыңлау + Башҡортостан тәбиғәте тураһында видеопрезента ция ҡарау.

Регулятив:  төркөмдә эшләй белеү.                                                                Танып белеү: кәрәкле мәғлүмәт йыйыу, анализлау, эшкәртеү маҡсатында Интернетҡа сыға белеү, кәрәкле мәғлүмәтте һайлап алыу, үҙҙәренең эштәрен яҡлай белеү, анализ бирә белеү.                                    Коммуникатив: монологик телмәр төҙөй белеү, бер-береһе менән хеҙмәттәшлек итә белеү, үҙ эштәрен анализлау, башҡаларҙы тыңлай белеү, әңгәмәгә ҡушыла белеү.

Регулятив: уҡыу мәсьәләһен  аңлау, ҡабул итеү, ҡуйылған һорауға яуап бирә белеү.                                                          Коммуникатив: һорауҙарға яуап бирә белеү, башҡаларҙы тыңлай белеү.                                                                      Танып белеү: прогнозлай белеү, уҡыу төрҙәрен маҡсатҡа ярашлы файҙаланыу: текст менән танышыу өсөн уҡыу, күҙ йүгертеп уҡып сығыу, мәғлүмәт алыу өсөн ентекләп уҡыу.

Регулятив:  эшмәкәрлекте ойоштороу, ҡуйылған һорауға яуап бирә белеү. сағыштырыу, анализлай һәм синтезлай белеү.                                                                 Коммуникатив: башҡаларҙы тыңлай белеү,  үҙеңдең фекереңде нигеҙләй белеү һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алыу.                                                                  Танып белеү: анализлау, сағыштырыу, алған мәғлүмәтте дөйөмләштерә белеү.                                  Регулятив: ял итеүҙе ойоштора алыу.

Регулятив: уҡыу материалына ҡыҙыҡһыныу артыуы

Яңы материалды

нығытыу

Ваҡыт: 5 мин.
Этаптар:

Ижади эш.

Төркөм

дәрҙә эш

Уҡыусыларҙың фекерләшеүе, дәфтәргә яҙыу.

Төркөмдәрҙең эшен ойоштороу.

1-се төркөм: шиғырҙы ҡулланып, Назар Нәжмигә яҙма рәүештә ҡылыҡһырлама бирә.

2-се төркөм: Башҡортостан темаһына синквейн яҙа.

Төркөмдәрҙең яуаптарын тыңлау.

Төркөмдәрҙең үҙ эштәрен тәҡдим итеүе

Регулятив: аңлашылмаған яҡты асыҡлау, бергәләп эшләгәндә, берҙәм ҡарар ҡабул итә белеү.

Танып-белеү: алған белемдәрҙән тейешле һығымталар яһау.

Коммуникатив: үҙ фекреңде әйтә белеү, әңгәмәсеһенең фекерен тыңларға һәләтле булыу.

Контроль
Ваҡыт: 5 мин.
Этаптар:                 Тест һорауҙарына яуап биреү

Тест һорауҙарына яуап бирәләр.

Тест һорауҙарына яуап биреүҙе ойоштороу. Әйҙәгеҙ алған белемдәребеҙҙе тикшереү өсөн тест һорауҙарына яуап бирәйек.

Электрон тест һорауҙарына яуап биреү.

Регулятив:  эшмәкәрлекте ойоштороу, ҡуйылған һорауға яуап бирә белеү. анализлай һәм синтезлай белеү.                                                                 Танып белеү: мәғлүмәтте бер форманан икенсе формаға үҙгәртә белеү.

Рефлексия
Ваҡыт: 5 мин.

Этаптар:

Йомғаҡлау

               

Баһалау

Өй эше биреү

Һорауҙарға яуаптар бирәләр.

Нимәгә өйрәнеүҙәре тураһында әйтәләр. Дәрес башында ҡуйған маҡсаттарҙы иҫкә төшөрөү, баһалау битендә үҙҙәренә баһалар ҡуялар. 

Уҡыусылар өй эшен көндәлеккә яҙып ҡуялар.

Уҡытыусының уҡыусылар менән бергә эшкә йомғаҡ яһауы. Уҡыусыларға теләктәр әйтеү.                                                                  -Уҡыусылар, дәресебеҙҙе Н.Нәжмиҙең шиғыр юлдары менән тамамлағым килә (уҡыу): “Тел асылған һиндә, күҙ асылған,

Бар тапҡаным һиндә табылған.

Табылғанға ғүмер табынманым,

Ерем-һыуым, Башҡортостан.”

- Был шиғыр юлдарын Башҡортостанда тыуып-үҫкән, шунда кеше, граждан булып етешкән һәр кем ҡабатлай алыр ине. Бәрәкәтле Башҡортостан ерендә тыуып ижад иткән шағирыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Уның шиғырҙарынан илһам, дәрт алып, йырҙарын йырлап һәм тыңлап, Тыуған илебеҙгә лайыҡлы кешеләр булып үҫерһегеҙ тип ышанам.

Дәресебеҙҙең маҡсаты ниндәй ине? Маҡсатыбыҙға ирештекме? Нимә белдек? Үҙебеҙгә нимәләр алдыҡ?

Бик тырышып эшләнегеҙ. Баһаларҙы алдан килешеү буйынса үҙебеҙгә үҙебеҙ ҡуябыҙ!

Өй эше биреү.

1. Шиғырҙы  тасуири уҡырға әҙерләнергә, тема, проблемаһын билдәләп килергә.

2. Н.Нәжмигә арналған фотогалерея төҙөргә.

3.Н.Нәжми исеменән уҡыусыларға хат-мөрәжәғәт яҙырға.

Һорауҙарға яуаптар биреү.

Үҙҙәренең эшен үҙҙәре баһалауы, йомғаҡлауы.

Танып белеү: кәрәкле мәғлүмәтте һайлап алыу, анализлай, һайлай белеү.            

  Регулятив: яңы уҡыу мәсьәләһен ҡабул итә белеү, үҙҙәренең эшмәкәрлеген йомғаҡлай,  үҙҙәренең эшмәкәрлегенә баһа бирә белеү.                                        Коммуникатив: һорауҙарға яуап бирә, үҙ фекереңде әйтә белеү.

                                                       Ҡулланылған әҙәбиәт

1. Башҡорт әҙәбиәте. Төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 6 класс уҡыусылары өсөн дәреслек - хрестоматия. М.Х.Иҙелбаев, М.Б.Юлмөхәмәтов, Ә.М.Сөләймәнов, З.И.Яйҡарова. Өфө, Китап,2012.

2. Ураҡсин З.Ғ. Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең аңлатмалы һүҙлеге: Өфө, 2004.

3. Башҡортса мәҡәлдәр  һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 1994.

4. Хәҙерге заман башҡорт теле дәрестәрен проектлау: Методик кәңәштәр. – Өфө: БР МҮИ нәшриәте.Төҙөүсеһе: Илмөхәмәтов Ә.Ғ.

Ҡушымта