Хоттабыч мажаралары
методическая разработка (средняя группа)

Кутлубердина Гульфия Рафиковна

Уртансылар төркөмөндә "Хоттабыч мажаралары "исемле яңы йыл иртәлеге

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл yany_yyl_2022.docx23.95 КБ

Предварительный просмотр:

                         Хоттабыч мажаралары

Музыка аҫтында балалар залға инәләр- вход бейеү.Аҙаҡ ярым түңәрәккә торалар.

Алып  барыусы: .Хөрмәтле ,ата-әсәләр!Һеҙҙе декабрь бурандары алып килгән Яңы йыл менән ҡотлайбыҙ!Байрамығыҙ мөбәрәк ,ризыҡ тулы өҫтәлегеҙ түңәрәк ,күңелле,ҡыуаныслы булһын.Бәхетле миҙгелдәр,матур ваҡиғалар,яҡшы хәбәрҙәр ,һаулыҡ-сәләмәтлек алып килһен Яңы 2022 йыл.

Ынйы ҡарҙар сафлыҡ һипкән кеүек ,

Яҡты булһын байрам көндәре!

Бәхет бурандары алып килһен

Яңы йылдың ҡарлы елдәре.

Балалар шиғыр һөйләйҙәр

 

Дарина

Беҙ гөрләйбеҙ,

Беҙ йырлайбыҙ

Бөтә ил менән

Дуҫтарға  бәхет теләйбеҙ

Яңы йыл менән

Яңы йыл менән

Асель

С новым годом поздравляем

Счастья,радости желаем

Чтоб всем счастливым быть

Чтобы жить и не тужит

Ильмир

Новый год, Новый год

Дружно встанем в хоровод

Дед Мороза позовем

Песни мы ему споем

                    Йыр     «   Маленькой елочке» башҡортса

Балалар ултыралар.

Алып барыусы:

-Яңы йыл ул мөғжизә.Әкиәттәй матур байрамда яһайыҡ бер тамаша.Тиҙҙән Ҡыш бабайҙа килеп етер.

Шыршыла нимә ялтырап тора ул, был нимә ул?(ҡулына лампаны ала)

Ой балалар, ҡарағыҙ әле, ниндәйҙер серле, мөғжизәле бер лампа.Алтындан эшләнгәнмә әллә ул? Әллә һеҙҙең берәйһе юғалттымы уны, кемдеке ул? ( ата-әсәләргә, балаларға күрһәтеп һорай)

Нимә эшләргә инде был лампа менән, хужаһын ҡайҙан табырға?

(свет һүнә, көй аҫтында Старик Хоттабыч инә, саңын ҡаға өҫтөнән, йүткергән була)

С.Х: 300 йыл мин ошо лампала йәшәнем.Бына ниһәйәт  мине был лампа эсенән азат иттеләр.Һаумыһығыҙ вә хөрмәтле, вә изгелекле , вә аҡыллы балалар һәм ҡунаҡтар.Именлек теләйем был йортҡа.

А.б: Һаумығыҙ.Һеҙ кем булағыҙ? Берҙә һеҙ Ҡыш бабайға оҡшамағанһығыҙ.

С.Х: Мин ҡарт Хоттабыч булам.Мин тылсымға эйә картмын.Ә мин ҡайҙа килеп эләктем ул?  Мин бында әле бер тапҡыр ҙа булғаным юк.Был ниндәй дворец, һарай ул? Балалар ҙа күп икән бында.

А.б: Был балалар баҡсаһы.

С.Х: Ҡалай һеҙҙә бигерәк матур ул.Ниндәй матур пальма ағасы.

А.Б: Был пальма ағасы тугел, ә ниндәй ағас икән, шул турала балалар шиғыр тыңлағас белерһең.

                       Шыршы тураһында шиғырҙар

1 бала  Г.Айлина

Елочка красавица

Малышам так нравится

Огоньки на ней горят

Бусы, шарики висят.

2 бала   Вилиә

Шыршы матур, шыршы матур

Шыршы һәр саҡ йәм йәшел

Энәләрен ҡоймай бер ҙә

Һәр ваҡытта йәп йәш ул.

С.Х: Шыршы, шыршы, ах шулай икән.Ҡалай ҡыҙыҡ ағас ул.Уның емештәре лә бар икән.Ә бына алма, хәҙер мин  уны өҙөп ашайым.

А.Б: Юҡ , Хоттабыч, ярамай, был алма бит ысын алма тугел, ул быяланан эшләнгән, шыршыны биҙәр өсөн.

С.Х: Ҡыҙыҡ, ҡыҙыҡ, быяла алма.

А.б: Хоттабыч, беҙ һине изге күңелле тылсымсы тип беләбеҙ.Һин безгә ярҙам итә алаһыңмы?

С.Х: Оооо минең йән киҫәкләрем.Һеҙ мине лампанан азат иткәнегеҙ өсөн мин һеҙҙең барлыҡ теләктәрегеҙҙе үтәргә ризамын.Тыңлайым.

А.б: Беҙ байрамға Ҡыш бабай килеүен теләйбеҙ, шулай бит балалар.

С.Х: Ҡыш, етмәһә бабай.Нимәгә ул ҡыш ?Мин ҡышты яратмайым, өшөйөм.Ҡыш һыуыҡ була.Мин йәшәгән ерҙә һәр ваҡыт йылы, ҡояш, ҡар юҡ.Нимәгә ул Ҡыш?

А.б: Ә беҙгә яңы йыл шыршыһын кем яндыра, Ҡыш бабай тағы бүләктәр тарата.

С.Х: Ярай, үтәйем һеҙҙең теләкте.Ләкин һеҙ миңә әйтегеҙ әле, ниндәй була ул Ҡыш бабай?

А.б:  Ниндәй була Ҡыш бабай, был турала балалар шиғыр һөйләп ишеттерерҙәр.

Ҡыш бабай тураһында шиғырҙар.

1 бала Ур.Айлина

Ҡыш бабай, Ҡыш бабай

Беҙгә бик таныш бабай

Һаҡалы ап аҡтан

Килгән беҙгә йыраҡтан

2 бала

С:Х: Аңланым, аңланым ул аҡ була, эҫе сәй эсергә яратмай, сөнки ул ҡарҙан эшләнгән.(Сихыр һүҙләре әйтә трах -ттибидох тибидох)

                 Музыка- Ҡар бабай инә.

С.Х: Мин һине тәбрикләйем,  рәхим ит Ҡыш бабай.

Ҡар б: Һаумыһығыҙ. Мин Ҡыш бабай түгел, ә Ҡар бабай.Һеҙҙе барығыҙҙы ла Яңы йыл байрамы менән ҡотлайым.

С.Х: Ниндәй тағы Ҡар бабай ? Нимә эшләйһең бында һин?

Ҡар б: Мин Ҡар бабай.Мин бит ҡарҙан эшләнгән.Шуға ла ҡышты яратам.Минең дуҫтарым да бына ҡарҙан эшләнгән, улар бейергә бик ярата.Күрһәтәйекме?

                      Ҡар бабайҙар бейеүе.

Ҡар б: Тағы ла мин уйындар  уйнарга яратам.

С.Х: Тағы ниндәй уйындар?

Ҡар б: Ҡышҡы уйындар, ҡарҙар менән уйнарға яратам.

Әйҙәгеҙ күмәкләп уйнап алайыҡ.

    Уйын «Ҡарҙарҙы йый»

Ҡар б: Бында миңә бик эҫе, миңә тышҡа сығыр кәрәк, юғиһә мин ирейем.

Ә һеҙ артабан байрам итегеҙ.

             Ҡар бабай сығып китә хушлашыап.

А.б: Хоттабыч, бында бит яңылышлыҡ сыҡты.Ҡыш бабай урынына Ҡар бабай килде.

С.Х: Миңә тағы ла Ҡыш бабай тураһында мәғлүмәт биреп китегеҙ әле, ниндәй ул Ҡыш бабай тағы?

А.б: Балалар, Хоттабычтың иҫенә төшөрәйек але, ниндәй ул Ҡыш бабай.

Ҡыш бабай тураһында шиғырҙар

1 бала  Ролан и Роман

Он к бровям моим прирос

Он залез ко мне в валенки

Говорят,  он Дед Мророз

А шалит как маленький

Он рисует на стекле

Пальмы, звезды, шарики

Говорят ему 100 лет

А шалит как маленький.

2 бала Йәсминә

Эй Ҡыш бабай, Ҡыш бабай

Матур бейей, шуҡ бабай

Яҙ етеү менән ҡаса

Эҙләһәң дә юк малай.

 С.Х: Аңланым, аңланымУл бик ҡарт икән, балалар менән уйнарға ярата икән.Ҡаршы алығыҙ трах тибидох -тибидох

Музыка аҫтында  Мәскәй әбей килеп инә.

Мәскәй әбей: Туҡта, туҡта тием, ҡайҙа осаһың? Тағы ҡайҙа килеп эләктем мин, кем бында мине алып килде, күрһәтәм мин һеҙгә.

С.Х :Һеҙ кем, был тағы ла Ҡыш бабай түгелме әллә? мин дә ҡартайҙым шикелле, тылсым көсөм юҡҡа сыға башланы.

М.ә: Ах бабай, мине һин бында алып килгән икәнһең, хәҙер күрһәтәм мин һиңә...

А.б: Мәскәй әбей, тыныслан зинһар.балаларҙы яңы йылһыҙ ҡалдыраң бит.

М.ә: Аааа.Яны йылһыҙ.Көтмәгеҙ һеҙ Ҡыш бабайҙы, килмәй ул бөгөн.Бүләктәр ҙә булмай.Сихырланым мин уны.

А.б: Нимә эшләйбеҙ инде балалар ?Мәскәй әбей, һин бит яҡшы әбей, нимә эшләйек, Ҡыш бабай байрамға килһен өсөн?

М.ә: Тәәәк тәәәк.Мин дә байрамда уйнап, бейгем килә.Бәлки шунан һуң ебәрермен ҡыш бабайҙы.

С.Х Балалар, һеҙ бейей беләгеҙме? Әйҙә күмәкләп Мәскәй әбей менән бейеп алайыҡ

                 Парлы бейеү  шыршы тирәләй.

М.ә: Афариндар.Әйҙәгеҙ хәҙер минең менән уйнап алһағыҙ, Ҡыш бабайҙы ебарам һеҙгә.

   Уйын                   ------------------

М.ә: Булды булды, һеҙ минең күңелде күтәрҙегеҙ, ебәрәм һеҙгә Ҡыш бабайҙы.Әйҙәгеҙ бергәләп уны саҡырайыҡ.Ә мин уны ҡаршы алам да, үҙ йомошома йүгерам.

Мәскәй әбей сығып китә, ә балалар Кыш бабайзы  кумаклап саҡыра.

Балалар:Ҡыш бабай, Ҡыш бабай.

Музыка аҫтында Ҡыш бабай инә Ҡарһылыу менән.

Ҡыш б: Һаумыһығыҙ балалар, хөрмәтле ата -әсәләр.Барығыҙҙы ла яңы йыл менән.Һаулыҡ, бәхет, уңыштар теләйем.

С.Х: Бына ниндәй икән ул Ҡыш бабай.Һине күреүемә бик шатмын.Балалар бик күптән көтә һине.Шыршыла уттар яныуын көтәләр.

Ҡарһылыу: Беҙҙә һеҙгә бик ашығып, һағынып килеп еттек.

А.б: Әйҙәгеҙ Ҡыш бабай менән бергәләп шыршы тирәләй торайыҡ, Шыршының уттарын ҡабыҙайыҡ, шыршы тирәләй йыр йырлап алайыҡ бергәләп.

Ҡыш бабай бөтәһен дә саҡыра, шыршы тирәләй торалар.

Ҡыш бабай: Әйҙәгеҙ бергәләп әйтәбеҙ

-Шыршы ян , шыршы ян

Бул  һәр саҡ шулай ҡупшы.

( ике тапҡыр әйткәс  шыршының уттары яна)

С.Х -Бына мин дә шыршыны, күрҙем, Ҡыш бабайҙы белдем. Инде минә лә үҙ әкиәтемә ҡайтыр кәрәк.Һау булып тороғоҙ .Яңы йыл менән барығыҙҙы ла.( сығып китә)

А.Б: Ә беҙ бергәләп Ҡыш бабай менән йырлап алайыҡ шыршы тирәләй.

    Йыр хоровод «Шыршы купшы кейенгән.»

Йырҙан һүң балалар ултыра.

Ҡыш бабай: Эҫе ,эҫе булып китте миңә, ҡар кәрәк.

Ҡарһылыу:Ҡайҙа минең Ҡар бөртөктәрем? Ҡар бабайҙы һыуытырға кәрәк.Әйҙәгеҙ ҡар бөртөктәре бейеп алайыҡ.

    Бейеү «Ҡар бөртөктәре»

Ҡыш б: Һалҡын булып китте, балалар, ә һеҙ миңә шиғырҙар әҙерләнегеҙме ул?

А.б: Әлбиттә Ҡыш бабай, хәҙер улар һиңә һөйләп ишеттерер.

                 Ҡыш бабабйға шиғырҙар.

Даниэль

Беренсе булып урмандан

Килде байрамға шыршы

Уйынсыҡтар ҙа эленгәс

Бөгөн ул ниндәй ҡупшы.

Шамиль

Керпегк лә аҡ ҡына

Ҡаштары ла аҡ ҡына

Һай Ҡыш бабай йөрөгән

Юлдары ла паҡ ҡына

Ранель

Наша елка велика

Наша елка высока

Выше мамы, выше папы

Достает ло потолка

Наша елка с новым годом

Поздравляет всех ребят

Ильгина

Ҡуян менән Ҡыш бабаә

Икеһе лә аҡ ҡына

Ҡыш бабай ҡурҡаҡ түгел

Ҡуян ҡурҡаҡ саҡ ҡына.

Самира

Күңелле байрам Яңы йыл

Уны бик тә яратам

Ҡыш бабай шыршы янында

Күстәнәстәр тарата

Нурислам

Урмандар Ҡырҙар

Ҡарға күмелде

Ҡыш йырын йырлап

Ҡыш бабай килде

Алина

Иҫәнме шыршы, һаумы

Яңы йыл килеп етте

Күңелле шыршы байрамын

Балалар күптән көттө

Ҡарһылыу: Әйҙәгеҙ хәҙер Ҡыш бабай менән уйнап алайыҡ

     Музыкаль уйын  Всем нам весело живется

А:б : Ҡыш бабай, беҙ һиңә шиғырҙар һөйләнек, уйнаныҡ һинең менән, йрланыҡ, ә һин беҙгә бүләктәр алып килдеңме?

Ҡыш бабай: Эй аллам, бөтөнләй онотҡанмын.Хәҙер, хәҙер бүләк эшләйбеҙ беҙ һеҙҙең менән.Ә һеҙ балалар миңә ярҙам итегеҙ.

(Ҡыш бабай тоғона кар  һалдыра, шыршы тирәләй тылсымлы һүҙҙә әйтеп йүгерә. иң аҙаҡҡы кругта бүләктәр менән тоҡто тотоп сыға)

-Бына балалар, бүләктәр ҙә булды.Әҙәгеҙ хәҙер теҙелеп тороп, бергәләп йырлайҡ, ә мин бүләктәр таратырмын.

                Йыр  «Праздник новогодний»

Бүләктәр таратыу, яңы йыл менән ҡотлау.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

белмэмеш мажаралары (пдд)

Кичәдә катнаша:Белмәмеш, балалар, ЮХИДИ хезмәткәре, шофер, Белмәмешнең әтисе, юл патруль хезмәткәре, юл билгеләре, Кызыл Калфак, Йомры Күмәч....

Гномик мажаралары

Приключения гномика в лесу перед новым годом....

Сценарий для выпускного бала в детском саду на татарском языке "Хоттабыч мажаралары"

Сценарий будет полезен в работе музыкального руководителя в национальных (татарских) группах. Сюжет основан на приключениях Старика Хоттабыча....

Телдең мажаралары

Конспект индивидуального занятия по автоматизации звука л...

Сценарий "Новогодние приключения"- "Яна ел мажаралары" для старшей,подготовительной группы

Сценарий "Новогодние приключения"- "Яна ел мажаралары" для старшей подготовительной группы на татарском и русском языке для смешанных групп. Материал подготовлен для группы, г...

Асыҡ дәрес "Көҙгө мажаралар"

quot;Көҙгө мажаралар" дәресе балаларҙың көҙ тураһында белемдәрен дөйөмләштереү; тәбиғәт һәм кеше араһындағы бәйләнеште күрһәтеү;  балаларҙың һүҙлек запасын байытыу, һорауҙарға яуап бирергә ...

Яңы йыл мажаралары

Яңы йыл мажаралары...