«Лоскутлы йәнлектәр»
план-конспект занятия (старшая, подготовительная группа)
Предварительный просмотр:
Тема: «Лоскутлы йәнлектәр»
Маҡсат: а) балаларҙа халыҡ декоратив сәнғәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу, патриотик тойғолар тәрбиәләү, композицияла ритмды һаҡларға өйрәтеү, кәрәкле геометрик формала фигураларҙы дөрөҫ һайлай белеү;
б) балаларҙа тәртип тәрбиәләү, геометрик формаларға һаҡсыл ҡараш үҫтереү;
в) балаларҙа, иғтибарлы булыуҙарын, хәтерҙәрен, һөйләм телмәрен үҫтереү.
д) башҡорт телен өйрәнеүгә ынтылыш, һөйөү һәм теләк уятыу.
Йыһазландырыу: аудиояҙма, интерактив таҡта, янсыҡтар, геометрик формалар.
Дәрес барышы
Тәрбиәсе:
Һаумыһығыҙ! Һаумы, һаумы!
Һаулашам – сәләм бирәм,
«Һаумы» тигән һәйбәт һүҙҙе
Бар донъяға ебәрәм.
Һаумыһығыҙ балалар!
Балалар: Һаумыһығыҙ!
Тел көнөн нисек башлай? (артикуляцион күнегеү)
Тел иртән тора ла:
-тышҡа сығып кирелә;
-шунан иртәнге һыуыҡтан ҡалтырана;
-өйгә инеп йыуына;
-шунан өйөн йыйыштыра: түшәмен һөртә, иҙәнен йыуып ала, тәҙрәләрен таҙарта;
-эше бөткәс, тышҡа сығып атта йөрөй;
- тыштан ингәс сәй эсә, ауыҙ ситенә буялған ҡаймағын ялап ала;
-шунан кәнфитен ашап ҡуя.
Тәрбиәсе: Ә хәҙер иғтибар менән тыңлағыҙ һәм тауыш буйынса йәнлектәрҙең исемен атағыҙ. (аудио яҙма буйынса эш)
Тәрбиәсе: Балалар, әйтегеҙ әле, һеҙ сәйәхәт итергә яратаһығыҙмы?
Балалар: Эйе.
II. Төп өлөш
Тәрбиәсе: Бөгөн мин һеҙҙе йыраҡтағы ҡорама иленә, ә асыҡлап әйткәндә баш ҡалабыҙҙың милли музейында сәйәхәткә саҡырам. Әйҙәгеҙ ҡарайыҡ әле!
Экранда музей
Һаумыһығыҙ, үҫкәндәрем! Бөгөн мин һеҙҙе баш ҡалабыҙҙың милли музейында сәләмләйем. Был музей Башҡортостаныбыҙҙа иң ҙур музей тип һанала һәм Рәсәй кимәлендә иң боронғо музейҙарының береһе булып тора.
Ҡарағыҙ әле, бында нимә генә юҡ?..
Ә бөгөнгө иң төп маҡсатым минең, һеҙгә халҡыбыҙҙың борондан килгән матур шөғөлдәренең береһе, ҡорама менән таныштырыу. Элегерәк кешеләр беҙҙең кеүек мул тормошта йәшәмәгәндәр, балалар. Ҡорамаға тотонорға уларға етешһеҙ тормош, мохтажлыҡ мәжбүр итә.
Халыҡ, энә, еп һәм иҫке күлмәктәрҙең, яулыҡтарҙың түшәк-ҡаралтыларҙың арыуыраҡ урындары, күлдәк тектереүҙән ҡалған ҡалдыҡ-боҫтоҡ туҡыма киҫәктәре ярҙамында үҙенсәлекле милли колоритлы матурлыҡ тыуҙыра. Йәғни, был әйберҙәргә «яңынан йәшәү» мөмкинлеген бирә. Бына ҡарағыҙ әле ниндәй генә эш төрҙәре һаҡланмай бында.
Балалар, һеҙ нисек уйлайһығыҙ, мин ҡайҙа булып ҡайттым?
Балалар: Музейҙа.
Тәрбиәсе: Ә унда нимәләр күрҙегеҙ?
Балалар: түшәктәр, балаҫтар.
Ә бер һүҙ менән генә был әйберҙәрҙе нисек атайҙар икән?
Балалар: Экспонат.
Тәрбиәсе: Дөрөҫ. Экспонат.
-Эйе. Беҙ һеҙҙең менән үҙебеҙҙең музейыбыҙға ла барғаныбыҙ булды. Шулай бит балалар?
Балалар: Эйе.
Был музейҙан мин халҡыбыҙҙың ҡул эштэре менән танышып, һоҡланып, ғорурланып, рухи байлыҡ алып ҡайттым.
Ә иң мөһиме күңелем сәскә атты! Ә ул сәскәне мин һеҙҙең янға килтерҙем. Был сәскә ябай сәскә түгел үҫкәндәрем, ә тылсымлы сәскә. Әйҙәгеҙ әле балалар минең янға яҡынырыҡ килегеҙ. (ҡораманы ҡарап, элеү)
Балалар ҡарағыҙ әле, минең ҡулымда нимә ул?
Янсыҡтар.
-Янсыҡтарҙың эсендә беҙгә ҡул эштәре лә бар.
Ә эш алдынан, әйҙәгеҙ әҙ генә тәндәребеҙҙе, ҡулдарыбыҙҙы яҙып алайыҡ.
Физминутка
Ел иҫә беҙҙең биткә (ҡулдарҙы күтәрәләр),
Ағастарҙы һелкетә (сайҡалыу).
Ел бөтә, бөтә, бөтә (яйлап сүгәлеү),
Ағастар бейек үҫә (аяҡ осонда тороу).
Тәрбиәсе:
Әйҙәгеҙ бирелгән схема буйынса геометрик фигураларҙы тоташтырып ҡарайыҡ.
-Кемдә нимә килеп сыҡты икән?
(һәр кем үҙенең йәнлеген атап сыға)
Был йәнлектәр ниндәй геометрик фигураларҙан яһалған?
Ниндәй төҫтәрҙән?
Ә был йәнлектәр инглиз телендә нисек аталалар?
Эт-dog
Бесәй-cat
Сепей-chick
Сусҡа-pig
Айыу-bear
Төлкө-fox
Ҡуян-hare
Бүре-wolf
III. Йомғаҡлау
Тәрбиәсе:
- Балалар, бөгөн беҙ һеҙҙең менән ниндәй эш төрө менән таныштыҡ?
Балалар:
- Ҡорама
Тәрбиәсе:
- Уны нисек ҡорайҙар?
Балалар:
Яуаптар әйтелә
Тәрбиәсе:
Ошоноң менән дәресебеҙ тамам, киләсәктә был эште дауам итербеҙ һәм яңынан-яңы эш төрҙәренә өйрәнербеҙ.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
УМК буенча физик эшчәнлектә куллану өчен тематик план
"Татарча өйрәнәбез" укыту-методик комплектының сүзлек минимумын физик эшчәнлектә кулланып, балаларга тел үзләштерергә ярдәм итү....
«Урман йǝнлектǝре»
Тема: «Урман йǝнлектǝре» Маҡсат: Урман йǝнлектǝре менǝн таныштырыуҙы дауам итеү hǝм уларҙыӊ ҡайҙа йǝшǝүҙǝрен (урманда) ǝйтергǝ ɵйрǝтеү; Дɵйɵмлǝштереүсе h...
“Коммуникация өлкәсен төрле эшчәнлектә куллану”
ldquo;Коммуникация өлкәсен төрле эшчәнлектә куллану” Балаларны кечкенәдән ...
Гадәти булмаган чаралар аша балаларда милли хисләр тәрбияләү. (Балалар бакчаларында зурлар төркеме һәм ата-аналар белән эшчәнлектә куллану өчен) Авторлык программасы
Авторская программа для детей старшего дошкольного возраста...
Йәнлектәр нисек ҡышлай?
Балаларға уҡығыҙ...
Йәнлектәр тураһында шиғырҙар
Йәнлектәр тураһында шиғырҙар...