Тылсымлы буяуҙар иленә сәйәхәт
план-конспект занятия по рисованию (младшая группа)

Кутлубердина Гульфия Рафиковна

Кескәйҙәр төркөмөндә "Тылсымлы буяуҙар иленә сәйәхәт" исемле ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл tylsymly_buyauzar_ilen_syht_.obbe_.docx14.13 КБ

Предварительный просмотр:

              Башҡортостан Республикаһы Сибай ҡалаһы ҡала округының

              "  Ҡояшҡай"  дөйөм үҫтереү балалар баҡсаһы муниципаль

                     мәктәпкәсә белем биреү бюджет учреждениеһы

                          Художестволы ижад өлкәһендә

                   " Тылсымлы буяуҙар иленә сәйәхәт "

      исемле темаға ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге.

                                 ( кескәйҙәр төркөмө)

                                                               Әҙерләне тәрбиәсе:

                                                                Ҡотлобирҙина Г.Р.

                                     

                                        Сибай

Маҡсат: төҫтөр тураһында белемдәрен камиллаштырыу.

Бурыстар:

Өйрәтеүсе:

- төҫтәр тураһында белемдәрен ҡабатлау,нығытыу.

Үҫтереүсе:

- хәрәкәт әүҙемлеген, бер-береһенә бәрелмәй йүгереүҙе, ҡул суҡтарының әүҙемлеген үҫтереү;

-балаларҙың иғтибарҙарын, уйлау һәләттәрен үҫтереү

Тәрбиәүи:

-яҡшы кәйеф булдырыу, бергә эшләү теләге тәрбиәләү.

Материалдар:

-туҡыма 4 төҫтә(ҡыҙыл,йәшел,күк,һары)

-обручтар

-шарҙар

-ватман

Эшмәкәрлек барышы:

Балалар залға инә, музыка уйнай. Ҡояш һүрәте эленгән.

Тәрбиәсе : Балалар,ҡарағыҙ әле,беҙҙе ҡояш ҡаршы алып тора,әйҙә уның менән һаулыҡ һорашайыҡ.

-Һаумы,алтын ҡояш(ҡулды күтәрәләр),

-Һаумы,зәңгәр күгем(ҡулда ситкә),

-Һаумы,елкәйем(ҡулдарҙы болғайбыҙ),

-Һаумы бәләкәс дуҫҡайым (балалар ҡосаҡлашалар).

Тәрбиәсе:  Балалар,ҡояш апай беҙҙе тылсымлы буяуҙар иленә ҡунаҡҡа саҡыра ,барабыҙмы ?Әйҙәгеҙ ,беҙ уның нурҙарына тотоноп,осоп барайыҡ(музыка ыңғайына осоп зал уртаһына торабыҙ)

-Ҡояш апай үҙенең илендә  беҙҙе төрлө төҫтәге болондарға саҡыра.Мин ниндәй төҫтө әйтәм,һеҙ шул төҫтәге болонға  йүгереп барып торорһоғоҙ(тәрбиәсе дүрт төҫтө әйтә,балалар әйткән төҫ буйынса торалар)

-Икенсе варианты уйындың:  тәрбиәсе өҫкә төҫлө ленталарҙы күтәрә,ә төҫөн әйтмәй,балалар төҫкә ҡарап ҡына йүгерәләр.

 Афарин,балалар.Төҫтәрҙе айыра беләбеҙ.Ә хәҙер мин һеҙҙе өҫтәл артына саҡырам, унда бантиктар ята.Бантикты төҫө буйынса кәрәк карточкаға һалабыҙ.(эш төрөн ҡатмарлаштырырға була,мәҫәлән,күк бантикты һары

карточкаға һалабыҙ һ.б.)

-Ә хәҙер мин һеҙҙе уйнарға саҡырам.Минең ҡулымда шар,һеҙ уны ошо тауарҙан төшөрмәй,һикертеп алып йөрөргә тейешһегеҙ(балалар тауарҙың ситенән тоталар ,шарҙы уртаһына һалабыҙ,балалар ырғыталар,төшөрмәҫкә тырышалар).

-Афарин ,бик матур уйнанығыҙ.Ҡояш апайға ла һеҙҙең уйнауығыҙ бик оҡша-

ған.Шуға күрә ул һеҙҙе өҫтәл артына шарҙар эшләргә саҡыра.

Шарҙарҙың эстәре төрлө төҫтәргә буяла(ярҙам кәрәкһә тәрбиәсе ярҙам итә

һәр кемгә).

Тәрбиәсе : Бик матур шарҙар эшләнек,шулаймы ? Ә һеҙ шарҙарҙы буяған арала болонда төрлө-төрлө сәскәләр үҫеп сыҡҡан.Мин һеҙгә үҙегеҙгә оҡшаған бер сәскәне генә алырға рөхсәт итәм( по принцапу выбора стимулов теста Люшера.Педагог-психолог аҙаҡ йомғаҡ яһай).

Сәскәләр менән төркөмгә ҡайталар.

                                                                 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Конспект занятия по обучению татарскому языку в старшей группе Тема: “Тылсымлы кыш.”

Хочу вашему вниманию представить конспект, интегрированное занятие по обучению татарскому с элементами фольклора, нетрадиционного рисования.  В конспекте использованы такие методические приемы: вхожде...

"Тылсымлы инә."

Балаларнын иҗади уйлау, күзаллау сәләтен        баету,булган белемнәренә нигезләнеп яңа ситуацияләр куллану .Предметларнын характерлы сыйфатларын билгеләү,анал...

Тема: Тылсымлы светофор һәм юл билгеләре патшалыгына сәяхәт

Татар телендә зурлар группасы өчен юл йөрү кагыйдәләре буенча конспект....

Тылсымлы дөнья

Ата - аналар өчен ачык бәйрәм иртәсе...

Тылсымлы сүзләр

конспект занятия для первой младшей группы на татарском языке...

"Тылсымлы урман аланы"

Максат: Балаларны урман, аланлык, анда үз-үзеңне тоту кагыйдәләре белән таныштыру.Җәнлекләр, кошлар, үсемлекләр турында белемнәрен киңәйтү. Алар арасындагы бәйләнешләрне балаларга аңлату, һәр нәрсәнең...

“Тылсымлы сүзләр иленә сәяхәт”.

Образовательная деятельность  по развитию речи на татарском языке для подготовительной группы.Материал поможет развитию речи на татарском языке . А также знакомству с правилами поведения, во...