"Ҡар һыуына барыу" йолаһы
план-конспект занятия (подготовительная группа) на тему

Хасанова Гульназ Рамазановна

Башкортостан Республикаһы Сибай ҡалаһы

ҡала округының «Ҡояшҡай» дөйөм үҫтереү  балалар баҡсаһы

муниципаль мәктәпкәсә белем биреү бюджет учреждениеһы

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Башҡорт халыҡ йолаһы «Ҡар һыуына барыу»

Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Әҙерләне: Хәсәнова Гөлназ Рамаҙан ҡыҙы

Килмөхәмәтова Резидә Хәмзә ҡыҙы

Музыка етәксеһе: Айсыуаҡова Гәүһәр Рамаҙан ҡыҙы

 

 

 

 

 

 

 

 

Сибай 2017

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon kar_hyuyna_baryu.doc69.5 КБ

Предварительный просмотр:

(Залда түңгәктәр, ҡар өйөмдәре ята. Ағастар бөрө ярырға әҙерләнгән.)

Алып барыусы: Һаумыһығыҙ, хөрмәтле ҡунаҡтар! Бөгөн, беҙ, һеҙҙең алдығыҙҙа “Ҡар һыуына барыу” йолаһы менән сығыш яһайасаҡбыҙ.

(Балалар “Яҙ килә” йырын йырлап, парланышып залға инәләр.)

Алып барыусы: Эх, нисек яҙ көндәре матур, ҡоштар һайрайҙар

Яҙžһылыуҙың сағыу, шат нурҙары

                                     Бәхет булып ергә žһибелде.

                                     Умырзая сыҡты тишеп ҡарҙы,

                                     Ҡабаланып ҡайын япраҡ ярҙы,

                                     Ҡош моңдары ҡырға түгелде.

                                     Яҙғы елдәр тәүге сәскәләрҙе

                                     Ҡыйыр-ҡыймаҫ наҙлап үттеләр.

      Ҡар žһыуҙары күлдәй күҙ-йәш түгеп,

    “Беҙҙең көндәр инде бөттө”, – тиеп,

                                      Даръя булып ағып китерҙәр.

                                               (Балалар шиғыр һөйләйҙр)

Нурислам: Күккә ал шар кем элде?

                     Ергә нурҙар эркелде.

                     Белдем инде: яҙ килде,

                      Йылы тыны бөркөлдө.

Нурия :  Шатландырып күңелде,

                Сәскәләрҙә күренде.

                Ҡоштар һайраша һәр саҡ:

                 “Яҙ килгәнгә беҙ ҙә шат!”

Алып барыусы: Көндәр аяҙ, күктән алһыу нур һибеп, ҡояш көлә. Ергә көмөш тамсылар тама. Һағынып көткән яҙ килде. Яҙ − матур, шатлыҡтарға бай, күңелле вакыт. Әйҙәгеҙ, яҙҙы ҙурлап уйын уйнап алайыҡ. Кем Яҙһылыу булыр?

(һанашмаҡ һанайҙар) 

Ф.Алина: Анатыр – мынатыр

                   Тау яғынан таң атыр.

                    Сәүкә, сыпсыҡ

                   Һин ҡал, был сыҡ!

- Түрдән уз, яз!

Уйын «Һаумы яғымлы яҙ!»

Алып барыусы:  Ҡарҙар иреп бөткәнсе,

                               Йәйге йылы еткәнсе,

                               Ҡар һыуына барайыҡ,

                               Тәмен тәмләп ҡарайыҡ.

Балалар: Эйе шул, барайыҡ, барайыҡ...

Алып барыусы: Әйҙәгеҙ әле, балалар ҡар һыуына барыр алдынан, ололарҙың хәлен белеп, фатихаларын алып китәйек. Йылынып та алырбыҙ.

              (Ишек туҡылдаталар)

(Сәхнәлә һике. Сөйҙәргә матур таҫтамалдар эленгән. Иҙәнгә һуғылған балаҫтар түшәлгән. Түрҙә мендәр өҫтөндә инәй ултыра.)

Балалар: Һаумыһығыҙ, инәй!

Инәй: Һаумыһығыҙ, балалар! Әйҙә түрҙән уҙығыҙ.

Алып барыусы: Хәл- әхүәл нисек?

Инәй: Аллаға шөкөр, балалар, Аллаға шөкөр!

(Балалар ултыралар. Инәй доға уҡый.)

Инәй: Йә балалар оло байрамға- яҙһылыу байрамына йыйылғанығыҙ икән. Аллаға шөкөр көндәребеҙ матур тора. Имнен аман ҡар һыуын алып ҡайтып, самауырҙар ҡуяйыҡ, яҙ ҡоймағы ҡояйыҡ, табынға ҡуяйыҡ.

Балалар: Инәй, һөйлә әле, ней өсөн ҡар һыуына барғандар ул? Ҡайҙан килеп ингән был йола?

Инәй: Борон- борондар беҙҙең ырыу башҡорттары араһында тауға, ҡар һыуына барыу йолаһы булған. Һыуға март аҙағында, апрель башында, бурандар тымып, ҡар ирей башлағас барғандар.

Бала: Ҡар һыуы бик файҙалы тейҙәр, ысынмы икән инәй? 

Инәй: Элгәре заводтар булмағас, төрлө химик мәтдәләр ҡулланылмағас, ҡар һыуы таҙа булған шул. Һыу ала торған урынды ололар алдан билдәләгән. Һыуҙы алып ҡайтҡас, ҡатын-ҡыҙҙар унан сәй ҡайнатҡан, бит, сәс йыуған. Әсәләр был һыу менән балаларын ҡойондорған.

Бала: Ә ниңә улай иткәндәр һуң?

Инәй: Был һыу баланы күҙ тейеүҙән һаҡлай  тигән инаныу йәшәгән. Хатта боронғолар ҡар һыуын “зәм-зәм” һыуы тип тә йөрөткәндәр. Бына шулай балалар. Йәгеҙ хәҙер беләһегеҙ ни өсөн ҡар һыуына йөрөгәндәрен. Кисә ола ағайҙарығыҙҡар һыуын алырлыҡ таҙа урын билдәләнеләр, ҡыҙыл таҫма таҡтылар. Малайҙар барығыҙ әле һыу юлын тапап килигеҙ.

Малайҙар бейеүе “Ҡар таҙартыу”

Малайҙар: Ҡыҙҙар юл тапалды, һыуға барырға ла була!

Инәй: Ярай, ҡыҙҙар имен- аман

            Ҡар һыуына юлланығыҙ

             Бисмилла әйтеп һыу алғанда,

             Имен яҙҙар юрағыҙ.

 Алып барыусы: Тулы силәгегеҙ сайпылмаһын

                                  Түгелмәһен бәхет, өмөттәр

                                  Ҡар һыуынан сибәрләнһен ҡыҙҙар

                                  Көс ҡеүәтен алһын егеттәр.

                 Йыр “Ҡар һыуына баралар”

Алып барыусы: Балалар ниндәй саф һауа! Ҡарағыҙсы, ҡарағыҙ, ҡояш нурҙарына ҡар һыуы көҙгөләй йылтырай. (сылтырап аҡҡан шишмә тыуышы аҙаҡҡа тиклем яңғырай. Ҡайһы ваҡыт көслө, йә шымыраҡ) 

Малай: Ҡыҙҙар, ҡуйып саҡ ҡына уйнап алайыҡ инде...

Малай: Мин дә әйтергә генә тора инем. Көн дә бик шәп бит!

Малайҙар: Эйе шул, әйҙәгеҙ инде...

Ҡыҙҙар: Ярай инде, күндерҙегеҙ. Тик оҙаҡ түгел...

Ҡыҙ: Үҙем һанайым:

Бабай килә ауылдан,

Һыуҙар алған шишмәнән.

Шишмә һыуы тәмле, ти.

Сәйебик шифалы, ти.

Ал суҡ, ҡара суҡ

Бында торма, бар сыҡ!

                 Уйын “Тимербайҙың улдары”

Ҡапма ҡаршы әйтешеү

Алып барыусы:  Балалар, әйҙәгеҙ теләктәр теләп ағсҡа таҫмалар тағайыҡ.

               Яҡшы килһен йылыбыҙ

               Туҡ булһын һәр көнөбеҙ

               Ямғыр яуып, ҡояш сыҡһын

               Илгә именлек килһен,

               Иген ишелеп уңһын.

Динар: Йәмле булһын яҙыбыҙ,

             Йәшәһен ер - әсәбеҙ.

             Йәмле йәйҙәр килһендәр,

             Мул уңыштар бирҙендәр.

Сәлимә:  Елбәрләшеп торһондар!

                 Беҙҙе иҫләп торһондар!

                 Ҡотто һаҡлап торһондар!

                 Именлек теләһендәр!

Х.Арслан:  Икенсе йыл ошо ерҙә

                     Йыйылайыҡ тағы бергә.

                    Һау сәләмәт булайыҡ,

                    Имен – аман торайыҡ.

Луиза: Яҙ көндәре нурлы булһын,

            Ҡар һыуҙары күберәк булһын.

            Йылғалары һыуға тулһын,

            Үләндәре күпереп тоһон.

Элина:  Илгә именлек килһен,

              Күктән изгелек булһын.

              Көндәр һәр саҡ матур тороп,

              Иген ишелеп уңһын.

Фидан: Беҙҙең тыуып уҫкән ерҙә

              Тыңла, үләндәр йырлай.

          Нимә тиеп һораһағыҙ,

          Ул-моңло ҡырлы ҡурай.

Динислам, уйнап ишеттер әле ҡурайыңда!

Алып барыусы: Афарин Динислам! Ҡыҙҙар, Әйҙәгеҙ, һыуҙарҙы алайыҡ та ҡайта һалайыҡ... инәйҙәр самауыр ҡуйырға ҡар һыуын көтәләрҙер.

Ҡыҙҙар бейеүе күнәктәр менән

Алып барыусы: Рәхмәт һиңә изге изге тәбиғәт!

                              Рәхмәт ҡар һыуҙарына!

                              Йылға буйҙарын һаҡлайыҡ,

                              Сүп ташламай ярҙарына.

                              Төклө аяҡ менән килһен яҙҙар,

                              Етәкләһен гөллө йәйен дә,

                              Ҡалдырмаһын мул табынлы көҙөн,

                              Туйындырһын ярлы, байын да!

Бергә.  Шулай була күрһен!!!

Инәй: Иншалла, бәрәкалла,

           Ҡар һыуҙарын алып ҡайтҡас,

            Самауырҙар ҡуяйыҡ,

             Күҙ тимәһен үҙебеҙгә,

             Бит-ҡулдарҙы йыуайыҡ,

             Бәхет-шатлыҡ юрайыҡ.

             Иншалла, бәрәкалла!

(Бит йыуа, һыу эсә)

Алып барыусы: Балалар әйҙәгеҙ, самауыр гөжөлдәтәйек! Иң ҡыҙыҡ шарты уның, берәй тапҡыр һүҙ әйтеү. Ҡайҙа беҙҙең итек?

Фидан: Итек миндә!

Уйын “Итексе”

  1. Гөж- гөж самауыр,

     Һине ҡайнатыу ауыр.

  1. Кәкре танау самауыр,

     Ныҡ теймәйем, йә ауыр.

  1. Йыуан эсле самауыр,

     Сәй эсергә сама ҙур.

  1. Һандуғас ул самауыр,

     Айғыр булып һайрар ул.

  1. Түрә булған самауыр,

     Атлап йөрөүе ауыр.

  1. Һалбыр ҡолаҡ самауыр,

     Алҡалары бигерәк ҙур.

Алып барыусы: Һай афариндар! Былай булғас, самауырыбыҙ хәҙер ҡайнап сығыр. Самауырҙар ҡайнағансы, күңел асып алайыҡ.

Бейеү «Самауыр менән сынаяҡтар»

Инәй: Балалар, әйҙәгеҙ халҡыбыҙҙың һынамыштарын барлап үтәйек:

  • Ай ҡолаҡланып ҡалҡһа...... көн боҙола.
  • Балыҡ өҫтә йөҙһә ............. ямғыр яуа.
  • Эт ергә ятып аунаһа ....... көн һыуыта.
  • Көн ҡыҙҙырһа .......... ямғырға.
  • Ҡаҙ һыңар аяҡта баҫып торһа ...... һыуыҡҡа
  • Ҡайын һыуы күп булһа ......... йәй ямғырлы килә.
  • Май айы һалҡын булһа ....... иген уңа.

  • Һай афариндар! Бөтәгеҙҙә күҙәтеүсән икәнһегеҙ. Йәгеҙ әле, улай булғас йомаҡтар ҡояйыҡ. Кем белә?
  1. се бала: “Мин бында”,- тип, ниндәй сәскә

         Нурлана ҡар өҫтөндә

                      Тик ғүмере ҡыҫҡа уның

                      Шиңә аҙна эсендә.

  1. се бала: Тау- тау булып өйөлдө,

                    Яҙ килгәнгә көйөндө,

                    Йырғанаҡ булып аҡты,

                    Шул ергә һеңде, батты.

                    Шунда уҡ үлән ҡалҡты.

                    Был нимә?

 

Инәй: бик отҡор балалар булып сыҡтығыҙ! Минең йомаҡты тыңлағыҙ әле.

Тауҙа – таҙамаҡ

Баҙҙа – баҙамаҡ

Ҡарҙа – ҡаҙамаҡ

Ярҙа – яҙамаҡ.

Был нимәне аңлата? Йә, ҡыҙҙар, малайҙар кемегеҙ әйтер?

Алтынай: Таҙамаҡ - яҙын тау баштарының ҡарҙан асылыу мәле.

          Баҙамаҡ – баҙҙағы бал ҡорттарын хәстәрләр мәл.

          Ҡаҙамаҡ – көрт аҫтындағы һыуҙың туңмай ятыуы.

          Яҙамаҡ – ер менән һыуҙың араһында йылыу ятҡан саҡ.

Алып барыусы: Афарин Алтынай! (Балалар сәпәкәй итәләр) Балалар мин самауырҙы ҡарап инәйем, һеҙ күңел аса тороғоҙ....

Ритаям

Алып барыусы: Инәй, ҡыҙҙар, малайҙар ҡоймаҡ ҡойолдо, самауыр түргә ҡуйылды! әйҙәгеҙ хәҙер ҡар һыуынан әҙерләнгән сәйҙе тәмләп ҡарайыҡ!

Башкортостан Республикаһы Сибай ҡалаһы

ҡала округының «Ҡояшҡай» дөйөм үҫтереү  балалар баҡсаһы

муниципаль мәктәпкәсә белем биреү бюджет учреждениеһы

Башҡорт халыҡ йолаһы «Ҡар һыуына барыу»

Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө

Әҙерләне: Хәсәнова Гөлназ Рамаҙан ҡыҙы

Килмөхәмәтова Резидә Хәмзә ҡыҙы

Музыка етәксеһе: Айсыуаҡова Гәүһәр Рамаҙан ҡыҙы

Сибай 2017