Уңыштар теләйем!
Вложение | Размер |
---|---|
Дәрес. Аҙыҡ-түлек магазинында | 26.63 КБ |
дәрес. Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар. | 27.2 КБ |
Дәрес. Башҡортостан. | 397 КБ |
Дәрес. Сифат. | 50.5 КБ |
Дәрес. Ялҡау кәзә. | 25.51 КБ |
Тема: «Аҙыҡ-түлек».
Маҡсаттар: 1. Белем биреү: аҙыҡ-түлекте белдергән һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрөү, ҡабатлау; яңы һүҙҙәр менән танышыу һәм үҙләштереү;
2. Үҫтереүсе: уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен, логик фекерләүҙе, хәтерҙе үҫтереү; коммуникатив мөмкинлектәрен киңәйтеү;
3. Тәрбиәүи: аҙыҡ-түлеккә һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: экран, ноутбук, таратма материалдар, карточкалар, йылмайликтар.
Дәрес барышы:
Сәләмләү.
Хәйерле көн теләп, ҡояш ҡалҡа,
Уяналар ауыл, ҡалалар.
Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем:
Хәйерле көн һеҙгә, балалар!
‒ Һаумыһығыҙ! Ултырығыҙ!
‒ Уҡыусылар, күреп торам, кәйефтәрегеҙ ҙә яҡшы, хәлдәрегеҙ ҙә һәйбәт. Дәресте башлап ебәрһәк тә була.
Мин Әлфиә Тимерйән ҡыҙы Ҡырмыҫҡалы районынан килдем.
Өйгә эште тикшереп үтәйек. Өйҙә әсәйегеҙ әҙерләгән рецепт яҙып килергә кәрәк ине һүрәт эшләп килергә ине.
Ә һеҙ беләһегеҙме бөгөн ниндәй байрам?
(21 март Науруз байрамы
“науруз” – фарсы һүҙе, “яңы көн” тигәнде аңлата, төн менән көндө яҙғы тигеҙләшкән осорона тап килә. Яҙ һәм хеҙмәт байрамы. Йыл башы тип иҫәпләнгән.
Ә һеҙ байрамға нисек әҙерләнәһегеҙ? Нимә эшләргә кәрәк? ( Өҫтәл әҙерләргә кәрәк)
Уны ҡайҙан алалар. ( магазинда)
Өҫтәлгә нимә ултырталар?
Быны белер өсөн әйҙәгеҙ фонетик күнегеү эшләп алайыҡ. Минең арттан ҡабатлағыҙ.
Фонетик күнегеү.
Ҡа-ҡа-ҡа
Яратабыҙ беҙ бутҡа.
Мәк-мәк-мәк
Өҫтәлдә тәмле икмәк.
Ма-ма-ма
Ағаста ҡыҙыл алма.
Һаҡ-һаҡ-һаҡ
Бешерҙек беҙ бауырһаҡ.
‒ Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, ниндәй һүҙҙәр билдәләнгән? Ниндәй темаға ҡарай был һүҙҙәр?
Ә хәҙер слайдҡа ҡарағыҙ әле был һүрәттә нимә төшөрөлгән?
(Уҡыусылар яуаптарын тыңлау)
‒ Тимәк, бөгөнгө дәрестә нимә хаҡында һүҙ барасаҡ? (Аҙыҡ-түлек тураһында). Ниндёй бүлектәр була. Супермаркет
‒ Уҡыусылар, беҙ һеҙҙең менән теманы асыҡланыҡ. Нисек уйлайһығыҙ, беҙ бөгөнгө дәрестә нимә өйрәнәсәкбеҙ? (Уҡыусылар үҙҙәренең тәҡдимдәрен әйтәләр).
Магазинда йөрөү ҡағиҙәләре була.
( 108 бит 17 се күнегеү) Китап менән эш. Тәржемә итәбеҙ.
Ниндәй тылсымлы һүҙҙәр беләһегеҙ.
‒ Бөгөн дәрестә беҙ һеҙҙең менән аҙыҡ-түлек темаһына ҡараған элек үткән һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрәсәкбеҙ һәм ошо темаға ҡараған яңы һүҙҙәр менән менән танышасакбыҙ.
‒ Бөгөнгө датаны һәм теманы дәфтәрҙәргә яҙып ҡуяйыҡ.
1-се эш.
Һүҙлек эше эшләп алайыҡ:
( комп видео элк / дәресле )
2-се эш. Төркөмләп эшләү.
3 төркөмгә бүленәбеҙ
‒ Һеҙҙең алдығыҙҙа карточкалар ята. Унда аҙыҡ-түлек, емеш-еләк һәм йәшелсәләр исемдәре буталып бирелгән. Һеҙгә дөрөҫ итеп уларҙы йыйырға кәрәк. аҙыҡ-түлек магазина берәр кеше һәр төркөмдән. (Ә һеҙ төркөмдә кәрзин тутыраһығыҙ)
Беренсе төркөм– емеш һүҙҙәрен,
икенсе төркөм –-еләк,
өсөнсө төркөм – йәшелсәләрҙе йыя.
3-сө эш. Диалогтар төҙөү.
‒ Һеҙ магазинға йөрөргә яратағыҙмы?
Диалог төҙөү.
‒ Әйҙәгеҙ беҙ һеҙҙең менән магазинда икән тип күҙ алдына килтерәйек. Миңә һәр бер рәттән берәр кеше кәрәк. Һеҙгә бирелгән темаларға диалог төҙөргә кәрәк.
(Уҡыусыларға өс ситуация бирелә: аҙыҡ-түлек магазынында. Азыҡ түлек магазинында ике дуҫ осрашҡан ти
Икмәктең ниндәй файҙаһы бар
Һуғандың ниндәй файҙаһы бар.
Витаминдар тураһында
Бында беҙгә тексты тәржемә итергә һәм һорауҙарға яуап бирергә кәрәк буласаҡ.)
Бына аҙыҡ-түлек магазины. Ул бик бай. Бында икмәк тә, һөт аҙыҡтары ла һаталар. Әсәйем ҡара икмәк, аҡ ҡалас, май алды. Ул: «Һөт, ҡатыҡ, ҡаймаҡ өйҙә бар», ‒ тине. Ә мин бер ҡап печенье, кәнфит һатып алдым.
Һорауҙар:
Уҡыусыларҙың диалогтарын һәм һорауҙарға яуаптарҙы тикшереү.)
4-се эш. Ял минуты. Бишбармаҡ бейеүен бейек. Музыка
Баҡсала.
‒ Хәҙер ял итеп алайыҡ. Барыбыҙҙа баҫтыҡ. Беҙ һеҙҙең менән баҡсаға килдек. Ерҙән еләк йыябыҙ. Үрелеп ағастан алма алабыҙ. Бына сейә ағасы. Сейәгә үреләбеҙ.
Беҙҙең кәрзиндәр тулды.
‒ Ултырығыҙ!
5-се эш. Һәр төркөмгә төрлө бүлексә бирелә үҙегеҙгә кәрәк аҙыҡ түлекте табып йәбештерегез
6-сы эш. Мәҡәлдәр
‒ Балалар, ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, бына өҫтәлдә иң баш, иң кәрәкле аҙыҡ нимә?
‒ Слайдта һеҙгә мәҡәлдәр бирелгән. Шуларҙы уҡып китәйек.
Икмәк ил байлығы. |
Икмәктән оло булма. |
‒ Икмәк тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?
( Эйе, һеҙ дөрөҫ әйтәһегеҙ. Беҙ икмәктән бер ваҡытта ла туймайбыҙ ҙа, Ул беҙҙең иң ҙур ризыҡ, иң кәрәкле аҙыҡ.
‒ Шулай итеп, икмәк – ул хеҙмәт емеше. Уның ҡәҙерен белегеҙ, бер ваҡытта ташлап китмәгеҙ.
6-сы эш. Беҙҙең байрам өҫтәленә башҡорт халҡының милли ашы бауырһаҡ бешерер өсөн нимәләр кәрәк алырға магазиндан
Яҙма эш.
7-се эш. Йомаҡтар.
‒ Ә хәҙер мин һеҙгә ошо темаға ҡараған йомаҡтар әйтеге һәр төркөм бер береһенә. Иғтибар менән тыңлағыҙ.
Ауыҙыма ҡаптым. (еләк)
Аш, бәлешкә һалалар.
Көлгә күмә малайҙар,
Иҙеп ашай бабайҙар. (картуф)
Сәскәһе ап-аҡ, емеше ҡыҙыл,
Ҡыҙарып беште, ергә төштө. Алма
‒ бигерәк зирәкһегеҙ.
Ижектәр аҙашҡан уйыны. Йәшелсәләр Емештәр
‒ Шулай итеп, беҙ һеҙҙең менән нимә үттек?
‒ Ниндәй яңы һүҙҙәр үҙләштерҙегеҙ?
‒Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, дәрес башында билдәләгән маҡсаттарға беҙ ирештекме?
‒ Дәрес һеҙгә оҡшанымы?
Дәрестә үҙегеҙҙе нисек эшләнем, тип уйлайһығыҙ икән?
‒ Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, дәрестә ҡатнашҡанығыҙ өсөн үҙегеҙгә ниндәй баһа ҡуйыр инегеҙ? Ни өсөн?
( Уҡыусылар үҙҙәренә баһа ҡуялар)
‒ Дәрестә барыһы ла әүҙем ҡатнашты.! Гел шулай актив булып ҡалығыҙ.
‒ Өйҙә һеҙгә бөгөн танышҡан һүҙҙәрҙе иҫтә ҡалдырырға һәм 101-се биттәге 5-се күнегеү 2 өлөшө бирелә.
‒ Дәрес тамам. Һау булығыҙ!
Тема: А.Йәғәфәрова “Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар”
Маҡсат:
Йыһазландырыу: компьютер, экран, проектор.
Дәрес барышы.
Һаумыһығыҙ. Ултырығыҙ. Хәйерле иртә, уҡыусылар, ҡәҙерле ҡунаҡтар. Балалар, бөгөн һеҙҙең менән асыҡ дәрес бирәбеҙ. Дәрестә әүҙем ҡатнашып ултырырһығыҙ тип ышанам.
Уҡытыусы. Мәктәпкә килгәндә тирә яғығыҙҙы күҙәтергә онотманығыҙмы?
Уҡытыусы. Бөгөн көн ниндәй?
Уҡыусылар. Бөгөн көн аяҙ, һалҡын.
Уҡытыусы. Аҙнаның ниндәй көнө?
Уҡыусыулар, һеҙ әкиәттәр тыңларға, шиғырҙар уҡырға яратаһығыҙ . Бөгөнгө теманы асыҡлар өсөн мин һеҙгә бер әкиәт-йомаҡ һөйләп ишеттерәм. Иғтибар менән тыңлағыҙ. Борон – борон заманда бик бейек тауҙа ғаиләһе менән 1 кеше йәшәгән. Бер төндө уларҙың ишеген 3 кеше шаҡыған.Хужаның өйө бик бәләкәй икән. Хужа уларҙан:
Һеҙ кемдәр?- тип һораған.
Берегеҙ генә инегеҙ. Минең өйөм бик бәләкәй, тигән.
Беҙ - Дуҫлыҡ, Бәхет, Байлыҡ.
Ҡайһыбыҙҙы саҡырһаң, шул инер, - тигәндәр улар.
Хужа өйөнә кемде саҡырған тип уйлайһығыҙ уҡыусылар?
Уҡыусылыр яуабы
Уҡытыусы. Дуҫлык уның өйөнә ингәс, ғаиләһенә бәхет тә, байлыҡ та, тыныслыҡ та килгән.
Уҡытыусы. Шулай итеп, уҡыусылар кем әйтә, нимә тураһында һүҙ алып барасаҡбыҙ?
Уҡыусылыр яуабы. (дуҫлыҡ тураһында)
Уҡытыусы. Кемдәр, нимәләр араһында дуҫлыҡ була ала?
Уҡыусылыр яуабы. (хайуандар, кешеләр, милләт –ара дуҫлыҡ.)
Уҡытыусы. Эйе, беҙ бөгөн һеҙҙең менән дуҫлыҡ тураһында һүҙ алып барасаҡбыҙ.
Уҡытыусы. А Йәғәфәрованың “Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар” әкиәтен уҡып дуҫҡа тоғро булырға, уның ҡәҙерен белергә, һәм ысын дуҫ ниндәй булырға тейеш тигән һорауға яуап бирәсәкбеҙ.
Дуҫлыҡ яҡын кешеләр араһында ғына түгел, төрлө милләт кешеләре араһында ла була. Был- халыҡтар дуҫлығы. Беҙҙең республикала төрлө милләт вәкилдәре йәшәй:урыҫ, сыуаш, мари, удмурт һәм башҡа. Улар бер-береһе менән дуҫ, татыу ғүмер итәләр.Ошо Дуҫлыҡ монументы ла рус һәм башҡорт халҡының дуҫлығын һынландыра.Бер яҡта-рус, икенсе яҡта башҡорт ҡатын-ҡыҙы тора
III.Өй эшен тикшереү.(5 минут)
Ә хәҙер яңы темаға күскәнсе өй эшен тикшереп китәйек әле. Һеҙгә өй эшенә дуҫлыҡ тураһында мәҡәлдәр яҙып килергә ине, шулай уҡ һүрәттәр төшөрөргә лә була тигән инем. Әйҙәгеҙ тикшереп үтәйек. (3-4 бала мәҡәлдәрен уҡый, 1-2 баланың һүрәттәрен ҡарап үтергә мөмкин.)
Мәҡәлдәр.
Айырылмаҫлыҡ дуҫыңа, ҡайырылмаҫлыҡ һүҙ әйтмә.
Дуҫлыҡ бер-береңә ышаныс ул.
Халыҡ дуҫлығы – халыҡ байлығы
IV.Яңы тема күсеү. Хәҙер дәфтәрҙәрегеҙҙе асығыҙ, бөгөнгө числоны һәм теманы яҙып ҡуйығыҙ.
V. Ә хәҙер китаптарҙың 92- се битен астыҡ. Уҡыр алдынан һүҙлек эше эшләп алайыҡ.(5минут)
Тасури уасури уыу күнекмәләре үтәреү.
Ролдәргә бүлеп уҡыу.
Ял итеү минуты (анимашкалы слайдтарға ҡара, саф һауала, ял итеп алабыҙ)
Ял минуты
Бер – ҡулдарҙы алға һуҙабыҙ,
Ике – уларҙы беҙ күтәрәбеҙ,
Өс – яҡ-яҡҡа беҙ һуҙабыҙ,
Дүрт – ҡулдарҙы төшөрәбеҙ,
Бер, ике, өс – беҙҙә дуҫлыҡ, беҙҙә көс.
VII.Йөкмәткеһе өҫтөндә эш.Һорауҙарға яуап.
VIII. Нығытыу.Тест.
Тестарҙың дөрөҫ яуаптарын билдәләп сығығыҙ(3 минут ваҡыт бирәм
2.Эштәр шунда уҡ тикшерелә, баһа ҡуйыла.
IX.Йомғаҡлау.
Уҡытыусы. Шулай итеп уҡыусылар,беҙ һеҙҙең менән нимә тураһында һөйләштек? ысын дуҫлыҡты һеҙ нисек аңлайһығыҙ?
Кем ыңғай герой, кем кире?
Дуҫлыҡ көсө нимәлә.(слайд ҡарау)
Ысын дуҫ.
Уҡытыусы. Дуҫлыҡ ул – ҙур төшөнсә. Халҡыбыҙҙың “Дуҫ яуҙа һынала”, -тигән һүҙе лә бар. Ысын дуҫлыҡ ауырлыҡтарҙы еңергә көс бирә, йәшәүгә йәм өҫтәй. Уҡыусылар, минең һеҙгә шундай теләктәрем бар. Дуҫтарығыҙҙы һәр ваҡыт ихтирам итеп, уға ярҙам итеп, ҡәҙерен белеп йәшәгеҙ.Һәм бөгөнгө дәрестән үҙегеҙгә күп фәһемле фекерҙәр алғанһығыҙҙыр тип ышанғым килә.
Дуҫ менән иптәш нимә менән айырыла?
Дуҫ - шатлығыңды ихлас уртаҡлашыусы,
ҡайғыңды тарҡатыусы. Ул - таянысың,
йыуанысың.
Иптәш - ниндәҙер эште ипкә килтереүсе,
яйға һалыусы.
Иптәштәр донъя көтөү мохтажлығынан
килеп сыға. Ул ваҡытлыса,тәрәнгә
китмәгән аралашыу
X Баһалау.
Уҡыусыларҙың дәрестәге эшмәкәрлегенә комментарий биреү.
XI.Өй эше. Әкиәттең йөкмәткеһе буйынса тест төҙөп килергә.
Ошондай юлдар менән дәресте йомғаҡлайым:
Ысын дуҫлыҡ - үҙ-ара таяныстан тора.
И.Гете
Башҡортостан Республикаһы
Ҡырмыҫҡалы районының муниципаль районыОлокүл ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
Олокүл ауылы УДББМ МБДББУ
Тема: Башҡортостан
Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр.
Ҡырмыҫҡалы районы
Олокүл урта белем биреү мәктәбенең
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Ғәйфуллина Әлфиә Тимерйә
ҡыҙыың дәрес өлгөһө
2018
Тема: Башҡортостан
Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр.
Маҡсаттар:
1) Белем биреү: яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙең яҙылышын, Башҡортостан тураһындағы текстарҙың төп йөкмәткеһен үҙләштереү; 2) Үҫтереү: яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙең яҙылыш айырымлыҡтарын үҙләштереү, уҡыусыларҙың логик фекерләүенә иғтибар итеп, хикәйәләү-тасуирлау мөмкинлектәрен киңәйтеү;
3)Тәрбиәүи: Башҡортостанға һөйөү тәрбиәләү, башҡорт теле аша башҡорт халҡының тарихы, төп милләт булған башҡорт халҡының тарихына, мәҙәниәтенә ихтирам тәрбиәләү, башҡорт халҡының киң күңелле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алыу.
Йыһызландырыу: Компьютер, медиопроектор, дәреслек, дәрестең презентацияһы, Башҡортостан картаһы, һүрәттәр, ҡайын япрағы, телефон, туп, “Афарин” комплектынан иллюстрациялар, карточкалар, тестар.
.
Дәрес барышы:
Психо лгоик инеш Өйгә эште тикшереү | Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Хәйерле көн! Әйҙәгеҙ, бер- беребеҙ менән йылмайып,иҫәнләшеп алайыҡ! (слайд 1) Хәйерле көн теләп, ҡояш ҡалҡа, Уяналар ауыл, ҡалалар. Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем: Хәйерле көн һеҙгә, балалар! Башҡорттар элек- электән бер- берһенә ихтирам йөҙөнән ҡул бирешеп иҫәнләшкәндәр, бының өсөн мин беренсе уҡыусыға ҡулдан- ҡулға сәләм тапшырам,һәм һеҙ сылбыр буйынса ебәрегеҙ, иң һуңғы уҡыусы сәләмде миңә тапшырһын.Шулай итеп, беҙ беребеҙгә ярҙам итеп, фекерҙәребеҙ менән уртаҡлашып эшләрбеҙ тип уйлайым. Әйҙәгеҙ, өйгә эште тикшереп алайыҡ. Ниндәй өй эше бирелгәйне? Был һүҙҙәр ниндәй һорауға яуап була? Кемдәр? Нимәләр? Исем- имя существительное.
Предметтарҙың атамаһын “Исем” белдерә беҙгә. Кем һәм нимә?һорауҙарын Ҡуйырға кәрәк һүҙгә. |
Дикция өҫтөндә эш. | Дәресте башлар алдынан бер аҙ телдәрҙе лә шымартып алайыҡ.(шарҙар һүрәтенән ҡурай сәскәһе яһау) Үҙ-үҙ-үҙ- Беҙ үҙебеҙ башҡорттар, Үп-үп-үп- Күп ырыуға баш йорттар. Ҡа- ҡа-ҡа- Беҙҙә ҡалын урмандар, Ҙә-ҙә-ҙә- Беҙҙә данлы Урал бар. Һе-һе-һе- Ҡурай сәскәһе ете таж, Ҙе-ҙе-ҙе- Нигеҙе - ете ырыу – Ға-ға-ға- Бар туғандар менән менән бергә Ле-ле-ле- Бәхетле тормош ҡороу. |
Уҡыу ситуацияһы тыуҙырыу | Укыусылар, иғтибар менән мине тыңлағыҙ әле. Мин һеҙҙең һәр берегеҙгә ҡырҡылған һүрәттәр таратып бирмәксемен, һеҙ тиҙ генә уларҙы тоташтырып сығығыҙ ҙа,артына яҙылған шиғырҙы уҡый һалығыҙ ниндәй һүрәт килеп сыҡты (япраҡтар таратыла). Был һүрәткә ҡарап һеҙ нимә әйтә алаһығыҙ? (ҡайын япрағы- березовый лист). Шиғырҙы бер нисә баланан ҡысҡырып уҡытыу. |
Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу | Бөгөн беҙ нимө тураһында һөйләшәсәкбеҙ? (Башҡортостан). Дәресебеҙҙе Мостай Кәримдең иҫ киткес шиғыр юлдары менән башлап ебәрәйек. Ер шарының картаһына Ҡараһаң яҡшы ғына, Башҡортостан шул картала Бер япраҡ саҡлы ғына, Эйе, япраҡ, аҡ ҡайындың Бер япрағы ни бары. Ә ҡайыны – бөйөк Рәсәй- Шундай йәшел, юғары. Картаға ҡарап, еремде: Бер япраҡ саҡлы, - тинем, Мин хайранмын киңлегенә, Башҡортостаным – илем! Взгляни на глобус: Всего лишь навсего |
Маҡсат ҡуйыу. Эште планлаштырыу. | Эйе, Башҡортостан тураһында һөйләшәсәкбеҙ.Шулай уҡ, предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәрҙе: яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе лә өйрәнеп китәсәкбеҙ.(Собственные и нарицательные имена) Таҡтаға бөгөнгө датаны һәм теманы яҙып ҡуяйыҡ. Тема: Башҡортостан. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр) (слайд 5) |
Ҡуйылған уҡыу мәсьәләһен сисеү. | Уҡыусылар, әйҙәгеҙ әле Мостай Кәримдең шиғыр юлдарына әйләнеп ҡайтайыҡ. “Ер шарының картаһына Ҡараһаң яҡшы ғына, Башҡортостан шул картала Бер япраҡ саҡлы ғына”-ти ул. Хәҙер Башҡортостан картаһына күҙ һалайыҡ. Карта нимә һүрәтенә оҡшаған? Эйе, япраҡ һүрәтенә. Аңланығыҙмы инде ни өсөн һеҙгә япраҡтар таратҡанымды?(Картаға ҙур ҡайын япрағын йәбештереү). Башҡа шағирҙар ҙа Башҡортостанды үҙҙәренсә күҙ алдына килтерәләр: Ҡәҙим Аралбай Башҡортостанды «Башҡортостан – аҡ тирмәләр иле” тип атаһа,Назар Нәжми “эшсән егет” менән сағыштыра, Рауил Бикбаев “Ер йөрәгенә” тиңләй. Ә һеҙ үҙегеҙ Башҡортостан тураһында нимәләр әйтер инегеҙ? Башҡортостан- беҙҙең тыуған илебеҙ, әйҙәгеҙ әле тыуған еребеҙгә маҡтау һүҙҙәре әйтәйек… |
Ял минут тары
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген лау баһа. Дәрестә беҙ нимәгә өйрәндек? Бөгөн дәрестә ниҙәр белдегеҙ? Үҙегеҙгә ниндәй яңылыҡ алдығыҙ? Өйгә эш биреү Рефлексия Йомғаҡлау. | Мин һеҙгә туп ырғытам, ә һеҙ миңә үҙегеҙ белгән матур һүҙҙәрҙе әйтегеҙ. (Туп ырғытыш уйыны). Башланыҡ:
Был һүҙҙәр- ҙур көскә эйә һүҙҙәр. Изге һүҙҙәр, ҡәҙерле һүҙҙәр. Тыуған илен һөйгән, ихтирам иткән, әҙәп белгән һәр кеше был һүҙҙәрҙе белергә тейеш. Уҡыусылар, хәҙер һеҙҙең Башҡортостан тураһында белемегеҙҙе һынап ҡарайым әле. Мин һеҙгә һорауҙар тәҡдим итәм, ә һеҙ дөрөҫ яуабын билдәләгеҙ. Башҡортостан ҡайҙа урынлашҡан? а) Себер б) Урал Башҡортостандың милли уйын ҡоралы? а) барабан б) ҡурай Башҡортостандың баш ҡалаһы? а) Өфө б) Стәрлетамаҡ Башҡортостандың иң оҙон йылғаһы? а) Һаҡмар б) Ағиҙел Башҡортостан Президенты кем? а) Путин б) Хәмитов Башҡортостандың милли геройы? а) Салауат б) Пугачев Слайдтан дөрөҫ яуапты тикшереп билдәләгеҙ. Башҡортостан тураһында белемебеҙҙе тикшерҙек. Хәҙер,әйҙәгеҙ әле, күҙ алдына килтерәйек, сит илдә һеҙҙең дуҫығыҙ бар ти. Дуҫыбыҙҙы Башҡортостанға ҡунаҡҡа саҡырайыҡ.Ул бында килһен өсөн уны ҡыҙыҡтырырайыҡ.Тыуған илебеҙ тураһында матур итеп һөйләргә кәрәк. Ниндәй юлдар менән саҡырып була?(Интернет аша,смс хәбәр, телефон аша).Һеҙҙең менән ҡунаҡҡа саҡырышып алайыҡ. (Телефондан ике уҡыусы һөйләшә, диалог төҙөү). Уҡыусылар, бик яҡшы! Афарин! Һеҙҙең белемдәрегеҙгә өҫтәп, мин дә Башҡортостан тураһында аҙыраҡ һөйләп китәйем. Беҙҙең республикабыҙ башта Башҡорт Автономиялы Совет республикаһы тип аталған, ә 1992 йылдың февраленән Башҡортостан Республикаһы тип атала башлай. Уның майҙаны 143 мең квадрат километр. Башҡортостандың баш ҡалаһы – Өфө, унда 1 миллиондан артыҡ кеше йәшәй. Башҡортостанда 54 район, 21 ҡала, 40 ҡала тибындағы ҡасаба (поселок) бар. Китабығыҙҙың 111-се битен асығыҙ. Унда нимә күрәһегеҙ?(Флаг, герб). Флаг менән гербты икенсе төрлө нисек атайбыҙ? (Символдар). Символдар ҡайҙан килеп сыҡҡан икән, кем белә? Символдарҙың килеп сығышы бик боронға барып тоташа. Бик борон заманда кешеләр кешеләрҙән дә көслөрәк рухтар бар тип уйлағандар. Уларҙың һүрәттәрен эшләгәндәр һәм табынғандар. Ә бына беренсе гербтар 11-12-се быуаттарҙа тәреле(крестлы) походтар ваҡытында барлыҡҡа килгән.Һуғышҡан һалдаттар- рыцарҙәр өҫтәренә башта- аяҡҡа тиклем ҡаплап торған тимер шлемдар кейгәндәр. Был шлемдарға һәм ҡалҡандарға (щиты) тәре һүрәте төшөрөлгән булған.Һуғыш туҙанында улар бер- береһен йыраҡтан ошо һүрәткә ҡарап таный алған. Таҡтаға флаг һәм гербты элеү. Башҡортостан флагының авторҙары Урал Маслимов һәм Ольга Асабина.Ул өс төҫтән тора. Башҡортостандың дәүләт флагы 1992 йылдың 25 февралендә раҫлана. Дәүләт флагында зәңгәр, аҡ һәм йәшел төҫөндәге горизонталь тигеҙ буйлы һыҙаттар, уртаһында һары түңәрәк эсендә һары төҫтәге ҡурай сәскәһе төшөрөлгән. Зәңгәр төҫ күк йөҙөн, ғәҙеллекте һәм уй-ниәттәренең сафлығын аңлата. Аҡ төҫ — республика халыҡтарының тыныслыҡты һәм татыулыҡты һөйөүен белдерә. Йәшел төҫ — азатлыҡ һәм тормоштоң мәңгелеген билдәләй. Ҡурай сәскәһе — дуҫлыҡ символы. Дәүләт гербы 1993 йылдың 12 октябрендә раҫланған. Дәүләт гербының авторы – рәссам Фазлетдин Ислахов. Герб милли биҙәк менән уратып алынған түңәрәк эсендәге Салауат Юлаев һәйкәле һүрәтенән тора. Һәйкәлде сығып килгән ҡояш нурҙары балҡыта. Һәйкәлдең аҫтында — ҡурай сәскәһе, флаг төҫтәренә буялған таҫма, уның аҡ төҫлөһөнә «Башҡортостан» тип яҙылған. Һәйкәл яугир егеттең, азатлыҡ һәм ғәҙеллек өсөн көрәшсенең дөйөмләштерелгән образын кәүҙәләндерә. Беҙҙә һеҙҙең менән ижади эш эшләп алабыҙ, өҫтәлдә ятҡан һүрәттәрҙе һыҙыҡ буйлап киҫегеҙ, килеп сыҡҡан биҙәкте таҡтаға сығып йәбештерегеҙ.(Орнаментты уҡыусылар киҫәләр) 1993 йылдың 12 октябрендә республиканың Дәүләт гимны тураһында Закон ҡабул ителә. Фәрит Иҙрисовтың «Республика» тантаналы көйө Башҡортостандың дәүләт гимны булып тора. Текст авторҙары Рәшит Шәкүр, Рауил Бикбаев (башҡортса), Светлана Чураева (урыҫса). (гимнды баҫып тыңлау). Уф, арытты! Уҡыусылар, хәҙер һеҙҙең менән Швейцарияға барып ҡайтабыҙ. Ни өсөн Швейцарияғамы? Сөнки, беҙҙең Башҡортотсаныбыҙҙы икенсе Швейцария менән сағыштыралар. Сөнки Швейцарияның тәбиғәте лә беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙың тәбиғәте кеүек бик матур икән.Унда йәшәгән ҡоштар, йәнлектәр булып уйнап алайыҡ. (Музыка аҫтында эшләнелә, уҡыусылар уҡытыусының хәрәкәттәрен ҡабатлай). Аҡҡоштарҙый йөҙәйек, Бөркөт кеүек осайыҡ. Ҡуян кеүек һикерәйек, Айыу кеүек атлайыҡ, Болан кеүек еләйек, Арыҫландай һуҙылайыҡ Һәм урынға ултырайыҡ. Китап менән эш. Китаптың 113-сө битен асайыҡ. Тексты үҙ аллы ярым тауыш менән уҡыу. Тексты бергәләп уҡыу. Уҡылғанды һөйләү.(Нимә аңланығыҙ?) Текста һеҙ ишеткән яңы һүҙҙәр бар. Әйҙәгеҙ, һүҙҙәрҙе бергәләп уҡыйыҡ: Төйәгебеҙ-пристанище, тыуған төйәк-родная сторона. Борон- борондан- издавна Киң күңелле- щедрая душа Һыйындырған-приютил Йәшәй- живёт (Һүҙҙәрҙе бергәләп ҡабатлау). (слайд 12)Уҡыусылар, миңә һеҙҙең ярҙамығыҙ кәрәк. Һөйләмдәр урынына яңылыш рәсемдәр ҡуйғанмын. Һеҙ дөрөҫләп яҙығыҙ әле. - Ай+гөл- Айгөл;
- Башҡортостан ; Ҡара + иҙел = Ҡариҙел Уҡыусылар, был исемдәрҙең яҙылышына иғтибар итегеҙ. Уларҙы нисек яҙҙыҡ? (Баш хәреф менән) - Баш хәреф менән яҙылған исемдәр нисек атала? (Яңғыҙлыҡ исемдәр) Уҡыусылар, әйҙәгеҙ “Башҡортостан” яңғыҙлыҡ исеменә ингән һүҙҙән икенсе һүҙҙәр төҙөйөк, улар кем йәки нимә һорауына яуап булырға тейештәр (баш- голова, ҡорт- пчела , ос- конец, ҡор- община, шар, башҡорт- башкир, ҡаш- брови, торт, башаҡ- колосок, ҡош- птица, таш- камень, ат- лошадь) Хәҙер ошо һүҙҙәр менән кем һөйләм уйлап әйтә һәм таҡтаға сығып яҙа?(Таҡтала яҙыу, үҙ аллы эшләү) Дәрескә рефлексив анализ. Уҡыусылар, хәҙер әйҙәгеҙ үҙебеҙҙе тикшереп ҡарайыҡ әле.(карточкалар таратыла, уҡыусылар эшләйҙәр).
(Зәңгәр, аҡ, йәшел, ҡыҙыл, ҡара)
Яңғыҙлыҡ исемдәрҙең аҫтына бер, уртаҡлыҡ исемдәрҙең аҫтына ике һыҙыҡ һыҙ. Эштәрегеҙҙе алмашығыҙ. (слайд 14) Слайдтан ҡарап бер-берегеҙҙең хаталарығыҙҙы тикшерегеҙ.Баһалағыҙ. “1” хата- “4” “2”- хата “3” “3”- хата “2” Хатаһыҙ эш“5” (Яуаптарҙы тыңлау). Башҡортостан тураһында күберәк белдек. Герб һәм флагтың нисек килеп сығышы тураһында ишеттек. Предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәрҙе, яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе өйрәндек. Уҡыусылар, Башҡортостан тураһында проект эше башлайыҡ. Өйҙә Башҡортостан тураһында бөтә мәғлүмәттәрҙе йыйығыҙ: шиғырҙар, йырҙар, әҫәрҙәр, үҙегеҙҙә һүрәттәр төшөрөгөҙ, шиғыр яҙып ҡарағыҙ. Иң отошлоларын республикабыҙҙың гәзит- журналдарына ебәрерһегеҙ. 1 2 3
Бик актив эшләгән уҡыусыларға ошондай миҙалдар бүләк итәм (Отҡор- сос, сообразительный,зирәк-смышлёный, тапҡыр-остроумный, йылғыр- ловкий, аҡыллы- умный, уңған- старательный, тыйнаҡ- сдержанный, егәрле- старательный,шаян- веселый). Ағасты япраҡ биҙәй, кешене хеҙмәт биҙәй. Һеҙҙең тырышлығығыҙ юҡҡа булманы. Дәресебеҙ бик матур үтте. Ҙур рәхмәт һеҙгә! Һаубулығыҙ! |
Дәрестең темаһы:
Сифат. Сифат дәрәжәләре.
Үткәрҙе: башҡорт теле һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы
Ғәйфуллина Әлфиә Тимерйән ҡыҙы
Олокүл -2015
Тема: Сифат дәрәжәләре.
Дәрестең маҡсаты: «Сифат» темаһы буйынса үтелгәндәрҙе системаға һалыу, яңы тема аңлатыу, уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын арттырыу, фекерләү һәләтен үҫтереү, йорт һәм ҡыр хайуандарына һөйөү тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: дәреслек, таблица, схема, хайуандар тураһында һүрәттәр, слайдтар.
Дәрес барышы.
Слайд. Дәрес башланды хәҙер,
Беҙ матур ултырабыҙ.
«4» һәм «5» билдәләрен
Беҙ көндә арттырабыҙ.
Һаумыһығыҙ, уҡыусыларым!
Минең исемем Әлфиә Тимерйән ҡыҙы булам. Бөгөн һеҙҙә башҡорт теле дәресен үткәрәм.
Дәрестең маҡсаты: «Сифат» темаһын нығытабыҙ. «Сифат дәрәжәләре» тигән яңы тема үтәбеҙ, йорт һәм ҡыр хайуандары тураһында һөйләшәбеҙ.
Дәресте телмәр гимнастикаһы менән башлайбыҙ. Минең арттан ҡабатлағыҙ:
Слайд. Йо- йомшаҡ, йомро, йоҡа;
Йә- йәшел, йәмле, йәтеш;
Йы- йылы, йылтыр, йылғыр;
Йө- йөнтәҫ, йөнлө;
Йү- йүгерек, йүнсел.
Был һүҙҙәрҙең яҙылышын иҫтә ҡалдырабыҙ, улар ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай? Ниндәй һорауға яуап бирә?
Слайд.
- Нимә ул сифат?
- Миҫал килтерәбеҙ.
- Сифаттың аҫтына нисек һыҙабыҙ?
билдә |
төҫ |
форма |
күләм |
тәм |
Сифат
Һорауҙары: Ниндәй? Ни төҫлө? Ҡайһы?
Һәр ваҡыт исемде асыҡлай.
Миҫал: (слайд).
Ала һыйыр, һәү- һәү,
Аша әйҙә туйғансы.
Таҙа һыу ҙа ҡояйым,
Эс һыуһының ҡанғансы.
(К.Кинйәбулатова «Ала һыйыр»)
Дәфтәрҙе асабыҙ, числоны һәм теманы яҙабыҙ.
Тәүҙә Бер күнегеүҙе эшләп алайыҡ.
175- се күнегеү.(слайд).
Иң көслөһө- Кеше.
Физкультминутка: (слайд).
Беҙ яҙҙыҡ, яҙҙыҡ, яҙҙыҡ,
Бармаҡтарҙы талдырҙыҡ.
Хәҙер беҙ ял алабыҙ
Һәм тағы ла яҙабыҙ.
Яңы теманы аңлатыу: (слайд).
Сифаттың 4 дәрәжәһе бар.
Төп дәрәжә | Сағыштырыу | Артыҡлыҡ | Аҙһытыу |
аҡ | ағыраҡ | Ап- аҡ | аҡһыл |
һары | һарыраҡ | һап- һары | һарғылт |
ҡыҙыл | ҡыҙылыраҡ | ҡып-ҡыҙыл | ҡыҙғылт |
көслө | көслөрәк | иң көслө |
1. Ҡағиҙә аңлатыу. (слайд).
2. 177- се күнегеү. Болан балаһы.
3. Физкультминутка: (слайд).
Бер- ике уңға борол,
Бер- ике һул яҡҡа,
Бер- ике ҡулдарыңды,
Тейҙереп ал аяҡҡа.
Бер- ике эйеләйек,
Бер- ике үҫәйек,
Бер- ике теҙелешеп,
Түңәрәктән үтәйек.
1. Хайуандарҙың исемдәренән торған кроссворд сисеү.
с |
| |
И | ||
Ф |
| |
А |
| |
т |
2. Тест һорауҙары: (слайд).
1) Предметтың билдәһен белдергән һүҙ нисек атала?
А. исем
Б. сифат
В. Һан
2) Сифат һорауҙарын тап:
А.Кем? Нимә?
Б. Нисә? Күпме?
В. Ниндәй? Ҡайһы? Ҡайҙағы?Ҡасанғы?
3) Сифаттарҙың нисә дәрәжәләре бар:
А. өс,
Б. дүрт
В. Биш
v. Дәресте йомғаҡлау.
-Бөгөнгө дәрестә нимәләр тураһында һөйләштек?
Бөгөнгө дәрестә «Сифат дәрәжәләре» тигән яңы тема үттек. Йорт һәм ҡыр хайуандарын иҫкә төшөрҙөк. Һеҙгә аңлашылдымы?
Өйгә эш: 176- сы күнегеү.
Өлгөгә ҡарап, сифаттарҙың дүрт дәрәжәһен табып, күсереп яҙырға.
VI. Баһалау.
Тема : М.Садиҡованың “Ялҡау кәзә” әкиәте
Маҡсат: Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, образдар аша кешеләргә хас сифаттарҙы асыклау; хеҙмәткә ихтирам тәрбиәләү, әҫәрҙә күтәрелгән мәсьәләләргә уҡыусыларҙың үҙ ҡараштарын булдырыу.
Йыһазлау: “Ялҡау кәзә” әкиәте, презентация, карточкалар.
Тибы: Әҫәрҙе анализлау алымы.
Төрө: Ҡатнаш.
Методы: Әңгәмә
Дәрес барышы.
I.Ойоштороу моменты:
Уңай психологик һәләт булдырыу.
-Һаумыһығыҙ – ул хөрмәтләү
Кесе, өлкән – һәр кемде.
Иҫәнләшеүҙән башлана
Безҙең дәрес һәр көндө.
II. Артикуляцион күнегеүҙәр:
Ғәли, Ғәббәс, Ғиниәт
Яралар әкиәт.
Аудирование:
Ағас, бөгөн, саңғы, сәғәт, үгеҙ, йәйғор, зәңгәр, килгән.
III. Өй эшен тикшереү.
IV.Дәрескә маҡсат ҡуйыу.
Кейектәр үҙҙәре алып килгән һыйҙы ишек алдына ҡуйғандар ҙа кире урманға киткәндәр.
Ете ауыл, ете ҡала халҡын туйҙырған икмәк һеҙгә лә етер, тигән, ти игенсе.
Килһәләр, йыуан ҡарама төбөндә үлеп ятҡан айыуҙы күргәндәр.
Улар күмәкләшеп кешегә барып, үҙҙәрен айыуҙан һаҡлауын һорарға тип хәл иткәндәр.
2.Дәрестең маҡсаттын билдәләү
V. Теманы үҙләштереү.
а) Һүҙлек өҫтөндә эш
Ала- пегий, пестрый
Һөйкөмлө – симпатичный
Кире – тиҫкәре
Мәке – прорубь
Сайҡай – кивает
Теҙләнгән – встал на колени
Ыңғайлаған – направился
Һаҡал - борода
Ҡыймылдау - шевелиться
Ҡуша туңған – примерз
Ҡолаҡҡа элмәй – не слушает
Ни күҙҙәре менән күрһен – удивился увиденному
Бер аяғыңды атлағансы, икенсеһен бүре ашар – очень медлительный
б) Уҡытыусының әкиәтте уҡыуы;
в) Һорауҙарға яуаптар биреү:
г) Төркөмдәрҙә эш:
Һәр төркөмгә башҡорт һәм рус телендәге мәҡәлдәр таратыла, тәржемәләрен табып билдәләйҙәр. Бер мәҡәлдең мәғәнәһен аңлаталар.
Кем эшләмәй, шул ашамай.
Ялҡауға көн дә байрам, көн дә туй.
Нимә сәсһәң, шуны урырһың.
Ялҡау ятҡан ерҙән кеше өйрәтер.
Ҡулдар эшләй, ә баш ашата.
Ялҡаулыҡ – хурлыҡ, тырышлыҡ – ҙурлыҡ.
Йөҙ йыл йәшә, йөҙ йыл өйрән.
Эш кешене ашата, ялҡаулыҡ боҙа.
Ялҡауҙың башы ауырта.
-
Был әкиәт беҙҙе нимәгә өйрәтә?
- Әлеге мәҡәлдәрҙең ҡайһыһын тормош девизы итеп алыр инегеҙ? Ни өсөн?
- Рус телендә ялҡаулыҡ тураһында ниндәй әкиәттәр уҡынығыҙ?
Мәҫәлән, Емеля мейес башынан тормайынса ғына батша ҡыҙы менән ярты батшалыҡҡа хужа булған. 33 йыл буйы йоҡлаған Илья Муромец йоҡонан уяныуы була, бөтә дошмандарҙы еңә. Иҫәр Иван да артыҡ көс түкмәй, уның өсөн барыһын да Конек-горбунок эшләй.
- Ялҡаулыҡтың иң ҙур дошманы нимә? Ялҡаулыҡты нисек еңеп була?
- Хеҙмәт – ул кешенән аҡыл йәки физик көс талап итә торған маҡсатлы эшсәнлек.
VI. Йомғаҡлау.
1.Рефлексия.
Бөгөнгө дәрестә һүҙ нимә тураһында барҙы?
Дәрестән үҙегеҙгә ниндәй һабаҡ алдығыҙ?
Дәрес һеҙгә оҡшанымы?
1. Әкиәтте уҡырға.
2. Әкиәт буйынса һүрәт төшөрөргә.
3. Әкиәтте дауам итергә.
Тема: Сәләм, Өфөнән! Тылсымлы hүҙҙәр.
Маkсат: 1) Текст өҫтөндә эшләү, һорау һөйләмдәр төҙөү.
2) Хат яҙыу тәртибе менән яkыныраk танышыу.
3)Тылсымлы hүҙҙәрҙең бер-беребеҙгә кәрәклегенә йүнәлеш биреү.
Йыһазландырыу: карточкалар, проектор, презентация.
Дәрес барышы:
I. Ойоштороу өлөшө.
Һаумыhығыҙ! Хәйерле көн.
Һаумы, kояш!
Һаумы, дуcым!
Һаумыhығыҙ, уkытыусым!
Ҡояш,ғаләм, тыуған ил
Йән тыныслығы бир.
«Мин сәләмәт,мин матур
Салауат кеүек батыр.
Яkшы ултырып хәҙер
Дәрес тыңларға әҙер.
1.Уа-уа-уа бөгөн ниндәй саф һауа
Уа-уа-уа балалар саңғы шыуа
Уы-уы-уы рәхәт саңғы шыуыуы
Үе-үе-үе –тауҙан шыуып төшөүе
2. Тиҙәйткес
һыуыҡ һыу һалҡын була,
Һыуыҡ килһә, һыу туңа.
III. Өй эшен тикшереү.
- Өй эшен тикшереп китәйек. Шиғырҙы бер тапҡыр уҡып алығыҙ. Тәүге дүрт юлды уҡыйбыҙ.
- Афарин, бик яҡшы. Ваҡыт ҡалһа, беҙ ҙә һеҙҙең менән шыршы биҙәп алырбыҙ.
IV. Яңы тема.
- Уҡыусылар тиҙҙән, ун өс көндән, ниндәй байрам була?
- Һеҙҙең, уҡыусыларҙың көтөп алған ваҡыты етә. Ниндәй ваҡыт ул?
- һеҙ каникулда ни эшләйһегеҙ?
- Эйе, кемдәрҙер ауылға, икенсе ҡалаға йәки сит илгә ял итергә бара. Ә бына Дима исемле малай ҡайҙа ял итергә барҙы икән? Ошо һорауға 137- се биттә бирелгән хатты уҡығандан һуң белербеҙ.
- Хат тигәс, һеҙҙең күҙ алдығыҙға нимә килеп баҫа?
-Хәҙерге ваҡытта һеҙ хат яҙаһығыҙмы?
1) Һүҙлек эше.
Ҡаршы алды-встретил
Таҙарта-очищает
Байрамса-по-праздничному
Майҙан - площадь
Синыфташ-одноклассник
Ҙурайғас - когда вырасту
Ял минуты. Хәрәкәттәрҙе ҡабатлайбыҙ.
Тышта ҡар яуа.
Ниндәй саф һауа.
Әйҙә сығайыҡ,
Саңғы йөрөйөк,
Конькиҙа шыуайыҡ.
Ҡар бәрешәйек.
Күңелле ял итәйек.
2) Уҡытыусының уҡыуы; һорауҙарға яуаптар биреү:
- Шулай итеп, Дима ҡайҙа ял итергә килгән?
- Хатты ул кемгә яҙған?
3) тексты уkыу (сылбырлы), тәржемә итеү;
4) текст буйынса һорауҙар төҙөү;
5) Бик яҡшы. Хәҙер һеҙгә ошо текстан һүҙ төркөмдәренә миҫалдар табырға кәрәк. Төркөмдәрҙә эшләйбеҙ.
- Шулай итеп, исем ниндәй һорауға яуап бирә, ҡылым, сифат, алмаш.
6) Хатта сәләм,һаумыһығыҙ, һау булығыҙ кеүек һүҙҙәр осрай. Был ниндәй һүҙҙәр?
- Тағы ниндәй тылсымлы һүҙҙәрҙе беләһегеҙ? Таҡталағы һүҙҙәрҙе уҡыйбыҙ, иҫтә ҡалдырабыҙ.
- Ни өсөн был һүҙҙәрҙе тылсымлы тип атағандар?
Вежливые слова поднимают людям настроение, говорят об уважении говорящего к собеседнику, о его такте, чуткости, готовности оказать услугу тому, кто в ней нуждается.
Мы узнаём человека, который хочет к нам обратиться, не только, по словам, но и по жестам, по выражению его лица. Оказывается, при разговоре люди придают словам лишь 7% значимости, интонации – 38%, мимике и жестам – 55%. Один неправильный жест может полностью изменить смысл произнесённых слов.
- Дима әсәhенә яkшы килеп етеүе тураhында хәбәр итергә онотмай. Хәҙер беҙҙә кеҫә телефондары бар. Һеҙ әсәйегеҙгә үҙегеҙ тураhында хәбәр итеп тораhығыҙмы?
Хаттың аҙағы: ул күршеләргә, синыфташтарына сәләм яҙырға онотмаған.
V. Йомғаҡлау. Беҙ дәрестә ниндәй hүҙҙәр тураhында hөйләштек? Тылсымлы hүҙҙәрҙе kайҙа kулланырға кәрәк? Ни өсөн был hүҙҙәрҙе(таkталағы) тылсымлы hүҙҙәр тиҙәр.
VI.Өй эше.
1)137-се бит,335-се күнегеү «Ҡар өй»(уҡырға).
2) Яңы йылға ҡотлау открыткаһы әҙерләргә
3) Тылсымлы һүҙҙәр ҡулланып, СМС хәбәр яҙырға.
VII. Баhалау.
Петушок из русских сказок
Простые новогодние шары из бумаги
Весенняя гроза
Браво, Феликс!
Бабочка