Башҡортостандың халыҡ сәсәндәре Народные сэсэны Башкортостана
Опубликовано 10.08.2018 - 14:22 - Багаутдинова Альмира Рафаиловна
Башҡортостандың халыҡ сәсәндәре
Дәүләтшин Фәррәх Дәүләтша улы (1887—1956) — Башҡорт АССР-ының халыҡ сәсәне. 1887 йылда хәҙерге Дүртөйлө районы Иҫке Уртай ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ете-һигеҙ йәшенән етем ҡалып, үҙ көнөн үҙе күрә: байҙарҙа көтөү көтә, урман ҡырҡа. 1916 йылда ҡағыҙ фабрикаһында эшләгәндә пар торбаһы шартлау һөҙөмтәһендә тома һуҡыр булып ҡала. Тап бына ошо осорҙа Фәррәх Дәүләтшин дә сәсәнлек һәләте уяна: ул ауылдан ауылға йөрөп бәйет әйтә, йырҙар сығара, шуның менән тамаҡ туйҙыра. Октябрь революцияһынан һуң Фәррәх Дәүләтшиндең сәсәнлек эшмәкәрлеге уның төп һөнәренә әйләнә. Ул, Дауыт Юлтый яҙғанса, "йәнле китап булып ауылдан ауылға, йыйындан йыйынға өгөт-нәсихәт менән йөрөй". Фәррәх Дәүләтшиндең тәүге китабы 1928 йылда уҡ "һүҙ табыусы һуҡыр Фәррәх әңгәмәләре" исеме менән баҫылып сыға. 30-сы йылдарҙа ул Тыуған илен, йәшәгән төбәген данлаған күп кенә йырҙар ("Беҙҙең ҡояш", "Ишембай") ижад итә. Шулай ҙа уның ижадының активлашып китеүе Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килә. Колхоздың алдынғы тракторсыһы тураһындағы "Ғәлиә ҡыҙ бәйете", "Алты ялҡау бәйете", "Ватан һуғышы бәйеттәре", "Алтынтараҡ аттарға" кеүек әҫәрҙәре Тыуған ил тойғоһо тәрбиәләүҙә мөһим роль уйнаны. Ф. Дәүләтшин әҫәрҙәренең тематикаһы һәм поэтик эшләнеше яғынан бәйет традициялары йоғонтоһонда ижад ителеүе күҙгә ташлана. Шуға күрә уларҙың күбеһенең бәйет атамаһы менән йөрөүе лә ғәжәп түгел. "Чкалов бәйете", мәҫәлән, исеменән үк күренеүенсә, күренекле осоусының фажиғәле үлеменә бағышлап сығарылған. Унда хикәйәләү ҙә бәйеттәргә хас традицион башланыш ала. "Минең Мәскәүгә барыуым" һәм "Ватан һуғышы бәйеттәре"ндә лә хәл-ваҡиғаны бәйеттәргә хас ҡабатлап-ҡабатлап һүрәтләү алымы өҫтөнлөк итә. Үҙенең теле, поэтик саралары менән ул халыҡтан яҙып алынған бәйеттәрҙән айырылмай ҙа. Ф. Дәүләтшин — Һүҙ табыусы һуҡыр Фәррәх әңгәмәләре" (1928), "Орденлы халыҡ йырсыһы Фәррәх йырҙары һәм бәйеттәре" (1939), "Сәсәндең кәңәштәре" (1947), "Сәсән тауышы" (1967) китаптарының авторы. Ф. Дәүләтшин 1939 йылда "Почет Билдәһе" ордены менән наградланған.
Буранғолов Мөхәммәтша Абдрахман улы (1888 — 1966) — яҙыусы, Башҡорт АССР-ының халыҡ сәсәне, башҡорт халыҡ ижадын йыйыу һәм өйрәнеү эшенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән әҙип. Мөхәммәтша Буранғолов 1888 йылда хәҙерге Ырымбур өлкәһе Люксембург районы Ильяс ауылында тыуған. Үҙҙәренә күрше Юлдаш; ауылының земство мәктәбендә, унан Ҡарғалы һәм Ырымбурҙың "Хөсәйениә" мәҙрәсәләрендә уҡыған. Оҙаҡ йылдар төрлө мәктәптәрҙә, педагогия техникумында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытҡан. 1939—1945 йылдарҙа М. Ғафури исемендәге Тел һәм әҙәбиәт ғилми тикшеренеү институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләгән. 1944 йылда уға Башҡорт АССР-ының халыҡ сәсәне тигән маҡтаулы исем бирелгән.
М. Буранғоловтың сәсәнлек һәм ғилми эшмәкәрлеге бер нисә йүнәлештә барған. Беренсенән, ул башҡорт халыҡ ижады әҫәрҙәрен йыйыу һәм фольклор фонды туплауға баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән әҙип. Башҡорт фольклористикаһы тарихында был өлкәлә әлегә М. Буранғолов һымаҡ эш башҡарған кешене табыуы ауыр. Мәшһүр "Урал батыр", "Аҡбуҙат", "Мәргән менән Маянһылыу", "Юлай менән Салауат" кеүек ҡобайырҙар, иҫәпһеҙ-һанһыҙ йырҙар, легендалар тик уның яҙмалары аша ғына һаҡланып ҡалған. Уларҙың күбеһе 1943 йылда сәсән әҙерләп сығарған "Батырҙар тураһында эпос" китабында һәм 1940 йылда баҫылып та (сигнал экземплярҙа) донъя күрмәй ҡалған "Башҡорт халыҡ йырҙары" исемле хеҙмәтендә тупланған. Икенсенән, М. Буранғолов халыҡ ижадын өйрәнеү өлкәһендә лә ҙур эш башҡарған. Был йәһәттән уның "Башҡорт фольклоры", "Башҡорттарҙың иҫке йола һәм йырҙары тарихынан", "Башҡорт туй йолалары" исемле баҫылмай ҡалған һәм тик һуңғы йылдарҙа "Таштуғай" (Өфө, "Китап", 1994), "Сәсән аманаты" (Өфө, "Китап", 1995) китаптарында донъя күргән хеҙмәттәрен күрһәтергә мөмкин. Өсөнсөнән, М. Буранғолов үҙе лә сәсән булып танылған, үҙенең ҡобайырҙарын ул халыҡ йырҙары һәм легендалары мотивтарын файҙаланып ижад иткән. Шундайҙарҙың береһе — 1942 йылда айырым китап булып баҫылып сыҡҡан "Ватан һуғышы" ҡобайыры". Был ҡобайырға "Икенсе әрме" һәм "Ҡаһым түрә" легендалары нигеҙендә яҙылды", тигән иҫкәрмә бирелгән. Ҡобайыр 1812 йылғы Ватан һуғышы ваҡиғаларына бәйле сығарылған булһа ла, фашистар илебеҙгә баҫып ингән көндәрҙә ул заманса яңғыраны, боронғо батырҙарҙың яҡты һынын күҙ алдына баҫтырҙы, уларҙың ҡаһарманлыҡтары халыҡты еңеүгә рухландырҙы. Үҙенең сәсәнлек эшмәкәрлеге менән М. Буранғолов ҡобайыр традицияларын үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе.
Рәшит Ниғмәти билдәләгәнсә, "ул халыҡ ижадын бик яҡшы белә һәм уның диңгеҙ кеүек тәрән, кристалл кеүек саф шишмәһенән үҙ ижады өсөн тел байлығы, образдар көсө, фекерҙәр үткерлеге ала". Өҫтәүенә, М. Буранғолов — заманында башҡорт халыҡ ижадына нигеҙләнеп күп кенә пьесалар ижад иткән яҙыусы ла. Уның "Ашҡаҙар", "Шәүрәкәй", "Ялан Йәркәй", "Башҡорт туйы" кеүек фольклор-этнографик пьесалары Башҡортостан театрҙарында ҙур уңыш менән барған. Һуңғы йылдарҙа "Башҡорт туйы", "Шәүрәкәй" пьесалары яңынан сәхнәләштерелде.
Исмәғилев Сәйет Әхмәт улы (1884—1972) — Башҡорт АССР-ының халыҡ сәсәне. Шишмә районының Йәрми ауылында ярлы ғаиләһендә тыуған. Сәсәндең Йәрми Сәйете тигән ҡушамат-псевдонимы ла ауыл исеменән алынған. 13 йәшендә, атаһы үлгәс, бөтә ғаилә хәстәрлеге, оло ул булараҡ, уның өҫтөнә төшкән. Сәйет Исмәғилев, йәки Йәрми Сәйете, революцияға тиклем кулактарҙа батрак, тимер юл станцияларында эшсе булып эшләй, үҙ ауылында колхоз ойошторолғандан бирле колхозсы була. Сәйет Исмәғилев бик йәшләй гармунда, скрипкала уйнарға өйрәнә, һабан туйҙарында, йыйын-мәжлестәрҙә, ауыл клубтарында скрипкала уйнап, үҙе йыр сығарып йырлап, бәйет әйтеп йөрөр булған, аҡрынлап халыҡ араһында сәсән булып танылған. Сәйет Исмәғилев Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй, концерт бригадалары менән республикабыҙҙың күп кенә райондарын урап сыға, бер нисә мәртәбә фронтта һалдаттар алдында сығыш яһай.
Сәйет Исмәғилев — бер нисә китаптың авторы. Улар араһынан уның "Сәйет йырҙары" (1958), "Сәсән йырҙары" (1944), "Сәсән һүҙе" (1950), "Һайланма әҫәрҙәр" (1958), "Сәсән йырҙары" (1964) исемле китаптарын күрһәтергә мөмкин. Сәйет Исмәғилев ижадында образлы фекер йөрөтөү һәм һүҙ сәнғәтенең тәү элементы булған тел саралары менән эш итә белеү оҫталығы күҙгә асыҡ ташлана. Уның күп кенә әҫәрҙәре, мәҫәлән, халыҡ ижадында киң таралған аллегорик образлыҡҡа нигеҙләнгән. Төрлө йылдарҙа ижад ителгән "Бәхет-ҡыҙ тураһында һүҙ", "Нужаның сәйәхәте", "Аслыҡ батша" кеүек әҫәрҙәре бына шундайҙар иҫәбенә инә. Шул уҡ ваҡытта уларҙың барыһының да хикәйәләү стилендә яҙма әҙәбиәттең, айырыуса М. Ғафури, Ғ. Туҡай әҫәрҙәренең, йоғонтоһо ныҡ һиҙелә. "Бәхет-ҡыҙ тураһында һүҙ "ҙә халыҡтың азатлығы рәүешендә һынландырылған Бәхет-ҡыҙ образы, мәҫәлән, ҙур дөйөмләштереү көсөнә эйә. Әҫәрҙең яҙма әҙәбиәттә киң таралған ун ике — ун ике ижекле шиғыр үлсәүенә һәм робағи рифмаһына ҡоролған булыуы уның үҙенсәлекле хикәйәләү стилен хасил итә.
Сәйет Исмәғилевтең һуңғы йылдарҙа ижад иткән шиғырҙары өсөн тормош матурлығы менән һоҡланыу, донъяла йәшәүҙең йәме һәм мәғәнәһе, кешеләр тормошондағы ыңғай яҡтарҙы данлау, ә етешһеҙлектәрҙе фашлау кеүек һ. б. фәлсәфәүи мәсьәләләр күтәрелеүе хас. Шул уҡ ваҡытта уларҙа өгөт-нәсихәт һиҙелерлек урын алып тора. "Тормош: диңгеҙе", "Өгөт", "Йөҙгә етермен әле", "Һөнәр өйрәнеү хаҡында", "Балаларға" кеүек шиғырҙары бына шундайҙарҙан. Был осраҡта беҙ халыҡ фәлсәфәһе менән һуғарылған тәрән мәғәнәле ижад өлгөләрен күрәбеҙ. Уларҙың күбеһе ҡобайыр һәм әйтемдәргә тартым. Сәйет сәсән ижадында шулай уҡ йөкмәткеһе менән генә түгел, ә ритмлы үлсәүе, рифма ҡоролошо һәм строфаһы менән дә ҡобайыр йоғонтоһонда тыуған әҫәрҙәрҙе күрергә мөмкин. Был йәһәттән "Салауат" әҫәре иғтибарға лайыҡ. Унда ҡобайыр поэтикаһы киң ҡулланыла һәм әҫәргә лә бик уңышлыкилеп инә.
Сәйет Исмәғилев ижадында мәҫәлдәр ҙә һиҙелерлек урын алып тора. "Бүре менән төлкө хикәйәһе", "Бал ҡорто менән күгәүен һөйләшеүе", "Көлөк, йылан һәм ҡуян", "Ҡарт бесәй менән сысҡан" кеүек мәҫәлдәр — сәсәндең уңышлы әҫәрҙәре. Сәйет Исмәғилев үҙенең алтмыш йылға яҡын ғүмерен сәсәнлек сәнғәтенә бирҙе. Уның ижадында сәсәнлек традициялары, бер яҡтан, халыҡ ижадынан тамырланһа, икенсе яҡтан, улар инде тамам үҫеп еткән яҙма әҙәбиәт ҡаҙаныштарына ла нигеҙләнә.