Блог пользователя Багаутдинова Альмира Рафаиловна

Багаутдинова Альмира Рафаиловна

Башҡорт теле көнө

14 декабрь – Башҡорт теле көнө!
Иң матур, иң яғымлы телдәрҙең береһе булған туған телебеҙ көнө менән ҡотлайбыҙ!

Багаутдинова Альмира Рафаиловна

Йәйге каникулдар

Йәй - иң матур миҙгелдәрҙең береһе. Уҡыуҙан арынып, һәр беребеҙ йәйге каникулды түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Йылы көндәрҙә туйғансы һыу инеп, ҡыҙынып, сәйәхәт итеп ҡалырға тырышабыҙ, олатай-өләсәйҙәргә ҡунаҡҡа барабыҙ, еләк-емешен дә йыябыҙ, баҡсала ла ярҙамлашабыҙ, бесән дә эшләшәбеҙ. Беҙҙең дә йәйге каникул күңелле генә башланып китте. Ял итерегә ситтән урын эҙләп тороу һис тә кәрәкмәй, үҙебеҙҙең яҡтың да тәбиғәте матур, ял итергә урындар бар. 

Багаутдинова Альмира Рафаиловна

Күңелле ял

    Йәй-иң матур миҙгелдәрҙең береһе. Бөтә кешеләр ҙә матур ял итеү тураһында хыяллана. Иң әүҙем, файҙалы ял ул - лагерҙа. Мәктәп янындағы көндөҙгө ял лагерҙы ла балалар көтөп ала. Күңелле сараларҙа ҡатнашып, һәләтеңде үҫтерергә була. Шундай лагерҙарҙың береһе беҙҙең мәктәптә лә ойошторолдо. "Йәйләү" ял итеү үҙәгенә 40 бала йөрөнө.  Ырыуҙарға бүленеп, сәмләшеп, тырышып, бер-береһенә ал бирмәҫкә тырыштылар.Беренсе тапҡыр үткәрелгән башҡортса лагерь барыһына ла бик оҡшаны, онотолмаҫлыҡ хәтирә булып ҡалды. Алдағы йылдарҙа ла балалар ялы күңелле үтһен!

Багаутдинова Альмира Рафаиловна

Яңы йыл менән!

Һә тигәнсе үтеп китте

Еще один год.

Ғүмер шулай бик тиҙ үтә,

Не заметишь вот...

Яңы йыл менән!

Багаутдинова Альмира Рафаиловна

А.Баймөхәмәтовтың "Ҡалдырма, әсәй!" әҫәре

А.Баймөхәмәтовтың "Ҡалдырма, әсәй!" повесы күптәрҙең йөрәгенә үтеп ингәндер. Бик тетрәндергес әҫәр. Ильяс исемле малайҙың эске кисерештәре бик оҫта бирелгән. Бик уңышлы әҫәр.

Багаутдинова Альмира Рафаиловна

Поздравляю с Международным женским днем!

Пусть будет жизнь прекрасна ваша,

И дети счастливы всегда!

Пусть дом ваш будет полной чашей!

Удачи, счастья и добра!

Багаутдинова Альмира Рафаиловна

Китап - ғәжәп донъя

     Тәрбиә, белем бер кешегә лә ҡамасауламай. Әҙәм балаһы үлгәнсе уҡырға, белемен камиллаштырырға, китаптан айырылмаҫҡа тейеш. Бығаса “табу” һалынған әхлаҡи талаптар — үлтермә, урлама, алдашма һәм әхлаҡи бурыстарын, ата-бабалар васыятын онотҡан заманда, кешелектең ошо тәғлимәттәрҙе үтәүен йә боҙоуын, юғары ҡараштан сығып, тап әҙәбиәтебеҙ тикшерә һәм аңыбыҙҙы тәрбиәләй.

Багаутдинова Альмира Рафаиловна

Ағас-әсә мотивы башҡорт халыҡ ижадында

Баштарында изгелекле ҡош оялатҡан ағастар ҙа боронғо кешеләр аңында ҡәҙимге ағастар рәүешендә генә түгел, ә йән эйәләренең яралыу мөхите (ятҡылығы), изге терәге булараҡ (йәғни ағас-әсә мотивы) урын алған. Был күренеш бик күп халыҡтарҙың мифтарында, шул иҫәптән башҡорт легенда- риүәйәттәрендә, шәжәрәләрҙә сағыла.

Багаутдинова Альмира Рафаиловна

С праздником - Днем единства!

В День единства будем рядом,
Будем вместе навсегда,
Все народности России
В дальних селах, городах!
       Вместе жить, работать, строить,
       Сеять хлеб, растить детей,
       Созидать, любить и спорить,
       Охранять покой людей,
Предков чтить, дела их помнить,
Войн, конфликтов избегать,
Чтобы счастьем жизнь наполнить,
Чтоб под мирным небом спать!

Страницы