«Йомабикә инәйҙең тылсымлы ҡумтаһы»-асыҡ дәрес
план-конспект занятия (старшая группа)

Мөхәмәтдинова Ләйсән Әхтәм ҡыҙы

Тема: Йомабикә инәйҙең тылсымлы ҡумтаһы»
Группа: өлкәндәр төркөмө
Максат: музыка дәресендә балаларҙың активлыҡтарын , музыкаль-ритмик хәрәкәттәр аша иҗади күҙаллауҙарын , тауыш бейеклеген һәм ладотональ ишетеүҙәрен үҫтереү. Музыкаға һөйөү һәм ололарға иғтирам, ярҙамсыллыҡ тәрбиәләү.Башҡорт халҡының милли кейеме-түшелдерек менән таныштырыу.Өйрәнгән йырҙарҙы, бейеүҙәрҙе ҡабатлау.
Йыһазлау: музыкаль әҫәрҙәрҙең фонограммалары, ҡумта, сулпылар, күбәләк, ағас ҡалаҡ

Дәрес барышы:

Инеш:

Музыка аҫтында  балалар залға инәләр (марш,бег)

Балалар ултырғыстарға ултыралар.

 Иҫәнләшеү.(Кәйләп)

-Һаумыһығыҙ,балалар!

-Һаумыһығыҙ!


М.Е-Балалар,әйҙәгеҙ, тауыштарыбыҙҙы асыу  өсөн күнекмәләр эшләп алайыҡ. (күнекмәләр)

Залға Йомабикә инәй килеп инә.

Ә-Һаумыһығыҙ, балалар! Мин тылсымлы ҡумтамды юғалттым бит, һеҙ миңә  шул ҡумтаны табырға ярҙам итмәҫһегеҙме икән?

Б-Ярҙам итәйек һуң!

М.Е-Улайһа әйҙәгеҙ, йәһәт кенә аттарға атланайыҡ та, юлға сығайыҡ. 
(Балалар телдәрен шартлатып ат сапҡан тауыш сығарып, ҡулдары менән дилбәгә тотҡан хәрәкәттәр эшләп зал буйлап сабып  ҡумтаны эҙләйҙәр) Бер бала ҡумтаны күреп ҡала.

Б-Таптыҡ, таптыҡ! Бына, инәй, ҡумтағыҙ!

Ә. –Ааааай, рәхмәт төшкөрҙәре,таба алмаҫмын тип бик ҡайғырғайным. Рәхмәт,балаҡайҙарым! Ҡайҙа, ҡарайым әле, эсендә нимәләр бар икән?

-Оооо, ҡалай матур  ҡалаааҡ ,был бушҡа ғына минең ҡумтаға килеп ятманы инде ул, әллә ҡалаҡтар менән уйнай беләһегеҙме?

М.Е.-Эйе инәй, беҙҙең балалар ҡалаҡтар менән матур итеп бейей беләләр,бейеп күрһәтәйекме балалар?

Ә.-Әйтәм бит, минең ҡумтаға әйберҙәр тик буштан ғына килеп ятмайҙар ул.Әйҙәгеҙ, балаҡайҙарым, һөнәрегеҙҙе күрһәтегеҙ һуң!

Ә-Ҡалай матур бейенегеҙ, бигерәк оҫта икәнһегеҙ!

-Ҡайҙа ҡарайыҡ әле, тағын нимәләр бар икән? Уй аллаҡайым, балалар,килегеҙ әле, минең ҡумтама бер күбәләк инеп йәшеренгәнсе, һыуыҡтан ҡурҡып инеп боҫҡандыр инде, бахырҡай. Матурҡай, күшегеп бөткөн,әйҙәгеҙ балалар, тыныбыҙ менән күбәләкте йылытайыҡ.(балалар устарын өрөп,тындары менән күбәләкте йылытҡан хәрәкәттәр эшләйҙәр,шул ваҡыт “Күбәләк” йырының көйө ишетелә,   -------            йыр башҡара.

Ә:-Рәхмәт, ҡыҙым, һинең йырыңдан һуң күбәләгебеҙгә бөтөнләй йән инеп китте.

-Ҡайҙа, тағын берәй нәмә юҡмы икән?(Әбей  түшелдерек  килтреп сығара)Быныһы нимә тағын? Һеҙ белмәйһегеҙме, балалар?

Б:- ююююҡ!

М. Е- Балалар,был түшелдерек. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемдәренең  бер өлөшө(презентация). Түшелдерек-исеме үк әйтеп тора,балалар, уны түшкә тағалар. Уны төрлө тәңкәләр, мәрйендәр, ҡусҡарҙар менән биҙәп эшләгәндәр.Боронғо ата-бабаларыбыҙ түшелдерек ҡатын –ҡыҙҙарҙы төрлө ауырыуҙарҙан, ҡара көстөрҙән һаҡлай тип иҫәпләгәндәр. Ә хәҙер  түшелдеректе төрлө байрамдарҙа, сәхнәлә бейегәндә генә  тағалар.  Беҙҙә лә ул түшелдеректәр бар, әйҙәгеҙ әле , ҡыҙҙар, тушелдеректәрҙе тағып бейеп  алайыҡ.( Ҡыҙҙар бейеүе)

Ә. –Бигерәк матур бейейһегеҙ икән, күҙҙәр генә теймәһен инде! Ярай балар, ҡумталағы башҡа әйберҙәр икенсе юлға ҡалып торһон,ә беҙ  ҡайтыу юлға юлланайыҡ

М.Е –Балалар, әйҙәгеҙ аттарыбыҙҙы урманда ҡалдырайыҡ, рәхәтләнеп үлән утлап йөрөһөндәр, ә беҙ йырлай –йырлай йәйәүләп ҡайтайыҡ

 ( Йыр”Шаула баласаҡ”) Балар йырлай-йырлай ултырғыстарға барып ултыралар

Ә-Балалр, мин ҡайтайым әле, ваҡыт табып тағы ла килеп ҡайтырмын.Бигерәк ныҡ оҡшанығыҙ ,рәхмәт һеҙгә!Һау булығыҙ!(Балалар ҡул болғап хушлашалар)

М.Е-

-Балалар, бөгөн һеҙ Йомабикә инәйгә ярҙам итеп ҙур  изгелек эшләнегеҙ. Һәр саҡ шулай ярҙамсыл булып ҡалығыҙ.

-Бөгөнгө осрашыу һеҙгә оҡшанымы? Нимәләр бигерәк тә ныҡ оҡшаны?

Һеҙ ҙә миңә бик ныҡ оҡшанығыҙ, ысын әртистәр һәмаҡ сығыш яһанығыҙ.Әйҙәгеҙ үҙебеҙҙе үҙебеҙ хуплап,  дәррәү генә ҡул сабып алайыҡ.Һеҙ АФАРИНДАР! Киләһе дәрескә тиклем һау булығыҙ!

 

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл tema.docx17.89 КБ

Предварительный просмотр:

«Йомабикә инәйҙең тылсымлы ҡумтаһы»

Тема: Йомабикә инәйҙең тылсымлы ҡумтаһы»
Группа: өлкәндәр төркөмө
Максат: музыка дәресендә балаларҙың активлыҡтарын , музыкаль-ритмик хәрәкәттәр аша иҗади күҙаллауҙарын , тауыш бейеклеген һәм ладотональ ишетеүҙәрен үҫтереү. Музыкаға һөйөү һәм ололарға иғтирам, ярҙамсыллыҡ тәрбиәләү.Башҡорт халҡының милли кейеме-түшелдерек менән таныштырыу.Өйрәнгән йырҙарҙы, бейеүҙәрҙе ҡабатлау.
Йыһазлау: музыкаль әҫәрҙәрҙең фонограммалары, ҡумта, сулпылар, күбәләк, ағас ҡалаҡ

Дәрес барышы:

Инеш:

Музыка аҫтында  балалар залға инәләр (марш,бег)

Балалар ултырғыстарға ултыралар.

 Иҫәнләшеү.(Кәйләп)

-Һаумыһығыҙ,балалар!

-Һаумыһығыҙ!


М.Е-Балалар,әйҙәгеҙ, тауыштарыбыҙҙы асыу  өсөн күнекмәләр эшләп алайыҡ. (күнекмәләр)

Залға Йомабикә инәй килеп инә.

Ә-Һаумыһығыҙ, балалар! Мин тылсымлы ҡумтамды юғалттым бит, һеҙ миңә  шул ҡумтаны табырға ярҙам итмәҫһегеҙме икән?

Б-Ярҙам итәйек һуң!

М.Е-Улайһа әйҙәгеҙ, йәһәт кенә аттарға атланайыҡ та, юлға сығайыҡ. 
(Балалар телдәрен шартлатып ат сапҡан тауыш сығарып, ҡулдары менән дилбәгә тотҡан хәрәкәттәр эшләп зал буйлап сабып  ҡумтаны эҙләйҙәр)
Бер бала ҡумтаны күреп ҡала.

Б-Таптыҡ, таптыҡ! Бына, инәй, ҡумтағыҙ!

Ә. –Ааааай, рәхмәт төшкөрҙәре,таба алмаҫмын тип бик ҡайғырғайным. Рәхмәт,балаҡайҙарым! Ҡайҙа, ҡарайым әле, эсендә нимәләр бар икән?

-Оооо, ҡалай матур  ҡалаааҡ ,был бушҡа ғына минең ҡумтаға килеп ятманы инде ул, әллә ҡалаҡтар менән уйнай беләһегеҙме?

М.Е.-Эйе инәй, беҙҙең балалар ҡалаҡтар менән матур итеп бейей беләләр,бейеп күрһәтәйекме балалар?

Ә.-Әйтәм бит, минең ҡумтаға әйберҙәр тик буштан ғына килеп ятмайҙар ул.Әйҙәгеҙ, балаҡайҙарым, һөнәрегеҙҙе күрһәтегеҙ һуң!

Ә-Ҡалай матур бейенегеҙ, бигерәк оҫта икәнһегеҙ!

-Ҡайҙа ҡарайыҡ әле, тағын нимәләр бар икән? Уй аллаҡайым, балалар,килегеҙ әле, минең ҡумтама бер күбәләк инеп йәшеренгәнсе, һыуыҡтан ҡурҡып инеп боҫҡандыр инде, бахырҡай. Матурҡай, күшегеп бөткөн,әйҙәгеҙ балалар, тыныбыҙ менән күбәләкте йылытайыҡ.(балалар устарын өрөп,тындары менән күбәләкте йылытҡан хәрәкәттәр эшләйҙәр,шул ваҡыт “Күбәләк” йырының көйө ишетелә,   -------            йыр башҡара.

Ә:-Рәхмәт, ҡыҙым, һинең йырыңдан һуң күбәләгебеҙгә бөтөнләй йән инеп китте.

-Ҡайҙа, тағын берәй нәмә юҡмы икән?(Әбей  түшелдерек  килтреп сығара)Быныһы нимә тағын? Һеҙ белмәйһегеҙме, балалар?

Б:- ююююҡ!

М. Е- Балалар,был түшелдерек. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемдәренең  бер өлөшө(презентация). Түшелдерек-исеме үк әйтеп тора,балалар, уны түшкә тағалар. Уны төрлө тәңкәләр, мәрйендәр, ҡусҡарҙар менән биҙәп эшләгәндәр.Боронғо ата-бабаларыбыҙ түшелдерек ҡатын –ҡыҙҙарҙы төрлө ауырыуҙарҙан, ҡара көстөрҙән һаҡлай тип иҫәпләгәндәр. Ә хәҙер  түшелдеректе төрлө байрамдарҙа, сәхнәлә бейегәндә генә  тағалар.  Беҙҙә лә ул түшелдеректәр бар, әйҙәгеҙ әле , ҡыҙҙар, тушелдеректәрҙе тағып бейеп  алайыҡ.( Ҡыҙҙар бейеүе)

Ә. –Бигерәк матур бейейһегеҙ икән, күҙҙәр генә теймәһен инде! Ярай балар, ҡумталағы башҡа әйберҙәр икенсе юлға ҡалып торһон,ә беҙ  ҡайтыу юлға юлланайыҡ

М.Е –Балалар, әйҙәгеҙ аттарыбыҙҙы урманда ҡалдырайыҡ, рәхәтләнеп үлән утлап йөрөһөндәр, ә беҙ йырлай –йырлай йәйәүләп ҡайтайыҡ

 ( Йыр”Шаула баласаҡ”) Балар йырлай-йырлай ултырғыстарға барып ултыралар

Ә-Балалр, мин ҡайтайым әле, ваҡыт табып тағы ла килеп ҡайтырмын.Бигерәк ныҡ оҡшанығыҙ ,рәхмәт һеҙгә!Һау булығыҙ!(Балалар ҡул болғап хушлашалар)

М.Е-

-Балалар, бөгөн һеҙ Йомабикә инәйгә ярҙам итеп ҙур  изгелек эшләнегеҙ. Һәр саҡ шулай ярҙамсыл булып ҡалығыҙ.

-Бөгөнгө осрашыу һеҙгә оҡшанымы? Нимәләр бигерәк тә ныҡ оҡшаны?

Һеҙ ҙә миңә бик ныҡ оҡшанығыҙ, ысын әртистәр һәмаҡ сығыш яһанығыҙ.Әйҙәгеҙ үҙебеҙҙе үҙебеҙ хуплап,  дәррәү генә ҡул сабып алайыҡ.Һеҙ АФАРИНДАР! Киләһе дәрескә тиклем һау булығыҙ!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Конспект занятия по обучению татарскому языку в старшей группе Тема: “Тылсымлы кыш.”

Хочу вашему вниманию представить конспект, интегрированное занятие по обучению татарскому с элементами фольклора, нетрадиционного рисования.  В конспекте использованы такие методические приемы: вхожде...

"Тылсымлы инә."

Балаларнын иҗади уйлау, күзаллау сәләтен        баету,булган белемнәренә нигезләнеп яңа ситуацияләр куллану .Предметларнын характерлы сыйфатларын билгеләү,анал...

Тема: Тылсымлы светофор һәм юл билгеләре патшалыгына сәяхәт

Татар телендә зурлар группасы өчен юл йөрү кагыйдәләре буенча конспект....

Тылсымлы дөнья

Ата - аналар өчен ачык бәйрәм иртәсе...

Тылсымлы сүзләр

конспект занятия для первой младшей группы на татарском языке...

"Тылсымлы урман аланы"

Максат: Балаларны урман, аланлык, анда үз-үзеңне тоту кагыйдәләре белән таныштыру.Җәнлекләр, кошлар, үсемлекләр турында белемнәрен киңәйтү. Алар арасындагы бәйләнешләрне балаларга аңлату, һәр нәрсәнең...

Методик Ҡумта

Был тормошта үҙ тәғәйенләнешеңде тойоп, шул йүнәлештә үҫешеп, тирә-йүндәгеләргә ҡыуаныс өләшеп йәшәү ‒ оло бәхет....