Әкиәт иленә сәйәхәт
план-конспект занятия (старшая группа)
Предварительный просмотр:
“Әкиәт иленә сәйәхәт”
Өлкән төркөм өсөн
Тәрбиәсе: Кем беҙҙең тәҙрәгә ҡарап,
Йылы нурҙарын һибә?!
Күңелдәргә шатлыҡ өҫтәп,
Наҙлап иркәләй көн дә?!
Ул бит – ҡояш!Әйҙә, дуҫтар,
Көслө алҡыштар менән
Саҡырайыҡ Ҡояшҡайҙы
Дәртле йырыбыҙ менән!
ЙЫР “ҠОЯШҠАЙ”
(Ҡояш килеп инә)
Ҡояш: Һибелделәр бар ғаләмгә
Нурҙарым – алтындарым.
Йән-яҡҡа йылылыҡ бөркөп,
Яҡтыртып бар Ер шарын.
- Һаумыһығыҙ, ҡыҙҙар-малайҙар! Һеҙҙең менән осрашыуымы бик шатмын. Күреүегеҙсә, мин бында үҙемдең күҙ нурҙарым – балаларымды юғалтып килеп сыҡтым. Урман-ҡырҙар буйлап һибелделәр ҙә, юҡ булдылар. Һеҙгә осраманылармы? Уларҙы табырға миңә ярҙам итегеҙ, зинһар!
Тәрбиәсе: Балалар!Әйҙәгеҙ, Ҡояш апайға ярҙам итеп, уның нурҙарын эҙләп табайыҡ .
(Балалар төрлө яҡҡа һибелгән нурҙарҙы табып, уларҙы ҡояшҡа йәбештерәләр).
Ҡояш: Ҙур рәхмәт инде, балалар!
Тәрбиәсе: ҡояшҡай, һин хәҙер ҡайҙа бараһың, нурҙарыңды ҡайҙа балҡытаһың?
Ҡояш: Мин гиҙәмен бар донъяны,
Яҡтыртам һәм йылытам.
Һәр кемде иркәләп-наҙлап,
Матурлыҡ бүләк итәм.
Балаҡайҙарым! Һеҙгә лә
Минән бүләк – серле нур!
Ул ҡайҙа һибелһә, шунда
Әкиәт хасил булыр!
(Тәрбиәсе нурҙы ҡулына алып, һибеп ебәрә)
Тәрбиәсе: Ҡарағыҙ әле, ниндәй матурлыҡ! Беҙҙең алда алтын ҡапҡа барлыҡҡа килде.
(Ҡапҡанан Батшабикә килеп сыға)
Батшабикә: Һаумыһығыҙ, дуҫтарым!
Осрашыуға мин шатмын!
Мин – әкиәттәр иле батшабикәһе!
Һеҙ әкиәттәр яратаһығыҙмы? Әкиәт иленә сәйәхәт итергә әҙерһегеҙме? Бына минең тылсымлы ҡыңғырауым.
Ҡыңғырауым, зыңғырла!
Беҙгә болоттар килтер!
Улар беҙҙең барыбыҙҙы
Әкиәт иленә илтер!
(Болоттарға ултырып, балалар әкиәт иленә юл ала)
ЙЫР “БОЛОТТАР”(“ОБЛАКА”)
Тәрбиәсе: Туҡтағыҙ! Ҡарағыҙ әле, был нимә ул? Шалҡан үҫеп ултыра, түгелме?
Батшабикә: Әәә, бөтәһе лә яҡшы! Балалар, тимәк беҙ ниндәй әкиәткә юлыҡтыҡ?
Балалар: “Шалҡан” әкиәтенә!
Батшабикә:Афариндар! Ә һеҙ ул әкиәтте яҡшы беләһегеҙме?Әйҙәгеҙ әле. Миңә сәхнәләштереп күрһәтегеҙ!
“Шалҡан” әкиәте
Ҡатнашалар: Әбей, Бабай, Ейәнсәр, Аҡбай, Мыяубикә, Сысҡан, Һөйләүсе.
Декорация:Өй, ҡойма, алда – ҙур шалҡан!
Һөйләүсе:Борон-борон заманда йәшәгән ти әбей менән бабай. Яҙ етеү менән бабай шалҡан ултыртҡан. Уны яҡшылап ҡараған, көн дә һыу һипкән, ҡыйын утаған. Шалҡан ай үҫәһен көн үҫеп, бик ҙур булып өлгөргән, ти. Бабай сығып тартып ҡарай, көсө етмәй икән.
Бабай: Әбей, сыҡ әле, сыҡ! Шалҡанды тартып сығарырға ярҙам ит!
(әбей йүгереп сыға)
Һөйләүсе:Эй тарталар икәүләп, эй тарталар, сығара алмайҙар икән.
Әбей(ҡулын болғап): Ейәнсәрем, кил әле, шалҡанды тартып сығарырға ярҙам ит!
(Ейәнсәре йүгереп сыға)
Һөйләүсе:Икәүҙән өсәү яҡшы, тип эй тарталар былар , уңға тарталар, һулға тарталар, юҡ, сыҡмай, ти.
Ейәнсәре:Аҡбай, кил әле ярҙамға!
(Эт сыға)
Аҡбай: Уау! Уау!
Һөйләүсе:Дүртәүләп тартып ҡарайҙар, шалҡан урынынан һис ҡуҙғалмай икән.
Аҡбай:Мыяубикә, кил әле, шалҡанды тартып сығарырға ярҙам ит!
(Бесәй сыға)
Мыяубикә: Мыяу! Мыяу!
Һөйләүсе:Бишәүләшеп тартып ҡарайҙар, булдыра алмайҙар, ти!
Мыяубикә: Беҙгә ярҙамға сысҡанды саҡырырға кәрәк!
Бөтәһе бергә: Сысҡанды?!
Әбей: Ул нисек кенә беҙгә ярҙам итһен инде!
Ейәнсәр:Ул бит үҙе бигерәк бәләкәй!
Мыяубикә: Сысҡан, кил әле ярҙамға!
Һөйләүсе:Бесәй сысҡанға килеп йәбешеп, күмәкләп бер тартыуҙары була, шалҡан килгән дә сыҡҡан, ти. Бөтәһе лә бигерәк ныҡ ҡыуанғандар! Әбей тәмле генә итеп бутҡа бешереп ҡунаҡ иткән, ә сысҡан табындың иң түрендә ултырған икән!
(Бөтәһе лә тамашасыға баш эйәләр).
ХОРОВОД”РЕПКА”
Батшабикә: Рәхмәт, балалар!Ҡалай матур итеп уйнанығыҙ, афарин!Мин һеҙгә тағы ла серле таяғым менән әкиәт бүләк итәм: 1, 2, 3! Миндә – тылсым, миндә – көс!(ҡыңғырауын сыңлатһа, йомро икмәк тәгәрәп сыға)
Тәрбиәсе: Балалар! Ҡарағыҙ әле. Был бит – йомро икмәк!
Батшабикә: Әллә был әкиәтте лә беләһегеҙме?!Әйҙә әле, мин ҡарайым, һеҙ уйнағыҙ!
“ЙОМРО ИКМӘК” ӘКИӘТЕ
Ҡатнашалар: Йомро икмәк, Әбей, Бабай, Ҡуян, Бүре, Айыу, Төлкө, Һөйләүсе.
Декорация: Өй, ҡойма, шыршылар.
(Әбей менән бабай өйҙә ултыра. Әбей ойоҡ бәйләй, бабай гәзит уҡый)
Һөйләүсе:Борон-борон заманда йәшәгән ти әбей менән бабай. Бабай ултырған-ултырған да. Бик ныҡ асығып киткән ти.
Бабай: Әбекәй!Асыҡтым, йомро ғына итеп икмәк бешереп ашат әле!
Әбей: Нимәнән генә бешерәйем һуң!Он бөттө бит.
Бабай: Ә һин ларҙы ҡырып-һепереп ҡара! Бәлки, бер ус йыйылыр!
БЕЙЕҮ “БИШБАРМАҠ”.
Һөйләүсе: Әбей ларҙы ҡырып-һепереп, бер ус он йыйып алған, ти. Ҡамыр баҫып, йомро ғына икмәк яһап, уны мейестә бешереп алған. Хуш еҫ бөркөп тоған йомро икмәген һыуытырға тип тәҙрә төбөнә ҡуйған да, үҙе бабайҙы сәйгә саҡырырға сығып киткән. Ә йомро икмәккә шул саҡ йән инеп, тирә-яҡҡа һоҡланған да, һикереп төшкән дә, һуҡмаҡ буйлап тәгәрәп киткән дә барған, ти.
(Йомро икмәкте тәгәрәтәбеҙ. Бала йүгереп сыға)
Йомро икмәк: Мин – йомро икмәк,
Ларҙа һеперелгәнмен,
Мейестә бешерелгәнмен,
Тәҙрә төбөндә һыуындым,
Әбейҙән дә ҡастым,
Бабайҙан да ҡастым.
(Ағас артынан ҡаршыһына Ҡуян килеп сыға)
Ҡуян: Ох, йомро икмәк!Хәҙер мин һине ашайым!
Йомро икмәк: Ашама мине, Ҡуянҡай! МИн һиңә йыр йырлайым:
Мин – йомро икмәк,
Ларҙа һеперелгәнмен,
Мейестә бешерелгәнмен,
Тәҙрә төбөндә һыуындым,
Әбейҙән дә ҡастым,
Бабайҙан да ҡастым,
Һинән дә ҡасам!
(Музыка уйнай, йомро икмәк артабан тәгәрәй. Ҡаршыһына Бүре килеп сыға.)
Бүре: Йомро икмәк?!Ҡайҙа юл алдың? Хәҙер ашайым!
Йомро икмәк:Ашама мине, Бүре! Мин һиңә йыр йырлайым:
Мин – йомро икмәк,
Ларҙа һеперелгәнмен,
Мейестә бешерелгәнмен,
Тәҙрә төбөндә һыуындым,
Әбейҙән дә ҡастым,
Бабайҙан да ҡастым,
Ҡуяндан да ҡастым,
Һинән дә ҡасам!
(Музыка уйнай, йомро икмәк артабан тәгәрәй. Ҡаршыһына Айыу килеп сыға.)
Айыу: Уй, тәмле генә йомро икмәк! Хәҙер ашайым!
Йомро икмәк: Ашама мине, Айыухан - тайыштабан! Мин һиңә йыр йырлайым:
Мин – йомро икмәк,
Ларҙа һеперелгәнмен,
Мейестә бешерелгәнмен,
Тәҙрә төбөндә һыуындым,
Әбейҙән дә ҡастым,
Бабайҙан да ҡастым,
Ҡуяндан да ҡастым,
Бүренән дә ҡастым,
Һинән дә ҡасам!
(Музыка уйнай, йомро икмәк артабан тәгәрәй. Ҡаршыһына Төлкө килеп сыға.)
Төлкө:Йомро икмәк! Хәҙер мин һине ашайым!
Йомро икмәк: Ашама мине, Төлкөбикә! Мин һиңә йыр йырлайым:
Мин – йомро икмәк,
Ларҙа һеперелгәнмен,
Мейестә бешерелгәнмен,
Тәҙрә төбөндә һыуындым,
Әбейҙән дә ҡастым,
Бабайҙан да ҡастым,
Ҡуяндан да ҡастым,
Бүренән дә ҡастым,
Айыуҙан да ҡастым,
Һинән дә ҡасам!
Төлкө: Ах! Ҡалай матур йырлайһың!Тик мин шул тиклем насар ишетәм. Яҡыныраҡ килеп йырла әле!
Һөйләүсе: Йомро икмәк шатланып Төлкөгә яҡын килеп йырлай башлаған икән, Төлкө уны “Ам!” ашаған да ҡуйған! ӘӘә, юҡ, йомро икмәк барыбер Төлөнән ысҡынып ҡасҡан. Шунан башҡа әбей менән бабайҙан ҡасмаған һәм маҡтанмаған.
ХОРОВОД “КОЛОБОК”
Батшабикә: Үәт, маладистар!
Әкиәтте яраталар
Ололар һәм балалар.
Изгелеккә, матурлыҡҡа
Өйрәтә беҙҙе улар.
Нисек дөрөҫ йәшәргә,
Ниндәй эштәр эшләргә,
Ә хәҙер беҙҙең менән
Юлландыҡ “Тирмәкәй”гә!
Батшабикә: Ҡалай күңелле, матур булды! Афарин, балалар! Бер ҙә генә һеҙҙе әкиәт иленән ҡайтарғым килмәй.
Тәрбиәсе: Рәхмәт, Батшабикә! Һинең илеңдә бик оҡшаны. Тик беҙгә ҡайтырға ваҡыт.
Батшабикә: Туҡтағыҙ! Балаларға бүләк таратайым.
Был – һауалы шар,
ул бик алыҫҡа осор,
һеҙҙе үҙ өйөгөҙгә,
шунда уҡ алып барыр.
Тәрбиәсе: Бауҙарға тотондоҡ,
Бер, ике, өс! Остоҡ!
Йыр “Шарҙар”(или икенсе йыр-мыр!)
Тәрбиәсе: Күҙ йомғансы, һауалы шар
Үҙ бүлмәбеҙгә илтте.
Әкиәт батшабикәһе
Шәп байрам бүләк итте!
Бик күңелле, ҡыҙыҡ булды,
Оҡшанымы, балалар!
Ярай, яҡшы! Ошоноң менән
Әкиәтебеҙ тамам!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Белем иленә сәяхәт.
Белем иленәсәяхәт (мәктәпкә хәзерлек төркемендә математикадан йомгаклау шөгыле)....
Юл билгеләре иленә сәяхәт
Юл билгеләрен өйрәтү буенча шөгыль...
Тема:"Тапкырлар иленә сәяхәт"математика дәресе(мәктәпкә әзерлек төркеме)
Максат:Шакмаклы дәфтәр битенә тәрбияче әйтүе буенча төрле геометрик фигуралар төшерергә өйрәтү; кәгазь битенен ун,сул,аскы,өске якларын дөрес атау; 20 кадәр санау күнекмәләрен ныгыту; атна көннәрен, е...
Образовательная деятельность по татарскому языку для русско язычных детей "Габдулла Тукай әкиятләре иленә сәяхәт".
Внедрить систему воспитания чувств через путешествие по сказкам, научить ребенка сопереживать, откликаться на чужую беду, выражать свои чувства адекватно. Воспитывать интерес к творчеству великого тат...
“Татар теле иленә” сәяхәт-дәрес.
Татар теленнән гомумиләштерү дәресе...
Методическая разработка для детей дошкольного возраста по изучению правил безопасного поведения на дорогах "Юл фәне иленә сәяхәт"
Здесь отрывок этой методической разработки. Работа сама состоит из проектов для детей старшей группы коррекционных ДОУ....
Конспект занятий по математике. Тема:"Математика иленә сәяхәт" в старшей группе.
Конспект занятий по математике. Тема:"Математика иленә сәяхәт" в старшей группе....