Башҡорт милли йолаһы "ҡаҙ өмәһе"
план-конспект занятия (старшая группа)

Ахмедьянова Гульнара Наиловна .Әхмәтйәнова Гөлнара Наил ҡыҙы

Балалаларға милли башҡорт йолаһы "ҡаҙ өмәһе" менән таныштырыуға байрам кисәһе.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл kaz_omhe.docx87.46 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡорт милли башҡорт йолаһы “Ҡаҙ өмәһе”

сценарий

Өлкәндәр төркөмө өсөн.

Өй тип биҙәлгән  бүлмә,  өләсәй  өҫтәл тирәләй ниҙер әҙерләй.

Ҡыҙҙар , малайҙар ишек шаҡып инәләр, һауҙыҡ һорашалар.

Ҡыҙҙар “ҡаҙ өмәһенә” ярҙамға килеүҙәрен әйтеп бирәләр.

Өләсәй:

-Ярҙам бик тә артыҡ булмаҫ шул. Рәхмәт инде. Әйҙәгеҙ үтегеҙ, килегеҙ бында, хәҙер егеттәр ҡаҙҙарҙы  салып әҙерләгән береһен индереп торорҙар, ә беҙ ҡыҙҙар ярҙамында  йолҡорбыҙ.

(Ҡыҙҙар ярым түңәрәк яһап ултырғыстарға ултыралар , һәр береһенең ҡулында ҡаҙ, улар “йолҡа”  башлайҙар.)

Бер бала: Бына һеҙ ҡаҙҙың файҙаһын һөйләһәгеҙ ине, өләсәй.

ӨЛӘСӘЙ: Эйе шул, һөйләйем әле. Борондан ата-бабалар ҡаҙ ҡошҡортон көтөргә яратҡандар, сөнки унан бик күп файҙалы  яғын күргәндәр, мамығынан мендәр, яҫтыҡтар, түшәктәр эшләгәндәр, ә итенән, майынан төрлө-төрлө ризыҡтар бешергәндәр. Хатта борон һыуытҡыс булмаған саҡта ҡаҙ итен ҡаҡтап һаҡлағандар, иң ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы ҡаҡланған ҡаҙ ите менән һыйлағандар, ә ҡышҡы һыуыҡтарҙа ҡаҙ майы менән ҡул, биттәрен , ҡолаҡ остарын ыуғандар, сөнки ҡаҙ майы сикә, ҡулды һыуыҡтан һаҡлаған.  Ана шулай уның файҙаһы бик күп.

Шулай –уҡ өҫтәл артына ултырғас , ҡаҙ итен  өлөшләп бүлгәндәр.Тыңлағыҙ әле Рәсимә Ураксина был турала  бына ниндәй шиғыр яҙған:

Олатай өлөш бүлә,

Һәр кем өлөшөн белә.

Ҡаҙ боттары ҡарттарға,

Нығыраҡ баҫып атларға.

Түш иттәре- инәйҙәргә

Ҡаҙ көтөп югергәнгә.

Һум иттәре- ағайҙарға

Емдәр биреп ҡарағанға.

Ҡанат төбө-малайҙарға,

Алмаш үҫә ағайҙарға.

Ҡанат осо-ҡыҙҙарға,

Кейәү табып һыҙырға.

Эсәк уралған тәпәй,

Биләүҙәгеләй бәпәй.

Өлөшләтә һәр кемгә,

Ҡаҙҙай шәп югергәнгә.

Ҡаҙ баштары өмәсегә,

Ҡыҙыҡ хәбәр һөйләүсегә.

Бөрләтәү, үпкә, бөйөр

Һәр өмәсегә тейер.

Өлөш бүленде! Өлөш!

Китте һүҙ, китте көлөш!

Ҡыҙыҡтары өмәнең

Һиңә миндә һөйләйем.

Атты туғарам һеҙгә,

Саҡырығыҙ өмәгә!

 Ысынлап та шулай шул, Рәсимә апайыбыҙ Ураксина  дөрөҫ итеп кенә өләшләү йолаһын шиғырға бик матур тип теҙеп яҙған.

 Әйҙәгеҙ балалар, ҡыҙҙар ҡаҙ йолҡҡансы беҙ йомаҡтар ҡойоп , һанашмаҡтар әйтеп алайыҡ.

Ҡыт-ҡыт-ҡыт итә

Килгәнебеҙҙе көтә.

Йомортҡаны алығыҙ-тип,

Ул беҙгә хәбәр әйтә.   (тауыҡ)

Башы тараҡ,

Ҡайроғо ураҡ.  (әтәс)

Аҡ ҡанат, паҡ ҡанат

Ҡаңҡы-ҡаңҡы ҡаҡ ҡанат .  (ҡаҙ)

Оса лап-лоп, төшә лап-лоп,

Йөҙә шәп-шәп, йөрөй саҡ-саҡ.  (өйрәк)

-Ҡайһылай шәп икән был малайҙар, баштары бик шәп эшләй.

Ә был малайҙар мәҡәл, әйтемдәрҙе беләләләр ме икән?

-Кем эшләмәй, шул ашамай.

-Себеште көҙ һанайҙар.

-Һүҙ менән түгел, эш менән күрһәт.

-Кешене тун йылытмай, кешене эш йылыта.

-Эшләһәң май ҡабырһың,

Эшләмәһәң буш тәрилкә яларһың.

ӨЛӘСӘЙ: бик уңғандар, үҙҙәре бик тапҡырҙар.

Йыр ишетелә, егеттәр инә.

ӨЛӘСӘЙ: Ҡыҙҙар егеттәрҙә килеп етте.

МАЛАЙ: Егеттәр, әйҙәгеҙ ҡыҙҙарҙы бейеүгә саҡырайыҡ

АЛЫП БАРЫУСЫ: эйе шул, күңел асып алайыҡ.

БЕЙЕҮ “ГӨЛНӘЗИРӘ”

Бер ҡыҙ бала: Әйҙйгеҙ, ҡыҙҙар, малайҙар уйын уйнап алайыҡ.

УЙЫН “ ЙӘШЕРӘМ ЯУЛЫҠ

ӨЛӘСӘЙ: уйнай-уйнай ҡаҙҙарҙы  оноттоғоҙ, шишмәгә барып ҡаҙҙарҙы һыуға сайҡатып  алып ҡайтырға кәрәк.  Йә, егеттәр, ҡаурыйҙарҙы алығыҙҙа йылғаға еткәнсе уларҙы һибеп барығыҙ.

МАЛАЙ: ә нимә өсөн улай эшләр кәрәк?

ӨЛӘСӘЙ: киләһе йылда ла ҡаҙ хужаларының  ҡаҙҙары уңһын, йәй теүәл йөрөһөн, ҡош-ҡортҡа юлыҡмаһын тип, теләкәр теләйҙәр шул ваҡыт.

ӘМИЛИӘ: ҡайтҡанда силәктәргә шишмә һыуы тултырып ҡайтырбыҙ.

ӨЛӘСӘЙ: Ай, рәхмәт, рәхмәт !

Егеттәр, ҡыҙҙар көйәнтәләргә ҡаҙҙар эләләр, силәктәргә ҡаҙ ҡанаттарын әҙерләп китергә әҙерләнәләр.

Өләсәй: -Һеҙ һыу буйҙарынан ҡайтҡансы табындар әҙерләйем,  ҡаҙ итенән аш һалайым.

Ҡыҙҙар һыу буйынан ҡайтып киләләр.

АЛЫП БАРЫУСЫ: Ҡыҙҙар ҡайта, ҡаҙҙар йыуып,

Таҙа һыулы инештән.

Балдаҡтары ҡул бауҙары

Алтындан да көмөштән.

Ҡыҙҙар:  Өләсәй, ҡаҙҙарҙы йыуып , шифалы шишмә һыуында сайып ҡайттыҡ, ҡаҙҙарығыҙҙы ҡабул итегеҙ.

Өләсәй ҡаҙҙарҙы ҡарай-ҡарай балаларҙы маҡтай.

ӨЛӘСӘЙ: -Күңелдәрҙе дәртләндереп уйын уйнап алайыҡ . “Ҡурай” 235се бит “йәйғор”

Каҙ өмәһе бөтөп килә

Барыһына күңелле.

Киләһе йыл да шулай,

Өмәләр матур уҙһын.

Эйе, шул, эйе шул, өмәләр матур уҙһын.

Йырлайыҡ та, бейейек тә

Өмәһендә үткәрҙек.

ӨЛӘСӘЙ:- әйҙәгеҙ балалар, эшегеҙҙең ашын татып, сәй эсеп алайыҡ.

АЛЫП БАРЫУСЫ: беҙҙең бурыс боронғо  ғөрөф-йолаларҙы һаҡлау. Тыуған илдең илдең тоғро кешеһе булып ҡалыу.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Йола бәйрәме "Карга боткасы"

Ход праздникаХод праздникаЗал празднично украшен. На одной стороне макеты деревенских домов, на другой - пейзаж весенней полянки. Звучит веселая мелодия.Воспитатель. В давние времена думали, что ...

"Ҡар һыуына барыу" йолаһы

Башкортостан Республикаһы Сибай ҡалаһыҡала округының «Ҡояшҡай» дөйөм үҫтереү  балалар баҡсаһымуниципаль мәктәпкәсә белем биреү бюджет учреждениеһы...

"Буҙа бешеү йолаһы"фольклор

Маҡсат:Балаларҙы башҡорт халҡының милли йолалары менән таныштырыуҙы дауам итеү.Буҙа эсемлегенең кеше организмына булған файҙаһы,уның ниндәй компонененттарҙан,нисек эшләнеүе тураһында бәйен итеү.Буҙа б...

"Кейеҙ баҫыу йолаһы" конспект занятия по башкирскому фольклору

цель: познакомить детей с народно -прикладным творчеством башкир- войлоковалянием...

Милли тел язмышы ул - милләт язмышы.

   “Тел язмышы – милләт язмышы” –дип бик еш  әйтәбез  һәм ишетәбез. Тел  язмышы  барыбызны  да  борчыган  бик  мөһим ...

Милли тел – милләт җаны.

Милли тел – милләт  җаны....