Әбйәлилем - тыуған йортом, фольклор яҙмалар.
проект (средняя группа)

Рысбаева Әлиә Сәлих ҡыҙы

Әбйәлил районының  билдәле урындары

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл bylil_tyugan_yortgm.pptx2.51 МБ

Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Мәғәриф Министрлығының Башҡортостан Респуликаһының Әбйәлил районы Әбйәлилем – тыуған йортом Әҙерләне: Рысбаева Әлиә Сәлих ҡыҙы (фольклор яҙмалары)

Слайд 2

Әбйәлил районы Башҡортостан республикаһының картаһы

Слайд 3

Әбйәлил районы (рус. Абзелиловский район ) — Башҡортостан Урал аръяғының урта өлөшөн биләй , Силәбе өлкәһе менән сиктәш . 1930 йылда ойошторолған . Майҙаны 4289 км². Район үҙәге — Асҡар ауылы .

Слайд 4

Әбйәлил районының флагы Әбйәлил районының гербы

Слайд 5

Район гербы 2006 йылда ҡабул ителгән. Авторы – Салауат Гиләжетдинов. Гербта үҙәк урында өс йәшел бейеклек фонында текә баҫып торған алтын күҙле, алтын яллы, алтын тояҡлы һәм алтын ҡойроҡло көмөш ат һыны алып тора. Көмөш төҫ менән райондың төп һыу ятҡылығы – Яҡтыкүл билдәләнгән. Флаг шул уҡ ат һынланған йәшел дүрткел туҡыманан ғибәрәт.

Слайд 6

Әбйәлил районының билдәле урындары Ҡараташ тауы

Слайд 7

Райондың иң бейек географик нөктәһе – Ҡараташ тауы (1117м). Уралтау, Ирәндек һәм төнъяҡта булған Ҡырҡтытау һырттарынан тора. Түбәлә ҡара таштар бик күп булғанға атамаһы шулай аталған .

Слайд 8

Әбйәлил районының билдәле урындары Тағанташ. Ҡоҙғонташ

Слайд 9

Ирәндектең икенсе бейек тау түбәһе – Тағанташ (961 м.) Ирәндек тауының бейеклеге диңгеҙ кимәленән – 987 метр . Ирәндектең иң бейек тауҙарының береһе – Ҡоҙғонташ тауы (978 м.)

Слайд 10

Әбйәлил районының билдәле урындары Яҡтыкүл

Слайд 11

Яҡтыкүл , Банное , - « яҡты күл »; Мауыҙҙы , Мауыҙлы күле — « убыр күле ») — Башҡортостандың Әбйәлил районының төньяғындағы Ташбулат ауыл советына ҡараған территориялағы тектоник сығышлы күл . Башҡортостандың иң тәрән һыулы күле . Легенда буйынса , Мунсалы ( Банное ) атамаһы 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәксеһе Емельян Иванович Пугачёв исеме менән бәйле , тиҙәр . Яҡтыкүлдең һелтеле , йомшаҡ һыуында ул ғәскәренә « мунса инергә » (« баниться ») бойорған . Банное тип йөрөтөү тик көнкүрештә генә ҡулланыла , тип иҫәпләргә кәрәк , ә күлдең тарихи исеме — Яҡтыкүл . Мауыҙҙы атамаһы ( башҡ . Мауыҙҙы ) төрки халыҡтарҙың ауыҙ -тел ижадында « төпһөҙ , бирән » мәғәнәһен аңлатҡан мифик йән эйәһе Мауыҙ менән бәйләнгән .

Слайд 12

Әбйәлил районының билдәле урындары Тоҙлокүл

Слайд 13

То ҙлокүл легендаһы. Күл уртаһында бәләкәй генә утрау булған борон. Ҡарт ҡына бер бабай шул утрауҙа тоҙ ватыусы тирмән тотҡан. Яҡын тирәләге халыҡ тоҙҙо шул ҡарттан алыр булған. Берҙән – бер көн халыҡ ҡарттан тирмәнде ауылға күсерергә һораған. Ҡарт бабай күнгән. Тирмән таштарын, булған тоҙон тейәп, күл аша сығып килгәндә, ҡапыл дауыл ҡуба. Бөтә йөк һыу аҫтына китә. Шул көндән алып һыуға тоҙ тәме инә һәм халыҡ был күлде Тоҙлокүл тип йөрөтә башлай.

Слайд 14

Әбйәлил районының билдәле урындары Өлтөк ҡарағастар

Слайд 15

Өлтөк ҡарағастары-Ҡужан ҡарағастары (рус. Кужановские лиственницы) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы Ҡужан ауылы янында үҫкән 11 уникаль ҡарағас .

Слайд 16

Әбйәлил районының билдәле урындары Гимран таш

Слайд 17

«Ғимран ташы » - шарлауығы – Моғаҡ шарлауығы Әбйәлилдең көньяҡ- көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан.

Слайд 18

Әбйәлил районының билдәле урындары Ҡыҙыл йылғаһы

Слайд 19

Оло ҡыҙыл йылғаһы (легенда). Азия далаларында йәшәүсе халыҡтар үҙ-ара ыҙғышҡан булған һәм һәр береһе иркен далала йәшәргә теләгән. Башҡорт далаларында бер урында –Һалмауырҙы, икенсеһендә – Көлсөғаҙы, өсөнсөһендә – Бикәмбәт көн иткән. Бер саҡ күсмә ҡырғыҙҙар уларға һөжүм иткәндәр. Бер йән эйәһе лә ҡалмаған. Тик Көлсөғаҙы ғына, үҙенең ике ҡыҙын алып, бер таш аҫтына йәшергән һәм уҡ менән атып, 40 дошмандың ғүмерен өҙгән. Баҫҡынсылар күп булһала уны еңә алмағандар. Ләкин Көлсөғаҙы ҡаты яраланған һәм, ҡаңһырап, йылғаға ауған. Ошо ваҡиғанан һуң ул йәшеренгән ташты – Көсөғаҙы ташы, ә таш аҫтынан сыҡҡан шишмәне, батыр ҡаны ҡойолоу сәбәпле, Ҡыҙыл тип йөрөтә башлағандар.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Тема:Йорт хайваннары һәм аларның кеше тормышындагы әһәмияте.Тирә-юнь белән танышу.(уртанчылар төркеме)

Максат:Балаларны тере организмнар белән таныштыру, күзалларга өйрәтү: яшәү шартлары,туклануы. Табигатьнең тере организмнарына карата сакчыл караш тәрбияләү. Балаларның сөйләм телен үстерү.Материал:Кон...

Конспект йорт хайваннары

Йорт хайваннары...

Әкият – Матур йорт (портфель). Сценарий выпускного.

Балалар бакчасыннан чыгарылыш кичәсе.Сценарий выпускного в детском саду на татарсклм языке....

"Йорт хайваннары"

Тема: «Табигатьнең җанлы ияләре. Йорт хайваннары». Максат: Татар халкының фольклор әсәрләре аша балаларны йорт Хайваннары турындагы белемнәрен арттыру, ныгыту, аларның кешеләргә файдасы турында с...

Йорт һәм кыргый хайваннары. Презентация

Йорт һәм кыргый хайваннары...

Собственный инновационный педагогический опыт «Роль фольклора в развитии детей младшего дошкольного возраста» - Ипкаевой Лилии Маратовны

В данном материале говорится о роли фольклора в развитии детей младшего дошкольного возраста. Подробно описана актуальность и перспективность, своебразие и новизна, оптимальность и эффективность испол...