Консультация "Башҡортостан тəбиғəте"
статья на тему
Предварительный просмотр:
Башҡортостан тəбиғəте
Башҡортостан тəбиғəте бик бай. Уның иң ҡəҙерле тəбиғəт байлыҡтарының береһе — урман. Уның майҙаны — 6,2 млн га. Иң күп таралған ағастарҙан ҡайын, уҫаҡ, йүкə, ҡарағай, имəн, саған һанала.
Үҫемлектəр һəм хайуандар донъяһы ла күп төрлө. Урмандарҙа үҫемлектəрҙең
һирəк осрай торғандары ла һаҡланған. Рəсəйҙең Ҡыҙыл китабына индерелгəн
ҡоштар ҙа, кейектəр ҙə байтаҡ.
Республикала ике дəүлəт заповеднигы бар: Башҡорт һəм “Шүлгəнташ”.
Данлыҡлы “Бөрйəн ҡорто” тип йөрөтөлгəн кейек ҡорт тик Шүлгəнташта ғына
саф көйө һаҡланған. Ошонда уҡ бөтə донъяға билдəле “Шүлгəн мəмерйəһе”
бар.
Башҡортостанда ҡаҙылма байлыҡтар ҙа бик күп. Республиканың
көнбайыш һəм үҙəк райондарында нефть сығарыла һəм эшкəртелə. Күмертау
янында һоро күмер бассейны бар. Көнсығыштағы таулы райондарҙа үткəн
быуаттарҙан алып тимер, баҡыр, алтын сығарыла. Учалы, Баймаҡ, Хəйбулла
райондарында баҡырға, цинкыға, көкөрткə бай булған колчедан
ятҡылыҡтары бар.
Республикала 1000 күл, 600 йылға, 50-нəн ашыу минераль сығанаҡ
иҫəплəнə. Дарыу үлəндəре үҫтереү буйынса 11 заказник бар, 16 дəүлəт, 90
республика заказниктары эшлəй. Павловка, Нөгөш, Карман һыуһаҡлағыстары
бар.