Ҡурмас байрамы
план-конспект занятия (средняя группа) на тему

Даутова Люция Азаматовна

Маҡсат. Боронғо башҡорт халыҡ ашы – ҡурмас менән таныштырыу, игенселек хеҙмәтенә ихтирам тәрбиәләү, милли уйын һәм йолаларҙы өйрәнеүгә теләк уятыу.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл kurmas_bayramy.docx16.53 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы

Әбйәлил районы Асҡар ауылының

“Миләш” балалар баҡсаһы

Ҡурмас байрамы.

(Урта төркөм балалары өсөн иртәлек).

Үткәрҙе: “Сулпылар” төркөмө тәрбиәсеһе

                                   Дауытова Л.А.

Асҡар-2018

Ҡурмас байрамы

Маҡсат. Боронғо башҡорт халыҡ ашы – ҡурмас менән таныштырыу, игенселек хеҙмәтенә ихтирам тәрбиәләү, милли уйын һәм йолаларҙы өйрәнеүгә теләк уятыу.

Һүҙлек эше. Ҡурмас, комбайнсы.

Дәрес барышы.

Тәрбиәсе. Балалар, беҙ бөгөн өләсәйгә ҡурмас байрамына барабыҙ.Беҙҙе унда етеҙ аттар һә тигәнсе алып барып еткерер. (Балалар телдәрен шартлатып атта барған кеүек хәрәкәттәр яһай. Байрамса биҙәлгән өйҙә уларҙы өләсәй ҡаршы ала. Өҫтәлдә ашлыҡ башаҡтары ҡуйылған ваза, бойҙай һалынған табаҡ тора).

Балалар. Һаумыһығыҙ, өләсәй.

Өләсәй. Аллаға шөкөр, иҫән –һау ғына килеп еттегеҙме, балалар?

Балалар. Эйе, ашҡынып, ҡурмас байрамына тип килдек.

Өләсәй. Рәхим итегеҙ, балалар. Ултырығыҙ, доға ҡылып алайыҡ.

               Байрам – туҡлыҡ, ырыҫ билдәһе ул.

               Йылдың башы уң булһын,

               Ризыҡтары мул булһын,

               Игендәр шаулап уңһын,

               Ҡурмастар ҡурылып торһон, амин!

Тәрбиәсе. Балалар, ә һеҙ ҡурмас ашап ҡарағанығыҙ бармы?

Балалар. Юҡ.

Өләсәй. Уны нимәнән эшләүҙәрен ошо йомаҡты сискәс белербеҙ.

               Уҡ, уҡ кеүек,

               Башы алтын суҡ кеүек, нимә була ул?

Балалар. Бойҙай.

Тәрбиәсе. Эйе, дөрөҫ, ҡурмасты бойҙайҙан яһайҙар. Бына ул бойҙай башаҡтары, ҡарағыҙ әле. (Балалар тотоп ҡарайҙар). Ә был башаҡ ҡайҙа үҫә?

Балалар. Баҫыуҙа.

Тәрбиәсе. Эйе. Башаҡ үҫеп сыҡһын өсөн күп эш башҡарырға кәрәк. Иң беренсе тракторсы ерҙе һөрә, тырмата, сәскестәр ярҙамында иген сәсә.Иген шыты, үҫә. Иген бешкәс, комбайн менән урып алалар. Шунан бойҙайҙы элеваторға алып баралар. Унда киптерәләр, таҙарталар. Тирмәнгә алып барып он итеп тарттыралар. Әйҙәгеҙ, нисек игендең үҫеүен хәрәкәттәр менән күрһәтәйек әле. (Физминутка эшләү. Презентацияла слайд алышынып тора).

Өләсәй. Балалар, ә ондан нимә бешерәләр?

(Балалар шиғыр ятлайҙар).

Тәрбиәсе. Ондан тағы иң ҡәҙерле ризыҡ – икмәкте бешерәләр. Әйҙәгеҙ, икмәк тураһында йыр йырлап алайыҡ. (“Әпәкәй” йыры).

Тәрбиәсе. Эйе,беҙҙең өҫтәлдәрҙең һәр ваҡыт тәмле ризыҡ менән тулы булыуы игенсе хеҙмәтенә бәйле.

Өләсәй.(табаҡтағы бойҙайҙы күрһәтә)Балалар, ә хәҙер ошо бойҙайҙан ҡурмас ҡурайыҡ. Уны ҡыҙҙырыр алдынан тәүҙә һәйбәтләп йыуалар, шунан майлы табала ҡыҙҙырып алалар.(әҙер ҡурмасты алып) бына шәмләп ҡарағыҙ әле. Элек бәләкәй балалар ошо ҡурмасты кеҫәләренә һалып, ашап йөрөй торғайнылар. Артабан ошо ҡурмасты бына ошондай ҡул тирмәненә һалып тарталар. (тартып күрһәтә). Бына ошо онға май, шәкәр ҡушып талҡан эшләйҙәр. Талҡан кеше һаулығы өсөн бик файҙалы. Ярай, балалар, талҡан әҙер булғансы һеҙ күңел аса тороғоҙ.

Тәрбиәсе. Ә хәҙер бармаҡ уйындарын уйнап алайыҡ.

Был бармаҡ- олатай,

Был бармаҡ – өләсәй.

Был бармаҡ – атай.

Был бармаҡ – әсәй.

Был бармаҡ – сәтәкәй.

Тәрбиәсе. Балалар, әйҙәгеҙ, “Йәшерәм яулығымды” уйнайыҡ. Ә иң беренсе  һанашмаҡ ярҙамында “көтөүсе” һайлайыҡ.

1 бала. Бер бабай юлға сыҡҡан,

             Тәгәрмәсе боҙолған.

             Тәгәрмәсен йүнәтергә

             Нисә сөй кәрәк булған?

Тәрбиәсе. Афарин, ә хәҙер беҙ “Беҙ, беҙ” уйынын уйнайыҡ.

Беҙ-беҙ-беҙ инек,

Беҙ ун ике ҡыҙ инек.

Баҙға төштөк, май ашаныҡ,

Келәткә инеп һөт эстек

Таң атҡансы юҡ булдыҡ.

Һап та ҡоп, урмандағы ҡара туп. (Тештәрен күрһәтеп йылмайған бер-ике бала үҙ һөнәрен күрһәтә: шиғыр ятлай, йә йырлай).

Өләсәй. Һай, афарин, балалар.

Ҡурмас ҡурылды,

Талҡан тартылды.

Өҫтәл тирәләй ултырып

Тәмләп ашап алайыҡ. (Бәләкәй генә итеп йомарланған талҡан тарата).

Тәрбиәсе. Өләсәй, һеҙгә ҙур рәхмәт, беҙҙең ҡайтыр ваҡыт та етте. Һау булығыҙ.

Балалар. Рәхмәт. Һау булығыҙ.

Өләсәй. Һау булығыҙ, балалар. Ҡунаҡҡа тағы ла килегеҙ.

                                               Ҡулланылған әҙәбиәт.

  1. Вәхитова Р.Й. Ҡурмас байрамы// “Башҡортостан уҡытыусыһы”,2011, № 2. 45-се бит.
  2. “Башҡорт халыҡ ижады” китаптары. (халыҡ уйындары, һанамыштар)


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Шежере-байрамы

«Свою родословную знай, традиции семьи уважай, почитай!»...

Кәкүк сәйе байрамы.

Кәкүк сәйе байрамы. Маҡсат:1.     Боронғо йолаларҙы кире ҡайтарыу.2.     Балаларҙың ижади һәләтен үҫтереү.3.     Йолаларға ҡарата, башҡ...

« Ҡарға бутҡаhы » фольклор байрамы. (байрам сценарийы ) - «Воронья каша» народный праздник (Сценарий праздника)

« Ҡарға бутҡаhы » фольклор байрамы. (байрам сценарийы ) - «Воронья каша» народный праздник (Сценарий праздника)Маҡсат: Халыҡтыӊ боронғо йолаларын ҡыҙыҡhыныу уятыу, тирə-яҡ мөхиткə hөйөʏ həм hаҡсыл мөн...

Сәскәләр байрамы

Уртансылар төркөмө өсөн фольклор байрамы сценарийы...

Бал байрамы

Данный  сценарий  будет  интересен  музыкальным  руководителям, воспитателям и педогогам  дополнительного  образования...

Нардуған байрамы

Нар-нар-Нардуған!Нардуғанға кил туған!...

Дәрес өлгөһө "Ҡурмас байрамы"

Маҡсат. Боронғо башҡорт халыҡ ашы – ҡурмас менән таныштырыу, игенселек хеҙмәтенә ихтирам тәрбиәләү, милли уйын һәм йолаларҙы өйрәнеүгә теләк уятыу.Һүҙлек эше. Ҡурмас, комбайнсы....