Яңы йыл иртәлегенә сценарий " Яңы йыл мажараһы"
методическая разработка (старшая группа)

Галимова Гульсибар Памировна

Күңелле көй аҫтында балалар бүлмәгә инәләр ҙә ,теҙелеп торалар.

Алып барыусы.Хөрмәтле ,ата-әсәләр!Һеҙҙе декабрь бурандары алып килгән Яңы йыл менән ҡотлайбыҙ!Байрамығыҙ мөбәрәк ,ризыҡ тулы өҫтәлегеҙ түңәрәк ,күңелле,ҡыуаныслы булһын.Тупһағыҙҙан ҡараңғылыҡ ,хәүеф-хәтәр атлап кермәһен ,бәлә-ҡаза йөрөмәһен.Бәхетле миҙгелдәр,матур ваҡиғалар,яҡшы хәбәрҙәр ,һаулыҡ-сәләмәтлек алып килһен Яңы  йыл.

                             Ынйы ҡарҙар сафлыҡ һипкән кеүек ,

                             Яҡты булһын байрам көндәре!

                              Бәхет бурандары алып килһен

                              Яңы йылдың ҡарлы елдәре.

                              Йыр “ Шыршы ҡупшы кейенгән ”

Алып барыусы.Ҡыҙҙар-малайҙар ,мин бер көндө контактыла ултырғанда ,бер волшебник –чародей  менән  танышҡайным.Бөгөн ул волшебник беҙгә ҡунаҡҡа килеп төштө.Мин һеҙҙе уның менән таныштырырға теләйем.Таныш булығыҙ :Әбдурахман Ибн Ғабдурахман үҙе!

(Көй аҫтында бүлмәгә тылсымсы инә,барыһына ла эйелеп баш эйә)

Алып барыусы.Әбдурахман тылсымсылар мәктәбенең беренсе класын бөткән.Нимә ,ышанмайһығыҙмы ?Әбдурахман ,әйҙә әле ,барыһына ла үҙеңдең ниндәй тылсымсы икәнеңде күрһәт әле.Һин беҙҙең байрамға Ҡарһылыуҙы килтер !

Тылсымсы.Һи,була ул!Пруще простого.Трах-тиби-дох-тиби-дох!Ҡарһылыу передо мной появись!

(Тылсымсы өс тапҡыр сәпәкәй итә.Музыка аҫтында Мәскәй әбей йүгереп инә.)

Мәскәй әбей.Здрасти,мине һағындығыҙмы,мине саҡырҙығыҙмы ?Вот она я ,тута.Елдереп килеп тә еттем.

Алып барыусы.Әбдурахман,һинең тылсымың яңылышыраҡ булды ахыры ул!?Ҡарһылыу,ә ниңә һинең сәсең ялбырап бөткән ,тешең төшөп бөткән,ҡолаҡтарың ҙур ?

Мәскәй әбей.Һей,ул теш менән сәс нимә генә инде ул.Һеҙ минең йөрәгемдең ниндәй ҙур икәнен белһәгеҙ ине!(ҡуйынынан уйынсыҡ сепрәк йөрәк сығара).

Күрәһегеҙме,мин һеҙҙе нисек яратам!(балаларҙы ҡосаҡлап яратырға тырыша ,балалар ҡаса).

Алып барыусы.Әбдурахман,берәй нимә булып бөтмәҫ борон төҙәтә һал хатаңды!

Тылсымсы .Ай-вай!Хәҙер,сию минуту.Трах-тиби-дох-тиби-дох!Ысын Ҡарһылыу,появись!

(Мәскәй әбей китә,һеперткегә ултырып ихахайлап көлөп  Ҡарһылыу килеп сыға,характеры Мәскәй әбейҙеке ).

Ҡарһылыу.Ха-ха-ха!Нимәштәп күмәктәшеп йыйылғанһығыҙ ул,ә ?Иртәнән бирле ауыҙыма бер тәғәм дә ҡапмағанмын,әйбәт булды ла әле ,үҙҙәре килеп ҡаптылар!Ҡайһыһын ғына ашайым икән,бөтәһе лә тәмле генә ,йомроҡас ҡыналар?(балалар тирәләп йөрөй ,һәр береһен һәрмәп ҡарай )

Алып барыусы.Ну,Әбдурахман,тылсымдарың бер ҙә барып сыҡмай бит әле.Ҡана,балаларҙы харап итмәҫ борон,үҙем хатаны төҙәтеп ҡарайым әле.Трах-тиби-дох-тиби-дох!Кире Ҡарһылыуға әйлән!(өс тапҡыр сәпәкәй итә)

Ҡарһылыу.Ой,нимә булды ул минең менән ?

Алып барыусы.Был Мәскәй әбейҙең этлеге булды, ахыры.Әбдурахман һиңә әле тылсым мәктәбендә уҡырға ла уҡырға икән әле.

Тылсымсы.Әйе,ғәфү итең инде мине ,мин лутсы китәйем әле.

Алып барыусы.Туҡта , һин беҙгә ҡунаҡҡа алыҫтан килгәс ,беҙ һиңә бейеү бүләк итергә теләйбеҙ.

                               «Гномиктар» бейеүе

                 (Көй ҡуйыла ,Тылсымсы хушлашып  китә )

Ҡарһылыу.Барығыҙҙы ла байрам менән ҡотлайым.Бәхет,шатлыҡ теләйем.Һеңлекәштәрем минең ,ҡар бөртөктәрем,әйҙәгеҙ байрамға йәм өҫтәп,бейеп алайыҡ әле.

                  “ Ҡар бөртөктәре” бейеүе

             (бейеп бөткәс,балалар ултырғыстарға ултыралар)

Ҡарһылыу.Мин Ҡыш бабайҙы ҡарап киләйем әле,һеҙҙең янға килергә әҙерләнәме икән ?(сығып китә)

Алып барыусы.Ярай,Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килгәнсе беҙ һеҙҙең менән Яңы йылдың тылсымлы әкиәтен ҡарап алайыҡ әле.Рәхим итегеҙ!

(Көй яңғырай.Мәскәй әбей инә,ул һеперткеһен ҡыҙҙырып маташа)

Мәскәй әбей.Тфьу ты,ну ты ёлки гнуты!Әпәт ҡыҙмай!(һеперткеһендә соҡона).Был һепертке барахлит итә башланы,пенсиямды алғас та  Устьикингә автосервизға  апарып күрһәтергә тура килер ,ахыры.Моторы яндымы икән әллә ?(балаларға)Һеҙ нимәштәп утыраһығыҙ ?Китең барың ,һеҙҙең ҡайғы юҡ әле бында!Шундай әкиәт ,шундай әкиәт әрәм була!Их ,ма!Ә был әкиәттә разбуйник менән мин ҡатнашам.

              (Көй яңғырай ,Юлбаҫар-Разбойник  инә ,ҡулында  Шыршы )

Юлбаҫар.Беҙҙең урманда Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҙа йәшәй.Ҡыш бабай гел тунын кейеп йөрөй ,патаму что уның радикулит ,биле ауырта.Но ул әле пенсияға китергә йыйынмай .Ә был –Шыршы,ул беҙҙең урманда йәшәй.Үҙе аҡыллы ,үҙе матур! (тауышын әкренәйтеп )Ищеү Мәскәй әбей бында йәшәй ,дама преклонного возраста.Үҙе хәбәрҙе эй күп һөйләргә ярата.

Мәскәй әбей.Разбуйник улым ,әйт әле миңә :байрамда балаларға нимә кәрәк?

Юлбаҫар.Әлбиттә бүләктәр...Ҡыш бабай...Ҡарһылыу...

Мәскәй әбей.Эх һин!Кәбәк баш!Балаларға шыршы кәрәк!Матур ,ҡупшы шыршы!Әйҙә шыршыны йәшерәйек тә ,Яңы йыл байрамы булмаҫ.

Юлбаҫар.Ну баш һиндә ,әбейүшкә!Әйҙә!(шыршыны алып ҡасалар)

                           (Көй ҡуйыла)

Алып барыусы.Былай булмай ,балалар ,хәҙер Мәскәй әбей менән Юлбаҫар бөтә байрамды аҫтын өҫкә килтерәләр хәҙер.Әйҙәгеҙ ,Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы саҡырайыҡ .Йырлаһаҡ,улар  беҙҙе ишетеп ,килеп етерҙәр бәлки.

                                        Йыр «Новый год у ворот»

                           (йырға ата-әсәләрҙе лә йәлеп итәбеҙ)

Алып барыусы.Күренмәйҙәрме ?Әйҙәгеҙ,бергәләп ҡысҡырайыҡ ,ата-әсәләр ,һеҙ ҙә ярҙам итегеҙ.

(Тәҙрә аша Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың килгәне күренә)

(Көй яңғырай,бүлмәгә Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу инә )

Ҡыш бабай.Һаумыһығыҙ ,ҡыҙҙар-малайҙар!Һеҙ саҡырыу менән ашығып килеп еттем.Ни хәлдәрҙә торҙоғоҙ ?Йырлап -бейеп алабыҙмы ?

 Алып барыусы.  Юҡ, Ҡыш бабай беҙҙә йыр, бейеү ҡайғыһы юҡ.

Ҡыш бабай . Бәй, нимә булды? Байрамда нимә етмәй һеҙгә? Бәлки кәнфит, шоколадтыр? Әллә мармеладмы?

Балалар . Юҡ!

Ҡыш бабай.   Ә нимә кәрәк һуң?

Алып барыусы . Шыршыбыҙҙы урланылар!

Ҡыш бабай . Ах, ҡартлас, миңә шыршыны һаҡларға кәрәк булған! Ну, нисауа, ҡайғырмағыҙ! Хәҙер төҙәтербеҙ хатаны, аҡ һаҡалым менән  ант итәм , табырбыҙ беҙ шыршыны.

                                        ( Музыкаға  Мәскәй әбей инә)

Мәскәй әбей . Ҡартлас, нимәштәп күңелһеҙ генә тораһың әле, ә? Бер-бер хәл булдымы әллә?

Ҡыш бабай .Булды, булды! Шыршыны урланылар.

Ҡарһылыу . Әбекәй, һин күрмәнеңме, бына ошонда ғына үҫә ине, уҙе матур ине.

Мәскәй әбей.  Ә мин һеҙгә әйтһәм, миңә нимә бирәһеғеҙ,ә?

Ҡыш бабай.  Ә һин уҙең нимә теләйһең?

Мәскәй әбей . Нимә, нимә? Аҡса бир! Избушкамда евро тәҙрә ҡуйҙырыр инем, һеперткем эшләмәй, ремонтҡа апарырға кәрәк.

Ҡыш бабай . Но,но, һин! Улай аҙып китмә әле.

Мәскәй әбей . Аҡса юҡ,ызначит шыршы ла юҡ.

Ҡарһылыу. Әбекәй, һин бит  яҡшыһың , тиҙерәк һөйлә инде ҡайҙа алып киттеләр шыршыны.

Мәскәй әбей .Ә аҡса бирең...Тиҙ генә!

Ҡыш бабай . Ярай инде. Мә аҡса.

Мәскәй әбей . (Аҡсаны йомарлап тығып ҡуя )

Ну, ыслушайте. Китеп барам осоп, китеп барам, ә ел иҫә. Еле һыуыҡ... Осоп китеп барам и ҡараһам Разбуйник йүгереп китеп бара. Ҡап-ҡараңғы, бер нәмә лә күренмәй, ну мин  шыршыны барыбер күреп ҡалдым, әй.

Ҡарһылыу. Ә ҡайһы яҡҡа китеп бара ине Юлбаҫар?

Мәскәй әбей . Был яҡҡа... мужыт  был яҡҡалыр ( төрлө яҡҡа күрһәтә).

Ҡыш бабай.Әйҙә, Ҡарһылыу, ҡыҙым, эҙләп киләйек.

( Көй ҡуйыла.Ҡыш бабай  менән Ҡарһылыу китәләр, ҡаршыларына Юлбаҫар килеп сыға).

Ҡыш бабай . Ә бына Юлбаҫар үҙе! Ҡайҙа шыршы, әйт тиҙерәк!

Юлбаҫар.Юҡ, мин алманым уны! Уны Мәскәй әбей  заколдовать итте . Ну, ярай, ярҙам итәм мин һеҙгә. Мин бит  Мәскәй әбейҙең  уҡыусыһы . Нимә кәрәк  тинегеҙ әле?

Ҡыш бабай . Шыршы!

Юлбаҫар .Ҡара һин аны, шыршы кәрәк булған уларға.

                                 ( өс тапҡыр ус саба)

Өскә-өс-алты була,

Шыршы янымда була...

                                   ( Бер нәмә лә үҙгәрмәй)

Юлбаҫар . Туҡта, нимәнелер бутаным  ахыры . Ҡайҙа әле яҙған яҙыуым ( ҡағыҙ ала, уҡый).

Ултырталар, һыу һибәләр, тәк ,тәк ...хәҙер шыршы булыр һеҙгә. Лейка бармы?

Ҡарһылыу . Бар,бар.

                      ( Юлбаҫар лейка тотоп, шыршы тирәләй йөрөй ҙә, кактус сығара)

Юлбаҫар .  Мәгеҙ!

Ҡарһылыу  . Был бит шыршы тугел

Юлбаҫар  . Как шыршы тугел? Йәшелме? Йәшел! Сәнсешәме? Сәнсешә, энәләре бар!

Ызначит, шыршы.

Ҡарһылыу .  Кактус бит был.

( Мәскәй әбей  инә, шыршыны алып инә лә , шыршы алдына  ҡуя!)

Мәскәй әбей . Минән  башҡа бер нәмә лә эшләй ялмайһығыҙ , мә һеҙгә шыршығыҙ. Алығыҙ, пока мин дубрый булғанда.

Алып барыусы . Бына хәҙер байрамды дауам итһәк тә була.Ҡыш бабай ,шыршыла уттар ҡабынһа тағы ла матурыраҡ булып китер ине !

                     (Көй яңғырай ,шыршыла уттар ҡабына )

 Йыр  «Әүәләйбеҙ ҡар бабай » «Эй ,Ҡыш бабай ,Ҡыш бабай»

Алып барыусы. Ҡыш бабай ,беҙҙең менән уйнап та ал әле һин .

                              Игра «Догони рукавицу»

(түңәрәккә торалар, Ҡыш бабайҙың  бейәләйен бирмәйҙәр)

Ҡыш бабай . Ах, шаяндар, ах, шуҡтар !

Алып барыусы.Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы әйҙәгеҙ , бейетеп алайыҡ.

                                   (Көй ҡуйыла)

Мәскәй  әбей.Минең дә бейейһем килеп китте лә әле ,мужна Ҡыш бабай ,мин дә бейейем ?

Ҡыш бабай. Әлбиттә!

( Мәскәй әбей   шаян бейеү бейей, балаларҙа уға ҡушыла, бергәләп бейейҙәр).

Ҡыш бабай .Мәскәй, килтер бүләктәрҙе! Шундай матур итеп йырлағандары, шиғыр һөйләгәндәре, бейегәндәре өсөн беҙ  балаларға бүләктәр бирергә тейешбеҙ.

Мәскәй әбей . Ниндәй бүләктәрҙе?

Ҡыш бабай . Оноттоңмо, ни? Һин бит бүләктәрҙе үҙең менән килтерергә тейеш инең, беҙ бит шулай һөйләшкәйнек!

Мәскәй әбей . Ыста, һин нимә, ҡартлас! Ҡолағына яңылыш ишетелгәндер!

Ҡыш бабай . Нисек яңылыш ишетелгән?

Мәскәй әбей .Ну атыу, яңылыш күренгәндер...И вообще, һин ҡартлас, күп уйлап сығара башланың әле, ахыры ҡартайҙың.

Ҡыш бабай.Ну,Мәскәй !(таяғы менән Мәскәй әбейгә ҡағыла ,ул ҡыҙыҡ позала ҡатып ҡала )

Мәскәй әбей.Ой,булды,ой кәрәкмәй ,етәр!

Ҡыш бабай.Бирәһеңме бүләктәрҙе ?

Мәскәй әбей.Бирмәйем!

Ҡыш бабай .Ну ,атыу шулай тор әйҙә!(китергә уйлай )

Мәскәй әбей.Туҡта,туҡта,китмә касатик!Бирәм ,бирәм бүләктәрҙе.Тик башта йомаҡтарҙың яуаптарын тапһындар.

(Ҡыш бабай Мәскәй әбейгә ҡағыла, Мәскәй әбей кеҫәһенән ҡағыҙ алып ,алып барыусыға бирә)

Мәскәй әбей.Мә ,ҡыҙым,уҡы әле,минең күҙем күрмәй.

                                      (  Йомаҡтар ҡойоу)

Мәскәй әбей.Ярай инде,һеҙҙеңсә булһын .Бирермен бүләктәрегеҙҙе,Разбуйник улым менән бүлешеп алырбыҙ тип ҡарға күмеп ҡуйғайным,их ,булманы инде(шыршы аҫтында ҡарҙы соҡой ,зәңгәр материал аҫтынан алдан йәшереп ҡуйылған мишәк килеп сыға).

(Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу бүләктәр тарата.Рәхмәт әйтеү,хушлашыу )

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл yany_yyl_mazharahy.olkndr_torkomo_oson_stsenariy.docx22.5 КБ

Предварительный просмотр:

Күңелле көй аҫтында балалар бүлмәгә инәләр ҙә ,теҙелеп торалар.

Алып барыусы.Хөрмәтле ,ата-әсәләр!Һеҙҙе декабрь бурандары алып килгән Яңы йыл менән ҡотлайбыҙ!Байрамығыҙ мөбәрәк ,ризыҡ тулы өҫтәлегеҙ түңәрәк ,күңелле,ҡыуаныслы булһын.Тупһағыҙҙан ҡараңғылыҡ ,хәүеф-хәтәр атлап кермәһен ,бәлә-ҡаза йөрөмәһен.Бәхетле миҙгелдәр,матур ваҡиғалар,яҡшы хәбәрҙәр ,һаулыҡ-сәләмәтлек алып килһен Яңы 2017 йыл.

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Өлкән төркөм өсөн көҙгө байрам иртәлегенең сценарийы "Йырлап уҙғарған йәй"

Нисек итеп сиңерткәнең йәй буйы йырлап,аҙаҡ ҡырмыҫҡаларға ярҙам һорап килеүе тураһында...

«Бәпембә сәскәһен әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты.

Башҡортостан Республикаһы муниципаль районы Хәйбулла районының 3-cө һанлы «Шатлык» балалар баҡсаһы муниципаль мәктәпкәсә мәғәриф учреждениеһы   «Бәпембә сәскәһен әүәләү»темаһына и...

«Төҫлө туптар әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты.

«Төҫлө туптар әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты. Маҡсат. Балсыҡ киҫәген ике ус эсендә (таҡтала) өйрөлтөп...

Сценарий физкультурного досуга для детей старшего дошкольного возраста «Если очень захочу — в космос скоро полечу!» Аксинья Попова Сценарий физкультурного досуга для детей старшего дошкольного возраста «Если очень захочу — в космос скоро полечу!» Сценар

Сценарий физкультурного досуга для детей старшего дошкольного возраста «Если очень захочу — в космос скоро полечу!»Аксинья Попова Сценарий физкультурного досуга для детей с...

Сүзлəргə аваз анализы ясау. [ы] авазының үзенчəлеген үзлəштерү.

Мәктәпкә әзерлек төркемендә авазларны өйрәнү өчен шөгыль конспекты....