«Балалар баҡсаhында башҡорт телен өйрəтеʏҙə легендалар ҡулланыу». «Использование легенд в обучении башкирскому языку в ДОУ».
учебно-методический материал
Ата-әсәләр həм тәрбиәселәр өсөн кəӊəштәр. Рекомендации для родителей и педагогов.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
rekomendatsii_dlya_roditeley_i_pedagogov.doc | 54 КБ |
Предварительный просмотр:
«Балалар баҡсаhында башҡорт телен өйрəтеʏҙə легендалар ҡулланыу».
«Использование легенд в обучении башкирскому языку в ДОУ».
Ата-әсәләр həм тәрбиәселәр өсөн кəӊəштәр.
Рекомендации для родителей и педагогов.
Ағиҙел.
Ҡарт Уралдың Ағиҙел исемле ҡыҙы булған. Тирә-яҡта даны таралған
Шәкенең күҙе төшкән уға. Үҙе лә бик сибәр, ти, егет. Әммә бәғере ҡаты булған. Йөрәге урынында таш икән. Шуға ла Ағиҙел уны ятһынған.
— Барыбер мин теләгәнсә буласаҡ, — тигән егет һәм Ағиҙелде урлап, үҙ ауылына ҡарай сапҡан.
Ҡыҙ аттан ысҡынып төшөп ҡасҡас, Шәке уның юлына арҡыры ҡарсығаһын осора.
— Атай, ҡотҡар мине, зинһар, — тип ялына Ағиҙел.
— Береһе лә һиңә ярҙам итмәйәсәк. — тигән дә Шәке Ағиҙелде ҡамсылаған.
Ҡарт Урал бик асыуланған һәм Ағиҙелде йылғаға әүерелдергән, ти. Ул матур, саф һыулы йылға булып ағып киткән. Ҡарсыға төшкән урында тау ҡалҡа. Уны Ҡоштау (Ҡуштау) тип атайҙар. Шәке, асырғанып, күкрәгенән йөрәген йолҡоп, ҡыҙҙың юлына ырғыта. Ағиҙел, "аһ" итеп, йөрәктәге урап сыға ла артабан йүгерә. Ул инде, бик теләһә лә, туҡтай алмай... Ә егеттең йөрәге — Йөрәктау, кәүҙәһе Шәкетау булып ҡалҡҡан, ти.
Бик күп башҡорт йырҙарында маҡталып, риүәйәттәрҙә һоҡланып телгә алына Ағиҙел.
Көмөштәй аҡ был йылға Көнъяҡ Уралда урынлашҡан Ирәмәл тауы тирәһенән баш ала. Ул Башҡортостандағы иң ҙур йылға һәм төп һыу юлы.
Белорет, Бөрйән ерҙәренән Урал тауҙары, ҡаялар араһынан ағып сығып, уң ҡушылдығы Нөгөштө юлдаш итеп китә биргәс, үҙәне яйлап киңәйә. Ҡариҙел ҡушылғандан һуң Ағиҙел тигеҙлектәрҙән йәйрәп аға. Оҙонлоғо — 1420 км. Ағиҙелдең иң ҙур ҡушылдыҡтары: Нөгөш, Эҫем, Ҡариҙел, Танып, Ашҡаҙар, Дим, Ҡармасан, Сәрмәсән һәм Сөн. Ә үҙе Кама йылғаһына ҡоя.
Ағиҙел буйында бихисап ауылдар, Белорет, Мәләүез, Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө, Благовещен, Бөрө, Дүртөйлө, Ағиҙел ҡалалары урынлашҡан.
Асылыкүл.
Асылыкүл Башҡортостандағы иң ҙур күл. Уның тәрәнлеге 5 метрҙан ашыу.. Буйы 8 километр булһа, киңлеге 5 километрға етә.
Күлдең борон Ҡаратабын күле, Ер упҡан, Ер батҡан тигән атамалары ла булған. Йөҙө тымыҡ — көлөп баҡҡан Ҡояш аҫтында бик ҙур түңәрәк көҙгөләй ялтлап ята ул. Асылыкүлдең тирә-яғында шырт еҙүлән, аҡтамыр, быуын япраҡлы шалфей, сел үләне кеүек һирәк осрай торған үҫемлектәр һаҡланып ҡалған.
Күл буйҙары дүңгәк-дүңгәк,
Күл һыуҙары күк-күңгәк — тип йырланыла йырҙа.
Башҡорт халҡының Заятүләк менән Һыуһылыу эпосында ла Асылыкүл телгә алына.
Бына шул Асылыкүлдә – билдәһеҙ заттан бер әҙәм ханлыҡ ҡылған, ти. Исеме Сәсуар. Был Сәсуар хандың, сикһеҙ матур бер ҡыҙы булған. Исеме Һыуһылыу икән. Ҡыҙ, һәр көн иртә менән күлдең ситенә сығып, сәсен тарап, үреп китер булған.
Бер көн шулай Түләк Һыуһылыуҙы күреп, ғашиҡ булған. Ҡыҙҙың да уға
күҙе төшкән. Һыу аҫты батшалығына төшөп һөйгәне менән тормош көтә башлағандар.
Бер ваҡыт Сәсуар хан, Түләк менән ҡыҙы Һыуһылыуҙы үҙенең йортона саҡырып:
– Һеҙ бында тора алмаҫһығыҙ, инде ер йөҙөнә сығығыҙ. Мин һеҙгә күп итеп мал бирермен,– тигән. Һыуһылыу менән
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Методические рекомендации для педагогов и родителей по обучению башкирскому языку в ДОУ
Представлены методические рекомендации для педагогов и родителей по следующим темам:- Обучение башкирскому языку в ДОУ;- Обучение башкирским обрядам и играм в ДОУ;- Использование л...
"Использование на занятиях обучению родному языку произведений башкирских писателей и поэтов как средство развития речи 5-7 лет"
Художественная литература — важное средство формирования личности ребенка и развития речи, средство эстетического и нравственного воспитания детей. Литература влияет на формирование нравственных...
Буклеты обучение башкирскому языку. Легенды, обычаи.
Буклеты обучение башкирскому языку. Легенды, обычаи....
Диагностика воспитанников по обучению башкирского языка
Дана диагностика по каждому воспитаннику обучающего по дополнительной программе "Обучение башкирскому языку"...
Работа с родителями по обучению башкирского языка.
Памятка для родителей, как закрепить дома учебный материал с детьми....
Консультация для педагогов "Использование легенд в обучении дошкольников родному языку"
Раскрывая детям всю глубину легенд и мифов, открываем им богатство культуры народа, , развиваем речь, способствуем развитию личности в духе патриотизма....
«Балалар баҡсаhында башҡорт теленə өйрəтеʏ». «Обучение башкирскому языку в ДОУ».
Ата-әсәләр өсөн кəӊəштәр. Рекомендации для родителей....