Олимпиада һорауҙары Олимпиадные задания

Багаутдинова Альмира Рафаиловна

Предварительный просмотр:

Башҡорт мәктәптәренең IX класс уҡыусылары  өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙары.

Башҡорт  теленән һорауҙар

1.  Өлкән сержант, йәғни беҙҙең командир, миңә күҙ төшөрөп алды. Тыныш билдәләренең ҡуйылышын аңлатығыҙ. Һөйләмгә тулы синтаксик анализ яһағыҙ. (2 б.)

2. Түбәндәге һөйләмде һүҙбәйләнештәргә тарҡатығыҙ, эйәреүсе һүҙ эйәртеүсе һүҙгә ниндәй юлдар менән бәйләнгән? Ике яр ҙа аҡ томанға күмелде.(3 б.)

3.  Нимә ул бер составлы һөйләм? бер составлы һөйләм төрҙәрен яҙығыҙ. Миҫалдар яҙығыҙ.(2 б.)

4.  Башҡорт теленең функциональ стилдәрен һанап сығығыҙ. (1 б.)

5.  Теҙмә һәм эйәртеүле ҡушма һөйләмдәргә берәр миҫал яҙығыҙ.(2 б.)

Бөтәһе: 10 балл.

Башҡорт әҙәбиәтенән  һорауҙар

1. Башҡортостандың халыҡ шағирҙарын һәм яҙыусылырын һанап сығығыҙ.(2 б.)

2. Түбәндәге юлдар ниндәй әҫәрҙәрҙән алынған:

а ) …Бына, юғарыға табан оҙонсалап, аҡҡош муйынына барып тоташҡан йомройраҡ ҡорһағына ҡойроҡто уралта терәп. туҙ баш йылан көршәктән һыу эсергә ынтылған…

б ) Яманлыҡты яҡшылыҡ

      Еңгәнен хәҙер белдеңме?

      Кешеләрҙең донъяла

      Өҫтөнлөгөн күрҙеңме?        (2 б.)

3. Йомаҡтар, әйтемдәр, һынамыштар, мәҡәлдәр ниндәй жанрға ҡарай? Миҫалдар яҙығыҙ. (2 б.)

4. Элекке Златоуст өйәҙе Мырҙалар олоҫонда Мәхмүт ауылында тыуған, Пугачев етәкселегендә Крәҫтиән һуғышының, 1812 йылғы Ватан һуғышы осоро ваҡиғаларының шаһиты булған сәсәнде атағыҙ. Уның тураһында нимә беләһегеҙ? (2 б.)

5. Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпосында ниндәй йырау образы кәүҙәләндерелә? Уның тураһында нимә беләһегеҙ? (2 б.)

Бөтәһе: 10 балл.

Анализ өсөн текстар

Поезда.

     Беҙ вагонға ултырабыҙ һәм йылы диңгеҙгә табан сәфәр сығабыҙ. Беҙгә диңгеҙҙе генә барып күрергә лә кире ҡайтырға кәрәк.

      Кисләй. Балалар киске ашты ашай, урын һала һәм йоҡларға әҙерләнә. Тән буйы барырға бит. Вагондар еңелсә генә һелкенә һәм йоҡо килтерә. Балалар урындарына ята. Ҡара күҙле иң бәләкәй Оля:

— Һеҙ, поезды машинист йөрөтә, тигәйнегеҙ. Ә төндә уны кем йөрөтә? Әллә ул үҙе барамы? — тип һорай.

— Төндә лә поезды машинист йөрөтә.

— Нисек? — тип аптырай Оля. Башҡалар ҙа ҡыҙыҡһынып тыңлай. — Төндә ул йоҡламаймы ни?

- Йоҡламай.

— Беҙ йоҡлайбыҙ, ә ул йоҡламаймы? Төн буйымы? — тип тағы ла нығыраҡ аптырай Оля.

— Эйе, машинист төн буйы йоҡламай. Әгәр ул бер генә минутҡа булһа ла йоҡлап китһә, поезд һәләкәткә осраясаҡ, беҙ үләсәкбеҙ.

— Нисек инде ул,- тип төшөнмәй Оля. — Уның да йоҡоһо киләлер бит?
— Килә, әммә ул поезды йөрөтөргә тейеш. Һәр кеше нимәлер тейеш. Тәҙрәгә ҡарағыҙ әле, күрәһегеҙме, тракторсы ер һөрөп йөрөй. Төн, ә ул эшләй. Күрәһегеҙме, уға нисек прожектор менән баҫыуҙы яҡтыртып ҡуйғандар. Сөнки ул эшләргә тейеш. Көндөҙ генә эшләһәләр, икмәк етмәҫ ине...

— Мин дә тейешменме? — тип һорай Оля, — Мин дә, мин дәме? — тиҙәр балалар.
— Беҙ бөтәбеҙ ҙә тейеш. Кеше булырға. Был — иң мөһиме. (В.Сухомлинский)

1.  Әҫәрҙең темаһын атағыҙ. (1 б.)

2. Әҫәрҙең стилен билдәләгеҙ. (1 б.)

3.  Әҫәрҙә ниндәй образдар бар? (1 б.)

4.  Урындарына һүҙенә һүҙьяһалыш буйынса анализ яһағыҙ.(1 б.)

5.  Беренсе  һөйләмгә синтаксик анализ яһағыҙ.(1б.)

6. Текстан 2 хәлде табып, төрөн билдәләп яҙырға.(1 б.)

7. Етмәҫ һүҙенә фонетик анализ яһағыҙ. (1 б.)

8. Текстан теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙе табып яҙығыҙ. (1 б.)

9. Яңғыҙлыҡ исемдәргә миҫалдар яҙығыҙ. (1 б.)

10. Текст  ниндәй телмәр төрөнә ҡарай: хикәйәләү, тасуирлау, фекерләү? (1 б.)

Бөтәһе: 10 балл.

Инша темалары:

  1. Сәсәндең һүҙе- аҡылдың үҙе.
  2. М.Аҡмулла ижадында әҙәп һәм намыҫ темалары.
  3. Уралҡайым, һинең һәр ташыңа

Ҡанлы-данлы тарих яҙылған…

Инша өсөн ике төрлө баһа ҡуйыла: йөкмәткеһенә- максималь 5 балл

Грамматик хата өсөн- максималь 5 балл

Бөтәһе: 40 балл - 100%



Предварительный просмотр:

Рус мәктәптәренең IX класс уҡыусылары  өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙары.

Башҡорт  теленән һорауҙар

1.Ни өсөн һөйләмдәр ике йәки бер составлы тип йөрөтөлә?(2б.)

2.Бирелгән һүҙҙәрҙе төшөм килешкә ҡуйып яҙ: көҙ,  киоск, июль,ҡолон. (2 б.)

3.Яһалышы яғынан сифаттар нисә төргә бүленә. Миҫалдар килтер.(2 б.)

4.Дуҫлыҡ,берҙәмлек,тыуған ил тураһында  2 мәҡәл яҙығыҙ.(2 б.)

5.Теҙмә һәм эйәртеүле ҡушма һөйләмдәргә берәр миҫал яҙығыҙ. (2 б.)

Бөтәһе: 10 балл.

Башҡорт әҙәбиәтенән  һорауҙар

1.”Урал батыр”  эпосын нисәнсе йылда кем яҙып алған? Ниндәй осорҙо сағылдыра? (2 б.)

2. Түбәндәге өҙөк ниндәй әҫәрҙән алынған һәм уның авторы кем?
Минең яҙғанды уҡығас,
«Әкиәт», – тимә, ҡоҙа.
Бына ул усаҡ янында
Сылғау киптереп тора.
Һөйләгәндең тамсыһы ла
Әкиәт түгел, туған,
Ана ул ята. Ә үҙем
Сылғау киптереп торам.
 (2 б.) 

3.Салауат Юлаев кем ул? Уның ниндәй әҫәрҙәрен беләһең? (2 б.)

4.Мифтахетдин Аҡмулла ҡайҙа, ҡасан тыуған?Шиғырҙарының исемдәрен яҙ. (2 б.)

5. Йола поэзияһына нимәләр инә?Башҡорт халҡында ниндәй йолалар һаҡланып килә? (2 б.)

Бөтәһе: 10 балл.

Анализ өсөн текстар

ДУҪ БУЛАЙЫҠ.

      Бына оҙаҡламай аш та өлгөрҙө. Ибраһим бабай, Хәсән бабай әбейҙәре менән иң түргә мендәр өҫтөнә менеп ултырҙы. Юлдаштың атаһы Хәмит, Кинйәбай ағай ситтәнерәк урынлашты. Шунан һуң Хәмит ағайҙың Юлдаш кеүек ҡустыһы, ҡомғанға йылы һыу һалып, бик һәйбәт итеп ағартылған еҙ тасҡа ҡунаҡтарҙың ҡулдарын йыуҙырып сыҡты. Бөгөн ҡәҙерле ҡунаҡ килеү хөрмәтенә ашау тәртибендә ҡыҙыҡ өсөн боронғо йоланы һаҡларға тырыштылар. Ҡул йыуҙырып бөткәндән һуң, ҙур яңы ашъяулыҡ уртаға йәйелде. Һәр кем алдына ағас ҡалаҡтар ҡуйылды. Был ашты әҙерләүҙә элекке тәртип һаҡланһа ла, хәҙер бер кемдең дә табаҡтан ҡул менән ашамаясағы билдәле ине. (Зәйнәб Биишеванан.)

1.  Тексты уҡы һәм темаһын билдәләгеҙ. (1 б.)

2.  Төп идеяны асыҡлап яҙығыҙ.(1 б.)

3.  Әҫәрҙең стилен билдәләгеҙ. (1 б.)

4.  Әҫәрҙә ниндәй образдар бар? (1 б.)

5.  Икенсе  һөйләмгә синтаксик анализ яһағыҙ.(1б.)

6. Текстан 2 хәлде табып, төрөн билдәләп яҙығыҙ.(1 б.)

7. Ашъяулыҡ һүҙенә фонетик анализ яһағыҙ. (1 б.)

8. Текстан билдәһеҙ эйәле һөйләмде табып яҙығыҙ. (1 б.)

9. Яңғыҙлыҡ исемдәргә миҫалдар яҙығыҙ. (1 б.)

10. Текст телмәрҙең ниндәй төрөнә ҡарай: хикәйәләүме, тасуирлаумы, фекерләүме? (1 б.)

Бөтәһе: 10 балл.

Инша өсөн темалар:

1. Беҙҙең өйҙөң йәме.

2. М.Аҡмулла ижадында  әҙәп һәм  намыҫ темалары.

3. З.Биишеваның “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәтендә ысын  ижад кешеһен данлау.  

4. Бер сигең Яйыҡ ярында, Ыҡ буйында бер сигең.

Инша өсөн ике төрлө баһа ҡуйыла:йөкмәткеһенә- максималь 5 балл

Грамматик хата өсөн- максималь 5 балл

Бөтәһе: 40 балл - 100%



Предварительный просмотр:

Башҡорт мәктәптәренең X класс уҡыусылары  өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙары.

Башҡорт  теленән һорауҙар

1. Яңы һүҙҙәр һәм диалект һүҙҙәргә билдәләмә бирегеҙ. Миҫалдар менән аңлатығыҙ.(1 б.)

2. Һуйған да ҡаплаған-

    Сабатаһын түргә элә-

    Баш ватыу-

Был һүҙбәйләнештәрҙең мәғәнәләрен яҙығыҙ һәм берәүһе менән һөйләм төҙөгөҙ.(2 б.)

3. Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең бүлектәрен һанап сығығыҙ. Улар нимәне өйрәнә? (1 б.)

4. Нимә ул протеза, эпентеза, элизия? Миҫалдар килтерегеҙ. (2 б.)

5. Бер составлы һөйләм төрҙәрен һанап сығығыҙ. Бирелгән һөйләмдәрҙең төрөн асыҡлағыҙ:
1) Төн. Йылы ғәмһеҙ төн;
2) Бөгөн бик арытты;
3) Бөтә ҡыйыулығымды йыйып, ҡысҡырып йырлап ебәрҙем;
4) Унан йорт төҙөйҙәр, күпер һалалар, төрлө нәмәләр үреп эшләйҙәр. (4 б.)

Бөтәһе: 10 балл.

Башҡорт әҙәбиәтенән  һорауҙар

1. Дауыт Юлтый ниндәй жанрҙарҙа ижад итә? Миҫалдар килтерегеҙ.(2 б.)

2. “Буранбай”, “Ашҡаҙар”, “Башҡорт туйы” әҫәрҙәренең авторы кем? Уның тураһында нимә беләһегеҙ?(2 б.)

3. Түбәндәге авторҙарҙың фамилиялары эргәһенә уларҙың әҫәрҙәренең исемдәрен яҙығыҙ: (2 б.)
Мәжит Ғафури –
Мифтахетдин Аҡмулла –
Рәми Ғарипов –
Ноғман Мусин –

4. Әҫәрҙәрҙең авторын яҙығыҙ: (2 б.)

    1) “Һуңғы тарпан” хикәйәте-

    2) “Урал йөрәге” шиғыры-

    3) “Айгөл иле” драмаһы-

    4) “Ҡурайҡайға” шиғыры-

5. Түбәндәге өҙөктөң ниндәй әҫәрҙән алынғанлығын билдәләгеҙ, авторын әйтегеҙ. Уның тураһында белгәнегеҙҙе яҙығыҙ. 

Бер рус китап һатыусыһында Ғәрәп Нәүзиҙең “Рус-ғәрәп һүҙлеге” китабына тап булдым. Аҡсам бик аҙ булыу сәбәпле, китапты алайыммы, алмайыммы тип,лавкаға өс көн инеп-сығып йөрөнөм. Ниһайәт, алдым. Был китап минең өсөн бик ҡиммәтле булды. Һүҙлекте ҡулланып, ара-тирә ултырып, Ядринцевтың китабынан айырым өҙөктәрҙе төркисә тәржемә итеп, Биктимергә уҡыр инем.(2 б.)

Бөтәһе: 10 балл.

Анализ өсөн текстар

Мәңге йәшә, эй, һөйөклө башҡорт теле!

I. Тел... һүҙ! Кешеләрҙең хикмәтле һүҙе! Ниндәй көс бар икән тағы һинең менән тиңләшерҙәй?

Теге йәки был телдә күпме һүҙ барлығын теүәл генә әйтеп биреүе мөмкин түгел. Тел тигән төшөнсә үҙе ҡатмарлы, төрлө өлөштәрҙән тора. Мәҫәлән, халыҡтың йәнле һөйләү теле (уға ерле һөйләштәр ҙә инә) һәм әҙәби тел. Телдең был ике өлкәһендә һүҙҙәрҙең һаны ла төрлөсә була. Телдәге һүҙҙәр һанының һәр саҡ үҙгәреп тороуын да иҫәпкә алырға тура килә. Яңы төшөнсәләр менән бергә яңы һүҙҙәр яһалып тора, элек-электән ҡулланылғандары иҫкерә төшә, хатта онотола. Әммә махсус белемле телселәр тарафынан төҙөлгән һүҙлектәр телдең үҫешендәге билдәле бер осорҙа һүҙҙәр һанын сама менән булһа ла билдәләргә мөмкинлек бирә. Хәҙерге башҡорт телендәге һүҙҙәрҙең һаны биш-алты тиҫтә меңгә етә. Йәнле халыҡ теле уларҙы быуындан-быуынға күсерә, еткерә килә. Шул рәүешле тел йәшәүҙән һәм йәмғиәтте хеҙмәтләндереүҙән туҡтамай. (З.Ғ. Ураҡсин, Э.Ф. Ишбирҙин. Туған тел серҙәре. Өфө: 1983).

1.  Әҫәрҙең темаһын атағыҙ. (1 б.)

2. Әҫәрҙең стилен билдәләгеҙ. (1 б.)

3.  Әҫәрҙең төп идеяһы? (1 б.)

4.  Телендәге һүҙенә һүҙьяһалыш буйынса анализ яһағыҙ.(1 б.)

5.  Йәнле халыҡ теле уларҙы быуындан-быуынға күсерә, еткерә килә.  Һөйләмгә синтаксик анализ яһағыҙ.(1б.)

6. Текстан 2 хәлде табып, төрөн билдәләп яҙырға.(1 б.)

7. Һүҙлектәр һүҙенә фонетик анализ яһағыҙ. (1 б.)

8. Текстан һүрәтләү сараларын табып, ниндәй һүрәтләү сараһы икәнен яҙығыҙ.(1б.)

9. Ҡушма һүҙҙәргә миҫалдар яҙығыҙ, яһалышын аңлатығыҙ. (1 б.)

10. Текст  ниндәй телмәр төрөнә ҡарай: хикәйәләү, тасуирлау, фекерләү? (1 б.)

Бөтәһе: 10 балл.

Инша темалары:

  1. Дауыт Юлтыйҙың “Ҡарағол” драмаһында азатлыҡ өсөн көрәш темаһы.
  2. Салауат образының  әҙәбиәттә һәм сәнғәттә сағылышы.
  3. Башҡорт әҙәбиәтендә Башҡортостан образы.
  4. Башҡорт зыялыһы Әхмәтзәки Вәлиди (мәшһүр тарихсының ғилми эшмәкәрлеге тураһында уйланыуҙар)

        

Инша өсөн ике төрлө баһа ҡуйыла: йөкмәткеһенә- максималь 5 балл

Грамматик хата өсөн- максималь 5 балл

Бөтәһе: 40 балл - 100%



Предварительный просмотр:

Рус мәктәптәренең X класс уҡыусылары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙары.

Башҡорт  теленән һорауҙар

1. Архаизмдарға 6 миҫал килтерегеҙ. Береһе менән һөйләм төҙөгөҙ.(2 б.)

2. Алыҫ  һүҙенең антонимын яҙығыҙ. Был һүҙҙең синонимдары бармы? (2 б.)

3. Башҡорт телендә нисә һуҙынҡы бар? Яңғырау тартынҡыларҙы һанап сығығыҙ. (2 б.)

4.Илебеҙ күге ышаныслы ҡулдарҙа! Һөйләмдә исемдәрҙе табып, килештәрен билдәләгеҙ. (2 б.)

5. Һуйған да ҡаплаған-

    Сабатаһын түргә элә-

    Борсағы бешмәү-

Былар ниндәй һүҙбәйләнештәр? Һүҙбәйләнештәрҙең мәғәнәләрен яҙығыҙ.(2 б.)

Бөтәһе: 10 балл.

Башҡорт әҙәбиәтенән  һорауҙар

1.Башҡорт халҡының  тәүге шағиры исемен кемгә нисәнсе йылда бирәләр? Шағир нисәнсе ҡайҙа тыуған? (2 б.)

2.Түбәндәге өҙөктөң ниндәй әҫәрҙән алынғанлығын билдәләгеҙ, авторын әйтегеҙ.

Бер рус китап һатыусыһында Ғәрәп Нәүзиҙең “Рус-ғәрәп һүҙлеге” китабына тап булдым. Аҡсам бик аҙ булыу сәбәпле,китапты алайыммы,алмайыммы тип,лавкаға өс көн инеп-сығып йөрөнөм.Ниһайәт, алдым. Был китап минең өсөн бик ҡиммәтле булды. Һүҙлекте ҡулланып, ара-тирә ултырып, Ядринцевтың китабынан айырым өҙөктәрҙе төркисә тәржемә итеп, Биктимергә уҡыр инем. (2 б.)

3.Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев  ҡасан, ҡайҙа тыуған? Уның эшмәкәрлеге тураһында ни әйтә алаһың? (2 б.)

4. Әҫәрҙәрҙең авторын яҙығыҙ:

    1) “Һуңғы тарпан” хикәйәте-

    2) “Урал йөрәге” шиғыры-

    3) “Айгөл иле” драмаһы-

    4) “Ҡурайҡайға” шиғыры-           (2 б.)

5. Афористик  ижад ниндәй жанрҙарҙы үҙ эсенә ала? (4 б.) Һәр береһенә миҫал килтерегеҙ. (2 б.)

Бөтәһе: 10 балл.

Анализ өсөн текстар

ӘХМӘТЗӘКИ ВӘЛИДИ.

Әхмәтзәки Вәлиди Башҡортостандың хәҙерге Ишембай районы Көҙән ауылында 1870 йылда тыуған. Башланғыс белемде атаһының мәҙрәсәһендә, урта белемде Үтәш ауылы мәҙрәсәһендә алған.

1917-1920 йылдарҙа Ә.Вәлиди Башҡорт автономиялы республикаһын ойоштороу эшенә етәкселек итә.Башҡорт милли хөкүмәтенең рәйесе һәм хәрби министры вазифаларын башҡара. 1920 йылдың 29 июнендә Төркөстанға китә. Унда Урта Азия халыҡтарының милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушыла. Хәрәкәт баҫтырылғас, философия фәндәре докторы, Манчестер университетының профессоры, почетлы докторы, бөтә донъяла танылыу тапҡан ғалим булып китә. (Башҡортостан календарынан.)

1.  Тексты уҡы һәм темаһын билдәлә. (1 б.)

2. Әҫәрҙең стилен билдәләгеҙ. (1 б.)

2.  Әҫәрҙә ниндәй образдар бар? (1 б.)

3. Әҫәр ниндәй телмәр төрөнә ҡарай:фекерләүме, тасуирлаумы, хикәйәләүме?(1 б.)

4.  Алтынсы  һөйләмгә синтаксик анализ яһағыҙ, схемаһын төҙөгөҙ.(2 б.)

5. Текстан 2 ҡылым табып, заманын билдәләп яҙығыҙ.(2 б.)

6. Донъяла һүҙенә фонетик анализ яһағыҙ. (1 б.)

7. Университетының  һүҙенә һүьяһалыш буйынса анализ яһағыҙ.(1 б.)

Бөтәһе: 10 балл.

Инша өсөн темалар:

1.Башҡортостан- дуҫлыҡ төйәге.

2.Башҡорт зыялыһы Әхмәтзәки Вәлиди (мәшһүр тарихсының ғилми эшмәкәрлеге тураһында уйланыуҙар)

4.Халыҡ сәсәне (М.Буранғолов  ижады буйынса)

5.Көрәшеп үткәр ҡыҫҡа ғүмереңде.(Шәйехзада Бабич  ижады буйынса)

Инша өсөн ике төрлө баһа ҡуйыла: йөкмәткеһенә- максималь 5 балл

Грамматик хата өсөн- максималь 5 балл

Бөтәһе: 40 балл - 100%



Предварительный просмотр:

Башҡорт мәктәптәренең XI класс уҡыусылары  өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙары.

Башҡорт  теленән һорауҙар

  1. Тел, һүҙ тураһында 4 мәҡәл яҙығыҙ. (2 б.)
  2. Һөйләмдәрҙең төрөн билдәләгеҙ:

а) Хыялымдың йылғыр ҡанаттары  ауылыма ҡайтып етте.

б) Беҙҙе йыуаттылар.(2 б.)

3.  Эйәртеүле бәйләнешкә миҫалдар табығыҙ, уларҙың төрҙәрен әйтегеҙ: ҡояшлы көн, кино ҡарау, әсәй менән атай, ят тауыш, уҡыр өсөн килгән, тау йылғаһы, өйҙөң ҡыйығы, малайҙар һәм ҡыҙҙар, бейеклеккә һикереү, ярыш башлана, һеҙҙең атығыҙ. (2 б.)

4.Элек   әсәһе эшләй торған эштәрҙе  хәҙер инде ул үҙе шәп башҡара һөйләмендә рәүештәрҙе табығыҙ. Билдәләнгән һүҙгә морфологик анализ яһағыҙ. (2 б.)

5.Нимә ул фразеологик берәмек? ”Төп башына ултыртыу” фразеологик берәмеге ниндәй мәғәнәне белдерә? (2 б.)

Бөтәһе: 10 балл.

Башҡорт әҙәбиәтенән  һорауҙар

1. Хәҙерге башҡорт романдарын ниндәй типтарға бүлеп ҡарарға була? Ниндәй тарихи романдарҙы беләһегеҙ? Авторын һәм исемен яҙығыҙ. (2 б.)

2. М.Кәрим ҡасан һәм ҡайҙа тыуған? М.Кәримдең “Ҡара  һыуҙар” поэмаһында ниндәй мәсьәләләр сағылдырыла? (2 б.)

3. Нимә ул сюжет? Сюжет өлөштәрен һанап сығығыҙ. (2 б.)

4. Р.Ғарипов тураһында белгәндәрегеҙҙе яҙығыҙ, уның әҫәрҙәрен һанағыҙ. (2 б.)

5  Был геройҙар ҡайһы әҫәрҙәрҙән алынған, уларҙың авторҙары кем:
Емеш, Йәнеш, Бибеш –…
Урал менән Шүлгән –…
Тәңкәбикә менән Диуана –…

Кендек менән Оло инәй- …  (2 б.)

Бөтәһе: 10 балл.

Анализ өсөн текстар

ӘСӘ ЙЫРЫ

(1) Беҙҙең яҡта кешенең кешелеген уның ҡатын-ҡыҙға булған мөнәсәбәтенә ҡарап билдәләйҙәр. (2) Мин дә шулай уйлайым:

(3)– Илдең  бөйөклөгөн, ундағы прогресты ҡатын-ҡыҙҙың хәленә ҡарап билдәләргә кәрәк. (4)Ҡатын-ҡыҙ күҙ йәше аҡҡан ерҙә тормош шәп түгел, ә  ҡатын-ҡыҙ йырлаған ер – бәхетле ер, – тип әйтер инем.

(5)Минең донъяла иң тәү күргән, иң тойған нәмәм – ул әсәйемдең йөҙө, уның йыры.

(6)Әсә йыры – донъялағы иң бөйөк йыр. (7)Ҡалған бөтә йырҙар ҙа шунан башлана. (8)Әгәр ҙә сәңгелдәк йыры булмаһа, моғайын, бүтән йырҙар ҙа тыумаҫ ине. (9)Ул ваҡыт, бәлки, донъяла бәхет, шатлыҡ  әлегенән байтаҡҡа ҡайтышыраҡ булыр ине. (10)Беҙ әсә йырын тиҫтәләрсә йыл үткәс тә, тормошобоҙҙоң иң ауыр һәм иң бәхетле сәғәттәрендә иҫкә төшөрәбеҙ.

    (11)Тау халҡы йүнһеҙ кеше тураһында: «Сәңгелдәктә ятҡанда, әсәһе,  моғайын, уға йыр йырламағандыр»,– ти. (12) Валентина Терешкова, ҡатын-ҡыҙҙарҙан беренсе космонавт, йыһандан әйләнеп ҡайтҡас, сит ил хәбәрсеһе тарафынан бирелгән: «Яратҡан кешегеҙҙең исеме нисек?»– тигән һорауға: «Әсәй»,– тип яуап биргән. (143 һүҙ). (Р. Ғамзатовтан).

1.  Әҫәрҙең темаһын атағыҙ. (1 б.)

2. Әҫәрҙең стилен билдәләгеҙ. (1 б.)

3.  Әҫәрҙең төп идеяһы? (1 б.)

4. Текстан һүрәтләү сараларын табып, ниндәй һүрәтләү сараһы икәнен яҙығыҙ.(1 б.)

5.  Тормошобоҙҙоң һүҙенә һүҙьяһалыш буйынса анализ яһағыҙ.(1 б.)

6. 10-сы Һөйләмгә синтаксик анализ яһағыҙ.(1б.)

7. 12-се һөйләмдәге тура телмәрҙең схемаһын төҙөгөҙ.(1 б.)

8. Донъялағы һүҙенә фонетик анализ яһағыҙ. (1 б.)

9. Прогрес һүҙенә лексик анализ яһағыҙ. (1 б.)

10. 1-3 абзацтарҙан билдәһеҙ эйәле һөйләмде табып яҙығыҙ. (1 б.)

Бөтәһе: 10 балл.

Инша темалары:

  1. Ғүмер бер генә.
  2. Хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә мине рухландырған образ.
  3. Белем алыу – бәхет ул.
  4. Нисә быуын үҫте моңһоу булып, үҙ теленән үҙе ғәрләнеп.
  5. Илдә барған оло яу осоронда ( М.Кәримдең “Башҡорт халҡына яуап хат” әҫәре һәм яугирлыҡ, патриотизм тураһында уйланыуҙар).

        

Инша өсөн ике төрлө баһа ҡуйыла: йөкмәткеһенә- максималь 5 балл

Грамматик хата өсөн- максималь 5 балл

Бөтәһе: 40 балл - 100%



Предварительный просмотр:

Рус мәктәптәренең XI  класс уҡыусылары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиада эштәре.

Башҡорт  теленән һорауҙар

1. Ҡушма һөйләмдәрҙең ниндәй төрҙәрен беләһегеҙ? Миҫалдар килтерегеҙ.(2 б.)

2. Һүҙбәйләнештәрҙәге эйәртеүле бәйләнеш төрҙәрен әйтегеҙ: ҡояшлы көн, кино ҡарау, ят тауыш, урмандан ҡайтты, тау йылғаһы, өйҙөң ҡыйығы, матур сәскә, яҡшы китап, мәктәпкә бара.(2 б.)

3. Окоптарҙа  заяға үтеүсе йәшлегем өсөн үртәлгән ерем өсөн Бетховен өсөн таныш булмаған дуҫым музыкант өсөн мин аяуһыҙ үс алдым.(И.А.) Кәрәкле тыныш билдәләрен ҡуйып яҙығыҙ, синтаксик анализ яһағыҙ. (2 б.)

4. Бирелгән һөйләмдәрҙә һүрәтләү сараларын тап һәм ниндәй һүрәтләү икәнен күрһәт.

а ) Бер-беребеҙгә ҡарап тилмерәбеҙ, Бер йылғаның ике ярындай!

б) Немецтың һуғыш техникаһы беҙҙең һанһыҙ һалдатты молотилка барабаны кеүек ашай, йота (2 б.)

5. Бер составлы ниндәй һөйләмдәр бар? Миҫалдар яҙығыҙ(2 б.)

Бөтәһе: 10 балл.

Башҡорт әҙәбиәтенән  һорауҙар

1.Рәми Ғарипов ҡайҙа һәм ҡасан тыуған? Уның ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ?(2 б.)

2. Нимә ул сюжет? Сюжет өлөштәрен һанап сығығыҙ. (2 б.)

3.М.Кәримдең  трагик әҫәрҙәрен һанап сыҡ.Тәңкәбикә - ҡайһы драмаһының геройы? (2 б.)

4. Яттан белгән шиғырҙан өҙөк яҙығыҙ. Авторын, исемен әйтегеҙ. (2 б.)

5. Ниндәй жанрҙы сеңләү тип йөрөтәләр? Билдәләмә бирегеҙ. Бөгөн был жанр йәшәйме? (2 б.)

Бөтәһе: 10 балл.

ФӘЙЗИ ҒӘСКӘРОВ.

Ғәскәров Фәйзи Әҙһәм улы 1912 йылдың 21 октябрендә тыуған.

Бәләкәйҙән етем ҡала, 1919-1925 йылдарҙа Бөрө һәм Смоленск өлкәһендәге Дорогобуж балалар йортонда тәрбиәләнгән. 1924 йылда Башҡорт академия театрының оркестр һәм бейеү ансамбленә өйрәнсек итеп алына, бер үк ваҡытта сәнғәт техникумында уҡый. 1928-1932 йылдарҙа В.Ғ.Иманский тәҡдиме буйынса хореография техникумында А.А.Моисеевта уҡый; 1934-1936 йылдарҙа Ленинград хореография училищеһының башҡорт бүлегенә етәкселек итә, шунда уҡ үҙе классик бейеү буйынса дәрес ала. Фәйзи Ғәскәров Башҡорт халыҡ бейеүҙәр ансамблен ойоштора, милли бейеүҙәр эстрадаһының өлгө булырлыҡ репертуарын төҙөй. Халыҡтың тормошонда, үҙешмәкәр сәнғәтендә йәшәп килгән бейеүҙәрҙе йыя һәм бер тәртипкә һала. (Башҡортостан календарынан.)

1.  Тексты уҡығыҙ һәм темаһын билдәләгеҙ. (1 б.)

2. Әҫәрҙең телмәр төрөн билдәләгеҙ: хикәйәләүме, тасуирлаумы, фекерләүме? (1 б.)

3.  Әҫәрҙең стилен билдәләгеҙ. (1 б.)

4.  Фәйзи Ғәскәров Башҡорт халыҡ бейеүҙәр ансамблен ойоштора, милли бейеүҙәр эстрадаһының өлгө булырлыҡ репертуарын төҙөй  һөйләменә синтаксик анализ яһағыҙ.(1б.)

5. Текстан 2 хәлде табып, төрөн билдәләп яҙығыҙ.(1 б.)

6. Ансамблен һүҙенә морфологик анализ яһағыҙ. (1 б.)

7. Тестан яңғыҙлыҡ исемдәрҙе табып яҙығыҙ. (1 б.)

8. Бейеүҙәрҙе  һүҙенә һүьяһалыш буйынса анализ яһағыҙ.(1 б.)

9. Башҡорт һүҙенә фонетик анализ яһағыҙ.(1 б.)

10. Текстан тиң киҫәкле һөйләмдәрҙе табып яҙығыҙ. (1 б.)

Бөтәһе: 10 балл.

Инша өсөн темалар:

  1. Бгөнгө башҡорт әҙәбиәтендә экология проблемалары.
  2. Хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә мине рухландырған образ.
  3. Нисә быуын үҫте моңһоу булып, үҙ теленән үҙе ғәрләнеп.

      5.  Илдә барған оло яу осоронда ( М.Кәримдең “Башҡорт халҡына яуап хат” әҫәре һәм яугирлыҡ, патриотизм тураһында уйланыуҙар).

      6.  Кеше-бөйөк зат.

Инша өсөн ике төрлө баһа ҡуйыла: йөкмәткеһенә- максималь 5 балл

Грамматик хата өсөн- максималь 5 балл

Бөтәһе: 40 балл - 100%



Предварительный просмотр:

                                            

                                        Баш7орт 262би2тен2н олимпиада 3орау6ары

                                                                7 класс

1. Тарихи хик2й2 т0ш0нс23ен а8латы4ы6. Тарихи 292р62р6е 3анап сы4ы4ы6.

2. Мин хал7ымды8 с2ск2 к18елен2н

    Бал 7ортондай ынйы йыямын.

    Йыямын да й2нле ынйылар6ан

    Хуш е9ле бер к2р26 7оямын.

Был юлдар кемде8 32м 7ай3ы ши4ырынан алын4ан?

3. Нинд2й 292р62 баш7орт хал7ыны8 борон4о к0нк1реше, оло йыйындары, )ф0  

    7ала3ыны8 нисек ниге6л2не1е ха7ында 316 бара?

4. Кем ул Алдар И92нгилдин? Уны8 тура3ында м24л1м2т биреге6.

5. «Б0рк0т 3ауала 1л2» 292рене8 авторы? «92р62 кем тура3ында 316 бара? Уны8 турала ним2 бел23еге6?

6. 1812 йыл, Александр Беренсе, кантон, ?а3ым -  был 31662р нинд2й 292рг2 7арай?

7. Б.Рафи7овты8 292р62рен 3анап сы4ы4ы6.

8. Баш7ортостанды8 халы7 ша4ир6арын 3анап сы4ы4ы6.

9. Кем ул Илгиз2р Бура7аев?

10. «Кис эшт2н 26ер2к буша4ас, 7ы6ыу итеп ут я4ыл4ан урында 0й0л0ш0п

    ултырыусы я7таштары эрг23ен2 бар4ас, я8ы киле1сел2р ара3ында Й2нт1р2не

    осратты». Был 31662р нинд2й 292р62н? Авторы кем?

                                 Баш7орт 262би2тен2н олимпиада 3орау6ары

                                                              7 класс

1. Тарихи хик2й2 т0ш0нс23ен а8латы4ы6. Тарихи 292р62р6е 3анап сы4ы4ы6.

2. Мин хал7ымды8 с2ск2 к18елен2н

    Бал 7ортондай ынйы йыямын.

    Йыямын да й2нле ынйылар6ан

    Хуш е9ле бер к2р26 7оямын.

Был юлдар кемде8 32м 7ай3ы ши4ырынан алын4ан?

3. Нинд2й 292р62 баш7орт хал7ыны8 борон4о к0нк1реше, оло йыйындары, )ф0  

    7ала3ыны8 нисек ниге6л2не1е ха7ында 316 бара?

4. Кем ул Алдар И92нгилдин? Уны8 тура3ында м24л1м2т биреге6.

5. «Б0рк0т 3ауала 1л2» 292рене8 авторы? «92р62 кем тура3ында 316 бара? Уны8 турала ним2 бел23еге6?

6. 1812 йыл, Александр Беренсе, кантон, ?а3ым -  был 31662р нинд2й 292рг2 7арай?

7. Б.Рафи7овты8 292р62рен 3анап сы4ы4ы6.

8. Баш7ортостанды8 халы7 ша4ир6арын 3анап сы4ы4ы6.

9. Кем ул Илгиз2р Бура7аев?

10. «Кис эшт2н 26ер2к буша4ас, 7ы6ыу итеп ут я4ыл4ан урында 0й0л0ш0п

    ултырыусы я7таштары эрг23ен2 бар4ас, я8ы киле1сел2р ара3ында Й2нт1р2не

    осратты». Был 31662р нинд2й 292р62н? Авторы кем?


Предварительный просмотр:

Предварительный просмотр:

Предварительный просмотр:


Предварительный просмотр:

Уҡытыу туған (башҡорт) телдә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмалары өсөн башҡорт теленән олимпиада биремдәре

(муниципаль этап)

Текст буйынса әңгәмә

7 – Б − 2023

Ул класҡа инеп числоны һәм иншаның темаһын яҙҙырғандан һуң, барыһы ла сәмләнеп эшкә тотондо. Ә минең күңел һаман тышҡа тартыла. Үҙем ерле юҡтан ғына дәрес ҡалдырғаным өсөн уңайһыҙланам да, ҡурҡам да, нимә тураһында яҙырға һуң, тип аптырайым да. Күперелеп йөҙгән аҡ болоттарҙы күҙәтәм, хыялдарым менән Мағаш түбәһендә йөрөйөм, унан ағып төшкән тынғыһыҙ ҡар һыуы тауышын тыңлайым, әйтерһең, ҡолаҡ төбөмдә моңло бер йыр яңғырай.

– Яҙып та бөттөңмө ни? – тине уҡытыусы, ҡабаланмай ғына яныма килеп.

Мин, ҡот алынып, дәфтәргә эйелдем. Ҡайҙан бөтәйем ти инде, башлаған да юҡ бит әле.

Оҙаҡламай тапшырыусылар ҙа күренә башланы. Мин уларға көнләшеп ҡарап ҡалам: шундай тиҙ һәм еңел генә яҙа алһаң ине ул! Бына, исмаһам, бәхетле кешеләр!

Тағы байтаҡ ҡына ваҡыт үтте. Класта кеше бөтөнләй аҙайҙы. Дәрес бөтөүен белдереп, ҡыңғырау шылтыраны. Үтә ҡыҫҡа тойолдо миңә был дәрес, әллә яңылышып алдан бирҙеләрме, тип тә уйлап ҡуйҙым.

Уҡытыусы, был урамдан ни йәм тапты икән, тигәндәй тышҡа ҡарап торҙо ла:

– Тапшыр! – тине һәм ҡапыл ғына боролоп сәсен артҡа һыпырып ҡуйҙы. Был уның түҙемһеҙләнә башлау билдәһе ине.

Әкиәттән бер аҡыл

Бер атаның берҙән-бер улы булған. Үлем түшәгенә йығылғас, улын үҙ янына саҡырған.

– Балам, миңә йәшәргә күп ҡалманы, һиңә әйтер һуңғы һүҙем бар, – тигән атаһы.

– Әйт, атай, – тигән улы.

– Хәҙер урманға бар ҙа яҡшы һәм яман һүҙҙәрҙе ҡысҡыра-ҡысҡыра ҡайт, – тигән ҡарт.

Улы быға бик аптыраған, шулай ҙа атаһының һүҙен йыҡмай, урманға киткән. Урманда ул үҙе белгән яҡшы һәм яман һүҙҙәрҙе ҡысҡырған, ти. Урман уға һәр һүҙен ҡайтауыллап яуап ҡайтарған, «яҡшы» тип ҡысҡырһа, урман да шулай, «яҡшы» тип ҡабатлаған, «яман» тип һөрәнләһә – «яман» тип.

Ҡайтып атаһына быларҙы һөйләһә, атаһы былай тигән:

– Улым, урман ул халыҡ шикелле: халыҡҡа ла яҡшы һүҙ әйтһәң, яҡшы һүҙ ишетерһең, яман һүҙ ҡатһаң, яманлыҡ көтөрһөң. Урман һиңә шуны аңлатҡан, – тип һуңғы аҡылын биргән.

                                                                     Ғ. Хөсәйенов. Парсалар

Уҡытыу туған (башҡорт) телдә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмалары өсөн башҡорт теленән олимпиада биремдәре

(муниципаль этап)

Текст буйынса әңгәмә

8 – Б − 2023

Ул Ҡотлояр байҙа ун бер йыл хеҙмәт итте. Ул инде уның ауыр эштәренә тамам күнегеп бөткәйне. Ул кәбән ҡойған саҡтарҙа ат тартымы күбәләр кәбән башына йөн шикелле ырғытылалар. Аҫау малдарҙы ҡороҡлап тотҡанда, Тимеркәй бер аҙым атлатмай, шып иттереп туҡтата. Уның ун бер йыл буйына Ҡотлояр донъяһына түккән көсөн иҫәпләп ҡараһаң – уның таш ҡоймалары ла күтәрә алмаҫтар. Шулай булһа ла, Ҡотлояр байҙың уға мыжымаған сәғәте юҡ. Бер тапҡыр әрләмәгән, уның эшенә бәйләнмәгән көнө булмағандыр. Тимеркәй уға күптән күнеккән, уға ундай мығырлауҙар ябай һүҙгә әйләнеп киткән, шуның өсөн дә Ҡотлояр байға ҡаршылашмай торғайны. Ҡаршылашып ҡайҙа бараһың?

Унан сығып китер ине, барыр урыны юҡ. Сәми ҡарт тураһындағы шомло әкиәттәр уны халыҡтан алыҫлаштырған, уға һаман да шомланып Ҡарау бөтмәгән ине. Ҡайһы ваҡыттарҙа Тимеркәйҙең дә үҙ тормошонан зарланған, риза булмаған минуттары була. Ләкин уны бер кемгә лә һөйләмәй ул.

ТАТ. ДАТ

Донъяла һәр нәмәне үҙе тотоп ҡарамай ышанмаҫ, үҙе татып ҡарамай ҡалмаҫ кешеләр ҙә йыш осрай.

Бер хикмәтте хәтерләйек. Бер бай хеҙмәтсеһен баҡсанан алмалар, хөрмәләр һатып алырға ебәргән, ти. «Һатып алғансы емештең тәмен үҙең татып, тәмлеләрен һайлап ал», – тигән, ти, байы.

Баҡсаға барған хеҙмәтсе һатыулаша башлаған.

 Минең баҡсамдағы емештәр барыһы ла яҡшы, тәмлеләр. Берәйһен тәмләп ҡара, – тигән хужа.

– Юҡ, – тигән хеҙмәтсе, – мин барыһын да башта тәмләп ҡарарға тейешмен. Береһен генә тәмләп, бүтәндәренең тәмен нисек беләйем мин?

Шулай хеҙмәтсе һәр бер емеште үҙе тәмләп, татын татып алған. Өйгә ҡайта, байы һәр емештең тешләнгәнен күреп, береһен дә ашамаҫ булған.

Шулай донъяла ни тат белмәгән, ни дат белмәгән әҙәмдәр ҙә бар шул.

Донъяла йәм күп, барыһын да күреп бөтөп булмай.

Донъяла тәм күп, барыһын да татып бөтөп булмай.

Донъяла матурҙар күп, барыһын да ҡосоп бөтөп булмай.

Аҡыллыға береһен татып бүтәнен белгәне, береһен күреп йә ҡосоп ҡәнәғәтләнгәне лә етә.

Барыһын боҙоу, ҡәҙерен ебәреү – тат-датһыҙҙар өлөшө.

                                                                             Ғ. Хөсәйенов. Парсалар.

Уҡытыу туған (башҡорт) телдә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмалары өсөн башҡорт теленән олимпиада биремдәре

(муниципаль этап)

Текст буйынса әңгәмә

9 – Б − 2023

Уларға барған һайын, Таңһылыуҙың зауығына хайран ҡалам. Тыштан ҡарағанда, Митя зимагорҙың йортон өй тиһәң, хәтере ҡалыр. Тауыҡ кетәге. Ә эскә инһәң, ялт итеп тора. Таңһылыу иҙәндәрен балауыҙҙай асыҡ һарыға буятҡан, стеналарын аҡлаған, тәҙрәләрен йыуған. Оло мейесе лә фәрештәләй аҡтан ғына кейенеп ултыра. Гүйә ул аҡҡош: саҡ ҡына ҡағылһаң да, осоп китер. Эй был Таңһылыу, таҙалыҡ, бөхтәлек ярата; шул лапаҫ түшәменән дә тәпәш түбәле өйөн ҡурсаҡтай итеп йыйыштырып ҡуйған. Ҡасан килмә, карауатын, өҫтәлен, комодын яңыса ултырта – шулай өй эсенә яңы төҫ бирә. Йыһазы инде: төпкөлдә бер карауат ултыра, йәнәшендә өҫтәл; икенсе башта – комод, шифоньер... Үтеп йөрөр өсөн тар ғына ара. Таңһылыу барыбер ҡәнәғәт, һөйөнөсөнән башы түбәгә тейгән кеүек.

– Ике башыбыҙға ни... – ти көлөп.

Таңһылыуҙың кинәнестәренең сиге юҡ. Мәктәпкә лә дәртләнеп килә, күңелсәкләнеп йөрөй. Ҡулында бер эш сыҙамай. Әле пионерҙар менән сборға әҙерләнә, әле концерт ҡуя. Мәктәптә үткәрелгән бер саранан да ҡалмай. Ҡыҫылмаған ере юҡ.

Васыят

Атаһы улын саҡырған да:

 – Улым, миңә теге донъяға китергә ваҡыт еткән, һиңә бер васыят әйтеп ҡалдырам, шуны үтәһәң, бәхет йондоҙо ҡалҡыр, – тигән. – Кешеләргә сәләм бирмә, кешеләр үҙҙәре һиңә сәләм бирһендәр! – тигән.

Атаһы йән биргәс, улы бер кешегә лә сәләм бирмәй, моронон сөйөп йөрөй башлаған, үҙ-ара: «Ниндәй аҡыллы егет ине, атаһының ғүмере өҙөлгәс, бик әҙәпһеҙләнде, маһая башланы», – тип һөйләгәндәр. Бер көн егет урамда китеп барғанда, ҡарттар уны туҡтатып һорағандар:

 – Был ниндәй әҙәпһеҙлегең, нишләп сәләм дә бирмәй үтеп бараһың? – тигәндәр. Егет таң ҡалған. Шулай ҙа ҡарттарға дөрөҫөн һөйләп бирергә мәжбүр булған:

– Һеҙ теләһәгеҙ нишләтегеҙ, әммә мин атайымдың васыятын боҙа алмайым, – тигән, – ул миңә: «Улым, кешегә сәләм бирмә, кешеләр үҙҙәре сәләм бирһендәр», – тип әйтеп үлде. Бер-береһенә ҡарап көлөшкәндәр ҙә ҡарттар был егеткә васыяттың мәғәнәһен бәйән иткәндәр.

– Атайың һиңә: «Эшкә иртә бар, кешеләр һинең эшләгәнде күреп, яныңдан уҙғанда, һине ҙурлап, сәләм биреп китһендәр», – тигән. Әгәр һуңға ҡалһаң, ул ваҡытта һинән элек барған кешеләргә һин үҙең сәләм бирергә тейеш булаһың бит! – тигәндәр.

                                                                    Башҡортостан календарынан

Уҡытыу туған (башҡорт) телдә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмалары өсөн башҡорт теленән олимпиада биремдәре

(муниципаль этап)

Текст буйынса әңгәмә

10 – Б − 2023

Йәмилә бүлмәлә яңғыҙ ултырғанда аш бүлмәһендәге ашамлыҡ нәмәләрен күҙҙән кисерҙе. Бында торған ашамлыҡтарҙы күреп, ауыҙынан һыуҙар килде. Донъяла нисек рәхәт торған кешеләр бар, тип апайҙарының бик ябай тормошон шаһтар тормошо кеүек күрҙе. Бигерәк тә мейес алдында таба менән торған бәлеш төбө Йәмиләнең диҡҡәтен үҙенә йәлеп ҡылды. Ҡулы ихтыярһыҙ табалағы бәлеш киҫәктәренә һуҙыла, алып ашарға теләй ине.

Шул ваҡыт апаһы килеп, ҡулындағы ҡағыҙға төргән аҙ ғына сәйҙе Йәмиләгә килтереп бирҙе лә:

− Мә әле, аҙыраҡ сәй, беҙҙә эш-фәлән юҡ, − тине. Йәмиләнең ике күҙе һаман табала ғына торғанға күрә, апаһы бәлеште килтереп уның алдына ҡуйҙы. Йәмиләнең теләгәне булды. Бәлеш төбөн ҙур-ҙур ҡабып, бик тиҙ ашап бөтөргәс, “их, тағы аҙыраҡ булһа” тигән төҫлө ауыҙын ялап ҡуйҙы.

Апаһы бер иҫке сепрәк алып, иҫке күмәс һыныҡтарын йыйып һалып, ҡалған ит киҫәктәрен ҡушып бергә бәйләп, Йәмиләгә бирҙе лә:

  • Минең бара торған ерем бар, хуш булып тороғоҙ, беҙҙең улай кешегә биреп торорлоҡ байлығыбыҙ юҡ, − тип Йәмиләне оҙатып ҡалды.

Ғүмер йомғағы

Бер аҡһаҡал балаға бер йомғаҡ еп бирә лә әйтә: “Балаҡай, был еп – һинең ғүмер йомғағың. Ал да үҙеңсә һүт. Әгәр ваҡытың тиҙерәк үтеүен теләһәң, епте тарт: көндәрең тиҙ үтер. Артыҡ ҡағылмаһаң, һүлпән һүтелер.

Бала йомғаҡты ала. Тарта башлай епте. Башта йыш тарта – тиҙерәк ҙурайыу өсөн, егет булып етеп, тиҙерәк өйләнеү өсөн, һуңынан – йәһәтерәк байыу өсөн, балалар йәһәт үҫһен өсөн, аҙаҡ, олоғая башлағас, –  сырхау-фәлән, ҡартлыҡ тиҙ уҙһын өсөн.

 Ә аҡһаҡал әйләнеп килеүгә, әлеге бала, ҡартайып, үлем сигенә еткән. Айырылышыуҙарына бары дүрт ай ҙа алты көн, имеш.

– Эй һаҡаллы бала, – тигән аҡһаҡал, – һин михнәт-ауырлылыҡты тиҙ ара рәхмәт-сайранға алыштырып, ғүмер йомғағыңды һүтеп бөткәнһең. Михнәттең дә үҙенең бер хикмәте бар бит: ул да ғүмер, әсеһе-сөсөһө менән бер ғүмер.

  – Хәҙер үкенеүҙән файҙа юҡ, – тигән һаҡаллы бала. – Шуны ла төшөндөм мин: михнәтен күрмәгәс, рәхәтенең дә ҡәҙере юҡ икән ул.

 Ғүмер – бер йомғаҡ, нисек һүтһәң, шунса үтә, осонда әжәлең көтә.

 Ғүмер йомғағын һүтә белеү, бәлки, үҙе бәхеттер.

Уҡытыу туған (башҡорт) телдә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмалары өсөн башҡорт теленән олимпиада биремдәре

(муниципаль этап)

Текст буйынса әңгәмә

11 – Б − 2023

Рух тәрбиәләү

Һәр милләт үҙенә хас рухлы, тойғоло, үҙенсә ҡарашлы була. Ә бит башҡорттар борондан уҡ көслө рухлы халыҡ булған, шул рух уларҙы һаҡлап ҡалған да. Бөгөн ниндәйерәк халыҡ беҙ? Ҡайҙа барабыҙ, тигән һорауҙар борсой мине. Башҡорт башҡорт булып ҡалһын, уның иле, көнө булһын тигәндә, беҙгә рухлылыҡ көсө кәрәк. Ғаилә, балалар баҡсаһы, мәктәп, газета-журналдар, китап һәм һәр төрлө сәнғәт, моң-йыр, беҙҙең ғөрөф-ғәҙәт – бөтәһе лә рух тәрбиәһенең сығанағы.

Иң ҙур тәрбиәсе – халҡыбыҙҙың меңәр йыллыҡ ғүмерле ижады. Миҫалға “Урал батыр” эпосын ғына алайыҡ та, уның ниндәй тәрбиәүи әһәмиәткә эйә икәненә иғтибар итәйек. Ул әҫәрҙә халҡыбыҙ йәшәйешенең, ғөмүми донъяның серҙәре кодҡа һалынған. Әле һаман төшөнөп, аңлап етмәгән серҙәре күп эпостың. Шуның өсөн был әҫәрҙе балалар бәләкәстән үк ишетеп үҫергә тейеш. Әгәр ҙә ата-әсә тәрбиәне ғаиләлә туған телдә һөйләшеп, матбуғат баҫмаларын уҡып, халыҡ педагогикаһы нигеҙҙәренә таянып ҡора икән,  бала тейешле милли тәрбиә нигеҙҙәренә эйә була. Шулай итеп, милли рух нигеҙҙәре ғаиләлә һалына, үҫтерелә. (Т. Ҡарамышева)

Хәбир киң яурынлы, мөһәбәт, баҙыҡ кәүҙәле, ғәжәп аҡыллы ҡарашлы, төҫкә һылыу егет булып үҫкән. Йәй көнө ҡунаҡҡа ҡайтҡан арала ла ул ауылдың һылыу ҡыҙҙарын үҙенә ғашиҡ итеп, Собхан кеүек майҡы егеттәрҙең теңкәһенә тейеп, көнләштереп китеп барған. Ҡыҙҙар уны бигерәк тә йырҙа, көрәштә алдына бер кемде лә сығармауы өсөн яратҡандар... Ә мәҙрәсәлә Хәбир ундай ҡылыҡтарын бөтөнләй ташлаған. Баш ҡалҡытмай китап эсенә инеп сумған, китаптарҙан, ер аҫтынан алтын эҙләгән ташсы кеүек, йәбешеп ятып аң, белем, хәҡиҡәт эҙләгән. Үҙенсә тормоштон серенә төшөнөргә, донъяны танырға тырышҡан. Мәҙрәсәлә муллалар, хәлфәләр уны уҡыуға ихлас, зирәк, тырыш булғаны өсөн яратҡандар, уға ҙур киләсәк юрағандар. Берәүҙәре ҡазый булыр, икенселәре хәҙрәт, ишан булыр тип тә өмөт иткәндәр. Үҙ мәҙрәсәләрендә шундай шәп, уҡымышлы кеше етешеүгә маһайып йөрәгәндәр, ә Хәбир үҙ алдына тырышып уҡый торғас, аң, белем яғынан, үҙен уҡытҡан хәлфәләрҙе күптән уҙып китһә лә, кеселекле, ихтирамлы шәкерт булып ҡалырға, үҙенә ҡарата көнсөлөклө ҡараштар уятмаҫҡа тырышҡан.

Хәбиргә тел ғилемдәре айырыуса еңел бирелгән. Ул мәҙрәсәлә ғәрәп, фарсы телдәрен бик яҡшы өйрәнеп алған. Ҡөрьәнде яттан уҡыған. Уның мәғәнәһенә үҙ телендәге кеүек төшөнгән.