Телдең мажаралары
план-конспект занятия по развитию речи (подготовительная группа)
Предварительный просмотр:
Тема: Телдең мажаралары
Маҡсат:
- [Л] өнөнөң артикуляцияһы һәм үҙенсәлектәре ҡағиҙәләре туруһында төшөнсәләрҙе нығытыу;
- Дөйөм һәм ваҡ моториканы, мимик мускулдарҙы үҫтереү.
- Артикуляцион моториканы үҫтереү.
- Тауыш көсөн үҫтереү.
- Көслө һауа ағымын формалаштырыу.
- Фонематик ишетеү һәләтен үҫтереү.
- [Л]өнөн ижектәрҙә, һүҙҙәрҙә, һөйләмдәрҙә, текста автоматлаштырыу.Йорт һәм ҡыр хайуандарының исемдәрен нығытыу.
- Зат алмаштарын исемдәр менән яраҡлаштырыу.
- Хайуандарға һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: көҙгө, артикуляция профиле; өндө айырым әйтеү өсөн һәм тауыш көсөн үҫтереү өсөн карточка; йорт һәм ҡыр хайуандарының һүрәттәре; уйынсыҡ – төлкө, ваҡ уйынсыҡтар: фил, ҡурсаҡ, өҫтәл, машина,ҡалаҡ, паирамида,лейка, телефон; компьютер.
Методик алымдар: нәфис әҙәбиәт, модельдәр ҡулланыу, техник саралар.
Һүҙлек эше: юлбарыҫ, ҡолға, атлас
Дәрес барышы
- – Һаумы, Алтынай! Бөгөн мин һине тел менән бергә уйнарға саҡырам. Ҡара әле, бөгөн беҙгә бик күп ҡунаҡтар килгән. Улар менән һаулыҡ һорашайыҡ. Алтынай, хәҙер тышта ниндәй миҙгел? ( Көҙ миҙгеле) Ә көҙ көнө тышта көн һыуыҡ буламы әллә йылымы? Һин балалар баҡсаһына килгәндә өшөмәнеңме? Күрһәт әле, һин нисек өшөнөң?– ( сытырайырға, бөршәйергә). Балалар баҡсаһына килгәс беҙ йылындыҡ, эйеме?
- - Ә хәҙер беҙгә тағы ла йылыраҡ булһын өсөн массаж эшләп алайыҡ.
Ҡулдарҙы ыуабыҙ ( устарҙы ыуыу)
Һәм йылытабыҙ ( сәпәкәй итеү). Ҡулдарың нимә эшләне?
Һәм ошо йылы менән битте йыуабыҙ ( устар менән өҫтән аҫҡа биттәрҙе һыйпайбыҙ).
Бармаҡтар бөтә насар уйҙарҙы алып ташлайҙар ( бармаҡтарҙы “тырма” һымаҡ итеп маңлайҙың уртаһынан сикәләргә ҡарай тарайбыҙ).
Ҡолаҡтарҙы беҙ бик тиҙ ыуабыҙ,
Уларҙы беҙ бөкләйбеҙ, аҫҡа тартабыҙ,
Ә шунан яңаҡҡа ҡулдар менән тейәбеҙ.
( Көҙгө алдына ултыралар).
3. Артикуляция күнегеүҙәре
- Алтынай, мин һиңә бер йомаҡ әҙерләнем, тыңла ла яуабын әйтеп ҡара:
Берәү һөйләй, икәү ҡарай, икәү тыңлай. ( Тел, күҙҙәр, ҡолаҡтар). Эйе, тел беҙгә нимәгә кәрәк? Бөтә кешеләрҙең дә теле бар. Хәҙер әйҙә тел менән уйнарға сығайыҡ.
Йәшәгән ти, күңелле тел ( ирендәр йылмайған)
Элмәккә бикләнгән гел ( телде өҫкә бөкләү).
Бер үҙе йәшәгән ул,
Быға һис бошмаған был.
Иртән иртүк уянған,
Кирелергә тотонған:
Өҫкә менгән, аҫҡа төшкән ( “Әүһәләк”)
Тағы шулай эшләгән.
Арҡаһын ул ҡабартҡан ( өҫкө иренгә тейеү),
Шунан йүгерә башлаған,
Тегеләй – былай ҡараған ( аңҡау буйлап телде алға – артҡа йөрөтөү),
Бара торғас арыған ( “Көрәк”)
Ял итергә уйлаған.
Йыуынырға теләгән,
Теш щеткаһын эҙләгән,
Тешен яҡшы таҙартҡан ( “Теш таҙалау”),
Ирендәрен ялаған ( ирендәрҙе бер яҡтан икенсе яҡҡа ялау)
Ауыҙын да сайҡаған ( имитация)
Бына шулай тел – наҙлы!
- Тын алыуға һәм дөйөм моториканы үҫтереүгә күнегеүҙәр.
- Бер ваҡыт тел урамға сыҡҡан, ә унда ел булған. Зинһар, урыныңдан тор әле. Бергәләп елдең нисек иҫкәнен күрһәтәйек.
Ел иҫә беҙҙең биткә ( өрөргә, ҡулдар менә биткә елпелдәтеү – көслө ағым),
Ағастарҙы һелкетә ( кәүҙәне уңға – һулға эйелдереү).
Ел тыма, тыма, тыма ( өрөргә - тыныс ағым),
Ағастар бейек үҫә. ( күтәрелергә, ҡулдар өҫтә)
- [Л] өнөн айырым әйтеү. Тауыш көсөн үҫтереүгә күнегеү ( карточка буйынса).
- Тел артабан киткән Ул һауала самолетты күреп ҡалған. Самолет бер болоттан икенсе болотҡа осҡан. Әйҙә иҫләйек әле, нисек геүелдәргә кәрәк:
Телдең осо өҫтә, тештәргә тейеп тора, ирендәр йылмайған. Телдең сит яҡтрынан һауа сыға. [Л] өнө көйлө, талғын, наҙлы һәм асыҡ килеп сығасаҡ.
( Бала таҡта алдына сыға, самолетты бер болоттан икенсе болотҡа йөрөтә).
- Самолет яҡынлаша – ( тәүҙә тыныс ҡына геүелдәйбеҙ, һуңынан көслөрәк) л – л – л - Л – Л – Л.
- Самолет алыҫлаша – ( тәүҙә көслө геүелдәйбеҙ, һуңынан тыныс) Л – Л – Л – л – л – л ( һуҡ бармаҡ менән болоттар буйлап йөрөтәбеҙ).
- – Беҙ ниндәй өндө әйттек ? Әйт әле, ул ниндәй:
- Тартынҡымы әллә һуҙынҡымы ( тартынҡы, сөнки һауа ҡаршылыҡҡа осрай – тештәр һәм тел),
- Яңғыраумы әллә һаңғыраумы ( яңғырау, сөнкә беҙ тауыш менә әйтәбеҙ).
- [Л] өнөн ижектәрҙә автоматлаштырыу.
- Тел артабан киткән. Уға күңелле булып киткән һәм йырлап ебәргән:
Ла – ла – ла – ла
Ло – ло – ло – ло
Лу – лу – лу – лу
Ал – ал – ал – ал
Ул – ул – ул – ул
Ала – ала – ала –ала
Оло – оло –оло – оло
- Мимиканы үҫтереү.
- Тел китеп бара, ул ҡаршыһына нимәләрҙе осратҡан? (логопед һүрәттәр һала).
- Айыуҙы, атты осратҡан.
- Уларҙы күргәс, тел аптыраған . Һин нисек аптырайһың, күрһәт әле( мимика – аптырау).
- Тағы ла нимәләрҙе осратҡан?
- Юлбарыҫты, бүрене осратҡан
- Тел ҡурҡып киткән ( мимика – ҡурҡыу).
- Һуңынан нимәләрҙе осратҡан?
- Бесәйҙе, төлкөнө осратҡан
- Тел ҡыуанып киткән ( мимика – ҡыуаныу).
- Йорт һәм ҡыр хайуандарының исемдәрен нығытыу.
- Тел нимәләрҙе осратҡан, бер һүҙ менән әйт әле ( хайуандар), ниндәй хайуандар була ( йорт һәм ҡыр хайуандары). Был һүрәттәрҙә нимә артыҡ?
( компьютерҙа “ 4 – се артыҡ” уйынын уйнау)
- [Л] өнөн һүҙҙәрҙә һәм һөйләмдәрҙә автоматлаштырыу ( зат алмаштарын исемдәр менә яраҡлаштырыуға күнегеүҙәр).
- Телгә бигерәк тә төлкө оҡшап ҡалды. Төлкө үҙе лә беҙгә килеп еткән. ( Логопед төлкө уйынсығын сығара) Төлкө һиңә үҙенең уйынсыҡтарын табып биреүҙе һорай. Уйынсыҡтар араһынан тик [л] өнө булғандарын ғына табырға кәрәк ( Пирамида, өҫтәл, ҡалаҡ,машина, лейка, телефон, ҡурсаҡ,фил).Әгәр ҙә тапһаң былай тип әйтергә кәрәк:
Мин һинең телефоныңды таптым.
Мин һинең лейкаңды таптым.
Мин һинең ҡалағыңды таптым.һ.б.
- Өн – ижек анализы яһау.
- Төлкө һинән ярҙам һорай. Фил һүҙендә бөтә өндәрҙе әйтеп сыҡ, ти. ( Бала түңәрәктәр ярҙамында фил һүҙенең моделен һала) Л өнө һүҙҙең ҡайһы урынында ишетелә?
- Әйҙә төлкө менән тағы ла уйнап алайыҡ. Мин һеҙгә һорауҙар бирәм, һеҙ төлкө менән бергәләп яуап бирегеҙ.
Логопед - Төлкө-төлкө төләмән,
Төндә ҡайҙа бараһың?
Бала - Һыу буйына барамын.
- Һыу буйында ниең бар?
- Кәкре башлы талым бар.
- Тал төбөндә ниең бар?
- Атлас тышлы туным бар.
- Туның янһа нишләрһең?
- Ағым һыуға һалырмын.
- Ағып китһә, нишләрһең?
- Ҡолға менән алырмын.
- Ҡолға аҡһа, нишләрһең?
- Һыуға төшөп алырмын.
- Ағып китһәң, нишләрһең?
- Талға йәбешеп сығырмын.
- Өҫтөң һыуланһа, нишләрһең?
- Көнгә йәйеп һалырмын.
- Ваҡ моториканы үҫтереү.
Төлкө ҡыуанып китте. Ул һиңә үҙенең фотоһүрәтен бүләк итә.Өйгә ҡайтҡас, буярһың, ти.
- Йомғаҡлау.
Шулай и теп, тел күп ерҙәрҙә булып, төрлө мажараларға тарып ҡайтҡан.
- Тел менән урамда йөрөүьһиңә оҡшанымы?
- Һиңә ниндәй уйындар оҡшаны?
- Рәхмәт, Алтынай.Һау булып тор!
Муниципаль мәктәпкәсә белем биреү бюджет учреждениеһы
Бала үҫтереү үҙәге – “ Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы
“ Телдең мажаралары”
( [л] өнөн автоматлаштырыу буйынса
индивидуаль дәрес конспекты)
Уҡытыусы-логопед
Ураҙбаева Айгөл Фәтих ҡыҙы
Сибай, 2013
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
белмэмеш мажаралары (пдд)
Кичәдә катнаша:Белмәмеш, балалар, ЮХИДИ хезмәткәре, шофер, Белмәмешнең әтисе, юл патруль хезмәткәре, юл билгеләре, Кызыл Калфак, Йомры Күмәч....
Туган телдә сөйләшәбез 5 – 7 яшьлек балаларны туган телдә сөйләшергә өйрәтү буенча методик ярдәмлек
Учебно-методический комплект(УМК)...
Гномик мажаралары
Приключения гномика в лесу перед новым годом....
Сценарий для выпускного бала в детском саду на татарском языке "Хоттабыч мажаралары"
Сценарий будет полезен в работе музыкального руководителя в национальных (татарских) группах. Сюжет основан на приключениях Старика Хоттабыча....
Сценарий "Новогодние приключения"- "Яна ел мажаралары" для старшей,подготовительной группы
Сценарий "Новогодние приключения"- "Яна ел мажаралары" для старшей подготовительной группы на татарском и русском языке для смешанных групп. Материал подготовлен для группы, г...
Хоттабыч мажаралары
Уртансылар төркөмөндә "Хоттабыч мажаралары "исемле яңы йыл иртәлеге...
Асыҡ дәрес "Көҙгө мажаралар"
quot;Көҙгө мажаралар" дәресе балаларҙың көҙ тураһында белемдәрен дөйөмләштереү; тәбиғәт һәм кеше араһындағы бәйләнеште күрһәтеү; балаларҙың һүҙлек запасын байытыу, һорауҙарға яуап бирергә ...