"Алтын асҡыс"
методическая разработка (старшая группа)

Миннигуль Салимьяновна Зиянбаева

"Алтын асҡыс" Өлкәндәр төркөмө өсөн яңы йыл байрамына сценарий. 

Скачать:


Предварительный просмотр:

Өлкәндәр төркөмө өсөн яңы йыл байрамына сценарий

«Алтын асҡыс»

Ҡатнашалар: Алып барыусы, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, Мәскәй Әбей

Балалар: Зимушки- ҡыҙҙар, Ҡар бабайҙар- малайҙар.

Балалар музыка аҫтында залға инәләр, һәм бейеү башҡаралар.

Алып барыусы:  Яңы тылсым менән һеҙҙе!

                               Ҡотло булһын Яңы йыл!

                               Һәр ваҡыттағыса һиҙҙермәй

                               Килеп тә етте быйыл!

Бала:  Йәшел шыршы матурлана

            Уйынсыҡтар тағылһа.

            Алтын- көмөштәй нурлана

            Төрлө уттар ҡабынһа.

Бала:  Вот как елка нарядилась

            И пришла к нам в детский сад.

            А под елкой, посматрите-

            Много птичек и зайчат.

Бала:  Бигерәк матур шыршыбыҙ

            Өндәшә ул дуҫтарға:

            «Килегеҙ бергә уйнарға,

            Яңы йылды ҡотларға!»

Бала:  Что за елку к нам принес

             Добрый дедушка Мороз!

             Как стройна и величава,

             Посмотрите слева, справа!

Бала:   Беҙҙең шыршы балҡып тора

            Ай-һай матур биҙәлгән.

            Йәйғор кеүек сулпылары

            Төшөп тора иҙәнгә.

Бала:   Пусть кружится снег пушистый,

            Песенку метель поет.

            Вокруг елочки душистой

            Мы встречаем Новый год!

Йыр: «Шыршыҡай»

Алып барыусы:  Афарин, балалар! Мин тылсымлы музыка ишетәм, кемдер беҙгә килә.

Музыка аҫтында Ҡарһылыу инә.

Ҡарһылыу:  Һаумыһығыҙ,балалар! Бик шатмын осрашыуға! Бик матур итеп шыршыны биҙәгәнһеҙеҙ!

Алып барыусы:  Һаумы, Ҡарһылыу! Беҙҙә шат һине күреүебеҙгә. Эйе, шыршы беҙҙең бик матур, тик ниңәлер уттары янмай.

Ҡарһылыу:  Быны беҙ хәҙер төҙәтербеҙ, яҡтыртҡыстарҙы яндырырға мәжбүр итербеҙ. Әйҙәгеҙ, бергәләп әйтәйек: «Бер, ике, өс! Шыршы ян!»

Балалалар ҡабатлайҙар. Музыка аҫтында шыршыла уттар яна.

Ҡарһылыу:  Балалар, ҡарағыҙ әле, беҙҙең шыршыбыҙ тағыла йәмләнеп китте. Әйҙәгеҙ, шыры тирәләй йырлашып алайыҡ.

Йыр:

Балалар ултыралар. Алып барыусы шыршы аҫтында ултырған һандыҡты күреп ҡала.

Алып барыусы:  Балалар, ҡарағыҙ әле, шыршы әргәһендә һандыҡ ултыра, ә өҫтөндә хат ята. Ҡарһылыу, һиңә тип яҙылған. (алып Ҡарһылыуға бирә)

Ҡарһылыу:  Был хат Ҡыш бабайҙан (уҡый): «Мин балалар баҡсаһына килеп балаларға бүләктәрҙе һандыҡҡа һалдым, тылсымлы асҡыс менән бикләнем. Тик асҡысты ҡайҙалыр төшөрөп ҡалдырғанмын,  Мин асҡысты эҙләргә  киттем! Әгәр тылсымлы асҡысты тапһағыҙ, мине саҡырығыҙ!»

Ҡарһылыу:  Нимә эшләргә инде? Тылсымлы асҡысты ҡайҙан табабыҙ инде?

Алып барыусы:  Әйҙәгеҙ, балалар, ҡышҡы урманға барып асҡысты эҙләп киләйек. Һеҙ, ризамы?

Тылсымлы музыка яңғырай, балалар шиғыр һөйләргә сығалар.

Бала:    Зимний лес! Зимний лес!
              Полон сказок и чудес!
              Много снега намело,
              Все кругом белым – бело.

Бала:    Все деревья в кружеве:
              Снег на соснах, на кустах,
              В белых шубках ели.
              И запутались в ветвях
              Буйные метели.

Бала:     Заколдован невидимкой,

               Дремлет лес под сказку сна.
              Словно белою косынкой
              Повязалася сосна.

Бала:   Чародейкою Зимою
            Околдован, лес стоит —
            И под снежной бахромою,
            Неподвижною, немою,
            Чудной жизнью он блестит.  

Бейеү:  «Зимушка- зима» ҡыҙҙар

Алып барыусы:  Ой, балалар, Йәшен йәшнәй, ер һелкенә, кемдер беҙгә килә!

Музыка аҫтында һеперткеһендә осоп Мәскәй Әбей Ҡыш бабай ҡиәфәтендә килеп инә. Билендә  алтын асҡыс бәйләнгән.

Мәскәй:  Мин күңелле Ҡыш бабай, һеҙгә бүләктәр алып килдем! (һеперткеһе менән иҙәнгә һуға)

Алып барыусы:  Ой, көлдөрҙөң! Һин- Ҡыш бабай! Балалар, был Ҡыш бабайға оҡшағанмы? Беҙ һине ҡайҙалыр күрҙек... Әәә, иҫләнем, һинең урман  буйында өйөң тора мы әле? Балалар, кем килде беҙгә? (Балаларҙың яуаптары)

Мәскәй:  Ярай, инде, Мәскәй килгән. Бына мин шиғырҙы ятлап килдем. Һөйләп ишеттерәйемме?

Исемем минең Мәскәй,

Һеперткем минең дуҫҡай.

Ҡарт Ҡыш бабай миңә

Ббүләктәр миңә бирә! Вәт!

Алып барыусы:  Уй, нимә уйлап сығарған. Һеперткеһе дуҫ, Ҡыш бабай бүләктәр бирә, имеш. Мәскәй, һин бит ысынында, бик яҡшы. Иван Цареевичҡа ярҙам иттең, бәлки, беҙгә лә ярҙам итерһең. Ә бына был алтын асҡыс ҡайҙан таптың.

Мәскәй:  Ана, урманда китеп барғанда, табып алдым. Был асҡыс күрәһең  бик ябай түгел, тылсымлы асҡыс.

Ҡарһылыу:  Мәскәй Әбей, был асҡыс беҙҙең һандыҡтың асҡысы, ә унда балаларға бүләктәр һалынған.

Мәскәй:  Шулай мы? Хәҙер мин һандыҡты асамда, бөтә бүләктәрҙе үҙемә алам.

Мәскәй һандыҡты асырға тырыша, ләкин һандыҡ асылмай.

Алып барыусы:  Йә нисек? Астыңмы, һандыҡты? Бына хәҙер балаларҙың да, һинеңдә бүләктәре булмай. Һиңә асҡысты беҙгә бирергә тура киләр инде, сөнки, һандыҡты, Ҡыш бабай ғына аса ала.

Мәскәй:  Нисек инде? Бушлай бирергә ме? Мин һеҙгә былай ғына бирмәйем. Мин, кәнишнә, изге күңелле әбей,  но бигерәктә мәкерле... Әгәр минең өс һынауымды үтәһәгеҙ, мин һеҙгә асҡысты бирәм.

Ҡарһылыу:  Балалар, Мәскәйҙең һынауҙарын үтәйбеҙме?

 Балалар: Әйе!

Мәскәй:  Тәк- тәк! (уйлай) Минең балаларҙың нисек бейегәндәрен ҡарағым килә.

Алып барыусы:  Булдырабыҙ уны. Балалар, әйҙәгеҙ, Мәскәй гә нисек бейегәнебеҙҙе күрүәтәйек.

Бейеү башҡарыла: «Бим- бам- бом»

Мәскәй:  Әәәә, бүләктәрҙе алғығыҙ киләме...Барыһы ла инде тырышалар... Баребер асҡысты бирмәйем әле... Хәҙер минең йомаҡтарымды сисегеҙ.

  1. Много-много-много лет
    Дарит нам подарки Дед,
    Дарит елку, поздравленья,
    Этот праздник - … День рожденья? (Новый год)

2. Ҡарт булһа ла ныҡ икән,

    Ҡапсыҡ аҫҡан иңенә.

    Ап-  аҡ ҡарҙан биҙәктәр

    Яҡаһында, иңендә...Бармалей?  (Ҡыш бабай)


3.  Вот она, красавица,
    Вся переливается!
    Принесли ее с мороза,
    Это дерево - … береза? (Ёлка)

4.  Ҡышын уны яһай һәр бала,

     Яҙын юҡҡа сығы ла ҡуя... Ҡар? (Ҡар бабай)

Мәскәй:   Әй, былай ҡыҙыҡ түгел, бөтө йомаҡтарымды систегеҙ!.. Минән асҡысты алырға тарышалар инде, былар. Ярай. Тағыла минең тағы бер һынауым бар әле. Уныһын бер нисек тә башҡара алмайһығыҙ. Бына минең ошондай бейәләйҙәрем бар (күрһәтә). Бына ошо бейәләйҙәр менән нимә уйлап сығарырһығыҙ икән, Әәә...(бейәләйҙе һелкетеп балалар алдында эре генә баҫып йөрөй)

Алып барыусы:  Мәскәй Әбей, һин беҙҙе бер ҙә ҡурҡытманың, беҙ бейәләйҙәр менән уйын уйнайбыҙ. Шулаймы балалар?

Уйын үткәрелә: «Бейәләйҙең парын тап»

Мәскәй:  Ой, ҡара ле, бик тырыштылар. Балалар, үткер, ҡыйыу, йомарт булып сыҡтылар. Афарин, балалар! Бына һеҙҙең тылсымлы асҡысығыҙ. (Ҡарһылыуға бирә) Ә мин, йүгерҙем өйөмә, бәлки миңә лә Ҡыш бабай бүләктәр ҡалдырғандыр. Пока!

Мәскәй һеперткеһенә ултырып сығып китә.

Алып барыусы:  Йәгеҙ әле, Ҡар бабайҙар, бейеп алығыҙ бергә, Ҡыш бабай ишетерҙә көй тауышын килеп етер тиҙерәк.

«Ҡар бабайҙар бейеүе»

Ҡарһылыу:   Балалар, беҙ алтын асҡысты таптыҡ, әйҙәгеҙ, Ҡыш бабайҙы саҡырайыҡ, бәлки ул ишетерҙә тиҙерәк килеп етер.

Балалар Ҡыш бабайҙы саҡыралар.

Музыка аҫтында залға Ҡыш бабай инә.

Ҡыш бабай:  

Буран- ҡырҙар һепереп.

Мин һеҙгә киләм.

Яңы йылды ҡаршыларға

Дуҫтарым менән бергә.

Һаумыһығыҙ, балалар! Һаумыһығыҙ, ҡунаҡтар! Бына миндә килеп еттем!

Алып барыусы:  Һаумы, Ҡыш бабай! Әйҙә, түрҙән үт, күптән көтәбеҙ инде беҙ һине.

Ҡыш бабай:  Рәхмәт! Яңы йыл байрамын һәр бала көтөп ала. Мөғжизәләр байрамы бит ул. Тик ни эшләп әле ҡупшы шыршының уттары янмай ? Төҙәтер кәрәк уны.  Мин бит тылсымсы, хәҙер өрәмдә ҡулымда йондоҙҙар барлыҡҡа килә һәм беҙ ошо йондоҙҙарҙы шыршыға һибәрбеҙ. (Ҡыш бабай ҡулына өрә, унда бармаҡ- фонарҙар яна. Ҡыш бабай фонарҙарҙы шыршыға ташлаған була, шыршыла уттар яна

Мусыка аҫтында шыршыла уттары яна.

Ҡыш бабай:  Балалар, әйҙәгеҙ, матур шыршы тирәләй йырҙар йырлайыҡ, уйнайыҡ, көләйек, бейейек!

Йыр: «Ҡыш бабай» Зиннурова

Йырҙан һуң Ҡыш бабай бер бейәләйен төшөрөп ҡалдыра. Уны Алып барыусы ала.

Ҡыш бабай:  Афарин, балалар! Һеҙҙең йырығыҙҙан байрам тағыла йәмләнде.

Ҡарһылыу:  Ҡыш бабай, был һинең бейәләйең түгелме? Балалар, әйҙәгеҙ, Ҡыш бабай бейәләйен үҙе тотһон әле.

Уйын үткәрелә «Ҡыш бабай, бейәләйеңде тот»

Ҡарһылыу:  Йә, ярай, балалар, шаярҙыҡ  Ҡыш бабай менән. Бейәләйҙәрен бирәйек инде.

Ҡыш бабай: Шаяндар, етеҙҙәр, тотоп та булмай бейәләйҙе.

Алып барыусы:  Ҡыш бабай, арып та киткәнһеңдер инде, һин ултырып ял итеп ал. Ә беҙҙең балалар шиғырҙар һөйләп ишеттерерҙәр.

Балалар шиғырҙар һөйләй.

Бейеү «Непоседы» төркөмө

Алып барыусы:  Ҡыш бабай, беҙ йырланыҡ, бейенек. Хатта тылсымлы асҡысты ла таптыҡ. Бына ул (асҡысты бирә). Балалар бүләктәр көтә, әйҙә, тиҙрәк күрһәт бүләктәрҙе.

Ҡыш бабай: Ай- һай, дөрөҫ әйтәһең, ҡыҙым. Бик аҡыллы, тырыш балалар йыйылған бында. Ҡайҙа әле минең һандығым, тылсымлы асҡыс менән һандыҡты асам, балаларға байрам бүләгем  булһын!

Музыка аҫтында Ҡыш бабай һандыҡты аса, һандыҡ тылсымлы итеп биҙәлгән, төрлө утар балҡый.

Ҡыш бабай, Ҡарһылыу бүләк тараталар.

Ҡыш бабай:  Һеҙҙе барығыҙы ла Яңы йыл байрамы менән ҡотлайым! Илдәр тыныс, һаулыҡ, бәхеттәр теләйем!

Алып барыусы:  Балалар, әйҙәгеҙ, Ҡыш бабайға рәхмәт әйтәйек.   Рәхмәт!

Ә хәҙер, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу менән фотоға төшәбеҙ.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

"Алтын көз" күңел ачу кичәсе.

Төзеде:Мөслим муниөипаль районы "Миләшкәй"балалар бакчасының 1 категорияле музыка җитәкчесе Заянова Ландыш Рафисовна "Алтын көз" күңел ачу бәйрәме....

"Алтын көз" күңел ачу кичәсе.

Төзеде:Мөслим муниөипаль районы "Миләшкәй"балалар бакчасының 1 категорияле музыка җитәкчесе Заянова Ландыш Рафисовна "Алтын көз" күңел ачу бәйрәме....

Конспект занятие на тему:"Алтын коз".

Занятие на татарском языке....

Алтын көз, матур көз.

Балалар иртәсе...

“АЛТЫН КӨЗ” КАФЕСЫНДА УҢЫШ БӘЙРӘМЕ

праздник урожая на татарском языке...

Сценарий сказки "Золотая бита" по мотивам казахской народной сказки "Алтын сака".

Разработка дяна для постанивки сказки детьми старшего возраста. Можно использовать на празднике "Наурыз"....