Беҙ инде хәҙер ҙурҙар.
материал (подготовительная группа)

Килмөхәмәтова Лилиә Әсҡәт ҡыҙы

Балалар баҡсаһы менән хушлашыу иртәлеге.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл hau_bul_balalar_baksahy.docx22.25 КБ

Предварительный просмотр:

Һау бул ,баҡсабыҙ!

Алып барыусылар сыға.

1 тәрбиәсе :Һаумыһығыҙ ,хәйерле көн хөрмәтле ата-әсәйҙәр,саҡырылған ҡунаҡтар!

2 тәрбиәсе :Бөгөн беҙҙең баҡсала ҙур байрам-баҡса менән хушлашыу кисәһе!

1 тәрбиәсе :беҙ баҡсалағы иң аҡыллы,иң тәртипле ҡыҙҙарҙы,малайҙарҙы мәктәпкә белем алырға оҙатабыҙ.

2 тәрбиәсе :әйҙәгеҙ көслө алҡыштар менән уларҙы ҡаршылайыҡ!

(һәр баланы исемләп саҡырыу)

Динар:  

Ралина:  Радуга-яркие краски мечты!

                 Радуга-символ добра красоты!

                 Мы в этом радужном мире живем!

                 Вместе по радуге к солнцу идем!

Розалия:  В чистом небе расцветает

                   После дождичка дуга!

                   Каждый группу нашу знает:

Вместе: Группа наша -РАДУГА!

(йыр-бейеү Радуга,йыр бөткәс балалар урындарына ултыралар)

1 тәрбиәсе:  Һин баҡсаға килгән саҡта,

                        Бәләкәс инең,бәпәй.

                        Һин бәләкәс түгел- тине лә,

                        Эшенә китте әсәң.

2 тәрбиәсе:  Әсәй артынан ишеге

                         Өлгөрмәне ябылып,

                        Бында бер һөйкөмлө апай

                         Көткән һине һағынып.

1 тәрбиәсе:   Эйе беренсе тапҡыр баҡсаға килгәндә һеҙ бәләкәс кенә бәпестәр инегеҙ.Ә хәҙер ана ниндәй үҫкәнһегеҙ.Әйҙәгеҙ бергәләшеп бәләкәй ваҡытҡа әйләнеп ҡайтайыҡ.

(видеотаҫма ҡарау,көй аҫтында)

2 тәрбиәсе:   Бөгөн һеҙҙе байрам менән ҡотларға баҡсалағы иң кескәй ҡунаҡтар килгән.Әйҙәгеҙ уларҙы ҡаршы алайыҡ!

(бәләкәс төркөм балаларҙың ҡотлауы,бейеү)

Ф.Ильвина:  Баҡсабыҙҙың исеме матур:

                        Әкиәт тип атала.

                        Күңелле йәшәнек бергә

                        Ошо күркәм баҡсала!

Динара:         Бында үткәргән көндәрҙең

                        Буш булманы сәғәте.

                        Һүрәт төшөрҙөк,уҡыныҡ

                       Үҫте һәр кем һәләтле.

Бергә:           Һау бул,һау бул баҡсабыҙ

                       Белем ишеген асабыҙ!

(йыр: Баҡса менән хушлашыу)

1 тәрбиәсе:   Балалар әйтеп китеүебеҙсә һеҙҙе яңы тормош-мәктәп тормошо көтә.Унда һеҙ яҡшы итеп уҡырға-яҙырға өйрәнәсәкһегеҙ.Ә әлегә һеҙҙе һуңғы тапҡыр тик баҡсала булған серле паровозға ултырып сәйәхәт итергә саҡырабыҙ.

2 тәрбиәсе:  Был паровозда беҙ төрлө станцияларҙа туҡтап белемдәребеҙҙе тикшерәсәкбеҙ.Ҡуҙғалдыҡмы?

(балалар теҙелешеп күңелле көйгә атлайҙар)

1 тәрбиәсе:   Ихтибар! Ихтибар! Беренсе туҡталыш-грамматика туҡталышы!

(белем бабай инә)

Белем бабай:  Хәйерле көн ҡәҙерле балалар!Минең исемем профессор Алфавит.Беләм беләм минең илемә ни өсөн килеп сыҡҡанығыҙҙы.Һеҙ миңә баҡсала алған белемдәрегеҙҙе күрһәтер өсөн килгәнһегеҙ.Ярай улай булғас тикшереп ҡарайыҡ!

(уйындар)

Белем бабай:  Бик шәп афариндар тип әйтәһе генә ҡала.Шуның өсөн мин һеҙгә белем иленең асҡысын тапшырам.Уны ҡабул итеп алығыҙ.4 һәм 5 билдәлеренә генә уҡығыҙ!Мин профессор Алфавит иғлан итәм Әкиәт балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре мәктәпкә барырға әҙер!Ә хәҙергә һеҙгә хәйерле юл!

(балалар артабан китәләр)

2 тәрбиәсе:  Ихтибар,ихтибар икенсе туҡталыш музыкаль туҡталыш!

(моң батшабикәһе сыға)

Моң б:  Минең исемем Моңдарья

                Мин йырларға яратам

                 Йыр тыңларға яратам.

               Күңелле бейеү көйөнә

              Тыпырлап бейеп китәм.

Балалар ә һеҙ миңә ни өсөн килдегеҙ?

2 тәрбиәсе:  Хөрмәтле Моңдарья ,беҙҙең балалар баҡса менән хушлашалар һәм унда алған һөнәрҙәрен күрһәтәләр.Ә тылсымлы паровоз һеҙгә алып килде.

Моңдарья:  Ә һеҙ йырларға, бейергә яратаһығыҙмы? Әйтмәһәгеҙ ҙә беләм сөнки минең тылсымлы ҡумтам бар-мин уны асһам бөтәһе лә күренә(ҡумта сығарып ҡарай)Күрәм күрәм әле яңы ғына үткән Веснянка район конкурсында ҡатнашып икенсе урын алғанһығыҙ икән.Афариндар!

2 тәрбиәсе:  Ҡумтағыҙ һеҙҙе алдамай дөрөҫ әйтә-беҙҙең бер төркөм балалар ошо конкурста ҡатнаштылар.Халыҡтар дуҫлығы тип аталды уларҙың сығышы.Бәлки һеҙ ышанмайһығыҙҙыр беҙҙең балаларҙың һәләтенә.Ышанмаһағыҙ ана ҡарағыҙ сит илдән беҙгә ҡунаҡ килә..

(веснянка конкурсынан өҙөк күрһәтеү)

Моңдарья:   Бик талантлы балалар үҫеп килә.Мәктәпкә барғас та йыр-бейеүҙе ташламағыҙ.Моңло донья-йәмле донья ул.Һау булығыҙ!

(балалар ултырып артабан китәләр)

1 тәрбиәсе:  Паровозда ултырып арып та кителде,күңелле йыр ҙа йырлап барайыҡ әле.

Моңдарья:   Бик талантлы балалар үҫеп килә.Мәктәпкә барғас та йыр-бейеүҙе ташламағыҙ.Моңло донья-йәмле донья ул.Һау булығыҙ!

(балалар ултырып артабан китәләр)

1 тәрбиәсе:  Паровозда ултырып арып та кителде,күңелле йыр ҙа йырлап барайыҡ әле.

(йыр русса)

1 тәрбиәсе: Ихтибар ихтибар өсөнсө туҡталыш-бөйөк математика туҡталышы.Әмин беләм был туҡталышта беҙҙе кем көткәнен-ул Һан ағай!

(күңелле көй аҫтында Һан ағай сыға бейеп йөрөй,иҫәпләй)

Һан ағай:

(математик уйындар,мәсьәләләр сисеү)

1 тәрбиәсе: Һан ағай һин беҙгә бик оҡшаның,һинең менән күңелле,тик беҙгә баҡсаға ҡайтырға ваҡыт етте.Серле паровозға ултырҙыҡ,ҡуҙғалдыҡ балалар!

1 тәрбиәсе: Һан ағай һин беҙгә бик оҡшаның,һинең менән күңелле,тик беҙгә баҡсаға ҡайтырға ваҡыт етте.Серле паровозға ултырҙыҡ,ҡуҙғалдыҡ балалар!

(ултырып урап киләләр)

2 тәрбиәсе:  Нимә булған,уйынсыҡтар

                        Барыһы ла шундай күңелһеҙ.

                         Әллә балалар киткәнгә

                         Яманһыулайһығыҙмы һеҙ?

                        Айыу моңайып ултыра

                         Оҙон ҡолаҡ ҡуян да.

                         Әтәскә лә ниҙер булған,

                         Атҡа ла,балыҡҡа ла.

1 тәрбиәсе:   Ә ҡурсаҡтар, әйтерһең дә,

                          Һеҙҙән башҡа йәм тапмай.

                          Ултырғандар ҙа бер мөйөшкә,

                          Моңайып һеҙҙе тыңлай.

                         Моңаймағыҙ, ҡурсаҡтар,

                         Моңаймағыҙ,дуҫҡайҙар!

                         Әйҙәгеҙ һуң бер бейеп алайыҡ,

                          Хушлашҡансы,балалар!

(бейеү вальс уйынсыҡтар менән)

1 тәрбиәсе:  Әсәйҙәр,атайҙар-ер йөҙөндә иң ҡәҙерле кешеләребеҙ.Уларға әйтер һүҙ һәр саҡ табыла.

 2 тәрбиәсе:  Беҙҙең балаларҙың да ата-әсәйҙәренә әйтер һүҙҙәре йыйылған.

Салауат:   Мине үҫтергәнегеҙ өсөн,

                   Тыныс көнөм һәм төнөм өсөн.

Динар:   Яҡшы кәңәштәрегеҙ өсөн,

                 Йылы һүҙҙәрегеҙ өсөн.

Ислам:    Иркә-наҙҙарығыҙ өсөн,

                  Бәхетле баласағым өсөн.

Искәндәр:    Тәмле аштарығыҙ өсөн,

                         Дуҫтар табырға ярҙам иткәнегеҙ өсөн.

Бергә:    Рәхмәт һиңә,әсәйем!

                Рәхмәт һиңә,атайым!

Арслан: Ҡәҙерле атай-әсәйҙәр һеҙгә йыр бүләк итәбеҙ.

(малайҙар башҡарыуында йыр Беҙҙең ил)

1 тәрбиәсе:   Балалар беҙҙең баҡсала тәмле ашаһындар өсөн,таҙа урында йоҡлаһындар өсөн,витаминдар биреүсе һәм башҡа бик күп апайҙар тырышып эшләйҙәр.

2 тәрбиәсе:  Беҙҙең балаларыбыҙ рәхмәт йөҙөнән уларға шиғырҙар ятлағандар.

Диана:   Бик ҡыйын да ,ҡыуаныс та

                 Һеҙҙән айырылыуы.

                 Үҙемдең тәрбиәселәремә,

                 Рәхмәтемдең иң ҙуры!

(шиғырҙар)

Алина:   Баҡсалағы апайҙар

                Беҙ һеҙҙе бик яраттыҡ.

                Һеҙгә гүзәл сәскәләрҙең

                 Иң матурҙарын таптыҡ.

(ҡыҙҙар бейеүе Сәскәләр менән)

1 тәрбиәсе:  Хөрмәтле балалар!Бына баҡсабыҙҙағы һуңғы байрам иртәлеге аҙағына яҡынлашты.

2 тәрбиәсе: Беҙ һеҙгә иң изге теләктәребеҙҙе

теләйбеҙ.Мәктәпте лә баҡсаны яратҡан кеүек яратығыҙ,тырышып уҡығыҙ.Һау-сәләмәт,оҙон ғүмерле,белемле,аҡыллы балалар булып үҫегеҙ.

1 тәрбиәсе:  Хөрмәтле ата-әсәләр!Һеҙҙең менән татыу йәшәнек,һеҙ беҙҙе,беҙ һеҙҙе аңланыҡ.Гел шулай һәйбәт ата-әсәләр булып ҡалығыҙ.Һеҙгә инде артабан тик сабырлыҡ ҡына теләргә ҡала.

2 тәрбиәсе:  Хоҙай биргән оло бүләк-бала

                        Уттан алып,һыуҙарға ла ул һала.

                       Өҙҙөрһә лә,көйҙөрһә лә ,бала

                        Йәнгә иң яҡыны булып ҡала.

                        Ғүмерҙәрҙең биҙәге-ул бала,

                        Йөрәкләрҙә мәңге сәскә ата.

                        Күҙ алдында үҫеп,буйға етһә лә

                        Күңелдәрҙә сабый булып ҡала.

(йыр Тәрбиәсемә)

Ҡотлау өсөн һүҙ баҡса мөдиренә,ата-әсәләргә бирелә.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

НОД по обучению детей татарскому языку в подготовительной группе «Путешествие в зоопарк» по проекту «Без хәзер инде зурлар – мәктәпкә илтә юллар.

НОД по обучению детей татарскому языку в подготовительной группе «Путешествие в зоопарк» по проекту «Без хәзер инде зурлар – мәктәпкә илтә юллар.Автор: Галимова Гульназ Ильфаковна, воспитатель татарск...

Мифы древней Индии

Презентация для детей о мифах Древней Индии....

Физкультурное занятие "Путешествие в Индию"

Путешествие по Индии: школа йоги.(для детей старшего дошкольного возраста)Ведущий: Мы сегодня отправимся в Индию. Женщины Индии очень красивы. Их национальная одежда сари (кусок яркого материала длино...

Индия

Презентация...

Мифы древней Индии для дошкольников

Конспект занятия для дошкольников по теме "Мифы древней Индии"...

Мифы древней Индии для дошкольников

Цель: Познакомить детей  с мифами древней Индии....