"Тылсымлы ҡыңғырау"
методическая разработка (младшая группа)

Миннигуль Салимьяновна Зиянбаева

"Тылсымлы ҡыңғырау" Иң бәләкәстәр төркөмө өсөн яңы йыл байрамына сценарий

Скачать:


Предварительный просмотр:

«Тылсымлы ҡыңғырау»

Иң бәләкәстәр төркөмө өсөн яңы йыл байрамына сценарий.

Ҡатнашалар:  Алып барыусы-Ҡарһылыу,Ҡыш бабай,Төлкөбикә,Ҡуянҡай

Талғын музыка аҫтында балалар залға инәләр һәм

 шыршы тирәләй баҫалар.

Ҡарһылыу:     

Беренсе булып урмандан

Килде байрамға шыршы.

Уйынсыҡтар ҙа элгәс,

Бөгөн ул ниндәй ҡупшы.

Бәләкәстәр, ҡарағыҙ әле, беҙгә бөгөн шыршыҡай урмандан ҡунаҡҡа килгән. Шыршыбыҙ бигерәк матур, уйынсыҡтары ҡайһылай күп, күҙҙең яуын алып тора.

Шыршыны ҡарап сығалар.

Ҡарһылыу:   Балалар, әйҙәгеҙ, шыршы менән уйнап алайыҡ. Шыршыға өрәйек уттары һүнһен (уттар һүнә). Ә хәҙер күңелле итеп сәпәкәйләйек, уттары янһын. (шыршының уттары яна)

Уйын 2 тапҡыр ҡабатлана.

Ҡарһылыу:   Ниндәй матур шыршы, әйҙәгеҙ, бергәләшеп йырлап алайыҡ.

Йыр: «Шаршы» Фаткуллина

Ултырғыстарға ултыралар.

Ҡарһылыу:   Балалар, ҡарағыҙ әле шыршыла ҡыңғырау  эленеп тора. Әйҙәгеҙ, уйнатып ҡарайыҡ әле. (уйнай)

Зыңғыр- зыңғыр- зыңғырла,              

Килһен беҙгә ҡунаҡтар.

Музыка аҫтында Ҡуян һикереп инә.

Ҡуян:  

Танышаяҡ, мин- ҡуян,

Урман эсендә оям.

Бары тик оямда ғына

Үҙемде батыр тоям.

Ҡарһылыу:   

Бөгөн бит шыршы байрамы,

Ҡуянҡай, рәхим ит.

Ҡуян:   

Алып килдем мин һеҙгә

Күңелле шылтырауыҡтар.

Ҡарһылыу:   

Улай булғас балалар

Бейеп алырға кәрәк.

«Шылтырауыҡтар менән бейеү»

Алып барыусы:  Ҡуянҡай, беҙ һинең турала йыр ҙа беләбеҙ, тыңла әле.

Йыр «Аҡ ҡуян»

Ҡуян: 

Рәхмәт, балалар, һеҙгә

Бик күңелле булды.

Тик миңә ваҡыт китәргә

Көтә мине әсәйем.

Хушлашып Ҡуян сығып китә.

Ҡарһылыу: (шылтырауыҡты алып)  

Ҡыңғырау шылтыратыраһын, килһен байрамға ҡунаҡ.

Музыка аҫтында Төлкө инә.

Төлкө: 

Хәйләкәр генә үҙем,  

Көлтә ҡойроҡ Төлкө мин.

Төлкө булғас, хәйләләргә

Һеҙгә килдем әле.

Һунарсылап ғүмер үтә,

Байрам итәйем әле!

Ҡалай матур шыршы. оҡшай миңә һеҙҙә.(тирә- яҡтыты ҡарап)   Бына мин үҙем менән урмандан ҡар йомғаҡтары йыйып алып килдем. Балалар, әйҙәгеҙ әле, бергәләшеп уйнайыҡ.

«Пляска со снежками»

Ҡарһылыу:    Төлкөбикә, әйҙә беҙҙең менән уйында уйнап алайыҡ. Балалар бик ярата уйындар ярата.

Төлкө:  Әйҙәгеҙ, миндә яратам уйын уйнарға.

Уйын:  «Төлкө менән ҡуяндар»

Төлкө:  Бигерәк һөйкөмлө, шаян балалар- ҡуяндар икән бында. Береһендә тотоп булманы. Йә, ярай, миңә хушлашырға ваҡыт, бар урманда минең эшем.

Хушлашып Төлкө сығып китә.

Ҡарһылыу:  Тағыла тылсымлы ҡыңғырауҙа шылтыратайым әле, кем беҙгә килер икән?

Музыка аҫтында залға Ҡыш бабай инә.

Ҡыш бабай:  

Ашыҡтым һеҙгә килергә

Яңы йыл ҡаршыларға.

Ҡупшы шыршы тирәләй

Бейеп күңел асырға.

Һаумыһығыҙ, балалар! Бына мин, Ҡыш бабай, килдем һеҙгә. Бергә йырлап бейергә.

Ҡарһылыу:   Һаумы, Ҡыш бабай! Беҙҙә һинең килеүеңә шатбыҙ.Әйҙәгеҙ, Ҡыш бабайға йыр йырлап ишеттерәйек.

Йыр «Ҡыш бабай»

Ҡыш бабай:   Йырығыҙ бик оҡшаны, ә хәҙер бергәләшеп шыршы тирәләй бейеп алайыҡ.

Танец «Малыши  - карандаши»

Ҡыш бабай:   Мин, бейенем- күрҙегеҙ, йә, хәҙер, үҙегеҙ шиғырҙар һөйләп ишеттерегеҙ.

Балалар шиғырҙар һөйләйҙәр.

Ҡыш бабай:  Рәхмәт, балалар, матур шиғырҙар һөйләнегеҙ.

Ҡарһылыу:   Ҡыш бабай, балалар бүләк көтәләр, әллә оноттоң инде.

Ҡыш бабай:  Онотманым... Мин бүләктәремде ошо матур шыршы аҫтына һалып ҡуйғайным, әйҙә, ҡарайыҡ әле. (ҡарай)   Юҡ булған, әллә шыршы йәшереп ҡуйған инде. Ай- һай, шыршыҡый, шаян шыршыҡый икән. Ярамай, балаларҙы бүләкһеҙ ҡалдырырға. Йәгеҙ, әле балалар, матур шыршығы сәпәкәйләп алайыҡ, бәлки ул бүләктәрҙе бирер.

Балалар сәпәкәйләйҙәр, музыка яңғырай, бүләктәр йәшерелгән материал алына унда бүләктәр. Ҡыш бабай бүләктәр тарата.

Ҡыш бабай:   Ә хәҙер миңә китергә ваҡыт, мине башҡа балалар көтә, һаубулығыҙ!

Ҡыш бабай сығып китә.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Конспект занятия по обучению татарскому языку в старшей группе Тема: “Тылсымлы кыш.”

Хочу вашему вниманию представить конспект, интегрированное занятие по обучению татарскому с элементами фольклора, нетрадиционного рисования.  В конспекте использованы такие методические приемы: вхожде...

"Тылсымлы инә."

Балаларнын иҗади уйлау, күзаллау сәләтен        баету,булган белемнәренә нигезләнеп яңа ситуацияләр куллану .Предметларнын характерлы сыйфатларын билгеләү,анал...

Тема: Тылсымлы светофор һәм юл билгеләре патшалыгына сәяхәт

Татар телендә зурлар группасы өчен юл йөрү кагыйдәләре буенча конспект....

Тылсымлы дөнья

Ата - аналар өчен ачык бәйрәм иртәсе...

Тылсымлы сүзләр

конспект занятия для первой младшей группы на татарском языке...

"Тылсымлы урман аланы"

Максат: Балаларны урман, аланлык, анда үз-үзеңне тоту кагыйдәләре белән таныштыру.Җәнлекләр, кошлар, үсемлекләр турында белемнәрен киңәйтү. Алар арасындагы бәйләнешләрне балаларга аңлату, һәр нәрсәнең...