Башҡортостан - беҙҙең ил!
план-конспект занятия (средняя группа)

Хамматова Гульнара Валерьевна

Занятие по изучению башкирского языка.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл bashkortostan_-_bezzen_il.docx16.03 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан – беҙҙең ил.

Маҡсат: Башҡортостан Республикаһының дәүләт билдәләре:гимн, герб менән таныштырыу; һүҙ байлығын арттырыу, дәүләт билдәләренә һаҡсыл ҡараш, тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү.

Һүҙлек эше: герб, гимн, орнамент

Тәрбиәсе:

Уң биткәйең яҡты айға оҡшаш,

Һул биткәйең балҡый, гүйә, ҡояш,

Бер ҡулыңда һандуғасҡай һайрай,

Бер ҡулыңда – моңло ҡурай,

Башҡортостан – йырлы ил,

Башҡортостан – нурлы ил.

- Был шиғырҙа һүҙ нимә тураһында барҙы?

- Шиғырҙа һүҙ Башҡортостан тураһында барҙы.

- Балалар , ә бөгөн ниндәй байрам һуң?

Бөгөн Башҡортостан Республикаһының үҙҙаллылыҡ алған көнө. Башҡортостан – башҡорт иле тигәнде аңлата.Халҡыбыҙ борон- борондан Урал тауҙары, йылғалары буйында йәшәгән.Ошондағы матур тәбиғәткә һоҡланып йырҙар ижад иткән. Урал тигән һүҙҙә башҡорт теленән алынған. Ул боролоп- боролоп, уралып  ятҡан тауҙар тигәнде аңлата. Халҡыбыҙ беренсе тапҡыр үҙенең президентын һайланы.

  • Ә кем ул беҙҙең президентыбыҙ
  • Башҡортостан Президенты Радий Фәрит улы Хәбиров.

 Йыр «Башкортостан – гөлбостан»

  • Балалар, Башҡортостандың ниндәй дәүләт билдәләрен беләһегеҙ?
  • Республикабыҙҙың флагы бар.
  • Ул өс төҫтән тора, һәр төҫтөң үҙ мәғәнәһе бар: күк төҫ ул аяҙ күк йөҙөн аңлата. Аҡ төҫ – сафлыҡ, бәхет, йәшел төҫ мәңгелек йәшеллекте аңлата.
  • Флагта урынлашҡан түңәрәк эсендәге ҡурай нимәне аңлата?
  • Флагтағы түңәрәк – мәңгелек хәрәкәт, ә ҡурайы башҡарттарҙың ете ырыуы тигәнде аңлата.
  • Афарин, балалар.

Балалар флаг тураһында шигыр ятлайҙар

  • Балалар , тағы ла ниндәй дәүләт билдәһе бар?
  • Республикабыҙҙың гербы бар.
  • Гербта һеҙ нимәләр күрәһегеҙ?
  • Гербта милли геройыбыҙ Салауат Юлаевтың һәйкәле урынлашҡан. Гербтың аҫҡы яғында башҡартостандың флагы төшөрөлгән.
  • Ә гербтың ситен нимә уратып алған?
  • Гербты башҡорт орнаменты уратып алған

Башҡортостан тураһында балалар шиғыр , мәҡәлдәр ятлап ишеттерәләр.

Балалар, Башҡортостандың тағы ла гимны ҡабул ителде. Гимн – илдең суверенлығын, уның халыҡтары берҙемлеген һәм дуҫлығын белдереүсе символ. Гимнды һәр ваҡытта ла тороп тыңлайҙар.

Балалар торалар,

Гимндын аудио яҙмаhы

 Тәрбиәсе: Беҙҙең Башкортостан узенән матур бай табиғәте менән дан тота. Республикала төрлө милләт халыҡтары йәшәй: башҡорт, урыҫ, татар, марий, сыуаш,h.б. Улар уҙ-ара татыу йәшәйҙәр, сөнки беҙ бөтәбеҙҙә бер ук Ер шарында йәшәйбеҙ.

Йыр « Башкортостан – иманлы ил»

Тәрбиәсеборон-борон заманда беҙҙең олатай-өләсәйҙәр тирмәләрзә йәшәгәндәр. Улар мал көткәндәр, мал артынан эйәреп,ҡайҙа үлән, малдарға тамаҡ табып шул тирәлә төпләнеп тирмәләр ҡорғандар.

Уйын  « Тирмә»

Йомғаҡлау. Дәрестә үтелгәнде нығытып йәбештереү ярҙамында Башҡортостандың флагын эшләйҙәр. (Коллектив эш)


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

"Башҡортостаным – илем!"

Уртансылар төркөмө өсөн байрам сценарийы...

Сәскә ат, гүзәл Башҡортостан!

Данным  материалом  могут воспользоваться  музыкальные  руоводители детских садов, учителя музыки, воспитатели...

Хрестоматия "Башҡортостан - Гөлбостан" к региональной программе "Башҡортостан - тыуған илем"

Хрестоматия изучения Республики Башкортостан для детей дошкольного возраста. Я являюсь соавтором этой хрестоматии....

Сценарий праздника к Дню Республики Башкортостан "Тыуған илем тим дә һүҙ башлайым, тыуған илем Башҡортостаным!"

Воспитание, созданное самим народом,основанное  на народных началах,имеет ту воспитательную силу,которой нет в самых лучшихсистемах,  основанных на  абстрактныхидеях… Н К. Уши...

Тыуған илем -Башҡортостан

Маҡсаттар: - балаларҙы Башҡортостан Республикаһының символикаһы менән таныштырыу, өлкәнләрҙе, тәрбиәсене иғтибар менән тыңларға өйрәтеү;йомаҡтар аша балаларҙың фекерләү ҡеүәһен, тиҙлек, телмәрен үҫтер...

Башҡортостан-тыуған төйәгем.

Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына  арналғанвикторина«БАШҠОРТОСТАН – ТЫУҒАН ТӨЙӘГЕМ!»...