Һабантуй байрамы
методическая разработка (старшая группа)

Гафарова Залия Зайнулловна

Һабантуй байрамы

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл Һабантуй байрамы20.72 КБ

Предварительный просмотр:

Башкортостан Республикаһы Күгәрсен районы муниципаль районының Тәүәкән ауылы «Бәпембә» балалар баксаһы мәктәпкәсә белем биреү муниципаль автоном учреждениеһы

ҺАБАНТУЙ БАЙРАМЫ

                                                                       Тәрбиәсе : Ғафарова З.З.

2019

ҺАБАНТУЙ - башҡорттарҙың боронғо байрамы. Ул яҙғы сәсеү эштәре менән малға бесән әҙерләу араһында үткәрелә. Ғәҙәттә бер-нисә ауыл бергә үткәрә. Һабантуй алдынан малайҙар һебә йыялар. Һебә йыйыу - ауылда өй беренсә йөрөп һабантуйға бүләк йыйыу. Һебә йыйыусыларға хужалар таҫтамал, яулыҡ, аҙыҡ-түлек биреп сығара.
Һабантуй башланғас, ҡор башы (майҙың атаһы ла тиҙәр) халыҡты ҡотлап, изге теләк теләй, ниндәй көрәш, бәйгеләр булырын, кемдәр, ҡайҙан ҡунаҡтар килгәнен, уларҙың ырыуын һанап сыға, ниндәй атаҡлы ҡурайсыларҙың, думбырасы, ҡумыҙсыларҙың, былтырғы батырҙарҙың, йырсыларҙың килеүен әйтә, уларға халыҡ сәләмен еткерә. Ҡунаҡтарҙы майҙан ҙурлап ҡаршылай: дөңгөр һуғалар, һорнай уйнайҙар. Ҡор башы, шулай уҡ майҙанда ил хәлдәренә ҡағылышлы ниндәй етди һүҙ булыры тураһында ла һөйләй.
Һәр ауыл, ҡаҙан аҫып, байрамға атап һуйған һуғымын бешергән, ситтән килгән ҡунаҡтарҙы бүлешеп алып һыйлаған, хөрмәт иткән. Һуғым башын йәки баш итен ҡарттарға илтеп биргәндәр. Йола буйынса, уны, баш эйеп, батыр килтергән. Аҡһаҡал йә мулла ҡабул иткәндә егеткә рәхмәт әйткән. Баш итен ҡарттар барыһы ла ауыҙ итергә тейеш булған. Өлөшсө иң тәүҙә алып килеүсе батыр егеткә баш итенең уң ҡолағын (йә ҡолаҡ арты өлөшөн) киҫеп биргән дә: “Уң хәбәр менән генә йөрө!” — тигән.
Һабантуйҙа егеттәр милли көрәштә көс һынашҡан, һырғауылға үрмәләү, тоҡ менән һуғышыу, атта сабышыу һ. б. халыҡ уйындары үткәрелгән. Сәсәндәр, ҡурайсылар, йыраусылар, бейеүселәр үҙ-ара ярышҡан. Йылдың уңышлы килеүен теләп доға уҡығандар. Еңеүселәргә төрлө бүләктәр бирелгән.


АТ САБЫШЫ
Иң тәүге бәйге - ат сабышы. Унда, ғәҙәттә, үҫмер малайҙар сабыша. Бәйгегә тиклем аттарҙы тәрбиәләйҙәр. Бәйгенең беренсе бүләген (һебәһен) ауыш ҡолғаға тағып ҡуйыр булғандар. Беренселекте алыусы, сабып килешләй үк, ул бүләкте эләктереп алған.


КӨРӘШ
Көрәш бәйгеһен дә малайҙар башлаған. Шунан ғына ир ҡорона еткәндәр бил һынашҡан. Көрәшселәр буй йә ауырлыҡҡа ҡарап түгел, ә йәрәбә, шыбаға буйынса көрәшкән. Ғәҙәттә, һәр ауыл үҙене

Ғәҙәттә, һәр ауыл үҙенең батырын махсус әҙерләгән: тәкә һуйып, ай буйы ашатып, һыйлап йөрөткәндәр. Борон йома көн иртән һуйылған малдың ҡанын мөгөҙгә һалып (йә туҫтаҡ менән) батырға эсергәндәр. Батыр даны ырыу данына әйләнгән.


АТТАН ТАРТЫШЫУ
Көс, йылдамлыҡ, сослоҡто һынау өсөн һыбайлылар бер-береһен аттарынан тартып төшөрөргә тырыша.


ТАШ ЫРҒЫТЫУ
Бик боронғо көс һынашыу алымы. Батыр егет оло ташты күтәреп сорғота. Ни тиклем алға ташлай — тимәк, шул хәтлем көслө.


ТАҠМАҠ ӘЙТЕШЕҮ
Түңәрәк уртаһына ҡурайсылар, ҡумыҙсылар баҫа. Түңәрәктең икенсе ҡатында таҡмаҡ әйтәләр, сәмгә һалып ярышып бейешәләр:
Тыпыр-тыпыр бейе әле,
Таҡта табырбыҙ әле.
Бер төшкәндә бейеп ҡал,
Һағынып һөйләрҙәр әле.
Беҙҙең ауыл — ҙур ауыл,
Урамдары киң ауыл.
Беҙҙең яҡта һабантуйҙар
Ана шулай үтә ул!
Түңәрәктә ауыл менән ауыл таҡмаҡ әйтешә, мәрәкәләшә. Ҡурайсы, йырсы, сәсәндәрҙең, бейеүселәрҙең ярышы һабантуй буйына бара.


МӘРӘКӘ УЙЫНДАР
Ҡалаҡҡа йомортҡа һалып, тоҡ кейеп йүгереү, бүрәнә өҫтөндә эсенә юнысҡы, бесән тултырылған тоҡ менән “һуғышыу”, күҙ бәйләп әйбер киҫеү, аҙым һайын исем әйтеү, тулы күнәктәр менән йүгерешеү, ике кеше “бер кеше” булып (береһенең һул аяғына икенсеһенең уң аяғы бәйле килеш) һикереү һ.б. Мәргәнлекте һынау өсөн бейек ҡолғаға тағылған түбәтәй йә бүреккә уҡ атышыу, бүкән өҫтөндә ултырған сеүәтәгә атыуҙар, ағас ботағына йә ҡолғаға аҫылған нәмәгә таяҡ менән бәреүҙәр һ.б.
Элек һабантуй бер нисә көн барған. Һәр ырыу, ара үҙенең бар һәләтен, батырҙарын күрһәтергә, һәр ҡайһыһы тирмәләрҙә ҡунаҡ булып сығырға тейеш булған. Йыйын бағанаһына тамғалар ырып, ырыу араһында тоғролоҡҡа ант әйтешеү үткән.

Быуаттарҙан беҙгә килгән
Һабантуй байрамдары.
Халҡымдың изге йолаһы,
Йәйҙең күрке, йәмдәре.
Һабан, һабан, һабантуйы,
Күкрәп үҫер иген туйы.
Түҙемһеҙлек менән көтә
Халҡым уны бер йыл буйы.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Шежере-байрамы

«Свою родословную знай, традиции семьи уважай, почитай!»...

Кәкүк сәйе байрамы.

Кәкүк сәйе байрамы. Маҡсат:1.     Боронғо йолаларҙы кире ҡайтарыу.2.     Балаларҙың ижади һәләтен үҫтереү.3.     Йолаларға ҡарата, башҡ...

« Ҡарға бутҡаhы » фольклор байрамы. (байрам сценарийы ) - «Воронья каша» народный праздник (Сценарий праздника)

« Ҡарға бутҡаhы » фольклор байрамы. (байрам сценарийы ) - «Воронья каша» народный праздник (Сценарий праздника)Маҡсат: Халыҡтыӊ боронғо йолаларын ҡыҙыҡhыныу уятыу, тирə-яҡ мөхиткə hөйөʏ həм hаҡсыл мөн...

Һабантуй

Балаларҙы башҡорт халыҡ традициялары менән таныштырыу. Башҡорт халыҡ уйындары аша төрлө физик сифаттар тәрбиәләү, халыҡ традицияларына, ғөрөф-гәҙәттәренә ихтирам уятыу....

ҺАБАНТУЙ БАЙРАМЫ (балалар баҡсаһында)

Маҡсат: Балаларҙы халҡыбыҙҙың иң яраткан, иң күңелле, иң тантаналы байрамы – Һабантуй –менән таныштырыуҙы дауам итеү. Балаларҙа халыҡ байрамдарына ҡыҙыҡһыныу уятыу, байрамдың үҙенсәлектәре...

"Һабантуй" («Сабантуй»)

Сценарий праздника«Сабантуй»...

ҺАБАНТУЙ БАЙРАМЫ

ҺАБАНТУЙ БАЙРАМЫ...