8 март иртәлеге.
материал
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
stsenariy_8_marta_sred_gruppa.docx | 14.12 КБ |
Предварительный просмотр:
8 Март байрамына арналған сценарий
Уртансы төркөм
Зал биҙәлгән. “Башҡорт полькаһына” балалар ҡулдарында сәскәләр, бейеп инә.
“Башҡорт полькаһы”
“Трам-там-там, мин үҙемде яратам” йыры
Ике тәрбиәсе сәскәләрен йыйып алалар.
А.Б. (сәскәләрен тотоп)
Ниңә бөгөн бөтә ерҙә
Сәсәктәр балҡы й беҙҙә
Ниңә ҡояш көлөп ҡарай
Беләбеҙ һәммәбеҙ ҙә.
Әсәйҙәрҙе, өләсәйҙәрҙе
Ҡәҙерләйбеҙ, ҙурлайбәҙ!
Бөтәһе бергә: Байрам менән ҡотлайбыҙ!
Балалар ултыралар
Алсын: Бөгөн әсәйҙәр байрамы,
Бөгөн ерҙә тантана!
Ҡояш шуға көлә бөгөн,
Гөлдәр шуға шатлана!
Элина: Много мам на белом свете,
Всей душой их любят дети,
Только мама есть одна,
Всех дороже мне она!
Ләйлә: Мин әсәйҙе ныҡ яратам,
Уның өсөн йәшәйем!
Был донъяла иң матуры-
Ул бит минең әсәйем!
Алмаз: Әсәй тейеп яҙып ҡуйҙым
Яңы яуған аҡ ҡарға.
Таптамағыҙ, ярамай
“Әсәй” һүҙен таптарға!
А.б. Афарин, балалар! Ысынлап та, донъялағы иң матур һүҙ – ул “әсәй” һүҙе, донъялағы иң яғымлы, йомшаҡ ҡулдар – ул әсәй ҡулдары! Донъялағы иң түҙем, изге йөрәк – ул әсәй йөрәге!
А.б. Балалар, яҡшылап ултырығыҙ, хәҙер мин һеҙгә бер әсәй тураһында әкиәт һөйләйем...
- Борон-борон заманда, йәшәгән ти бер ҡатын. (өй эсенән Әсә килеп сыға, тыйнаҡ музыка уйнай) Тик был ҡатындың балалары булмаған тей...Шуға күрә уға бик күңелһеҙ булған, илаған да илаған тей...
Әсәй: Улым да юҡ, ҡыҙым да... (илай) Яңғыҙым ғына йәшәйем... Эх, берәй бәпесем булһамы... (йәнләнеп китә) Минең бит тылсымлы орлоғом бар, шуны ултыртып ҡарайым әле, ҡайҙа-ҡайҙа... (сүлмәккә ултырта, лейканан һыу һибә) Орлоғом үҫ! Сәскә ат! Миңә матур бәпес бир! (сүлмәктән Дюймовочка килеп сыға, музыка)
Дюйм-ка: Һаумы, минең ҡәҙерле әсәйем! (ҡосаҡлай)
Әсәй: (ҡыуанып) Был ысынмы? Әллә төшөммө? Ҡыҙым, матурым, һаумы! Ҡайһылай бәләкәс кенә... Балам, һинең ашағың киләлер, хәәәҙер берәй тәмлекәс алып киләм, ошонда ғына ултырып тор, бер ҡайҙа ла китмә, тиҙ генә килеп етермен, хәәәҙер... (сығып китә)
А.б. Шулай тейгән дә, Дюй-ның әсәһе сығып киткән. Д-ға бик яманһыу булып ҡалған...
А.Б. Балалар, әйҙәгеҙ әле, Д-ка менән бергәләп әсәйҙәр тур-да йыр йырлап алайыҡ! Уның әсәйе лә тиҙерәк ҡайтып етер...
“Әсәйем – ҡәҙерлем” йыры (әсәйҙәр тур-да видеоролик)
Бал-р ултыралар
А.Б. Балалар, ишетәһегеҙме? Кемдер килә... Дюйм-ң әсәһе ҡайта түгелме?..
Яуыҙ көй яңғырай, Баҡа инә.
Баҡа: (һикереп әйләнә, Д-ны күреп ҡала) Әһә! Ква-кваааа... Һмм... Яҡшы, бик яҡшы ғына (әйләнеп-өрөлөп Д. Тирәләй йөрөй) Тәәәк... Һин кем?
Д-ка: Һаумыһығыҙ, ағай! Мин – Дюймовочка булам, ә һеҙ кем?
Баҡа: Һе, мин – Баҡа ағайың булам! Һаҙлыҡтың нәҡ уртаһында йәшәйем! Бына улыма берәй матур ғына кәләш эҙләп йөрөйем! Бына һин бик тә тура киләһең! Минең улыма кәләш булырһың! Әйҙә, ултырма, киттек! (Д-ны етәкләй, һәйрәп алып китә, яуыҙ музыка, зал буйлап түңәрәк яһайҙар, Д-ка илай)
Дюй-ка: (илай) юууҡ! Бармайым! Миңа әсәйем ошонда тороға ҡушты.. мин әсәйемде көтәм!
(тәрбиәсе уртаға йәймә – “һаҙлыҡ” йәйә)
Баҡа: Бына килеп еттек! Ошонда ғына ултыр! Йә китеп барыһың, бәйләп ҡуяйым әле! (еп менән ҡулынан бәйләй). Мин хәҙер улымды алып киләм, матур итеп туй яһарбыҙ! Ха-ха-ха! Улыыыым, мин һиңә кәләш таптыыым, кил әле йәһәтрәк! (сығып китә)
Дюй-ка: (илай) Әсәйем ниңә һаман юҡ икән... нимә эшләргә инде хәҙер? Был һаҙлыҡтан нисек ҡасырға?
А.Б. Дюймовочка, ҡарале. Һиңә ярҙамға һыу лилиәләре (кувшинкалар) ярҙамға килгән! (кувшинкалар сыға көй аҫтына)
Кувшинка: Дюймовочка, илама, беҙ һиңә ярҙам итербеҙ!
“Кувшинкалар” бейеүе (Д-ң бауы сиселә)
Дюй-ка: Рәхмәт, кувшинкалар, һеҙ мине яуыҙ Баҡанан ҡотҡарҙығыҙ! Тик минең әсәйем һаман юҡ...
Ҡамҡа сыға (баб-коробочка)
Ҡамҡа: Дюймовочка, илама! Беҙ әсәйеңде күрҙек! Хәҙер юл күрһәтербеҙ!
“Бабочки-коробочки и жуки” бейеүе
Дюй-ка: Ҡайһылай изге бөжәктәр осраны юлыма, рәхмәт инде һеҙгә!
А.Б. Дюй-ка! Борсолма ла, илама ла, ҡурыҡма ла! Беҙ ҙә һиңә әсәйеңде табырға ярҙам итербеҙ! Хәҙер малайҙар әсәй тур-да матур йыр йырлап ишеттерерләр, һинең ғазиз әсәйең дә ишетеп килеп етер!
“Ты не бойся, мама, я с тобой!” йыры (Аскар, Алсын)
Ҡоштар, ҡарлуғастар тауышы ишетелә
Экранда ласточка һүрәте. Психолог бүлмәһенән тауыш ишетелә:
-Дюймовочка! Мин – Ҡарлуғас! Әсәйең һине әҙләп, ҡайғырып йөрөй. Мин уға ярҙамға, һине эҙләргә тип сыҡтым... Һине ҡаршыларға дуҫтарымды – ҡарлуғастарҙы ебәрәм!
“Ҡарлуғастар” бейеүе
Бер ҡарлуғас етәкләп Әсәйҙе алып инә
Әсәй: (Д-ка менән осрашалар) Бына һин ҡайҙа икән, таптым! Ҡыҙым, аппағым! Һин ҡайҙа юғалып йөрөнөң?
Д-ка: Әсәйем! Мине яуыҙ баҡа урлап алып китте, һаҙлыҡта бәйләп ҡуйҙы! бөжәктәр, һыу лилиәләре, ҡарлуғастар миңә һине табырға юл күрһәтте! Мин башҡаса бер ҡасан да һинән алыҫ китмәм! (ҡосаҡлай)
Әсәй: Дуҫтарыңа ҙур рәхмәт! Балалар, әсәйҙәрегеҙҙе ҡәҙерләп кенә, һүҙҙәрен үтәп кенә йәшәгеҙ! Уларҙың йөҙөнә бер ҡасан да ҡыҙыллыҡ килтермәгеҙ!
А.Б: Д-ка, беҙ ҙә һинең өсөн бик шат! Күңелегеҙҙе тағы ла күтәреп, әйҙәгеҙ бер шаян уйын уйнап алабыҙ!
Музыкаль уйын. Түңәрәктә тороп.
Әсәй: ҡайһылай зирәк, шаян балалар икәнһегеҙ, рәхмәт!
Д-ка: Әсәй! Теге яуыҙ баҡа йәнә килеп сыҡҡансы, өйгә ҡайтайыҡ!
Әсәй: Эйе шул, балам! Ашығырға кәрәк! Бына, кескәй дуҫтарым, Минең ҡыҙымды ҡотҡарғанығыҙ өсөн һеҙгә тип әҙерләгән күстәнәстәрем бар! Ауыҙ итерһегеҙ! Һау булығыҙ!
Д-ка: ә мин һеҙҙең әсәйҙәрегеҙҙе, өләсәйҙәрегеҙҙе лә байрам менән ҡотлайым! Сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр теләйем! Хушығыҙ!
Сығып китәләр
А.Б. Ысын, балалар! Беҙ бит өләсәйҙәрҙе ҡотларға онотоп торабыҙ! Әйҙәгеҙ әле өләсәйҙәргә тип әҙерләгән шиғырҙарҙы һөйләп ишеттерәйек
Шиғырҙар
Иделя: Много у бабушки разных забот,
Много у бабушки всяких хлопот!
Добрая, милая бабушка наша,
Нет тебя лучше, милее и краше!
Эльвина: Бабушек добрых любят все дети,
Бабушкам добрым наши приветы!
Алина: Эвелина:
Йыр “Бабушка моя”
А.Б. Афарин, балалар! Әсәйҙәр һәм өләсәйҙәр эштә лә, өйҙә лә, аш бүлмәһендә лә бар нәмәгә лә өлгөрә, уңғандар, етеҙҙәр! Әйҙәгеҙ әсәйҙәрҙе һәм өләсәйҙәрҙе тикшереп ҡарайыҡ! Ҡайһы әсәй етеҙ генә итеп пирог бешереү оҫталығын күрһәтер икән...Мастер-класҡа дүрт әсәйҙе саҡырабыҙ!
Әсәйҙәр кокурсы. Пирог эшләү.музыка.
А.б. Әсәйҙәргә Афарин тейбеҙ! Рәхмәт!
А.Б. Байрамыбыҙ бик матур
Үтеп китте минутта.
Әсәйҙәр гел йәшәһен
Шатлыҡта һәм бәхеттә!
А.Б. Хөрмәтле әсәйҙәр, өләсәйҙәр, һеҙҙе тағы ла бер ҡат халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнө менән ҡотлайбыҙ! Тәнегеҙгә һаулыҡ, йөрәктәрегеҙгә – дәрт, эштәрегеҙҙә – уңыштар, ғаиләлә – именлек теләйбеҙ! Байрам менән!
Музыка. Балалар сыға.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Конспект занятия по лего-конструированию "Путешествие в Лего-град"
Цель: Развитие способности детей к наглядному моделированию через ЛЕГО – конструктор.Задачи: Развивать зрительное и пространственное восприятие, активизировать внимание, направленное на продолжение ри...
Конспект родительского собрания «С ЛЕГО легче все уметь, с ЛЕГО легче поумнеть».
Данный материал будет полезен педагогам ДОУ при проведении родительских собраний...
Консультация на тему: Особенности образовательной деятельности в приобщении дошкольников к лего-конструированию. Значение Лего-конструирования в жизни ребенка дошкольника.
Среди разных видов технического конструирования- конструкторы Лего вызывают особый интерес и популярность у детей дошкольного возраст. Конструирование из конструкторов Лего полностью отвечает их интер...
Творческий проект по лего-конструированию "Лего и космос"
Проект рассчитан на детей 7-го года жизни....
Авторская дополнительная образовательная программа «Я моделирую мир. Лего-технологии (лего-конструирование и лего-дизайнерство)»
Авторская дополнительная образовательная программа «Я моделирую мир. Лего-технологии (лего-конструирование и лего-дизайнерство)».Лего-технологии (лего-конструирование и лего-дизайнер...
«Развитие интеллектуальных и математических способностей дошкольников посредством лего-конструирования» «Изучаем ЛЕГО математику»
Развитие элементарных математических представлений у детей дошкольного возраста имеет большую ценность для интенсивного умственного развития ребенка, его познавательных инте...
8 март иртәлеге маша и айыу менән
Һигеҙенсе март байрамына иртәлек тәрбиәселәр өсөн...