Мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә «Ҡарғатуй байрамы йолаһы» темаһына асыҡ дәрес конспекты
учебно-методический материал (подготовительная группа)
Предварительный просмотр:
Мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә
«Ҡарғатуй байрамы йолаһы»
темаһына асыҡ дәрес конспекты
ИНЕШ ҺҮҘ. ҠАРҒА БУТҠАҺЫ
Ҡарға бутҡаһы - ҡатын-ҡыҙ байрамы. Бешерем-төшөрөм, бәйгеләрҙә еңеүселәрҙе бүләкләү сығымдарын улар бергәләп күтәрә. Ауыл буйлап бүләк, ярма, май, йомортҡа йыйыусыларҙы алсабырҙар тип йөрөтәләр. Алсабыр итеп ауылда абруйлы, һүҙе үтемле, үҙе күңелсәк, йыр, бейеү оҫтаһы булған әбейҙәрҙе һайлайҙар. Ауыл буйлап бүләк, ризыҡ йыйғанда, алсабырҙар сағыу-сағыу күлдәктәр кейеп, биҙәкле таяҡтарға таянып, һамаҡлай-һамаҡлай йөрөйҙәр. Уларға бала-саға эйәрә, ҡысҡырып һамаҡ әйтә:
Ҡарға әйтә: "Ҡар, ҡар,
Ҡарғатуйға бар, бар!"
Ҡарғатуйға бармағандың
Күңеле булыр тар, тар,
Күңеле булыр тар, тар -
Ҡарғатуйға бар, бар!
Байрам көндө ҡатындар, ҡыҙҙар һәм балалар тауға йәки башҡа ҡалҡыу урынға сығалар. Йола буйынса, байрамға килгәндәр ағасты биҙәп тәңкәләр, көмөш беләҙектәр, муйынсаҡтар, балдаҡтар элә, төрлө төҫтәге таҫмалар, яулыҡтар бәйләй. Шул ваҡытта теләгән яҡшы теләктәр, изге хыялдар тормошҡа аша, тиҙәр.
Байрамда ғәҙәттә уңдырышлылыҡты кәүҙәләндергән ҡыяҡлыларҙан (арпа, тары, бойҙай) ҡарға бутҡаһы бешерәләр. Сәй табынына бал, бауырһаҡ, бәлеш, гөбәҙиә, ҡоймаҡ, сәк-сәк, эремсек һ.б. ризыҡ ҡуялар. Аштан һуң ҡоштар һыйлау (ҡарға ашатыу, ҡарға һыйлау) йолаһы үткәрелә: ҡалған бутҡаны түңгәк, таш өҫтөнә, ағас төбөнә һалып сығалар, тәбиғәткә, ҡоштарға һәм ата-бабалар рухына мөрәжәғәт итеп, муллыҡ һәм именлек, уңыш һәм уңдырышлылыҡ һорап изге теләктәр әйтәләр; малайҙар ағас башына менеп ҡарға һ.б. ҡоштар булып ҡысҡыралар.
Байрамда ярыштар һәм төрлө халыҡ уйындары үткәрәләр, әйлән-бәйлән уйнайҙар, дөңгөр, думбыра, ҡумыҙ һ.б. халыҡ ҡоралдарына ҡушылып бейейҙәр, йырлайҙар, таҡмаҡ әйтәләр.
Байрам тамамланғас:
Ҡар-р-р, ҡар-р-р, ҡарғалар!
Ишетәһегеҙме, ҡарғалар!?
Баҡсаларҙа алмағас,
Ҡорой, ямғыр яумағас.
Ҡар-р-р, ҡар-р-р, ҡарғалар,
Беҙ тағы ла китәбеҙ.
Йыйылышып, һыйланығыҙ,
Ямғыр, яу! - тип теләгеҙ. - тип һамаҡлай-һамаҡлай таралышыр булғандар
“Ҡарға бутҡаһы” байрамы сценарийы
Байрам үткәрелә торған ялан байрамса биҙәлгән: тирмә ҡуйылган,тирмә эсе биҙәлгән, сәхнә эшләнгән, самауыр ҡайнатырға кәрәк-яраҡтар әҙерләнгән, ҡаҙан аҫылған, милли уйындар, көрәш өсөн майҙансыҡтар билдәләнгән. Байрамға килеүселәргә төҫлө таҫмалар таратыла.
Байрам барышы: (Әмилә, Ҡарғалар-Рәсүл, Ғәзиз, Дан ҡорған артында тороп ҡалалар) Балалар бейеү көйөнә килеп инәләр, түңәрәк буйлап бейеп йөрөйҙәр, музыка туҡтаһа ултыралар.(Ултырғыстар әҙерләргә, шулай уҡ инәйҙәргә лә)
Алып барыусы: Ҡар-р-р, ҡар-р-р, ҡарғалар!
Ишетәһегеҙме, ҡарғалар!?
Баҡсаларҙа алмағас,
Ҡорой, ямғыр яумағас.
Ҡар-р-р, ҡар-р-р, ҡарғалар,
Беҙ тағы ла китәбеҙ.
Йыйылышып, һыйланығыҙ,
Ямғыр, яу! - тип теләгеҙ! -Ошондай һамаҡтар менән башҡорттар элек Ҡарға бутҡаһы байрамын үткәрер булғандар.
Ҡарға бутҡаһы — башҡорттарҙың яҙҙы ҡаршылауға арналған йыл һайын үткәрелә торған күркәм байрамы. Ҡатындар, ҡыҙҙар һәм балалар (14 йәшкә тиклемге малайҙар) тауға йәки башҡа ҡалҡыу урынға сыҡҡандар. Бер көн алда ауыл кешеләренән йыйған аҙыҡ-түлек килтерелгән. Ҡолға тотҡан балалар өй һайын йөрөп, бүләктәр йыйғандар, ҡарға бутҡаһына саҡырғандар, арпа, тары, бойҙай ярмаларынан бутҡа бешергәндәр.. Аштан һуң ҡоштар һыйлау (ҡарға ашатыу, ҡарға һыйлау) йолаһы үткәрелгән: ҡалған бутҡаны түңгәк, таш өҫтөнә, ағас төбөнә һалып сыҡҡандар, тәбиғәткә, ҡоштарға һәм ата-бабалар рухына мөрәжәғәт итеп, муллыҡ һәм именлек, уңыш һәм уңдырышлылыҡ һорап изге теләктәр әйткәндәр; малайҙар ағас башына менеп ҡарға һ.б. ҡоштар булып ҡысҡырған. Байрамда ярыш ойошторғандар, милли уйындар уйнағандар
Сәхнәгә өс инәй сыға.
1-се инәй:
Килеп еттек яланға,
Сәләмләйек ер-һыуҙы.
Имен-аман йәшәнек,
Бына тағы йыл уҙҙы.
Сәхнәгә һөлгө,ҡулъяулыҡ, таҫмалар тағылған ҡолға тотоп балалар сыға(Әмилә).
Һөлгө йыям, күрегеҙ.
Һеҙ ҙә бүләк бирегеҙ.
Аллы-гөллө һөлгө тағып
Ҡарғатуйға килегеҙ!
(1-се инәй ҡолғаға яулыҡ бәйләй, ҡунаҡҡа килеүселәр һөт, май, ярмаларын балаларға бирәләр, кемдер яулыҡ, таҫтамал бәйләй)
2- се инәй ( батмусҡа бал, май һалынған ике сынаяҡты тотоп сыға): Изге хәбәрегеҙ өсөн ауыҙығыҙға бал яғам.
3-сө инәй:
Хәйерле хәбәрегеҙ өсөн ауыҙығыҙға һары май! (Балаларға бал,май ҡаптыралар,балалар рәхмәттәр әйте, халыҡ араһына бүләктәр, аҙыҡ-түлек йыйырға инеп китәләр)
2-се инәй:
Рәхмәт ,айым ,нурҙарыңа!
Рәхмәт,ҡояш нурҙарыңа!
Рәхмәт,шифа биргән һыуым!
Ҡаныр тағы һыуһыным.
3 се инәй.
Бына, һау булғас, ҡарғалар ҡайтып, ҡар бөтөп, ҡара ергә баҫыр көн тыуҙы.
2-се инәй:. Инде яуҙар булмай, имен- аман ғүмер итергә яҙһын!
Бөтәһе бергә. Шулай шул, шулай!
1- се инәй: Әйҙәгеҙ, илдә тыныслыҡ, ерҙә бәрәкәт булһын өсөн ултырып доға ҡылып алайыҡ! (Балалар эргәһенә ултырып доға ҡылалар)
Ат-тинйә, фиттин-йә, әхирәтә-хәсәнәтә уаһина ҡаҙабынар.
Йә Аллам йә рәхим, теләктәребеҙҙе ҡабул ҡыл. Амин. Аллаһыәппәр.
Сәхнәгә ҡурай моңона ҡарға костюмдарында 3 бала сыға.
Дан:Ҡарр-ҡарр-ҡарр!
Ҡарға туйға барр-барр!
Ҡарғатуйға бармағандың
Күңеле булыр тарр-тарр!
Ҡарға туйға барр-барр!
Ҡарғалар сәхнә артына инеп китәләр һәм сәхнәгә ҡояшты символлаштырып таҫмалар тотҡан Яҙ образындағы ҡыҙҙы алып сығалар.
Яҙ:
Һаумы ҡояш, һаумы яҡты көн!
Һаумы урман, ҡамышлы күл!
Һаумыһығыҙ болан-туғайҙар!
Аҫыл ҡанат, һабантурғайҙар!
Йомшаҡ елдәр,рәхмәт һеҙгә,
Ямғыр һыуын килтер беҙгә.
Рәхмәт һиңә,хәтфә ерем,
Һыйҙарыңды тәтей ирен.
(Ҡарғалар хәрәкәттәр яһап осалар).
1-се ҡарғаРәсүл:
Асылды аҡ ҡалын юрған.
Иҫә яҙғы елдәр ҙә
Беҙ ҡайтабыҙ, һағындырған
Тыуған үҫкән ерҙәргә.
2-се ҡарға Ғәзиз:
Көндәрҙе юлда үткәреп,
Ҡыуанышып һеҙгә остоҡ
Ҡанаттарға күтәреп
Һеҙгә яҙ алып ҡайттыҡ.
Ҡар-ҡар-ҡар (осоп китәләр)
Алып барыусы. Әйҙәгеҙ, бутҡа бешкәнсе, тәнде яҙып, уйнап, бейеп алайыҡ! – (Балалар йырлай һәм уйын үткәрелә)- 1.Шаян йыр. 2. Аҡ тирәк-күк тирәк уйыны.(Урындарына ултыралар)
Алып барыусы:
-Балалар, ә һеҙ беләһегеҙме,беҙҙә шундай бер йола бар, ул “ Һыу һибешеү” тип атала. Бала- саға, йәштәр, ҡарт- ҡоро урамға сығып, ямғыр апайға теләктәр әйтеп, һыу һибешкәндәр. Был йола ямғыр ваҡытында яуһын, уңыш мул булһын өсөн эшләнгән. Әйҙәгеҙ, һыу һибешеүҙе бейеү аша күрһәтеүсе Аделина менән Юлайҙы саҡырайыҡ әле! (бейеү)
Бейеүҙән алда икәүләп һамаҡлайҙар:
Яу,яу ямғырым!
Яу,яу, ямғырым!
Иртәнсәк тә, кис ҡырын
Илгә ҡытлыҡ килмәһен!
Игендәрҙе үҫтерһен!
Ямғыр яу, яу!
Беҙ булайыҡ һау, һау!
Инәй 1-се: Балалар, уйнап арығанһығыҙҙыр инде, әйҙәгеҙ, күңелдәрҙе күтәреп,
таҫмаларыбыҙҙы матур теләктәр теләп, ағастарға бәйләп ҡуяйыҡ.
Инәй 2 -се: Бар изге теләктәребеҙ ҡабул булһын.! Әйҙәгеҙ, бисмилла әйтеп, таҫмаларыбыҙҙы элеп, илебеҙгә именлек, донъябыҙға тыныслыҡ теләйек.( Таҫмалар эленә)
Алып барыусы:
Сылтырашып торһондар !
Елберләшеп торһондар !
Беҙҙе иҫләп торһондар !
Ҡотто һаҡлап торһондар !
Яман күҙҙән һаҡлаһындар!
Татыулыҡты - маҡтаһындар !
Ғәҙеллекте – яҡлаһындар !
Именлекте - теләһендәр!
3 –сө инәй: Әйҙәгеҙ, балалар, күңел асып, уйындар уйнап алайыҡ!
Майҙансыҡтарҙа йыр һәм милли уйын үткәрелә: Косилка-Молотилка йыры, “Йәшерәм яулыҡ»уйыны.(Балалар түңәрәккә ултыралар, уйындан тормайҙар)
Сәхнәгә 1-се инәй сыға.
1 –cе инәй: Эй, балалар, бутҡа бешкәндер инде.-уртаға Нәзилә менән Әмилә сығалар.
Нәзилә: Тәмле микән бутҡаһы,
Ауыҙ итәйек әле.
Матур яҙҙы ҡаршылап
Байрам итәйек әле!
Әмилә: Һалҡын ағай, кит-кит,
Ҡояш апай, сыҡ-сыҡ.
Һөтлө һыйыр яланда,
Майлы бутҡа ҡаҙанда,
Тәтәй ҡалаҡ баҙарҙа,
Ҡояш апай, сыҡ-сыҡ!
Бутҡа таратыла. Ашайҙар.(Балалар ултырғысҡа ултыралар)
2-се инәй: Малайҙар, ҡыҙҙар! Бутҡабыҙҙан ҡарғаларға өлөш ҡалдырайыҡ. Ямғырҙы ваҡытында яуҙырһындар. Илгә именлек, беҙгә туҡлыҡ, һаулыҡ теләһендәр.
3-сө инәй:
Бутҡа ҡарға аҙығы,
Бутҡа ҡарға аҙығы,
Шул бутҡаны хурлаһаң,
Башыңа төшөр яҙығы.
Ал ризыҡты, ал.
Аша ҡарғам, аша.
Ағас төптәренә ҡалған бутҡаларҙы һалып сығалар.
Сәхнәлә: 1- се инәй: Эй, тәбиғәт, барса йән эйәләре,
Һәммәгеҙҙән һорайым:
Яуындар яуһын,яуһын,
Аллам рәхмәтен һалһын,
Икенсе йылға ошо ерҙә
Йыйылайыҡ тағы бергә.
2-се инәй: Эй, хоҙайым, һинән һорайым,
Сәскәләрең нурлы булһын,
Үләндәрең күпереп торһон,
Йылғаларға һыуҙар тулһын,
Балыҡтарың һыуға сумһын,
Мал тыуарҙар ишәйһендәр,
Бәхетлеләр ишләнһендәр,
Яуыз уйлы, ҡара эстәр
Терһәктәрен тешләһендәр.
3-сө инәй: Эй,ҡөҙрәтле хоҙайҡайым,
Һәммәбеҙгә етә көсөң.
Балаларың ҡыуанһындар
Изге итеп үҙенең көсөн.
Үҙ икмәген үҙе игеп,
Ҡара тиркәйҙәрен түгеп,
Үҙе ашап үҙ икмәген,
Аллам, ҡабул ит теләгем,
Ҡушыла барлыҡ йөрәгем.
Алып барыусы: Әйҙәгеҙ, балалар, Наҙа бейеүен бейеп алайыҡ хәҙер (Малайҙар ҡыҙҙарҙы етәкләп, парланып теҙелеп торалар һәм бейейҙәр). Бейеүҙән һуң ултыралар.
Тамамлау. Алып барыусы:
Кәмәләре һәңгелсәк,
Арбалары ҡалтырсаҡ.
Ҡарға туйы булды тамам,
Инде килде ҡайтыр саҡ
Имен торһон донъялар,
Күрешербеҙ яҙ һайын,
Хушығыҙ,хушығыҙ!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Конспект совместной деятельности по разделу: “Ребенок в мире изобразительного искусства” Образовательной программы “Детство” В 1 младшей группе. Тема: “День рожденье куклы Кати”. Конспект совместной деятельности по разделу: “Ребенок в мире изобразительно
Выполнен: Кузнецовой М.Е. Программное содержание: 1. Формировать простейшие приемы изобразительной деятельности, осваивая разнообразные техники работы (щетинная...
Конспект познавательного занятия для детей 4 - 5 лет Тема: История предметов. Семья Мойдодыра. Конспект познавательного занятия для детей 4 - 5 лет Тема: История предметов. Семья Мойдодыра.
Программные задачи занятия: - Продолжить закреплять представления детей о целевом назначении и функциях предметов домашнего обихода. - Развивать внимание, логическое мышление п...
Тема недели: Урожай. О хлебе Конспект по рисованию в подготовительной группе Тема: Грибная поляна (Рисование гуашью)
Программное содержание. Расширять знания детей о многообразии грибов. Учить рисовать разные по форме, строению и цвету грибы. Упражнять в рисовании лесной поляны. Закреплять умение рисовать красками и...
Тема недели: Здоровейка. ЗОЖ. Спорт Конспект по рисованию в подготовительной группе на тему: «Спортивный зал. Спортсмен»
Задачи. Учить детей рисовать фигуру человека – спортсмена. Продолжать учить передавать разнообразные движения человека (руки подняты, согнуты, туловище наклонено и пр.) в разных видах спорта: (бег, пр...
Тема недели: Животный мир зимой Конспект по рисованию в подготовительной группе на тему: «Кто как зимует»
Программное содержание: • Формировать у детей эстетическое видение природы в произведениях изобразительного искусства, вызывать эмоциональный отклик на красоту природы в зимний период....
Тема недели: «Животный мир зимой» Конспект занятия по рисованию в подготовительной группе Тема: «Белый медведь»
Цель: Формирование устойчивого интереса к изобразительной деятельности. Задачи: Воспитательные: 1. Воспитывать интерес к животным холодных стран. Обучающие: 1. Учить детей использовать свои ...
Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө өсөн “Моряктар һөнәрҙәре” темаһына белем биреү эшмәкәрлеге
Конструкторлау аша балаларҙың танып-белеү һәләтлеген үҫтереү. “ТИКО” конструкторы деталдәрен ҡулланып, бирелгән схема буйынса карап төҙөү күнекмәләрен нығытыу. Эштең эҙмә-эҙлег...