“Әкиәт иленә сәйәхәт"
план-конспект занятия (средняя группа)

Хакова Эльвира Рифгатовна

Алып барыусы: Кем беҙҙең тәҙрәгә ҡарап,

Йылы нурҙарын һибә?!

Күңелдәргә шатлыҡ өҫтәп,

Наҙлап иркәләй көн дә?!

Ул бит – ҡояш! Әйҙә, дуҫтар,

Көслө алҡыштар менән

Саҡырайыҡ Ҡояшҡайҙы

Дәртле йырыбыҙ менән!

ЙЫР “Тамсылар

(Ҡояш килеп инә)

Ҡояш:     Һибелделәр бар ғаләмгә

Нурҙарым – алтындарым.

Йән-яҡҡа йылылыҡ бөркөп,

Яҡтыртып бар Ер шарын.

  • Һаумыһығыҙ, ҡыҙҙар-малайҙар! Һеҙҙең менән осрашыуыма бик шатмын.
  •  Ҡояшҡайҡың урман-ҡырҙар буйлап нурҙары  һибелгән һәм юғалтҡан. Ул ярҙам һорай.

Алып барыусы: Балалар! Әйҙәгеҙ, Ҡояш апайға ярҙам итеп, уның нурҙарын эҙләп табайыҡ .

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon kit_ilen_syht.doc142 КБ

Предварительный просмотр:

 “Әкиәт иленә сәйәхәт

Алып барыусы: Кем беҙҙең тәҙрәгә ҡарап,

Йылы нурҙарын һибә?!

Күңелдәргә шатлыҡ өҫтәп,

Наҙлап иркәләй көн дә?!

Ул бит – ҡояш! Әйҙә, дуҫтар,

Көслө алҡыштар менән

Саҡырайыҡ Ҡояшҡайҙы

Дәртле йырыбыҙ менән!

ЙЫР “Тамсылар

(Ҡояш килеп инә)

Ҡояш:     Һибелделәр бар ғаләмгә

Нурҙарым – алтындарым.

Йән-яҡҡа йылылыҡ бөркөп,

Яҡтыртып бар Ер шарын.

  • Һаумыһығыҙ, ҡыҙҙар-малайҙар! Һеҙҙең менән осрашыуыма бик шатмын.
  •  Ҡояшҡайҡың урман-ҡырҙар буйлап нурҙары  һибелгән һәм юғалтҡан. Ул ярҙам һорай.

Алып барыусы: Балалар! Әйҙәгеҙ, Ҡояш апайға ярҙам итеп, уның нурҙарын эҙләп табайыҡ .

Ҡояш: Ҙур рәхмәт инде, балалар!

Алып барыусы: Ҡояшҡай, һин хәҙер ҡайҙа бараһың, нурҙарыңды ҡайҙа балҡытаһың?

Ҡояш: Мин гиҙәмен бар донъяны,

Яҡтыртам һәм йылытам.

Һәр кемде иркәләп-наҙлап,

Матурлыҡ бүләк итәм.

Балаҡайҙарым! Һеҙгә лә

Минән бүләк – серле нур!

Ул ҡайҙа һибелһә, шунда

Әкиәт хасил булыр!

(Ҡояш нурын һибеп ебәрә)

Алып барыусы: Ҡарағыҙ әле, ниндәй матурлыҡ! Беҙҙең алда алтын ҡапҡа барлыҡҡа килде.

(Ҡапҡанан Батшабикә килеп сыға)

Батшабикә: Һаумыһығыҙ, дуҫтарым!

Осрашыуға мин шатмын!

Мин – әкиәттәр иле батшабикәһе!

Һеҙ әкиәттәр яратаһығыҙмы?  Бына минең тылсымлы ҡыңғырауым.

Алып ҡулға ҡыңғырау

Сыҡтыҡ оҙон юлға.

Ҡыңғырауым  зыңғырла

Аяҡтарым тик торма.

Ҡыңғырауым зың-зың итеп

Серле тауыш һин килтер,

Улар беҙҙең барыбыҙҙы

Әкиәт иленә илтер!

Алып барыусы: Туҡтағыҙ! Ҡарағыҙ әле, был нимә ул? Йомро икмәк, түгелме?

Алып барыусы: Әйе, балалар, тимәк беҙ ниндәй әкиәткә юлыҡтыҡ?

Балалар: “Йомро икмәк” әкиәтенә!

Алып барыусы:Афариндар! Ә һеҙ ул әкиәтте яҡшы беләһегеҙме?Әйҙәгеҙ әле ҡунаҡтарға    сәхнәләштереп күрһәтәйек!

ЙОМРО ИКМӘК” ӘКИӘТЕ

(Башҡорт көйө уйнай)

Алып барыусы: Башҡорт ауыл өйө. Икеһе ике яҡта моңайып ҡына ҡарт менән ҡарсыҡ ултыралар. Бабай башын күтәреп, уфтанып әбейгә өндәшә:

Бабай: Ҡартаябыҙ инде, ҡарсыҡ,

Яңғыҙ ғына икебеҙ.

Бойоғоп ике яҡта,

Ултырабыҙ инде беҙ.

Нисек шәп булыр ине лә,

Әгәр шунда бер малай

Яныбыҙҙа уйнап йөрөһә:

- Әбей, тиеп, - йә Бабай.

Әбей: Әй, атаһы, үҙем дә гел

Шул уйҙы уйлап йөрөйөм,

Әллә һуң һиңә ҡамырҙан

Йомро икмәк яһап бирәйем?

Әйҙә, атаһы, он индереп киләйек.

(Әбей менән бабай китәләр)

Алып барыусы: Һауыттарҙың төбөн ҡырып, һуңғы ондо алып, Әбей йырлай-йырлай ҡамыр баҫа.

(Башҡорт көйө уйнай)

                                              Аҡлы ситса яулығымды,

                                              Ап-аҡ итеп бәйләнем.

Эй, ҡамырым, ҡабарып беш

Булырһың Йомро икмәгем.

Унан һуң ул ҡамырҙан түп-түңәрәк йомро икмәк яһап мейескә тыҡҡан. Ул бер аҙ йөн иләп ултырған арала, Йомро икмәк бешеп тә сыҡҡан. Әбей мейестән йомро икмәкте алып, һыуытырға тәҙрә төбөнә ҡуйған. Ҡыҙарып бешкән Йомро икмәк тәҙрә төбөндә еләҫтә ултырған. Бер аҙҙан ул күҙҙәрен асҡан да, үҙенең шул тиклем матур, шул тиклем түңәрәк булыуына һоҡланған.

(Башҡорт көйө уйнай. Йомро икмәк йүгереп сыға)

Йомро икмәк: Мин Йомро икмәк

Тәгәрәп йөрөй алам.

Мин бик матур йомро икмәк,

Ҡасайым әле, тәгәрәп.

Алып барыусы: Шулай итеп Йомро икмәк тәҙрә төбөнән эскәмйәгә, эскәмйәнән иҙәнгә һикереп төшкән. Асыҡ ишектән сығып, урман яғына уҡ тәгәрәп киткән.

Йомро икмәк: Мин йомро икмәк,

Тәгәрәп йөрөй алам.

Бер үҙем был урманда

Һис бер кем юҡ янымда.

Алып барыусы: Ҡаршыһына айыу килеп сыға.

Айыу: Нисек һис кем булмаһын,

Мине ҡайҙа ҡуяһың?

Хуш еҫле йомро икмәкте

Килә тотоп ашайһым.

Алып барыусы: Айыу, Йомро икмәкте ашама, әйҙә беҙҙең менән уйнап ал.

Уйын: “Түңәрәктә”

Йомро икмәк: Мин Йомро икмәк

Тәгәрәп йөрөй алам,

Әбейҙе алдап ҡастым,

Бабайҙы алдап ҡастым,

Ҡасам, хәҙер һинән дә.

Алып барыусы: «Һау бу-у-ул, айыу а-ға-ай!» - тигән дә, Йомро икмәк айыуҙан ҡасҡан. Тағын урман буйлап тәгәрәп киткән.

(Башҡорт көйө уйнай)

Йомро икмәк: Мин йомро икмәк,

Тәгәрәп йөрөй алам.

Бер үҙем был урманда,

Һис бер кем юҡ янымда.

(Ҡаршыһына бүре килеп сыға)

Бүре: Тамаҡ ялғап алырға

Ваҡыт та етеп килә.

Ашағымды килтереп,

Бик тәмле бер еҫ килә.

Алып барыусы: Бүре, Йомро икмәкте ашама, беҙҙең менән ял итеп ал.

Ял итеү минуты: “Тәбиғәт ҡосағында”.

Балалар

Урманға баралар

Йәнлектәрҙе күрәләр.

Тейен сәпәкәй итә,

Ҡуян һикереп ала,

Ә айыу

Башын ғына һелкетә.

Төлкө апай менән

Бүре лә килә.        

Йәнлектәргә күңелле

Тәбиғәт ҡосағында.

Йомро икмәк: Мин Йомро икмәк,

Тәгәрәп йөрөй алам.

Әбейҙе алдап ҡастым,

Бабайҙы алдап ҡастым,

Айыуҙы алдап ҡастым

Ҡасам хәҙер һинән дә.

Алып барыусы: «Һау бу-у-ул, бүре ба-ай!» - тигән дә, Йомро икмәк бүренән ҡасҡан. Тағын урман буйлап тәгәрәп киткән.

(Башҡорт көйө уйнай)

Йомро икмәк: Мин йомро икмәк,

Тәгәрәп йөрөй алам.

Бер үҙем был урманда,

Һис бер кем юҡ янымда.

(Ҡаршыһына ҡуян килеп сыға)

Ҡуян: Ай, ҡурҡыттың, кем икән тиһәм.

Тәмле Йомро икмәк икән.

Үпкәләмә, һин, Йомро икмәк,

Бик тә ашағым килә.

Алып барыусы: Ҡуян, Йомро икмәкте ашама, беҙҙең менән уйнап ал.

Уйын: “Йәшерәм яулыҡ”.

Йәшерәм, йәшерәм яулығымды,

Йәшел ҡайын аҫтына.

Һиҙҙермәйсә һалып китәм,

Бер иптәшем артына.

Был ҡыҙға ниндәй яҙа бирәбеҙ?. Башҡорт аштарын һанап сыҡ. Афарин!

Был малайға ниндәй яҙа?. Әтәс булып ҡысҡырһын. Афарин!

Был малайға ниндәй яҙа?. Башҡорт музыка ҡоралдарын һанап сыҡһын. Афарин!

Йомро икмәк: Мин Йомро икмәк,

Тәгәрәп йөрөй алам.

Әбейҙе алдап ҡастым,

Бабайҙы алдап ҡастым,

Айыуҙы алдап ҡастым,

Бүрене алдап ҡастым,

Ҡасам инде һинән дә.

Алып барыусы: «Һау бу-у-ул, ҡуян дуҫ!» - тигән дә, Йомро икмәк ҡуяндан ҡасҡан. Тағын урман буйлап тәгәрәп киткән.

(Башҡорт көйө уйнай)

Йомро икмәк: Мин йомро икмәк,

Тәгәрәп йөрөй алам.

Бер үҙем был урманда,

Һис бер кем юҡ янымда.

(Төлкө килеп сыға)

Төлкө: Мин, төлкө, ерән Төлкө

Мин был урмандың күрке.

Ниндәй матур тәгәрәй,

Ниндәй матур көй көйләй.

Әй, Йомро икмәк, йомро икмәк,

Мин һине ашайым.

Алып барыусы: Төлкө апай, Йомро икмәкте ашама, беҙҙең менән бейеп ал.

Күмәк бейеү: “Әйләнәбеҙ”.

Йомро икмәк: Мин Йомро икмәк,

Тәгәрәп йөрөй алам.

Әбейҙе алдап ҡастым,

Бабайҙы алдап ҡастым,

Айыуҙы алдап ҡастым,

Бүрене алдап ҡастым,

Ҡуянды алдап ҡастым,

Ҡасам инде һинән дә.

Алып барыусы: «Һау бу-у-ул, Төлкө а-па-й!» - тигән дә, Йомро икмәк төлкөнән ҡасҡан. Тағын урман буйлап тәгәрәп әбей һәм бабай эргәһенә ҡайтҡан.

Йомро икмәк: Ғәфү ит һин, Әбейем,

Ғәфү ит һин, Бабайым!

Башҡа эшләмәм улай,

Булырмын тыйнаҡ шулай!

Алып барыусы: Шулай итеп Йомро икмәк Әбейгә, Бабайға ярҙам итешә, һүҙҙәрен гел тыңлап ҡына йөрөй. Бөгөнгө көндә бергәләп, гөрләшеп йәшәйҙәр икән.

(Ҡатнашыусылар баш эйергә сығалар. «Баласаҡ утрауы» йырын йырлайҙар)

Алып барыусы: Һау булығыҙ, балалар. Дуҫ һәм татыу йәшәгеҙ, өлкәндәрҙе тыңлағыҙ!

Алып барыусы: Үәт, маладистар!

Әкиәтте яраталар

Ололар һәм балалар.

Изгелеккә, матурлыҡҡа

Өйрәтә беҙҙе улар.

Нисек дөрөҫ йәшәргә,

Ниндәй эштәр эшләргә

Ә хәҙер беҙҙең менән

Юлландыҡ төркөмөбөҙгә!

                                                Йомро икмәк

Ҡатнашалар: Йомро икмәк, Әбей, Бабай, Ҡуян, Бүре, Айыу, Төлкө, Һөйләүсе.

Декорация: Өй, ҡойма, шыршылар.

(Әбей менән бабай өйҙә ултыра. Әбей ойоҡ бәйләй, бабай гәзит уҡый)

Һөйләүсе:Борон-борон  заманда йәшәгән ти әбей менән бабай. Бабай ултырған-ултырған да. Бик ныҡ асығып киткән ти.

Бабай: Әбекәй!Асыҡтым, йомро ғына итеп икмәк бешереп ашат әле!

Әбей: Нимәнән генә бешерәйем һуң!Он бөттө бит.

Бабай: Ә һин ларҙы ҡырып-һепереп ҡара! Бәлки, бер ус йыйылыр!

БЕЙЕҮ “БИШБАРМАҠ”.

Һөйләүсе: Әбей ларҙы ҡырып-һепереп, бер ус он йыйып алған, ти. Ҡамыр баҫып, йомро ғына икмәк яһап, уны мейестә бешереп алған. Хуш еҫ бөркөп тоған йомро икмәген һыуытырға тип тәҙрә төбөнә ҡуйған да, үҙе бабайҙы сәйгә саҡырырға сығып киткән. Ә йомро икмәккә шул саҡ йән инеп, тирә-яҡҡа һоҡланған да,  һикереп төшкән дә, һуҡмаҡ буйлап тәгәрәп киткән дә барған, ти.

(Йомро икмәкте тәгәрәтәбеҙ. Бала йүгереп сыға)

Йомро икмәк: Мин – йомро икмәк,

Ларҙа һеперелгәнмен,

Мейестә бешерелгәнмен,

Тәҙрә төбөндә һыуындым,
Әбейҙән дә ҡастым,

Бабайҙан да ҡастым.

(Ағас артынан ҡаршыһына Ҡуян килеп сыға)

Ҡуян: Ох, йомро икмәк!Хәҙер мин һине ашайым!

Йомро икмәк: Ашама мине, Ҡуянҡай! МИн һиңә йыр йырлайым:

Мин – йомро икмәк,

Ларҙа һеперелгәнмен,

Мейестә бешерелгәнмен,

Тәҙрә төбөндә һыуындым,
Әбейҙән дә ҡастым,

Бабайҙан да ҡастым,

Һинән дә ҡасам!

(Музыка уйнай, йомро икмәк артабан тәгәрәй. Ҡаршыһына Бүре килеп сыға.)

Бүре: Йомро икмәк?!Ҡайҙа юл алдың? Хәҙер ашайым!

Йомро икмәк:Ашама мине, Бүре! Мин һиңә йыр йырлайым:

Мин – йомро икмәк,

Ларҙа һеперелгәнмен,

Мейестә бешерелгәнмен,

Тәҙрә төбөндә һыуындым,
Әбейҙән дә ҡастым,

Бабайҙан да ҡастым,

Ҡуяндан да ҡастым,

Һинән дә ҡасам!

(Музыка уйнай, йомро икмәк артабан тәгәрәй. Ҡаршыһына Айыу килеп сыға.)

Айыу: Уй, тәмле генә йомро икмәк! Хәҙер ашайым!

Йомро икмәк: Ашама мине, Айыухан - тайыштабан! Мин һиңә йыр йырлайым:

Мин – йомро икмәк,

Ларҙа һеперелгәнмен,

Мейестә бешерелгәнмен,

Тәҙрә төбөндә һыуындым,
Әбейҙән дә ҡастым,

Бабайҙан да ҡастым,

Ҡуяндан да ҡастым,

Бүренән дә ҡастым,

Һинән дә ҡасам!

(Музыка уйнай, йомро икмәк артабан тәгәрәй. Ҡаршыһына Төлкө килеп сыға.)

Төлкө:Йомро икмәк! Хәҙер мин һине ашайым!

Йомро икмәк: Ашама мине, Төлкөбикә! Мин һиңә йыр йырлайым:

Мин – йомро икмәк,

Ларҙа һеперелгәнмен,

Мейестә бешерелгәнмен,

Тәҙрә төбөндә һыуындым,
Әбейҙән дә ҡастым,

Бабайҙан да ҡастым,

Ҡуяндан да ҡастым,

Бүренән дә ҡастым,

Айыуҙан да ҡастым,

Һинән дә ҡасам!
Төлкө: Ах! Ҡалай матур йырлайһың!Тик мин шул тиклем насар ишетәм. Яҡыныраҡ килеп йырла әле!

Һөйләүсе: Йомро икмәк шатланып Төлкөгә яҡын килеп йырлай башлаған икән, Төлкө уны “Ам!” ашаған да ҡуйған! ӘӘә, юҡ, йомро икмәк барыбер Төлөнән ысҡынып ҡасҡан. Шунан башҡа әбей менән бабайҙан ҡасмаған һәм маҡтанмаған.

ХОРОВОД “КОЛОБОК”

Батшабикә: Үәт, маладистар!

Әкиәтте яраталар

Ололар һәм балалар.

Изгелеккә, матурлыҡҡа

Өйрәтә беҙҙе улар.

Нисек дөрөҫ йәшәргә,

Ниндәй эштәр эшләргә,

Ә хәҙер беҙҙең менән

Юлландыҡ төркөмөбөҙгә!

Йомро икмәк

(Башҡорт көйө уйнай)

Алып барыусы: Башҡорт ауыл өйө. Икеһе ике яҡта моңайып ҡына ҡарт менән ҡарсыҡ ултыралар. Бабай башын күтәреп, уфтанып әбейгә өндәшә:

Бабай: Ҡартаябыҙ инде, ҡарсыҡ,

Яңғыҙ ғына икебеҙ.

Бойоғоп ике яҡта,

Ултырабыҙ инде беҙ.

Нисек шәп булыр ине лә,

Әгәр шунда бер малай

Яныбыҙҙа уйнап йөрөһә:

- Әбей, тиеп, - йә Бабай.

Әбей: Әй, атаһы, үҙем дә гел

Шул уйҙы уйлап йөрөйөм,

Әллә һуң һиңә ҡамырҙан

Йомро икмәк яһап бирәйем?

Әйҙә, атаһы, он индереп киләйек.

(Әбей менән бабай китәләр)

Алып барыусы: Һауыттарҙың төбөн ҡырып, һуңғы ондо алып, Әбей йырлай-йырлай ҡамыр баҫа.

(Башҡорт көйө уйнай)

Аҡлы ситса яулығымды,

Ап-аҡ итеп бәйләнем.

Эй, ҡамырым, ҡабарып беш

Булырһың Йомро икмәгем.

Унан һуң ул ҡамырҙан түп-түңәрәк йомро икмәк яһап мейескә тыҡҡан. Ул бер аҙ йөн иләп ултырған арала, Йомро икмәк бешеп тә сыҡҡан. Әбей мейестән йомро икмәкте алып, һыуытырға тәҙрә төбөнә ҡуйған. Ҡыҙарып бешкән Йомро икмәк тәҙрә төбөндә еләҫтә ултырған. Бер аҙҙан ул күҙҙәрен асҡан да, үҙенең шул тиклем матур, шул тиклем түңәрәк булыуына һоҡланған.

(Башҡорт көйө уйнай. Йомро икмәк йүгереп сыға)

Йомро икмәк: Мин Йомро икмәк

Тәгәрәп йөрөй алам.

Мин бик матур йомро икмәк,

Ҡасайым әле, тәгәрәп.

Алып барыусы: Шулай итеп Йомро икмәк тәҙрә төбөнән эскәмйәгә, эскәмйәнән иҙәнгә һикереп төшкән. Асыҡ ишектән сығып, урман яғына уҡ тәгәрәп киткән.

Йомро икмәк: Мин йомро икмәк,

Тәгәрәп йөрөй алам.

Бер үҙем был урманда

Һис бер кем юҡ янымда.

Алып барыусы: Ҡаршыһына айыу килеп сыға.

Айыу: Нисек һис кем булмаһын,

Мине ҡайҙа ҡуяһың?

Хуш еҫле йомро икмәкте

Килә тотоп ашайһым.

Йомро икмәк: Мин Йомро икмәк

Тәгәрәп йөрөй алам,

Әбейҙе алдап ҡастым,

Бабайҙы алдап ҡастым,

Ҡасам, хәҙер һинән дә.

Алып барыусы: «Һау бу-у-ул, айыу ба-а-ай!» - тигән дә, Йомро икмәк айыуҙан ҡасҡан. Тағын урман буйлап тәгәрәп киткән.

(Башҡорт көйө уйнай)

Йомро икмәк: Бер үҙем был урманда,

Һис бер кем юҡ янымда.

(Ҡаршыһына бүре килеп сыға)

Бүре: Тамаҡ ялғап алырға

Ваҡыт та етеп килә.

Ашағымды килтереп,

Бик тәмле бер еҫ килә.

Йомро икмәк: Мин Йомро икмәк,

Тәгәрәп йөрөй алам.

Әбейҙе алдап ҡастым,

Бабайҙы алдап ҡастым,

Айыуҙы алдап ҡастым

Ҡасам хәҙер һинән дә.

(Йомро икмәк бүренән ҡаса)

Алып барыусы: Шырҡылдап көлөп, тәгәрәп китеп тә бара. Ҡурҡа-ҡурҡа ғына ҡуян килеп сыға.

Ҡуян: Ай, ҡурҡыттың, кем икән тиһәм.

Тәмле Йомро икмәк икән.

Үпкәләмә, һин, Йомро икмәк,

Бик тә ашағым килә.

Йомро икмәк: Мин Йомро икмәк,

Тәгәрәп йөрөй алам.

Әбейҙе алдап ҡастым,

Бабайҙы алдап ҡастым,

Айыуҙы алдап ҡастым,

Бүрене алдап ҡастым,

Ҡасам инде һинән дә.

Алып барыусы: Йомро икмәк ҡуян тирәһендә бер нисә тапҡыр әйләнеп сыға. Ҡуян уңға-һулға ҡаранған арала Йомро икмәк китеп тә бара. Йомро икмәккә урманда былай йөрөү бик тә оҡшап китә. Ҡаршыһына төлкө килеп сыҡҡанын, һиҙмәй ҙә ҡала.

(Төлкө килеп сыға)

Төлкө: Мин, төлкө, ерән Төлкө

Мин был урмандың күрке.

Ниндәй матур тәгәрәй,

Ниндәй матур көй көйләй.

Әй, Йомро икмәк, йомро икмәк,

Йырла был тирәләрәк.

Йомро икмәк: Мин Йомро икмәк,

Тәгәрәп йөрөй алам.

Әбейҙе алдап ҡастым,

Бабайҙы алдап ҡастым,

Айыуҙы алдап ҡастым,

Бүрене алдап ҡастым,

Ҡуянды алдап ҡастым,

Төлкө апайға ҡаптым.

Алып барыусы: Төлкө һаман татлы телләнеп дауам иткән.

Төлкө: Әй, Йомро икмәк,

Бигрәк моңло тауышың,

Ҡолағым насар ишетә,

Йырла был тирәләрәк.

Алып барыусы: Шулай итеп, Төлкө үҙенең моронона күрһәткән.

Йомро икмәк: Мин Йомро икмәк,

Тәгәрәп йөрөй алам...

(Төлкө Йомро икмәкте тотоп ала)

Алып барыусы: Төлкө уны ҡабып йотам тип, ауыҙын асҡан икән, артынан сабып, Әбей менән Бабай килеп еткән.

(Әбей менән бабай килеп сыға)

Әбей: Эй, Аллам, вәт бәхет!

Бөтөрә бит бәпкәмде

Әй, Бабаһы, ҡыу Төлкөнө

Ҡотҡар Йомро икмәкте!

Бабай: Әй, һин ерән хәйләкәр,

Кит һин бынан алыҫҡа,

Алыҫҡа, бүтән яҡҡа!

(Бабай Төлкөнө ҡыуып ебәрә)

Йомро икмәк: Ғәфү ит һин, Әбейем,

Ғәфү ит һин, Бабайым!

Башҡа эшләмәм улай,

Булырмын тыйнаҡ малай!

Алып барыусы: Әбей менән Бабай Йомро икмәкте өйҙәренә алып ҡайтып киткәндәр. Йомро икмәк Әбейгә, Бабайға ярҙам итешә, һүҙҙәрен гел тыңлап ҡына йөрөй. Бөгөнгө көндә бергәләп, гөрләшеп йәшәйҙәр икән.

(Ҡатнашыусылар баш эйергә сығалар. «Бәхет» йырын йырлайҙар)

Алып барыусы: Һау булығыҙ, балалар. Дуҫ һәм татыу йәшәгеҙ, өлкәндәрҙе тыңлағыҙ!

“Шалҡан” әкиәте

Ҡатнашалар: Әбей, Бабай, Ейәнсәр, Аҡбай, Мыяубикә, Сысҡан, Һөйләүсе.

Декорация:Өй, ҡойма, алда – ҙур шалҡан!

Һөйләүсе:Борон-борон  заманда йәшәгән ти әбей менән бабай. Яҙ етеү менән бабай шалҡан ултыртҡан. Уны яҡшылап ҡараған, көн дә һыу һипкән, ҡыйын утаған. Шалҡан ай үҫәһен көн үҫеп, бик ҙур булып өлгөргән, ти. Бабай сығып тартып ҡарай, көсө етмәй икән.

Бабай: Әбей, сыҡ әле, сыҡ! Шалҡанды тартып сығарырға ярҙам ит!

(әбей йүгереп сыға)

Һөйләүсе:Эй тарталар икәүләп, эй тарталар, сығара алмайҙар икән.

Әбей(ҡулын болғап): Ейәнсәрем, кил әле, шалҡанды тартып сығарырға ярҙам ит!

(Ейәнсәре йүгереп сыға)

Һөйләүсе:Икәүҙән өсәү яҡшы, тип эй тарталар былар , уңға тарталар, һулға тарталар, юҡ, сыҡмай, ти.

Ейәнсәре:Аҡбай, кил әле ярҙамға!

(Эт сыға)

Аҡбай: Уау! Уау!

Һөйләүсе:Дүртәүләп тартып ҡарайҙар, шалҡан урынынан һис ҡуҙғалмай икән.

Аҡбай:Мыяубикә, кил әле, шалҡанды тартып сығарырға ярҙам ит!

(Бесәй сыға)

Мыяубикә: Мыяу! Мыяу!

Һөйләүсе:Бишәүләшеп тартып ҡарайҙар, булдыра алмайҙар, ти!

Мыяубикә: Беҙгә ярҙамға сысҡанды саҡырырға кәрәк!

Бөтәһе бергә: Сысҡанды?!

Әбей: Ул нисек кенә беҙгә ярҙам итһен инде!

Ейәнсәр:Ул бит үҙе бигерәк бәләкәй!

Мыяубикә: Сысҡан, кил әле ярҙамға!

Һөйләүсе:Бесәй сысҡанға килеп йәбешеп, күмәкләп бер тартыуҙары була, шалҡан килгән дә сыҡҡан, ти. Бөтәһе лә бигерәк ныҡ ҡыуанғандар! Әбей тәмле генә итеп бутҡа бешереп ҡунаҡ иткән, ә сысҡан табындың иң түрендә ултырған икән!

(Бөтәһе лә тамашасыға баш эйәләр).

ХОРОВОД”РЕПКА”

Батшабикә: Рәхмәт, балалар!Ҡалай матур итеп уйнанығыҙ, афарин!Мин һеҙгә тағы ла серле таяғым менән әкиәт бүләк итәм: 1, 2, 3! Миндә – тылсым, миндә – көс!(ҡыңғырауын сыңлатһа, йомро икмәк тәгәрәп сыға)

Тәрбиәсе: Балалар! Ҡарағыҙ әле. Был бит – йомро икмәк!

Батшабикә: Әллә был әкиәтте лә беләһегеҙме?!Әйҙә әле, мин ҡарайым, һеҙ уйнағыҙ!

ЙОМРО ИКМӘК” ӘКИӘТЕ

Ҡатнашалар: Йомро икмәк, Әбей, Бабай, Ҡуян, Бүре, Айыу, Төлкө, Һөйләүсе.

Декорация: Өй, ҡойма, шыршылар.

(Әбей менән бабай өйҙә ултыра. Әбей ойоҡ бәйләй, бабай гәзит уҡый)

Һөйләүсе:Борон-борон  заманда йәшәгән ти әбей менән бабай. Бабай ултырған-ултырған да. Бик ныҡ асығып киткән ти.

Бабай: Әбекәй!Асыҡтым, йомро ғына итеп икмәк бешереп ашат әле!

Әбей: Нимәнән генә бешерәйем һуң!Он бөттө бит.

Бабай: Ә һин ларҙы ҡырып-һепереп ҡара! Бәлки, бер ус йыйылыр!

БЕЙЕҮ “БИШБАРМАҠ”.

Һөйләүсе: Әбей ларҙы ҡырып-һепереп, бер ус он йыйып алған, ти. Ҡамыр баҫып, йомро ғына икмәк яһап, уны мейестә бешереп алған. Хуш еҫ бөркөп тоған йомро икмәген һыуытырға тип тәҙрә төбөнә ҡуйған да, үҙе бабайҙы сәйгә саҡырырға сығып киткән. Ә йомро икмәккә шул саҡ йән инеп, тирә-яҡҡа һоҡланған да,  һикереп төшкән дә, һуҡмаҡ буйлап тәгәрәп киткән дә барған, ти.

(Йомро икмәкте тәгәрәтәбеҙ. Бала йүгереп сыға)

Йомро икмәк: Мин – йомро икмәк,

Ларҙа һеперелгәнмен,

Мейестә бешерелгәнмен,

Тәҙрә төбөндә һыуындым,
Әбейҙән дә ҡастым,

Бабайҙан да ҡастым.

(Ағас артынан ҡаршыһына Ҡуян килеп сыға)

Ҡуян: Ох, йомро икмәк!Хәҙер мин һине ашайым!

Йомро икмәк: Ашама мине, Ҡуянҡай! МИн һиңә йыр йырлайым:

Мин – йомро икмәк,

Ларҙа һеперелгәнмен,

Мейестә бешерелгәнмен,

Тәҙрә төбөндә һыуындым,
Әбейҙән дә ҡастым,

Бабайҙан да ҡастым,

Һинән дә ҡасам!

(Музыка уйнай, йомро икмәк артабан тәгәрәй. Ҡаршыһына Бүре килеп сыға.)

Бүре: Йомро икмәк?!Ҡайҙа юл алдың? Хәҙер ашайым!

Йомро икмәк:Ашама мине, Бүре! Мин һиңә йыр йырлайым:

Мин – йомро икмәк,

Ларҙа һеперелгәнмен,

Мейестә бешерелгәнмен,

Тәҙрә төбөндә һыуындым,
Әбейҙән дә ҡастым,

Бабайҙан да ҡастым,

Ҡуяндан да ҡастым,

Һинән дә ҡасам!

(Музыка уйнай, йомро икмәк артабан тәгәрәй. Ҡаршыһына Айыу килеп сыға.)

Айыу: Уй, тәмле генә йомро икмәк! Хәҙер ашайым!

Йомро икмәк: Ашама мине, Айыухан - тайыштабан! Мин һиңә йыр йырлайым:

Мин – йомро икмәк,

Ларҙа һеперелгәнмен,

Мейестә бешерелгәнмен,

Тәҙрә төбөндә һыуындым,
Әбейҙән дә ҡастым,

Бабайҙан да ҡастым,

Ҡуяндан да ҡастым,

Бүренән дә ҡастым,

Һинән дә ҡасам!

(Музыка уйнай, йомро икмәк артабан тәгәрәй. Ҡаршыһына Төлкө килеп сыға.)

Төлкө:Йомро икмәк! Хәҙер мин һине ашайым!

Йомро икмәк: Ашама мине, Төлкөбикә! Мин һиңә йыр йырлайым:

Мин – йомро икмәк,

Ларҙа һеперелгәнмен,

Мейестә бешерелгәнмен,

Тәҙрә төбөндә һыуындым,
Әбейҙән дә ҡастым,

Бабайҙан да ҡастым,

Ҡуяндан да ҡастым,

Бүренән дә ҡастым,

Айыуҙан да ҡастым,

Һинән дә ҡасам!
Төлкө: Ах! Ҡалай матур йырлайһың!Тик мин шул тиклем насар ишетәм. Яҡыныраҡ килеп йырла әле!

Һөйләүсе: Йомро икмәк шатланып Төлкөгә яҡын килеп йырлай башлаған икән, Төлкө уны “Ам!” ашаған да ҡуйған! ӘӘә, юҡ, йомро икмәк барыбер Төлөнән ысҡынып ҡасҡан. Шунан башҡа әбей менән бабайҙан ҡасмаған һәм маҡтанмаған.

ХОРОВОД “КОЛОБОК”

Батшабикә: Үәт, маладистар!

Әкиәтте яраталар

Ололар һәм балалар.

Изгелеккә, матурлыҡҡа

Өйрәтә беҙҙе улар.

Нисек дөрөҫ йәшәргә,

Ниндәй эштәр эшләргә,

Ә хәҙер беҙҙең менән

Юлландыҡ “Тирмәкәй”гә!

“Тирмәкәй” әкиәте

Ҡатнашалар: Сысҡан, Әрмәнде, Ҡуян, Төлкөбикә, Бүре, Айыу.

Уртала тирмә ултыра. Дәртле көйгә бейей-бейей ике сысҡан килеп сыға.

“ТАНЕЦ  МЫШАТ”

Сысҡан: Тирмә-тирмә-тирмәкәй,

Был тирмәлә кем йәшәй?

(Тыңлай. Берәү ҙә тауыш бирмәй)

Бик тыныс яҡын-тирә,

Ниндәй матур был тирмә!

Әҙер өй булыр тимә,
                 Бик кәрәк тә ул миңә! (Инеп китәләр)

Һөйләүсе: Сысҡан тирмәкәйҙә рәхәтләнеп йәшәй башлаған, ти.  Унда йылы, ә тышта әсе ел сығып, һыуытып ебәргән, ти. Бына йылы урын эҙләп әрмәнде һикереп йөрөй, ти.

Әрмәнде: Ууа-ууа-ууа(ква-ква)

 Тышта һалҡын, өшөттө,

Тирмә-тирмә-тирмәкәй,

Был тирмәлә кем йәшәй?

(Тирмәлә сысҡандың башы күренә)

Сысҡан: Ҡыр сысҡаны булам мин,

                   Үҙең кем булаһың һин?

Әрмәнде: Мин –Әрмәнде, тирмәңә

Индер әле мине лә.

                    Йәшәрбеҙ бергә-бергә,

                    Күңелле булыр беҙгә.

Сысҡан: Ә һинең ниндәй һөнәрең бар?

Әрмәнде: Мин бейей беләм.

“Танец лягушки” (Ша-ла-ла-ла)

(Әрмәнде тирмә эсенә һикереп инә. Ҡуян килеп сыға)

Һөйләүсе: Урманда көслө ямғыр башланған. Ышыҡ урын эҙләп, Ҡуян һикерәнләп йөрөй, ти.

Ҡуян: Тирмә-тирмә-тирмәкәй,
             Был тирмәлә кем йәшәй?

Сысҡан: Мин ҡыр сысҡаны.

Әрмәнде: Әрмәнде, үҙең кем һуң, әйт әле!

Ҡуян: Мин – йүгерек ҡуянмын,

Үлән ашап туямын,

Тик өйөм юҡ, бер үҙем

Быға нисек түҙерһең?!

Сысҡан: Ә һинең ниндәй һөнәрең бар?

Ҡуян: Ә мин бейей беләм.

ТАНЕЦ ЗАЙЧИКОВ

Әрмәнде: Индерербеҙ, үт әйҙә,

Беҙҙең менән йәшәрһең.

(Бергәләп эскә үтәләр. Бер аҙҙан Төлкөбикә килеп сыға.)

Төлкө: Тирмә-тирмә-тирмәкәй,

              Был тирмәлә кем йәшәй?

Сысҡан: Мин – ҡыр сысҡаны.

Әрмәнде: Мин – Әрмәнде.

Ҡуян: Мин- Ҡуян.

Үҙең кем булаң?

Төлкөбикә: Апайығыҙ Төлкөбикә,

Индерегеҙ төнгөлөккә.

Ҡуян: Тынғы булһа һинән беҙгә...

Сысҡан: Ә һинең ниндәй һөнәрең бар?

Төлкө: Мин – бейеүсе.

БЕЙЕҮ

(Ҡуян төлкөнө тирмәгә индерә. Бүре килә)

Бүре: Тирмә-тирмә-тирмәкәй,

            Был тирмәлә кем йәшәй?

Сысҡан: Ҡыр сысҡаны.

Әрмәнде: Әрмәнде.

Ҡуян: Мин – ҡуян.

Төлкө: Ә мин – Төлкө, һин үҙең кем, әйт инде!

Бүре: Мин үҙем һоро бүре,

Тышта бик өшөттөрҙө.

Төлкө: Тик йәберләмә беҙҙе,

               Инһәң, әйҙә, үт инде!

Сысҡан: Туҡта, һөнәрен күрһәтһен.

Бүре: Әйҙәгеҙ, күңелле зарядка эшләтәм.

БУГИ-ВУГИ.

(Бүре инә.Күмәкләп йырлай башлайҙар)

Бөтәһе бергә:Күңелле, күңелле,

Бергә йәшәү күңелле.

Йырҙар яңғырап тора –

Матур ҙа һуң был донъя!

(Тауышты ишетеп Айыу килеп сыға, туҡылдата, үкерә)

Айыу: Тирмә-тирмә-тирмәкәй,

  Был тирмәлә кем йәшәй?

(Ҡурҡып бер кем дә тауыш бирмәй)

Айыу: Ҡурҡмағыҙ минән, теймәм,

Тирмәгеҙҙе емермәм!

Бүре(шым ғына): Инә алмаҫһың шул һин..

Айыу: Тирмәгеҙҙе асығыҙ,

               Көтә айыу бабағыҙ!

Бөтәһе бергә: Ҡурҡабыҙ, һин бик ҙурһың,

Барыбыҙҙы тапарһың...

(Айыу ҡыҫылып инә, тирмә ауып төшә, йәнлектәр ҡаса)

Айыу: Минең дә бит тирмәлә

Бергә йәшәгем килә.

Ҡайҙа ҡасып бөттөгөҙ,
Зинһар, кире килегеҙ!

Бергә тирмә төҙөрбөҙ-

Мине ғәфү итегеҙ!

(Йәнлектәр йыйыла. Яңы тирмә күтәрә башлайҙар)

Күмәк йыр: Матур ялан уртаһында

Тора беҙҙең аҡ тирмә.

Күңелле йәшәйбеҙ унда

Дуҫтар йыйылып бергә!

Күңелле, күңелле,

Бергә йәшәү күңелле.

Йырҙар яңғырап тора,

Матур ҙа һуң был донъя!

Айыу, Бүре, Ҡуян, Төлкө,

Сысҡандар, әрмәнделәр.

Барыһы бергә дуҫлашып,

Татыу ғына йәшәйҙәр.

Тирмә-тирмә-тирмәкәй,

Был тирмәлә кем йәшәй.

Айыу, Бүре, Ҡуян, Төлкө,

Сысҡан, әрмәнде йәшәй!

Йырҙар яңғырап тора,

Матур ҙа һуң был донъя!

Батшабикә: Ҡалай күңелле, матур булды! Афарин, балалар! Бер ҙә генә һеҙҙе әкиәт иленән ҡайтарғым килмәй.

Тәрбиәсе: Рәхмәт, Батшабикә! Һинең илеңдә бик оҡшаны. Тик беҙгә ҡайтырға ваҡыт.

Батшабикә: Туҡтағыҙ! Балаларға бүләк таратайым.

Был – һауалы шар,

ул бик алыҫҡа осор,

һеҙҙе үҙ өйөгөҙгә,

шунда уҡ алып барыр.

Тәрбиәсе: Бауҙарға тотондоҡ,

                     Бер, ике, өс! Остоҡ!

Йыр “Шарҙар”(или икенсе йыр-мыр!)

Тәрбиәсе: Күҙ йомғансы, һауалы шар

Үҙ бүлмәбеҙгә илтте.

Әкиәт батшабикәһе

Шәп байрам бүләк итте!

Бик күңелле, ҡыҙыҡ булды,

Оҡшанымы, балалар!

Ярай, яҡшы! Ошоноң менән

Әкиәтебеҙ тамам!

Әкиәт иленә сәйәхәт

Ҡатнашалар: Йомро икмәк, Әбей, Бабай, Ҡуян, Бүре, Айыу, Төлкө, Һөйләүсе.

Декорация: Өй, ҡойма, шыршылар.

Тәрбиәсе: Кем беҙҙең тәҙрәгә ҡарап,

Йылы нурҙарын һибә?!

Күңелдәргә шатлыҡ өҫтәп,

Наҙлап иркәләй көн дә?!

Ул бит – ҡояш!Әйҙә, дуҫтар,

Көслө алҡыштар менән

Саҡырайыҡ Ҡояшҡайҙы

Дәртле йырыбыҙ менән!

ЙЫР “ҠОЯШҠАЙ

(Ҡояш килеп инә)

Ҡояш:     Һибелделәр бар ғаләмгә

Нурҙарым – алтындарым.

Йән-яҡҡа йылылыҡ бөркөп,

Яҡтыртып бар Ер шарын.

  • Һаумыһығыҙ, ҡыҙҙар-малайҙар! Һеҙҙең менән осрашыуыма бик шатмын. Күреүегеҙсә, мин бында үҙемдең күҙ нурҙарым – балаларымды юғалтып килеп сыҡтым. Урман-ҡырҙар буйлап һибелделәр ҙә, юҡ булдылар. Һеҙгә осраманылармы? Уларҙы табырға миңә ярҙам итегеҙ, зинһар!

Тәрбиәсе: Балалар!Әйҙәгеҙ, Ҡояш апайға ярҙам итеп, уның нурҙарын эҙләп табайыҡ .

(Балалар төрлө яҡҡа һибелгән нурҙарҙы табып, уларҙы ҡояшҡа йәбештерәләр).

Ҡояш: Ҙур рәхмәт инде, балалар!

Тәрбиәсе: Ҡояшҡай, һин хәҙер ҡайҙа бараһың, нурҙарыңды ҡайҙа балҡытаһың?

Ҡояш: Мин гиҙәмен бар донъяны,

Яҡтыртам һәм йылытам.

Һәр кемде иркәләп-наҙлап,

Матурлыҡ бүләк итәм.

Балаҡайҙарым! Һеҙгә лә

Минән бүләк – серле нур!

Ул ҡайҙа һибелһә, шунда

Әкиәт хасил булыр!

(Тәрбиәсе нурҙы ҡулына алып, һибеп ебәрә)

Тәрбиәсе: Ҡарағыҙ әле, ниндәй матурлыҡ! Беҙҙең алда алтын ҡапҡа барлыҡҡа килде.

Һеҙ әкиәттәр яратаһығыҙмы? Әкиәт иленә сәйәхәт итергә әҙерһегеҙме? Бына минең тылсымлы ҡыңғырауым.

Ҡыңғырауым, зыңғырла!

Беҙгә болоттар килтер!

Улар беҙҙең барыбыҙҙы

Әкиәт иленә илтер!

(Болоттарға ултырып, балалар әкиәт иленә юл ала)

ЙЫР “БОЛОТТАР”(“ОБЛАКА”)

Тәрбиәсе: Туҡтағыҙ! Ҡарағыҙ әле, был нимә ул? Шалҡан үҫеп ултыра, түгелме?

Батшабикә: Әәә, бөтәһе лә яҡшы! Балалар, тимәк беҙ ниндәй әкиәткә юлыҡтыҡ?

Тәрбиәсе: Балалар! Ҡарағыҙ әле. Был бит – йомро икмәк!

Батшабикә: Әллә был әкиәтте лә беләһегеҙме?!Әйҙә әле, мин ҡарайым, һеҙ уйнағыҙ!

ЙОМРО ИКМӘК” ӘКИӘТЕ

(Әбей менән бабай өйҙә ултыра. Әбей ойоҡ бәйләй, бабай гәзит уҡый)

Тәрбиәсе:Борон-борон  заманда йәшәгән ти әбей менән бабай. Бабай ултырған-ултырған да. Бик ныҡ асығып киткән ти.

Бабай: Әбекәй!Асыҡтым, йомро ғына итеп икмәк бешереп ашат әле!

Әбей: Нимәнән генә бешерәйем һуң!Он бөттө бит.

Бабай: Ә һин ларҙы ҡырып-һепереп ҡара! Бәлки, бер ус йыйылыр!

БЕЙЕҮ “БИШБАРМАҠ”.

Тәрбиәсе: Әбей ларҙы ҡырып-һепереп, бер ус он йыйып алған, ти. Ҡамыр баҫып, йомро ғына икмәк яһап, уны мейестә бешереп алған. Хуш еҫ бөркөп тоған йомро икмәген һыуытырға тип тәҙрә төбөнә ҡуйған да, үҙе бабайҙы сәйгә саҡырырға сығып киткән. Ә йомро икмәккә шул саҡ йән инеп, тирә-яҡҡа һоҡланған да,  һикереп төшкән дә, һуҡмаҡ буйлап тәгәрәп киткән дә барған, ти.

(Йомро икмәкте тәгәрәтәбеҙ. Бала йүгереп сыға)

Йомро икмәк: Мин – йомро икмәк,

Ларҙа һеперелгәнмен,

Мейестә бешерелгәнмен,

Тәҙрә төбөндә һыуындым,
Әбейҙән дә ҡастым,

Бабайҙан да ҡастым.

(Ағас артынан ҡаршыһына Ҡуян килеп сыға)

Ҡуян: Ох, йомро икмәк!Хәҙер мин һине ашайым!

Йомро икмәк: Ашама мине, Ҡуянҡай! Мин һиңә йыр йырлайым:

Мин – йомро икмәк,

Ларҙа һеперелгәнмен,

Мейестә бешерелгәнмен,

Тәҙрә төбөндә һыуындым,
Әбейҙән дә ҡастым,

Бабайҙан да ҡастым,

Һинән дә ҡасам!

(Музыка уйнай, йомро икмәк артабан тәгәрәй. Ҡаршыһына Бүре килеп сыға.)

Бүре: Йомро икмәк?!Ҡайҙа юл алдың? Хәҙер ашайым!

Йомро икмәк:Ашама мине, Бүре! Мин һиңә йыр йырлайым:

Мин – йомро икмәк,

Ларҙа һеперелгәнмен,

Мейестә бешерелгәнмен,

Тәҙрә төбөндә һыуындым,
Әбейҙән дә ҡастым,

Бабайҙан да ҡастым,

Ҡуяндан да ҡастым,

Һинән дә ҡасам!

(Музыка уйнай, йомро икмәк артабан тәгәрәй. Ҡаршыһына Айыу килеп сыға.)

Айыу: Уй, тәмле генә йомро икмәк! Хәҙер ашайым!

Йомро икмәк: Ашама мине, Айыухан - тайыштабан! Мин һиңә йыр йырлайым:

Мин – йомро икмәк,

Ларҙа һеперелгәнмен,

Мейестә бешерелгәнмен,

Тәҙрә төбөндә һыуындым,
Әбейҙән дә ҡастым,

Бабайҙан да ҡастым,

Ҡуяндан да ҡастым,

Бүренән дә ҡастым,

Һинән дә ҡасам!

(Музыка уйнай, йомро икмәк артабан тәгәрәй. Ҡаршыһына Төлкө килеп сыға.)

Төлкө:Йомро икмәк! Хәҙер мин һине ашайым!

Йомро икмәк: Ашама мине, Төлкөбикә! Мин һиңә йыр йырлайым:

Мин – йомро икмәк,

Ларҙа һеперелгәнмен,

Мейестә бешерелгәнмен,

Тәҙрә төбөндә һыуындым,
Әбейҙән дә ҡастым,

Бабайҙан да ҡастым,

Ҡуяндан да ҡастым,

Бүренән дә ҡастым,

Айыуҙан да ҡастым,

Һинән дә ҡасам!
Төлкө: Ах! Ҡалай матур йырлайһың!Тик мин шул тиклем насар ишетәм. Яҡыныраҡ килеп йырла әле!

Тәрбиәсе: Йомро икмәк шатланып Төлкөгә яҡын килеп йырлай башлаған икән, Төлкө уны “Ам!” ашаған да ҡуйған! ӘӘә, юҡ, йомро икмәк барыбер Төлөнән ысҡынып ҡасҡан. Шунан башҡа әбей менән бабайҙан ҡасмаған һәм маҡтанмаған.

ХОРОВОД “КОЛОБОК”

Тәрбиәсе: Үәт, маладистар!

Әкиәтте яраталар

Ололар һәм балалар.

Изгелеккә, матурлыҡҡа

Өйрәтә беҙҙе улар.

Нисек дөрөҫ йәшәргә,

Ниндәй эштәр эшләргә,

Ә хәҙер һеҙҙең менән

Юлландыҡ баҡсабыҙға.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Белем иленә сәяхәт.

Белем иленәсәяхәт (мәктәпкә хәзерлек төркемендә математикадан йомгаклау шөгыле)....

Юл билгеләре иленә сәяхәт

Юл билгеләрен өйрәтү буенча шөгыль...

Тема:"Тапкырлар иленә сәяхәт"математика дәресе(мәктәпкә әзерлек төркеме)

Максат:Шакмаклы дәфтәр битенә тәрбияче әйтүе буенча төрле геометрик фигуралар төшерергә өйрәтү; кәгазь битенен ун,сул,аскы,өске якларын дөрес атау; 20 кадәр санау күнекмәләрен ныгыту; атна көннәрен, е...

Образовательная деятельность по татарскому языку для русско язычных детей "Габдулла Тукай әкиятләре иленә сәяхәт".

Внедрить систему воспитания чувств через путешествие по сказкам, научить ребенка сопереживать, откликаться на чужую беду, выражать свои чувства адекватно. Воспитывать интерес к творчеству великого тат...

“Татар теле иленә” сәяхәт-дәрес.

Татар теленнән  гомумиләштерү дәресе...

Методическая разработка для детей дошкольного возраста по изучению правил безопасного поведения на дорогах "Юл фәне иленә сәяхәт"

Здесь  отрывок  этой методической разработки. Работа сама  состоит из проектов для детей старшей группы коррекционных  ДОУ....

Конспект занятий по математике. Тема:"Математика иленә сәяхәт" в старшей группе.

Конспект занятий по математике. Тема:"Математика иленә сәяхәт" в старшей группе....