Яңы йыл мажаралары
материал

Галиакберова Рафина Акмановна

Яңы йыл мажаралары

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл Яңы йыл мажаралары20.23 КБ

Предварительный просмотр:

Сценарий новогоднего утренника в средней башкирской группе

"Яңы Йыл мажаралары»

Инеү - бейеү "Замела метелица"

Тәрбиәсе:

-Ниндәй матур беҙҙең шыршы!

Йым-йым килеп яна ул.

Башлайбыҙ шыршы байрамын,

Ҡотло булһын яңы йыл!

Беҙ бөгөн шыршы янында

Әйлән-бәйлән уйнарбыҙ,

Ҡыш бабайҙы ҡаршыларбыҙ,

Яңы йырҙар йырларбыҙ.

Йыр « Шыршы ҡупшы кейенгән»

-Ишетәм үксә тауышы..

Беҙгә ҡунаҡ килә, ахрыһы!

(йыр-яҙма . Ҡарһылыу инә):

Ҡарһылыу:

-Нәҡ Ағыиҙел боҙо кеүек

Зәп-зәңгәр минең күҙҙәр

Толомдарым ебәк төҫлө

Мине -Ҡарһылыу тиҙәр

Ҡарһылыуым,- тип Ҡыш Бабай

Үҙемде бик ярата

Үҙембе бик ярата ла

Күстәнәстәр тарата.

Һаумыҙығыҙ, балалар, ҡунаҡтар!!!Барығыҙҙы ла Яңы Йыл менән ҡотлайым!!!

Бигерәк матур шыршығыҙ,

Кейенгән дә биҙәнгән,

Тик ниңәлер шыршығыҙҙын

Уттары янмай икән..

Эй, йондоҙар, төшөгөҙ!

Шыршыға эленегеҙ!!!

Фонариктар менән бейеү

Ҡарһылыу:

Байрам инде башланды..

Ә ниңә икән һуңлай

Һыуыҡ бабай-Ҡыш Бабай?

Әллә йөрөймө аҙашып

Урманда ҡарға батып..

Яңы йыл етеп килә..

Ни эшләргә икән беҙгә..

Мин эҙләйем тиҙерәк,

Һеҙгә көтөргә кәрәк.


(Ҡарһылыу зал буйлап йөрөй).


Эй, Ҡыш Бабай һин ҡайҙа???

Һине эҙләйбеҙ урманда!!!

Юҡ..бер ерҙә күренмәй..

Ой, ниндәйҙер өй тора

Туҡ-туҡ, кем йәшәй бында?!

(Тоҡолдата)

(Айыу сыға)

Айыу:

-Кем ул мине уята?

Айыухан йәшәй бында!У-уууу!!!

Ҡарһылыу:

-Йә ле, үкермә, Айыу,

Беҙ Ҡыш Бабайҙы эҙләйбеҙ,

Уны байрамға көтәбеҙ!

Айыу:

-Мин һине ебәрмәйем.

Хәҙер миндә йәшәйһең.

Миңә бутҡа һалаһың,

Мейескә лә яғаһың,

Һыу күнәкләп ташырһың,

Әкиәттәр уҡырһың.

Ҡарһылыу:

-Юҡ, мин ҡабаланам

Мин балаларға барам

Ҡыш Бабайҙы эҙләйем

Һиндә мин йәшәмәйем.

Айыу:

  • Мин һине ебәрмәйем.

Хәҙер шыршы әпкиләйем,

Матур итеп биҙәйем.

Ә һин бер ҡайҙа китмә.

Мин бит һиңә теймәйем.

(Айыу китә)

Ҡарһылыу:

-Нишләргә икән миңә..

Мине балалар көтә..

Нисек Айыуҙы алдарға

Ҡыш Бабайҙы табырға...

(Айыу ҡайта)

Айыу:

-Бына ул-шыршы килде,

Тик уйынсыҡтары юҡ инде..

Тәрбиәсе:

-Балалар, бәлки Айыу йомшап китер, әйҙәгеҙ уның шыршыһын бынау ҡумталағы тәмлекәстәр менән биҙәйек, ул бит тәмле ярата!

Кәнфиттәр менән бейеү (ҡыҙҙар)

Тәрбиәсе:

-Һай -һай, бик ҡупшы!

Йылмайып китте шыршы!

Ҡарһылыу:

-Айыу ағай, байрам етте..

Ҡыш Бабай асыҡты инде..

Әйҙә мин уға бәлеш бешерәм

Һинең аша ебәрәм.

Бәлештәрҡарҙан бешерәм,

Ә һин юлда туҡтама

Бәлештәрҙе ашама!

Айыу:

-Ярар, Ҡарһылыу, бешер,

Мин апарырға әҙер.

Мин хәҙер кейенәйем.(китә)

Ҡарһылыу:

Айыуҙы алдарға кәрәк..

-Хәҙер бәлеш яһайбыҙ,

Һәм ҡумтаға һалабыҙ,

Мин дә ҡумтаға төшәм,

Һәм шунда һеҙгә киләм.

Яҙам итегеҙ миңә

Бәлештәр бешерергә.

Йыр «Снежные пирожки»

Рәхмәт, бәлештәр күп булды.

Улар ҡумтаға һыйҙы.

Ой, ә нисек мин унда һыям???

Мин бик ҙур-ҡумта бәләкәй..

Ой, белдем! Тотам тылсымлы ҡар бөртөгөн

Бәләкәсәйтһен мине бөгөн.

(ҡар бөртөгөн осора)

Ой, ой, мин бәләкәй!

Ҡумта ҙур миңә ниндәй!

Хәҙер мине Айыу күрмәй

(ҡурсаҡ Ҡарһылыу сыға ла ҡумтаға төшә)


Айыу:

-Һай, Ҡарһылыу, маладис

Әҙерләп ҡуйған бит вис.

(йөрөй)

Арыным, ултырайым, бер бәлеште ашайым...

Ҡарһылыу:

Мин һине,Айыу, күрәм,

минең бәлешкә теймә,

улар түгел бит һиңә!

Айыу:

Ҡайҙан мине күрә икән?

Ҡарһылыу бик етеҙ икән.

Ярар инде, ашамайым,

аҙыраҡ хәл генә алайым.

(Ултыра бүкәнгә)

Ох, ниндәй йооҡо килә!!!

Бәлешкә бер кем дә теймәһә...

(йоҡлай)

Тәрбиәсе:

Балалар, айыу йоҡлай..

Кыш Бабайға ашыҡмай..

Әйҙә уны уятайыҡ,

Күңелле оркестр уйнайыҡ!

Тәрилкәләр менән оркестр

Айыу:

Ниндәй күңелле тауыштар..

Ой, ҡараңғы ла төштө.

Тирә-яҡты ҡар күмде,

Мин бит хәҙер аҙашам,

Мин хәҙер ҡарға батам!!!

Тәрбиәсе:

-Ҡар Бабайҙар, һеҙ ҡайҙа? Айыуға юл таҙартығыҙ! Һеперткеләрҙе алығыҙ!!!

Ҡар Бабайҙар бейеүе (малайҙар)

Айыу:

-Ишетәм, ҡар шығырлай, Бында килә Ҡыш Бабай!!!

(Ҡыш Бабай инә)

-Һин нишләп йөрөйһөң, Айыу?

Айыу:

-Һаумы, Ҡыш Бабай! Мин бит һине эҙләйем.

Ҡарһылыу ҡыҙыңдан бәлештәр әпкилгәйнем.

Ҡыш Бабай

-Ә ҡайҙа ҡыҙым үҙе?

Тауыш:

-Мин бында , бәлеш аҫтында !Миңә ҡараңғы бында!!!
Ҡыш Бабай

-Ах, шаян ҡыҙыҡай! Йәшенгәнһең ҡайһылай!!!
Айыу:

Ай-яй-яй!Белмәгәнмем, үҙем алып килгәнмен!!!

Ҡыш Бабай

  • Ә ниңә һин бәләкәй???

Ярар, мин бит Ҡш Бабай

Былай Ҡарһылыу булмай.

Етәклә ле бабайҙы

Уратайыҡ шыршыҡайҙы

Ә һеҙ беҙгә сәпәкләгеҙ,

Миңә ярҙам итегеҙ!

(шыршы уратып йүгерәләр, Ҡарһылыу ҙурая)

Айыу:

-Ә мин китәйем йоҡларға, күңелле байрам һеҙгә!!!( Китә)

Ҡыш Бабай

-Ә мин осам баҡсаға, балаларҙың янына!

(килә)

Буран-ҡарҙар һепереп

Мин киләм һеҙгә.

Яңы йылды ҡаршыларға

Дуҫтарым менән бергә.

Һаумыһығыҙ балалар!

Әйҙәгеҙ, бергәләп

Баҫайыҡ шыршы тирәләп

Йыр « У тебя, Дед Мороз»

Ҡыш Бабай

-Ә кем уйнағыһы килә? Ана минең атым килә! Йә ле, кем минең менән елә?!!

Обручҡа тотоноп йүгерешеү

Ҡыш Бабай

-Ой, арыным, ултырайым, кем шиғыр белә- тыңлайым!!!

Шиғырҙар

Ҡыш Бабай

-Бик эҫе булып китте!Ҡарһылыу ҡыҙым, саҡыр аҡ ҡарҙарҙы, мине уратып осоғоҙ, аҙыраҡ һыуытығыҙ!

Ҡар бөртөктәре бейеүе

Ҡыш Бабай

-Әйҙә уйнап алайыҡ, түңәрәккә баҫайыҡ.

Уйын «Варежку передавайте»

Ҡыш Бабай

-Миңә китергә ваҡыт! Күңелле байрам иттек, барығыҙҙы тағы ҡотлайым!Ә мин инде хушлашайым!

Тәрбиәсе:

-Ҡыш бабай, ә бүләктәр??Көтәләр бит кескәйҙәр!

Ҡыш Бабай

-Ой, ҡайҙа икән улар?...Тәк, атлап килдем-килдем, шунан һаҡалымды һыйпаным, тоҡто ҡарға ултыртҡайным.. Тоҡ урманда бит ҡалған... Күстәнәс булмаҫ микән...

Тәрбиәсе:

  • Бер нимә уйла иинде ! Балаларҙы һыйла инде!!

Ҡыш Бабай

-Белдем!!! Хәҙер үк ошо залға- күстәнәс яһай торған Аппарат килеп инә һеҙҙең алға!! Һе- һе- һей ! Тәгәрлә!!!Һин бөгөн кәрәк беҙгә!!! Аппаратты асайым, янына ултырайым, берешәрләп килегеҙ, ҡар бөртөгөн төшөрөгөҙ, күстәнәсте көтөгөҙ!!!

Бүләк яһау-Аппарат менән.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

белмэмеш мажаралары (пдд)

Кичәдә катнаша:Белмәмеш, балалар, ЮХИДИ хезмәткәре, шофер, Белмәмешнең әтисе, юл патруль хезмәткәре, юл билгеләре, Кызыл Калфак, Йомры Күмәч....

Гномик мажаралары

Приключения гномика в лесу перед новым годом....

Сценарий для выпускного бала в детском саду на татарском языке "Хоттабыч мажаралары"

Сценарий будет полезен в работе музыкального руководителя в национальных (татарских) группах. Сюжет основан на приключениях Старика Хоттабыча....

Телдең мажаралары

Конспект индивидуального занятия по автоматизации звука л...

Сценарий "Новогодние приключения"- "Яна ел мажаралары" для старшей,подготовительной группы

Сценарий "Новогодние приключения"- "Яна ел мажаралары" для старшей подготовительной группы на татарском и русском языке для смешанных групп. Материал подготовлен для группы, г...

Хоттабыч мажаралары

Уртансылар төркөмөндә "Хоттабыч мажаралары "исемле яңы йыл иртәлеге...

Асыҡ дәрес "Көҙгө мажаралар"

quot;Көҙгө мажаралар" дәресе балаларҙың көҙ тураһында белемдәрен дөйөмләштереү; тәбиғәт һәм кеше араһындағы бәйләнеште күрһәтеү;  балаларҙың һүҙлек запасын байытыу, һорауҙарға яуап бирергә ...