Башҡортостаным – илем
материал (средняя группа)
Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы муниципаль район
Аҡъяр ауылы «Бәпембә» балалар баҡсаһы баланы үҫтереү үҙәге
муниципаль автономиялы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы
"Башҡортостаным – илем!"
(уртансылар төркөмө өсөн байрам сценарийы)
Әҙерләне:
тәрбиәсе Байсурина З.Ә.
Төп белем биреү өлкәһе: телмәр үҫеше.
Белем биреү өлкәләрен интеграциялау: танып белеү үҫеше, социаль- коммуникатив үҫеш.
Бурыстар.
Белем биреүсе.Балаларға Башҡортостан Республикаһының дәүләт билдәләре (гимн, герб, флаг), тыуған илебеҙ, еребеҙ тураһында яңы белем биреү.
Үҫтереүсе. Балаларҙың аң-зиһенен, хәтерен, телмәрен үҫтереүҙе дауам итеү.
Тәрбиәүи. Башҡорт халыҡ ижадына, йолаларына, байрамдарына ҡыҙыҡһыныу уятыу, тыуған илебеҙгә, еребеҙгә һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. Шатлыҡ тойғоһо бүләк итеү.
Йыһазландырыу: компьютер, слайдтар, Башҡортостан гимны, гербы, Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостан Республикаһының, Хәйбулла районының дәүләт флагтары,Башҡортлостан Республикаһы гимны аудиояҙмаһы.
Алдан үткәрелгән саралар: Башҡортостан тураһында шиғырҙар ятлау,йырҙар, бейеүҙәр өйрәнеү, әңгәмә үткәреү.
Зал байрамса биҙәлгән.
Ҡурай уйнай. Балалар залға инәләр.
Алып барыусы. Һаумыһығыҙ, балалар! Байрамға рәхим итегеҙ! Балалар, һәр кешенең тыуған иле, теле, ере,милләте була. Һеҙ, миңә әйтегеҙ әле:
- Һеҙҙең милләтегеҙ кем?
-Башҡорт.
- Телегеҙ ниндәй?
- Башҡорт теле.
- Ырыуығыҙ кем?
-Үҫәргән.
-Ҡошоғоҙ нимә?
-Торна.
-Ағасығыҙ нимә?
-Миләш.
-Оранығыҙ нимә?
-Туҡһаба.
-Тыуған илегеҙ?
- Башҡортостан!
Балалар,Башҡортостан ул - башҡорт иле. Унда барса халыҡ дуҫ, татыу йәшәй. Беҙҙең илебеҙ азат, үҙаллы ил. Халҡыбыҙ үҙенең президентын һайланы.
-Балалар, кем ул беҙҙең президентыбыҙ?(балаларҙың яуабы)
Республикабыҙҙың үҙ флагы,гербы, гимны бар. Гимнды, балалар, аяҡ өҫтө баҫып тыңлайҙар. Ул берҙәмлеккә, татыулыҡҡа, дуҫлыҡҡа, азатлыҡҡа әйҙәүсе символ. Әйҙәгеҙ Башҡортостан республикаһы гимнын тыңлайыҡ.
- Балалар,Башҡортостан нимәләргә бай? (балаларҙың яуабы) Әйе, ул үҙенең урмандары, йылға-күлдәре, тауҙары, хайуандары, киң далалары, икмәге, балы, ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтары,ҡоштары, балыҡтары менән дан тота.(Компьютер экранында тәбиғәт күренештәре слайдтары күрһәтелә)
Ике бала уртаға сығып шиғыр һөйләйҙәр.
Башҡортостан- азат республикам,
Ниндәй иркен һәм бай еребеҙ.
Беҙ атларға тейеш ошо ерҙән
Хужа булып үҙебеҙ.
Башҡорттар өсөн ошо ил -
Тиңһеҙ бер Бәхетостан.
Башҡортомдоң баш йорто ул-
Тиңһеҙ был Башҡортостан!
Р.Сөләймәнов эшкәртеүендәге ,,Башҡортостан” ҡобайырын тыңлау.
Өсөнсө бала. Бейеүеңдә һинең башҡорт рухы
Һунарсы ла,
Һуғышсы ла булып,
,, Байыҡ “ булып ғүмер иткәне.
Малайҙар башҡарыуында ,,Батырҙар” бейеүе.
Дүртенсе бала. Салауаттың исеме бөгөн
Яңғырай һәр кем телендә.
Батыр данын дауам итеп,
Салауаттар тыуыр еремдә.
Йыр ,,Салауат”( Ф. Ғөбәйҙуллина һүҙҙәре, К.Ниғмәтов музыкаһы)
Бишенсе бала. Ҡарағыҙсы, кемдәр бейей
Үҙҙәре бик күмәктәр.
Өҫтәрендә төрлө- төрлө
Матур- матур күлдәктәр.
Ҡыҙҙар башҡарыуында ,, Ҡымыҙ “ бейеүе.
Алтынсы бала. Үҙ телемдә һөйләшәм-
Миңә ҡоштар көнләшә.
Үҙ телемдә һөйләшәм-
Күңелемдә йыр ғына.
Йыр ,, Ерем, илем,телем”(Р. Шәкүр һүҙҙәре)
Етенсе бала. Төрлө милләт балалары
Йыйылғандар бер ергә.
Бөтәһе лә тигеҙ баҫа,
Оҫта улар бейергә.
Башҡорт, рус, татар милле кейемендәге балалар залға бейеп килеп сығалар.
Башҡорт халыҡ уйынын ’’ Ҡурай ’’
Бөтә балалар бергә. Йәшәһен башҡорт теле, йәшәһен дуҫлыҡ иле!
Алып барыусы ҡобайыр йырлай.
Үҙ илеңде яҡлар бул,
Халҡыңа һин ҡалҡан бул.
Үҙ телеңдә ятлар бул,
Үҙ ереңдән атлар бул.
Илен яҡлар егеттәр,
Халҡына ҡалҡан булыр.
Халыҡ терәге булһағыҙ,
Ил йөрәге булһағыҙ,
Алға китер Башҡортостан,
Сәскә атыр баш йортом.
Һис юғалмаҫ башҡортом,
Сәскә атыр баш йортом!
Бөтәһе бергә. Сәскә атыр баш йортом!
Ҡурай уйнай. Байрам тамамлана.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
bak.ilem_.doc | 46.5 КБ |
Предварительный просмотр:

По теме: методические разработки, презентации и конспекты
"Башҡортостаным – илем!"
Уртансылар төркөмө өсөн байрам сценарийы...
Хрестоматия "Башҡортостан - Гөлбостан" к региональной программе "Башҡортостан - тыуған илем"
Хрестоматия изучения Республики Башкортостан для детей дошкольного возраста. Я являюсь соавтором этой хрестоматии....
Сценарий праздника к Дню Республики Башкортостан "Тыуған илем тим дә һүҙ башлайым, тыуған илем Башҡортостаным!"
Воспитание, созданное самим народом,основанное на народных началах,имеет ту воспитательную силу,которой нет в самых лучшихсистемах, основанных на абстрактныхидеях… Н К. Уши...
Тыуған илем -Башҡортостан
Маҡсаттар: - балаларҙы Башҡортостан Республикаһының символикаһы менән таныштырыу, өлкәнләрҙе, тәрбиәсене иғтибар менән тыңларға өйрәтеү;йомаҡтар аша балаларҙың фекерләү ҡеүәһен, тиҙлек, телмәрен үҫтер...
Башҡортостаным - илем
Республика көнөнә арналған башҡортса сценарий...
Технологическая карта. Занятие. Образовательная область «Речевое развитие». Раздел «Развитие речи» в подготовительной группе (6 - 7 лет). Название: «Илья Муромец в былине «Илья Муромец и Соловей - разбойник"
Цель: формировать у детей умение анализировать текст - былины.Продолжать знакомить с жанром былины, с образом былинного богатыря Ильи Муромца. Учить выделять и называть героя былины; определять ...
"Башҡортостаным -илем!"
Уртансылар төркөмө өсөн байрам сценарийы...