Ҡаҙ өмәһе Музыкаль сара
план-конспект
Маҡсат: балаларҙы башҡорт халыҡ йолаһы ,,Ҡаҙ өмәһе,, менән таныштырыу.
Балаларҙы милли уйындар,бейеүҙәр,йырҙар менән таныштырыуҙы дауам итеү.
Башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәренә,ижадына,культураһынаҡыҙыҡһыныу, ихтирам уятыу.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
Ҡаҙ өмәһе Музыкаль сара | 17.62 КБ |
Онлайн-тренажёры музыкального слухаМузыкальная академия
Теория музыки и у Упражнения на развитие музыкального слуха для учащихся музыкальных школ и колледжей
Современно, удобно, эффективно
Предварительный просмотр:
БашҡортостанРеспубликаһыӘбйәлил районы
муниципальрайоныныАсҡарауылы
«Сулпылар» балаларбаҡсаһыМуниципальмәктәпкәсә
белембиреү бюджетучреждениеһы
Музыкаль сара:
“Ҡаҙ өмәһе”
Башҡарыу базаһы:
Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө
Төҙөүсе:
Сафина Г.М.-тәрбиәсе
Ибраhимова Л.А.-музыка етәксеhе
,,Ҡаҙ өмәһе,,
Маҡсат: балаларҙы башҡорт халыҡ йолаһы ,,Ҡаҙ өмәһе,, менән таныштырыу.
Балаларҙы милли уйындар,бейеүҙәр,йырҙар менән таныштырыуҙы дауам итеү.
Башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәренә,ижадына,культураһынаҡыҙыҡһыныу, ихтирам уятыу.
Тәрбиәсе: Һаумыһығыҙ, хөрмәтле ҡунаҡтар,малайҙар һәм ҡыҙҙар! Бөгөн беҙ һеҙҙең менән ҡаҙ өмәһенә йыйылдыҡ.Ҡаҙ өмәһен һәр бер башҡорт ауылында көтөп алалар. Бигерәктә ҡыҙҙар! Сөнки ҡаҙ өмәһе тик эш эшләү генә түгел, ә үҙ-ара аралашыу, күңел асыу ҙа. Бөгөн беҙ ошо матур йоланы иҫкә төшөрөп алырбыҙ.Асия өләсәйҙен ҡаҙҙарын йолҡошорға өмәгә килдек.
Бала:Бөтә ҙур эштәрҙе башҡорт халҡы күмәкләп, бер-береһенә ярҙам итеп эшләгән, өмә ойошторған.Ә өмә ул эште күмәкләшеп эшлау тигәнде аңлата. Йәй буйы ҡаҙ себештәрен һаҡлап,үлән, ем ашатып, йылғала ҡойондороп, ҙурайғанын көттөк . Балалар, ҡаҙ өмәһе тик көҙгөһен генә үткәрелә:көндәр һыуып, урман-ҡырҙар ҡар менән ҡапланғас, ә йылғалар боҙ менән ҡапланғас.
Бала:Ә ҡаҙ итенан тәмле һурпа, былау,бәлештәр бешерәләр.
Бала:Ҡаҙ йөнөнән эшләнгән яҫтыҡ,юрғандар бик йомшаҡ, йылы була. Ә ҡаҙ майын дарыу урынына ҡулланғандар, бит, ҡолаҡ өшөгәндә һортәләр, ныҡ ҡына һыуыҡ тейгәндә ҡаҙ майын ауырыуға тиҙерәк юнәлһен өсөн эсерәләр.
Башҡортса көй уйнай.Ҡаҙ тотҡан ҡыҙ инә.
Ҡыҙ: Беҙҙең ҡаҙҙар-мөғжизә,
Тап-таҙалар, матурҙар.
Ҡанаттары, йөндәре
Мамыҡ һымаҡ ап-аҡтар.
Бала: Оләсәйгә ҙур рәхмәт,
Ҡаҙҙарҙы ул ҡараны.
Ҡарсыға һәм ҡарғанан
Ныҡ ҡына ул һаҡланы.
Бала: Ҡаҙҙар саҡ ҡына үҫкәс
Йылғағаалып барҙы,
Өйрәнделәр йөҙөргә,
Таптылар дуҫтарҙы.
Тәрбиәсе:Ә һеҙ беләһегеҙме, ҡаҙҙар нисек йылганы, һыуҙы яраталар. Улар унда көнө буйы йөҙәләр, уйнайҙар,аҙыҡ эҙләйҙәр.Һыу уларға тиҙерәк үҫергә ярҙам итә.
Башҡортса көй яңғырай, оләсәй инә.
Оләсәй:Һаумыһығыҙ,ҡәҙерле ҡунаҡтар, егеттәр һәм ҡыҙҙар.Миңә ярҙамға килеүегеҙгә ҙур рәхмәт.
Ҡыҙ: Оләсәй, мин ярҙамға иптәш ҡыҙҙарымды ла алып килдем.
Оләсәй: Бик яҡшы иткәнһең.Бергә-бергә эш ырамлы булыр. Әйҙәгеҙ, эште башлайыҡ инде. Ҡаҙҙарҙы ошолай тотогоҙ.Башта ҡанатының аҫтындағы йөндәрен йолҡайыҡ.Уларҙы яндырыр кәрәк. Ә аҙаҡ башҡа ерҙәрен йолҡорға була.
Күмәкләшеп ,,ҡаҙ йолҡалар,,.
Оләсәй:Бик шәп ҡыҙҙар миңә ярҙамға килгән икән.Эште ,,һә,, тигәнсе бөтөп тә ҡуйҙыҡ. Афарин, балалар.
Ҡыҙҙар ,,Ҡаҙҙар менән,,бейеүен бейей.
Тәрбиәсе: Эш бөткәс уйнарға ла ярай, ти башҡорт халыҡ мәҡәле.
Уйын ,,Наза,,.
Малайҙар уртаға сыға.
Малай: Ҡыҙҙар ҡаҙҙар йолҡалар
Ҡулдарында ут уйнай.
Ҡыҙҙарыбыҙ уңғандар,
Бик уңғандар, вәт шулай.
Тәрбиәсе:Әйе,шулай шул.Беҙҙең ҡыҙҙар эшләй ҙә беләләр,бейергә лә бик яраталар,әйеме.
Бейеү ,,Кәсәләр менән,,.
Тәрбиәсе: Арып киттегеҙ шикелле.Әйҙәгеҙ мин һеҙгә йомаҡтар ҡоям. Ихтибар менән тыңлағыҙ , йәме.
1.Йәшел үләнде суҡый
Һыуҙан ҡоп-ҡоро сыға.
Итектәре ҡып-ҡыҙыл
Ап-аҡ яҫтыҡтар бирә.
2.Ямғыр аҫтында йөрөй
Яратя бик үләнде.
Быжыҡ-быжыҡ ҡысҡыра
Таныныңмы өйрәкте
3.Батша түгел- тажы бар,
Аяғында дағаһы.
Сәғәт түгел-уята.
Балалар йомаҡтарҙы сисәләр.
Тәрбиәсе: Афарин,балалар! Йомаҡтарға яуаптарҙы бик тиҙ генә таптығыҙ!Ә хәҙер инде оләсәйҙең сәйе әҙер булғансы беҙ һеҙҙең менән башҡорт халыҡ уйыны ,,Йәшерәм-йәшерәм яулығымды,, уйнап алайыҡ.
Балалар ,,Йәшерәм-йәшерәм яулығымды,, уйынын уйнайҙар.
Оләсәй: Ҡәҙерле ҡунаҡтарым, ҡыҙҙар, малайҙар! Сәйем әҙер, рәхим итегеҙ өҫтәлгә.Күмәкләшеп тәмле генә итеп сәй эсеп алайыҡ.
Балалар сәй эсергә ултыралар.
Тәрбиәсе: Ҡәҙерле дуҫтар! Байрамыбыҙ аҙағына ла етте.Был байрам һеҙҙең иҫегеҙҙә, йөрәгегеҙҙә матур иҫтәлектәр ҡалдырыр тип ышанып ҡалабыҙ...
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Презентация к занятию по экологии «Есть у каждого свой дом (коровник, конюшня, конура, сарай, курятник)» ООД с детьми от 3 до 4 лет /младший дошкольный возраст/
Презентация направлена на привлечение внимания и развития интереса детей к занятиям по экологии, которая, на мой взгляд, смогжет сделать экологическое воспитание дошкольников более занимательным и раз...
Мой родной город Саров
Конспект занятия по конструированию с использованием конструктора "Лего". В этом занятии мы закрепляем с детьми умение строить конструкции способами «опредмечивания» и «включения». Используются видео-...
“Урал аръағының халыҡ уйындары”йомғаҡлау сараһы.
“Урал аръағының халыҡ уйындары”йомғаҡлау сараһы. Маҡсат: балаларҙың физик һәм региональ белемдәрен үҙләштереү.Программа мәсәләһе:1. Халыҡ уйындары аша балаларҙа физик үҙсә...
Проект "Мой любимый город Саров"
Совместный с родителями и детьми групповой прект по ознакомлению с родным краем...
Конспект интегрированного занятия во второй младшей группе "Мой город Саров"
Конспект интегрированного занятия во второй младшей группе «Мой город»Программное содержание :Учить детей называть родной город. Дать элементарные представления о родном городе. ...
"Аулаҡ өй" Музыкаль сара
Маҡсат:Башҡорт халҡынын ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары менәң таныштырыүҙы дауам итеү, белемде тулындырыу.Халыҡтың борондан килгән йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, кейеме, йыр – моңона, бейеүҙәренә, уйындар...
Башҡорт халҡында бала үҫтереү йолаһы.Музыкаль сара
Маҡсат:Башҡорт халҡынын ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары менәң таныштырыүҙы дауам итеү, белемде тулындырыу.Халыҡтың борондан килгән йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, кейеме, йыр – моңона, бейеүҙәренә, уйындар...