Башҡортостан-тыуған төйәгем.
презентация

Кутдусова Гульнара Ураловна

Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына  арналған

викторина

«БАШҠОРТОСТАН – ТЫУҒАН ТӨЙӘГЕМ!»

 

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 9.04.19kvest_-uyyn_tyorbiyoselyor_102.docx24.92 КБ
Файл bashkortostan_-_tyugan_toygem.pptx2.65 МБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына  арналған

Квест -уйын

«БАШҠОРТОСТАН – ТЫУҒАН ТӨЙӘГЕМ!»

Тема: Башҡортостан-тыуған төйәгем.

Маҡсат:  Уйын аша тыуған ергә, тыуған төйәккә һөйөү тәрбиәләү, билдәле шәхестәр менән яҡынданыраҡ таныштырыу, ижади фекерләүен үҫтереү.

Йыһазландырыу: плакаттар, карточкалар, ребустар, кроссвордтар

Алып барыусы: Хәйерле көн, ҡәҙерле тәрбиәселәр, хөрмәтле ҡунаҡтар.

Бөгөнге сараны Шиғыр юлдары менән башлап китәм.

 Башҡортостан – шатлыҡ иле

Башҡортостан –сафлыҡ иле

Башҡортостан милләт-ара

Мәңге һүнмәҫ дуҫлыҡ иле.

Бөгөнге сара Квест –уйын формаһында үтәсәк. Ул Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арнала. Беҙ бөгөн Башҡортостан, тыуған ер, уның киләсәге тураһында һөйләшәбеҙ. Башҡортостан - иркен ил. Башҡортостан Республикаһы үҙе 54 районға бүленә, 21 ҡала һәм 4674 ауыл бар. Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы- Өфө бай тарихлы ҡала. Йылдан-йыл үҙгәрә, матурая.

Ике командаға бүленәбеҙ“Дуҫлыҡ” һәм “Татыулыҡ”.(Флагтар таратыу)

Был уйынды бик хөрмәтле жюри хөкөм итә. Баш судья –Янбаева Альфира Хөсәйен ҡыҙы һәм өлкән тәрбиәсе Гүзәл Зайнулла ҡыҙы Валиева.

 Уйын барышы

Алып барыусы: Ҡәҙерле тамашасылар, һеҙҙең алдығыҙҙа ике команда көс һынаша- “Дуҫлыҡ” һәм “Татыулыҡ”.

--Иң тәүҙә разминка үткәреп алабыҙ. Уның өсөн Башкортостан тураһында шиғыр юлдарын уҡып ишеттерергә  кәрәк. Тасури һәм эмоциональ уҡыған команда өҫтәмә балға лайыҡ була..... Башҡортостан тураһында шиғырҙар уҡыла.

Алып барыусы:  

--Артабанғы ярышыбыҙ-“Башватҡыс” тип атала.

1. Башҡорттарҙың даны ул,

Сәскәләрҙең ҡаны ул.

Ярата уны айыу,

Еңелдән түгел уны йыйыу. ( бал )

2. Ябай ғына бер көпшә,

Ә эсенән моң бөркә. (ҡурай )

3.Шағир булған, батыр булған,

Ирек өсөн яу сапҡан.

Алыҫтан һине ҡаршылай

Өфөгә килгән саҡта. (Салауат )

4. Осҡан саҡта, йәйә һымаҡ,

Йәйеп оса ҡоласын.

Етеҙ ҙә ул, ҡыйғыр ҙа ул

Һунар ҡошо…( ыласын)

Алып барыусы 

---Һеҙҙең зирәклегегеҙҙе белер өсөн “Башҡортостан ” кроссвордын тәҡдим итәбеҙ.

(кроссворд сисеү өсөн  5 минут ваҡыт бирелә)

---Ә хәҙер уйын:  Бәхетле осраҡ.

Алып барыусы: Был уйын өс геймдан тора.

Геймда һәр командаға һорауҙар бирелә.Өлөшөгөҙгә ниндәйҙәре сығар икән? Һәр команда сиратлап ала.

Уйын Ҡыҙыл ҡумта

1-се гейм.

Башҡортостан флагының авторы  (У. Масалимов,  О. Асабина)

Башҡортостан  гербының авторы? ( Фазлетдин Ислахов)

Башҡортостан ниндәй республика менән сиктәш? ( Татарстан )

Башҡортостан ниндәй өлкәләр менән сиктәш? ( Ырымбур, Силәбе, Һамар.)

Башҡортостан Республикаһы гимнының авторы кем? (Фәрит Иҙрисов- композиторы, Р.Бикбаев , Р. Шәкүр Һүҙҙәре)

Нисәнсе йылда Башҡортостан үҙ ирке менән Рус дәүләтенә ҡушыла? 1557йыл.

Республиканың суверенитет алған көнө.11 октябрь, 1990 йыл.

Өфө сәнғәт Академияһы кем исемен йөрөтә? З. Исмағилев.

Башҡортостан Республикаһының милли йәштәр театры кем исемен йөрөтә? М. Кәрим

Башҡорт дәүләт академия драма театры кем исемен йөрөтә?М. Ғафури

А.Матросов (Ш.Мөхәмәтйәнов) менән М.Ғөбәйҙуллинға һәйкәл ҡайҙа ҡуйылған? Еңеү паркында.

Башҡортостандағы иң ҙур күл? ( Асылыкүл )

  2-се гейм

Иғтибар (Слайд)тәҡдим ителә.

Һәйкәл кемгә ҡуйылған, ҡайҙа, ҡайсан ҡуйылған.Ҡыҫҡаса аңлатып бирергә.(С Юлаев) Башҡортостанда Салауат Юлаевҡа тәүге һәйкәл 1952 й. Т.П. Нечаева проекты б-са эшләнә; архитекторы Н.И.Озёрная. Тәүҙә Салауат р-ны Малаяҙ ауылы.

С.Юлаев һәйкәле 1967 йылдың 17 ноябрендә асыла. Ул Ағиҙел йылғаһының бейек ярында урынлашҡан. С. Юлаев һәйкәле- илебеҙҙәге иң ҙур атлы скульптура. Уның бейеклеге- 9,8 м, ауырлығы- 40 тонна. Ул бронзалаштырылған суйындан ҡойолған. Һәйкәлдең авторҙарыскульптор. С.Д.Тавасиев һәм архитекторы И.Ғ.Ғәйнетдинов.

Салауат ҡ. ингән ерҙә урынлашҡан. Скульптор А.В.Семченко проекты б-са эшләнгән, архитекторы Ю.М.Бриллиантов; 1988 й. ҡуйыла. 

(Эстония) урынлашҡан. Нечаева проекты б-са эшләнә; архитекторы Андрис Мянд; 1989 й. асыла.  

Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай бинаһы алдында (Зәки Вәлиди урамы, 40) ҡуйылған. Х.М.Хәбибрахманов проекты б-са эшләнә; 2000 й. асыла

Кем портреттарын күрәһегеҙ. (Слайд) Ҡыҫҡаса һөйләп үтергә.

Алып барыусы: Афарин. Башҡортостаныбыҙ тураһында белемегеҙ юғары икән.

-- СЛАЙД  РЕБУС СИСЕҮ

Алып барыусы: Барығыҙға ла рәхмәт.

Тыуған илебеҙҙең киләсәге, яҙмышы- беҙҙең ҡулыбыҙҙа. Тыуған Уралыбыҙҙың мөғжизәле тәбиғәтен, бөтмәҫ- төкәнмәҫ байлығын һаҡлап ҡалайыҡ, дуҫтар! Иҫтәлекле открыткалар буләккә.

Командалар ярышы

Калдырҙы  беҙҙе хайран,

шуға күрә ошо ерҙә

уйынды туҡтатабыҙ.

Һүҙ Жюригә бирелә.

Жюри:…

 Алып барыусы: -Ватанһыҙ кеше- урманһыҙ һандуғас. -Тыуған ил алтын бишек. -Тыуған ил берәү генә.- тигән халыҡ мәҡәлдәре менән бөгөнге сараны бөтөрөп ҡуям.


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Башҡортостан – тыуған төйәгем

Слайд 3

Башҡортостан – шатлыҡ иле Башҡортостан –сафлыҡ иле Башҡортостан милләт-ара Мәңге һүнмәҫ дуҫлыҡ иле.

Слайд 5

ДУҪЛЫҠ ТАТЫУЛЫҠ

Слайд 6

Мин яратам һине,тыуған ерем ! Бар булғаның өсөн яратам . Байлыҡтарың икһеҙ-сикһеҙ һинең , Тимәк Хоҙай теләп яралтҡан . Мин яратам һине,туған телем ! Юғалманың,ҡорбан күп булған . Иң арҙаҡлы улдар беҙҙән сыҡҡан , Тимәк Хоҙай белеп яралтҡан . Мин яратам һине,Башҡортостан ! Дандар булып күккә күкрәнең . Азатлығын яҡлап халҡыбыҙҙың Оҙаҡ типһен бөйөк йөрәгең !

Слайд 7

Башҡортостан Башҡортостан сиген үтеү менән , Тыуып-үҫкән ергә етеү менән , Нур тулғандай була күңелгә , Йыр тыуғандай була күңелдә . Югереп сығыу менән ҡайындарым , Онотолдо барлыҡ ҡайғыларым , Күреү менән күген Уралдың , Күҙҙәремә йәштәр уралды … Уйнаҡлашып саба , ана , тайҙар … Уйға килә яугир олатайҙар — Илен улар тиккә һөймәгән , Илем тиеп , тиккә көймәгән !

Слайд 8

Башватҡыстар Башҡорттарҙың даны ул , Сәскәләрҙең ҡаны ул. Ярата уны айыу , Еңелдән түгел уны йыйыу . Ябай ғына бер көпшә , Ә эсенән мо ң бөркә .

Слайд 10

Шағир булған , батыр булған , Ирек өсөн яу сапҡан . Алыҫтан һине ҡаршылай Өфөгә килгән саҡта . Осҡан саҡта , йәйә һымаҡ , Йәйеп оса ҡоласын . Етеҙ ҙә ул , ҡыйғыр ҙа ул Һунар ҡошо …

Слайд 12

КРОССВОРД БАШҠОРТОСТАН ҺОРАУҘАР: 1. Башҡортостандағы йыртҡыс ҡош . 2. Башҡортостандағы иң ҙур йылға . 3. Республикалағы йәштәр журналы. 4. Башҡортостандың халыҡ музыка ҡоралы . 5. Салауат районындағы шишмә . 6. Башҡорт халыҡ эпосындағы геройҙың исеме . 7. Башҡорттарҙың тоғро юлдашы . 8.Ҡырағай бал ҡорттарынан бал алыр өсөн үҫеп ултырған ағасты соҡоп яһаған умарта 9. Милли батырыбыҙ . 10. Башҡорттарҙың изге ҡошо . 11. Элекке «Пионер» журналы хәҙер нисек атала . 12. Ағиҙел йылғаһы башланған тау.

Слайд 13

1 Б т 2 А л 3 Ш р 4 Ҡ й 5 О ҡ 6 Р Л 7 Т 8 О ҡ 9 С т 10 Т а 11 А Т 12 Н У

Слайд 14

1 Б Ө Р К Ө Т 2 А Ғ И Ҙ Е Л 3 Ш О Ң Ҡ А Р 4 Ҡ у р а й 5 Ҡ О р ғ а ҙ а ҡ 6 У Р А Л 7 А Т 8 С о л О ҡ 9 С а л а у а т 10 Т о р н а 11 А М А Н А Т 12 Я М А Н Т А У

Слайд 15

. ҠЫҘЫЛ ҠУМТА 1.Башҡортостан флагыны ң авторы . 2. Башҡортостан гербының авторы кем? 3.Башҡортостан ниндәй республика менән сиктәш ? 4 Башҡортостан ниндәй өлкәләр менән сиктәш ? 5. Башҡортостан Республикаһы гимнының авторы кем? 6. Нисәнсе йылда Башҡортостан үҙ ирке менән Рус дәүләтенә ҡушыла ? 7. Республиканың суверенитет алған көнө . 8. Өфө сәнғәт Академияһы кем исемен йөрөтә ? 19. Башҡортостан Республикаһының милли йәштәр театры кем исемен йөрөтә ? 10Башҡорт дәүләт академия драма тетры кем исемен йөрөтә ? 11.А.Матросов (Ш.Мөхәмәтйәнов) менән М.Ғөбәйҙуллинға һәйкәл ҡайҙа ҡуйылған? 12. Башҡортостандағы иң ҙур күл?

Слайд 16

ҺӘЙКӘЛДӘР

Слайд 17

Башҡортостанда Салауат Юлаевҡа тәүге һәйкәл 1952 й. Т.П. Нечаева проекты б‑ са эшләнә ; архитекторы Н.И.Озёрная . Тәүҙә Салауат р‑ны Малаяҙ а. С.Юлаев һәйкәле 1967 йылдың 17 ноябрендә асыла . Ул Ағиҙел йылғаһының бейек ярында урынлашҡан . С. Юлаев һәйкәле - илебеҙҙәге иң ҙур атлы скульптура. Уның бейеклеге - 9,8 м, ауырлығы - 40 тонна. Ул бронзалаштырылған суйындан ҡойолған . Һәйкәлдең авторҙарыскульптор . С.Д.Тавасиев һәм архитекторы И.Ғ.Ғәйнетдинов . Салауат ҡ. ингән ерҙә урынлашҡан . Скульптор А.В.Семченко проекты б‑ са эшләнгән , архитекторы Ю.М.Бриллиантов ; 1988 й. ҡуйыла . ( Эстония) урынлашҡан . Нечаева проекты б‑ са эшләнә ; архитекторы Андрис Мянд ; 1989 й. асыла . Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай бинаһы алдында ( Зәки Вәлиди урамы , 40) ҡуйылған . Х.М. Хәбибрахманов проекты б‑ са эшләнә ; 2000 й. асыла

Слайд 18

Баш ҡортостандың данлыҡлы кешеләре

Слайд 19

Баш ҡортостандың данлыҡлы кешеләре

Слайд 20

Баш ҡортостандың данлыҡлы кешеләре

Слайд 21

Баш ҡортостандың данлыҡлы кешеләре

Слайд 24

Ребус

Слайд 25

МӘКӘЛДЕ УҠЫ


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

"Башҡортостаным – илем!"

Уртансылар төркөмө өсөн байрам сценарийы...

Сәскә ат, гүзәл Башҡортостан!

Данным  материалом  могут воспользоваться  музыкальные  руоводители детских садов, учителя музыки, воспитатели...

Хрестоматия "Башҡортостан - Гөлбостан" к региональной программе "Башҡортостан - тыуған илем"

Хрестоматия изучения Республики Башкортостан для детей дошкольного возраста. Я являюсь соавтором этой хрестоматии....

Сценарий праздника к Дню Республики Башкортостан "Тыуған илем тим дә һүҙ башлайым, тыуған илем Башҡортостаным!"

Воспитание, созданное самим народом,основанное  на народных началах,имеет ту воспитательную силу,которой нет в самых лучшихсистемах,  основанных на  абстрактныхидеях… Н К. Уши...

Тыуған илем -Башҡортостан

Маҡсаттар: - балаларҙы Башҡортостан Республикаһының символикаһы менән таныштырыу, өлкәнләрҙе, тәрбиәсене иғтибар менән тыңларға өйрәтеү;йомаҡтар аша балаларҙың фекерләү ҡеүәһен, тиҙлек, телмәрен үҫтер...

Башҡортостаным - илем

Республика көнөнә арналған башҡортса сценарий...