8 март иртәлеге маша и айыу менән
план-конспект занятия (средняя группа)
Һигеҙенсе март байрамына иртәлек тәрбиәселәр өсөн
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
8_mart_masha_i_ayyu_menn.docx | 20.59 КБ |
Предварительный просмотр:
Балалар залға инә кораблик менән, аҙаҡ ярым түңәрәккә торалар.
Алып барыусы:
Хәйерле көн, хөрмәтле әсәйҙәр, сал сәсле өләсәйҙәр, шаян ҡыҙҙар.
Барығыҙға - ҡартығыҙға, олоғоҙға, йәшегеҙгә, кесегеҙгә!
Хеҙмәт һөйгән, эштә уңған
Йыр йырларға, көй көйләргә оҫта булған ҡатын - ҡыҙҙарға
Барыбыҙҙан ҡайнар сәләм!
Барығыҙға ла иҫәнлек -именлек, һаулыҡ, бәхет, шатлыҡ,ҡыуаныстар ғына теләйбеҙ, изге байрамығыҙ менән һеҙҙе һәм үҙебеҙҙе ҡайнар ҡотлайбыҙ!!
Алып барыусы:
Балалар! Тыңлағыҙ әле, йомаҡ әйтәм!
Кем йоҡонан тора иртә,
Бешерә тәмле бутҡа,
Кем беҙҙе иркәләп һөйөп
Йоҡобоҙҙан уята
Матур итеп кейендереп
Баҡсабыҙға оҙата?!
Балалар: ӘСӘЙ!
Алып барыусы: Дөрөҫ, әсәй.
Алып барыусы :
Әсә булыу- ниндәй оло бәхет
Әсә булыу-Хоҙай бүләге.
Донъяла бит иң ҙур бөйөк исем,
Әсәкәйем ,-тиеп өндәшеү.
Шиғырҙар:
1. Самира:
Көндәр аяҙ, күктә аяҙ
Нур һибеп ҡояш көлә.
Ергә тама көмөш тамсы
Һағынып көткән яҙ килә.
2. Даниэль
Гөрләп тора беҙҙең баҡса
Әйтегеҙсе ни өсөн
Әсәйҙәрҙең байрамы
8 март бөгөн.
3. Арслан
В прекрасный день весны
Женщин поздравляю.
Всем им счастья и добра
От души желаю.
4. Вилиә.
Өләсәйҙең йылы ҡулы
Сәстәремде һыйпаны.
Бөгөнгө матур байрамда
Ҡотлайбыҙ беҙ уны.
5.Йәсминә
Әсәйҙәрҙең ҙур байрамы
8 март бөгөн
Байрам булғас бигерәк йәмле
Барыбыҙ ҙа шпт бөгөн.
6.Асель
Мамочку поздравим
Нынче с женским днем
Ей стихи подарим
Песенку споем.
7.Гайз.Айлина
Йырҙар йырлап, бейей- бейей
Түңәрәктә уйнайбыҙ.
Әсәйҙәрҙе яратабыҙ
Уларҙы беҙ ҙурлайбыҙ.
Йыр: « Әсәйем»
Йырҙан һуң ултырғыстарға ултыралар.
А.б:
-Балалар, кемдер беҙгә ҡунаҡҡа килә шикелле.
(музыка аҫтында Айыу инә, яҫтыҡ менән.Яҫтыҡты ҡаға- ҡаға зал мөйөшөндәге скамейкаға барып ята)
Маша йүгереп инә.
Маша: Ой, күпме бында халыҡ, балалар.Ә һеҙ бында нимәгә йыйылдығыҙ ул?
А.б: -Һаумы Маша.Беҙ бөгөн һине көтмәгәйнек.Ә һин бөгөн ниндәй байрам икәнен белмәйһеңме ни?
Маша: -Белмәйем, ниндәй көн һуң?( стенала элеүле торған календарға бара.Бармаҡтар менән һанай)
-Тәк- тәк, март.Бере, икеһе, дүрте, етеһе, 8 март.Белдем, бөгөн бит ҡатын- ҡыҙҙар байрамы.Мин дә бит ҡыҙыҡай.Шулай булғас минең дә байрам.Айыу, айыу тим, һин ҡайҙа?( айыуға бара) Һин һаман да йоҡлайһыңмы?( уятып карай) Тор, тор айыу, яҙ еткән бит.Бөгөн минең байрам.Торт бешерер кәрәк, ҡунаҡтар саҡырыр кәрәк.Балалар, айыуҙы уятырға ярҙам итегеҙ әле.
А.Б:- Күрәһең айыу ныҡ йоҡлай, .Әйҙәгеҙ беҙ яҙ тураһында йыр йырлайыҡ, бәлки ул шунан уяныр.
Йыр: Яҙ килә
Маша:- Юҡ, айыу уянманы, көслө итеп музыка куйып бейеп алайыҡ, ул бәлки шул тауышҡа уяныр.
А.Б: - Машаға ярҙам итәйек, әйҙәгеҙ бейеп алайыҡ.
Парлы бейеү.
Маша айыуҙы уятып карай.
-Тор тием айыу.Юк, торғоһо бөтөнләй килмәй.Нууу мин уны хәҙер точно уятам( будильник ала, ҡолағы төбөнә зыңғырлата)
Маша:- юҡ, будильниккка ла торманы бит айыу.
А.Б:- Борсолма Маша.Бәлки беҙ уйнап алырбыҙ.Беҙҙең уйнаған тауышҡа айыуҙа килеп торор бәлки.
Маша:-Ә беҙ нимә уйнайбыҙ?
А.Б:- Ә беҙ балалар менән магазин уйнайбыҙ.Магазинга барып, байрам өҫтәленә продукты алып ҡайтыр кәрәк.
Уйын : «Магазин»
Маша: -Айыу тим, тор, тор. Юҡ. һаман тормай бит.
А.Б:- Ә мин беләм, айыуҙы нисек уятырға.
Маша: -Нисек, нисек, әйт инде.
А.Б:- Беҙгә тәмле итеп аш бешерер кәрәк, уның еҫенә айыу килеп торасаҡ.
Маша:-Әйҙәгеҙ һуң улайһа, тиҙерәк.Ҡайҙа кәстрүл?
А.Б: - Бына беҙҙең ашнаҡсылыр хәҙер тәмле аш бешерер.
Бейеү: « Поварята ».
Бейеүҙән һуң айыу килеп тора.
Айыу:-Бында тәмле еҫтәр сыҡты түгелме? Тәмле еҫтәәәәәр.....( еҫкәй)
Маша:- Айыу, һин торҙоң...Ураааа.( айыуҙы ҡосаҡлай)Айыу , ҡара календарға( календар эргаһена алып бара, төртөп күрһәтә) Бөгөн бит минең байрам, мин бүләктәр яратам.Әйҙә ҡотла мине.
( Айыу баш һелкә лә , йүгереп сыға)
Алып барыусы:-Айыу ҡайҙа йүгерҙе икән?
Маша:- Бүләктәр артынан күрәһең.
А.б: -Айыу килгәнсе әйҙә беҙ әсәйҙәрҙе, өләсәйҙәрҙе ҡотлап шиғырҙар һөйләй торайыҡ.
Маша:- Мин дә бик ныҡ шиғырҙар яратам.
Шиғырҙар:
1.Дарина:
Әсәйем, күҙ нурым
Йылмая йөҙҙәрең.
Йылытып йөрәкте
Нур һибә күҙҙәрең.
2. Ур.Айлина
.Әсәкәйем, берҙән берем
Һине бик ныҡ яратам
Әсәйемдең ҡулы алтын
Тәмле аштар бешерә.
3. Ильмир
Маму, бабушку, сестренок
И конечно всех девчонок
От души мы поздравляем
Счастья, радости желаем.
4. Милана
Ласковые, нежные
Дорогие самые
С праздником весенним-
Бабушки и мамы.
5. Камила
Мамочку любимую
Крепко обнимаю
С 8 марта от души
Маму поздравляю.
6. Алина
Һөйә- һөйә иркәләп
Уята шул әсәйем
Булғас шундай әсәйем
Бик тә рәхәт йәшәйем.
7.Зарина
Наша милая бабуля
Ненаглядная мамуля
Мы так сильно любим вас
Поздравляем вас сейчас.
8.Шамил
Әсәйҙәр яратҡас
Шат беҙҙең йөҙөбөҙ
Әсәйҙәр булғанға
Бәхетле көнөбөҙ.
9.Илгинә
Әсәйҙәр бер генә
Ҡәҙерен беләйек
Йөрәктең йылыһын
Уларға бирәйек.
Маша:-Ә һеҙ әсәй, өләсәйҙәргә шиғырҙар ғына әҙерләнегеҙме ул?
А.б:- Әлбиттә юҡ, беҙ улар өсөн йырҙар ҙа, бейеүҙәр ҙә әҙерләнек.Әйҙәгеҙ әле хәҙер йырлап алайыҡ
Йыр « Бир ҡулыңды Әлиә »
А.б: - Ә хәҙер беҙҙең ҡыҙҙар һеҙгә бейеү бүләк итәләр.
Бейеү башҡортса.
Маша:. - Йырланығыҙ, бейенегеҙ, ә һеҙ уйнарға яратаһығыҙмы? Бына мин бигерәк тә уйнарға яратам
А.б: Әлбиттә, беҙҙә уйнарға бик яратабыҙ.
Әсәйҙәр , балалар менән уйындар.
Музыка яңғырай, айыу инә.Ҡулында бүләктәр.
Маша:- Бына беҙҙең айыу ҙа килде.Бүләктәр менән.Әсәйҙәргә лә бүләктәр эшләгән.
Айыу бүләктәрҙе тарата.Машаға ла бирә.
А.б: -Рәхмәт һеҙгә айыу менән Маша.
Маша:-Ә беҙгә ҡайтыр кәрәк.Беҙ байрамға торт бешерәбеҙ.Һау булып тороғоҙ.
А.б: Бына беҙҙең дә байрам аҙағына етте.Байрам менән һеҙҙе хөрмәтле әсәйҙәр, өләсәйҙәр.
Финальный йыр
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
“АЙЫУҠАЙ МЕНӘН БЕЙЕЙЕК”
Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ауыҙ-тел ижадын киң ҡулланған. Ауыҙ-тел ижадының бер төрө һамаҡтар һәм әүрәткестәр – көйләп әйтелә торған шиғри һүҙ.Һамаҡлы-әүрәткесле уйындар –...
Конспект проведения занятия в подготовительной группе компенсирующей направленности по ручному труду Тема: «Подарок маме к 8 марта» (посуда папье – маше)
Конспект по ручному труду....
"Маленькие машинки из Лего"
Презентация "Маленькие машинки из Лего" подготовлена для детей среднего и старшего дошкольного возраста по конструированию из деталей конструктора LEGO DACTA и компьютерной программы LE...
Методическая разработка на тему: Театр на магнитах "Айыу менән төлкө", "Кем көслө?"
Предлагаю вашему вниманию театр на магнитах - башкирские народные сказки "Айыу менән төлкө", "Кем көслө?" Цель: Познакомить с башкирс...
Утренник к "8 Марта" с инсценировкой "Маша - растеряша"
Научить детей быть аккуратными и следить за своими вещами...
Конспект НОД "В гости к Маше" с использованием технологий лего-конструирования в средней группе
Государственное бюджетное дошкольное образовательное учреждениедетский сад № 89 Приморского района Санкт-Петербурга КОНСПЕКТнепрерывной образовательной деятельности на тему:«В г...
8 март иртәлеге.
Уртансылар төркөмө өсөн 8 март байрамына иртәлек конспекты....