КТП по изучению РНК 2018-2019 уч.г.
календарно-тематическое планирование на тему

Мирвалеева Илюза Флюровна

Комплексно-тематический план по изучению РНК в средней, старшей, 1 и 2 подготовительных группах МАДОУ ДС №14 г.Янаул за 2018-2019 уч.г.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл ktp.docx47.8 КБ

Предварительный просмотр:

Муниципальное автономное дошкольное образовательное учреждение

Детский сад № 14 “Дюймовочка города Янаул муниципального района Янаульский район

Республики Башкортостан

Комплексно-тематический план по изучению РНК для средней группы

 МАДОУ ДС № 14 «Дюймовочка»на 2018-2019 уч.г.

14се “Төймәкәй” балалар баҡсаһының уртансы төркөмө өсөн төбәк компонентты өйрәнеү буйынса 2018-2019 уҡыу йылына комплекслы тематик план

Төҙөүсеһе:Мирвалеева И.Ф

Яңауыл - 2018 йыл

Месяц

Темы

Содержание

Словарная работа

Рекомендованные игры

Ай

Темалар

Йөкмәткеһе

Һүҙлек эше

Тәҡдим ителгән уйындар

СЕН-ТЯБРЬ

 (1-2-се аҙна)

        

Танышыу

Балаларҙа балалар баҡсаһына килеүҙән ҡыуаныс тойғоһо уятыу. Танышыу, баҡса хеҙмәткәрҙәренең ( тәрбиәсе, тәрбиәсе ярҙамсыһы, ашнаҡсы) исемен дөрөҫ әйтергә өйрәтеү, уларҙың хеҙмәте менән таныштырыу. Баланың тиҫтерҙәре, өлкәндәр менән дуҫтарса мөнәсәбәт булдырыу, бер-береһе менән татыу аралашырға күнектереү. Яңы һүҙҙәр өйрәнеү.

Мин, һин, кем, һаумы (һығыҙ),

Һау бул, һау булығыҙ, һин кем,был, был кем, был нимә, ул, ул кем

Туп менән уйнау

Поезд уйыны

Был кем

Бесәй, бесәй, берс

СЕН-ТЯБРЬ

(3-4-се аҙна)

Көҙһылыу

Көҙ миҙгеле үҙенсәлектәренең алмашыуын төшөндөрөү. Кешеләрҙең хеҙмәте, йәшелсә-емештәр тураһында белемдәрен арттырыу. Балаларға йәшелсәләрҙең кеше һаулығы өсөн файҙаһын аңлатыу. Уңыш йыйыу эштәре тамамланғас үткәрелгән көҙгө байрам тураһында төшөнсә биреү. Ҡөҙ миҙгеле тураһында шиғырҙар уҡыу, һүрәттәр ҡарау, йәшелсә емештәрҙең һүрәтен төшөрөү, йәбештереү, әүәләү, йырҙар, яңы һүҙҙәр өйрәнеү.

Ҡыяр, кишер, һуған, тәмле, оҙонса,

Алма, тәмле, груша, әфлисун

Мин нимә яратам Кәрзиндә күп емештәр

Серле Тоҡсай

Шалҡан әкиәте

ОК-ТЯБРЬ

(1-4-се аҙна)

Башҡортостан-гөлбостан

Республика, ауыл, ҡала һәм уның атамаһы менән таныштырыу. Ауылда өйҙәр тәпәш, ағастан, ә ҡалала бейек, бер нисә ҡатлы. Улар кирбестән таштан төҙөлгән. Һәр кемдең үҙенең ҡалаһы, өйө, урамы була. Ауылдар, райондар күп. Улар Башҡортостандың бер өлөшө.

Балалар яҙыусылары ижады, йырсы, ҡурайсылар менән таныштырыу, иллюстрациялар ҡарау, шиғырҙар уҡыу, уйындар уйнау, ҡурайҙа төрлө көйдәр тыңлау.

Балала мөхиткә, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш ҙәм яратыу тәрбиәләү.

Ауыл, ҡала, өй, урам, республика, кирбес, таш, ағас, сәскә, мөхит, тәбиғәт, яҙыусы, йырсы, ҡурайсы

Мин йәшәгән йорт

НОЯБРЬ

(1-2-се аҙна)

Дуҫлыҡ ептәре

Башҡортостанда төрлө һөнәр эйәләре эшләүе һәм дуҫ йәшәүе тураһында һөйләү. Кешеләр үҙ-ара аралашып, ҡатнашып йәшәй һәм һәр саҡ билдәле бер тәртип ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөү.

Дуҫлыҡ тураһында әкиәттәр уҡыу, слайд, һүрәттәр ҡарау, уйындар уйнау, йырҙар йырлау, шиғырҙар өйрәнеү, сәхнәшәштереү.

Дуҫтар, балалар баҡсаһы, ҡайҙа, беҙ, бара, барабыҙ

Уйынсыҡ, туп, ҡурсаҡ, уйнай, бир

Был бүлмә, бүлмәлә уйынсыҡтар, күп, Саша тупты бирә.

Ҡурсаҡтар ҡунаҡта

Уйнайбыҙ ҙа йырлайбыҙ

Мин ҡунаҡ саҡырам

НОЯБРЬ

(3-4-се аҙна)

Халҡым биҙәктәре

Башҡорт халҡының кейем-һалымдары, һауыт-һабалары, биҙәктәре менән таныштыра башлау, уларҙың атамаһын иҫтә ҡалдырыу, дөйөмләштереү һүҙҙәре менән әйтеү.

Кейем-һалым, һауыт-һабаның кеше тарафынан эшләнгәнен, зауыҡлы биҙәлгәнен, уларҙың көнкүреш, йәшәү өсөн кәрәк булыуын балаларға еткереү. Өлкәндәр хеҙмәтенә ихтирам тәрбиәләү. Һүрәт-иллюстрацияләр ҡарау, һүрәт төшөрөү, уйындар уйнау.

Кейем-һалым, һауыт-һаба, биҙәктәр, камзул, күлдәк, милли кейем

Ҡурсаҡтың камзулына тәңкә төшөрөү

Милли кейемдәр

Һауыт-һаба биҙәү

ДЕ-КАБРЬ

(1-4-се аҙна)

Ҡышҡы селлә

Ҡыштың үҙенсәлегенә иғтибар итеү:һауа торошон күҙәтеү, ҡояштың түбән йөрөүенә, нурҙарының һаран булыуына, көндәрҙең һалҡынлығына, эсе ел иҫеүенә, бурандар сығып тороуына, ҡар яуыуына иғтибар итеү, күҙәтеү, тәбиғәт күренешенә аңлатма биреү.

Ҡар тураһында әңгәмә: һыуыҡ, еңел, аяҡ аҫтында шығырлай, ап-аҡ, йомшаҡ.

Шиғырҙар, йырҙар өйрәнеү, уйындар уйнау.

Ҡыш, һауа торошо, ҡояш, нурҙар, һалҡын, ел, буран, ҡар,

Һыуыҡ, еңел, шығырлай, ап-аҡ, йомшаҡ

Яңы йыл, байрам

Ҡурсағымды кейендерәм

ҒИНУАР

(2-се аҙна)

Хайуандарҙың, ҡоштарҙың туҡланыуы

Йорт һәм ҡырағай хайуандар, уларҙың балалары менән таныштырыу. Уларҙың балалары менән таныштырыу. Уларҙың тышҡы ҡиәфәте,кәүҙә төҙөлөшө, ҡышҡы йәшәйеше һәм туҡланыуы тураһында белем биреү.

Ҡышлаусы ҡоштарға ҡаты һыуыҡтарҙа аҙыҡ табыуыауыр булыуын аңлатыу, уларға ярҙам итеү теләген уятыу.

Йорт һәм ҡырағай хайуандар, ҡоштар, ҡышлаусы ҡоштар

Ҡоштарғв ярҙам итәйек

ҒИНУАР

(3-4-се аҙна)

Башҡортостан-дың хайуандар донъяһы

Йорт ҡоштары, хайуандарының ҡыш көнө йылы һарайҙа йәшәүен, кешеләрҙең улар тураһында хәстәрлек күреүҙәре, йорт малдарының кешегә файҙа килтереүе тураһында төшөнсә биреү. Ҡайһы бер хайуандарҙың тауыштарын отоп ҡабатлау. Альбомдар, һүрәттәр ҡарап әңгәмәләр үткәреү, шиғырҙар, әкиәттәр уҡыу, уйындар уйнау.

Йорт ҡоштары, хайуандары

ФЕВ-РАЛЬ

(1-2-се аҙна)

Йәшеллек донъяһы

Балалар тыуған яҡта үҫкән2-3 ағас төрө, үҫемлектәре, бүлмә гөлдәре тураһында төшөнсә биреү. Уларҙың төҙөлөшөн аңлатыу.

Үҫемлектәргә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. Һүрәттәр буйынса үҫемлектәрҙе таныу, атамаларын әйтеү. Фекерләү һәләтен байытыу. Иғтибар туплау, тасуири һөйләү һәләтен үҫтереү.

Ҡайын, шыршы, усаҡ, үлән, сәскә, мәтрүшкә, кесерткән, юл япрағы, балан, миләш

Шифалы үҫемлектәр

Борсаҡ үҫтереү

ФЕВ-РАЛЬ

(3-4-се аҙна)

Ил һаҡсылары

Хәрби һөнәрҙәр менән таныштырыу. Тыуған илгә һөйөү уятыу. Башҡорт халҡының тыуған ерен һаҡлау тарихы тураһында төшөнсә биреү. Беренсе гендерлыҡ күҙаллауҙарҙы булдырыу (малайҙар-көслө, ҡыйыу, Тыуған илдең буласаҡ һаҡсылары).

Атайҙар тураһында әңгәмә үткәреү, шиғырһар, йырҙар өйрәнеү, фотоһүрәттәр ҡарау, атайҙар өсөн бүләктәр әҙерләү, уйындар уйнау.

Тыуған ил, тыуған ер, һаҡсылар, көслө, ҡыйыу,

Атай, ағай, олатай.

Минең атайым-һалдат

МАРТ

(1-2-се аҙна)

Әсәләр нур сәсәләр

Ғаилә тураһында белемдәрен формалаштырыу. Ғаилә ағзаларының бер-береһен яратыуы, ярһам итеүе, бергә дуҫ йәшәүҙәре тураһында аңлатма биреү. Әсәйҙең, өләсәйҙең, тәрбиәсенең эшмәкәрлеге тураһында һөйләү. Уларға ҡарата ихтирам, һөйөү тойғоһо тәрбиәләү. 8 март – әсәйҙәр байрамы тураһында төшөнсә биреү. Әсәй иң яҡын кеше, уны ҡәҙерләргә кәрәклеген балаларға төшөндөрөү.Фотоһүрәттәр ҡарап әңгәмә үткәреү, йырҙар, шиғырҙар өйрәнеү, уйындар уйнау.

Ғаилә, әсәй, өләсәй, тәрбиәсе

Әсәйем-әсәкәйем

Минең яҡындарым

МАРТ

(3-4-се аҙна)

Халҡым көнкүреше

Башҡорт халҡының борондан килгән шөғөлдәре менән таныштырыу. Ат тәрбиәләү, һыбай йөрөү тураһында һөйләү. Ир балаларға һөнәр, хужалыҡ эштәре хаҡында аңлатыуҙар, эшкә йәлеп итеү. Ҡорот яһау, киптереү, ҡош-ҡорт үҫтереү, ат тәрбиәләү тураһында әңгәмә.

Малсылыҡ, игенселек, йылҡысылыҡ,

ҡорот яһау, киптереү, ҡош-ҡорт үҫтереү, ат тәрбиәләү, һыбай йөрөү.

Малсылыҡ

Башҡорт халҡының көнкүреше

АПРЕЛЬ

(1-4-се аҙна)

Халҡым йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре

Балаларҙы башҡорт халҡының йолалары менән таныштырыу. Яңы һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен төшөндөрөү. Халыҡ йолаларының уйындар, гәҙәттәр, әйтемдәр, йырҙар, халыҡ көйө, бейеүҙәр менән һуғарылыуын күрһәтеү. Альбомдар ҡарау, дидактик һәм сюжетлы уйындар уйнау.

Исем ҡушыу, бәпес ашы, бишек туйы.

Олатай, өләсәй, атай, әсәй, ағай, апай, инәй, еңгә, еҙнә.

Уйындар, ғәҙәттәр, әйтемдәр, йырҙар, халыҡ көйө, бейеүҙәр

Бәпес ашы

Ҡунаҡ ҡаршылау

МАЙ

(1-4-се аҙна)

Батырҙар-ил күрке

Балаларҙы Салауат Юлаевтың бала сағы менән таныштырыу. А.Ғәлиндең “Салауаттың бала сағы” картинаһын ҡарау. Хикәйә уҡыу. Салауаттың көслө, ҡыйыу булыуы, тәбиғәтте яратыуы тураһында һөйләү. Уға оҡшарға тырышыу тойғоһон үҫтереү. Салауаттың бала саҡта уйнаған уйындары менән таныштырыу. Малайҙарҙа ҡыйыулыҡ сифаттары тәрбиәләү.

Салауат Юлаев, картина, хикәйә, көслө, ҡыйыу, баласаҡ

Муниципальное автономное дошкольное образовательное учреждение

Детский сад № 14 “Дюймовочка города Янаул муниципального района Янаульский район

Республики Башкортостан

Комплексно-тематический план по изучению РНК для старшей группы

 МАДОУ ДС № 14 «Дюймовочка»

на 2018-2019 уч.г.

14се “Төймәкәй” балалар баҡсаһының өлкән төркөмө өсөн төбәк компонентты өйрәнеү буйынса 2018-2019 уҡыу йылына комплекслы тематик план

Төҙөүсеһе:Мирвалеева И.Ф

Яңауыл - 2018 йыл

Месяц

Темы

Содержание

Словарная работа

Рекомендованные игры, развлечения, беседы, итоговые занятия

Ай

Темалар

Йөкмәткеһе

Һүҙлек эше

Тәҡдим ителгән уйындар, әңгәмәләр, йомғаҡлау саралары

СЕН-ТЯБРЬ

 (1-2-се аҙна)

        

Диагностика

Көҙ баҡсасыларҙың баҡсалағы эштәре, иген игеүселәрҙең баҫыуҙағы эштәре. Бөртөклө үҫемлектәрҙе айырыу. Уларҙан әҙерләнгән риҙыҡтар менән таныштырыу. Уйындар уйнау.  

Уңыш йыйыу, баҙға һалыу, һатыуға сығарыу, урып йыйыу, икмәк, бауырһаҡ, талҡан, ҡыҫтыбый

Икмәк-бөйөк хазина- әңгәмә

СЕН-ТЯБРЬ

(3-4-се аҙна)

Көҙһылыу

Тыуған яҡтың көҙ миҙгеле билдәләрен асыҡлауҙы дауам итеү. Һүҙбәйләнештәр, мәҡәл-әйтемдәр ҡулланыу. Балаларға ҡыр хайуандарының нисек ҡышҡа әҙерләнеүен, күсәр ҡоштарҙың ни өсөн йылы яҡҡа осоп китергә мәжбүр булыуҙарын аңлатыу. Шиғырҙар, йырҙар өйрәнеү. Уйындар уйнау.

Һалҡынайта, йыш ямғыр яуа, ағастың япраҡтары һарғаеп ҡойола.

Айыу, терпе, тейен, сыйырсыҡ, һандуғас, кәкүк.

Көҙ билдәләре

ОК-ТЯБРЬ

(1-4-се аҙна)

Башҡортостан-гөлбостан

Баланың йәшәгән урыны, уның атамаһы, ул ерҙең Башҡортостандың бер өлөшө булыуын аңлатыу. Башҡортостанда йәшәгән төрлө милләт вәкилдәренең дуҫ йәшәүе, төрлө тармаҡтарҙа эшләүе тураһында башланғыс төшөнсәләр биреү. Балалар баҡсаһы янында йәмғиәт биналары, уларҙың тәғәйенләйеше. Арҙаҡлы шәхестәрҙең (Ш.Хоҙайбирҙин, М.Фәйзи) хеҙмәтен ҙурлау, уларға һәйкәлдәр ҡуйылыуын, урамдарғаисемдәре бирелеүен төшөндөрөү. Арҙаҡлы шәхестәргә, хеҙмәт кешеләренә ихтирам тәрбиәләү.

Ауыл, ҡасаба, ҡала, милләт, йәмғиәт,һәйкәл, урам, шәхес

Беҙҙең йәнтөйәк

Ҡаламдың арҙаҡлы шәхестәре

НОЯБРЬ

(1-2-се аҙна)

Дуҫлыҡ ептәре

Күп милләтле республика-Башҡортостан, Өфө-башҡала. Төрлө милләт халыҡтарының бер-береһенән теле, ашы, йолаһы һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән айырылыуын билдәләү. Уларҙың дуҫ, мәҙәниәтле аралашыуы республика үсешенә ыңғай йоғонто яһауын күҙаллау.ауыҙ-тел ижады һәм сәнғәт аша дуҫлыҡ хисе, татыулыҡ, илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләү.

Өфө- башҡала,

Тел, аш, йола, ғөрөф-ғәҙәт, дуҫ, мәҙәниәтле,дуҫлыҡ, татыулыҡ, илһөйәрлек

Дуҫтар беҙҙә ҡунаҡта

Милли аш-һыу

НОЯБРЬ

(3-4-се аҙна)

Халҡым биҙәктәре

Башҡорт халҡының биҙәү-ҡулланма сәнғәте менән таныштырыу, милли кейемдәрҙәге, һауыт-һабаларҙағы биҙәктәрҙең геометрик фигуларҙан тороуын, уларҙың халыҡ көнкүреше, кәсебен сағылдырыуын аңлатыу.

Биҙәк элементтарын халыҡ орнаменты мотивтары менән төшөрә, матурлығын күрә белеү, был сәнғәт төрөнә һөйөү, ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү.

Биҙәү- ҡулланма, милли кейем, һауыт-һаба, биҙәктәр

Кейем биҙәү

ДЕ-КАБРЬ

(1-4-се аҙна)

Ҡышҡы селлә

Ҡыш миҙгелендә йәнле йәки йәнһеҙ тәбиғәттең бер-береһе менән бәйлелеген төшөндөрөү. Тәбиғәттәге үҙгәрештәрҙең кешегә, үҫемлектәр, йәнлектәр донъяһына тәьсире тураһында белешмә биреү: хайуандарҙың ҡышҡы йоҡоға талыуы, йорт хайуандарының кеше хәстәрлегенә мохтаж булыуы.

Ҡыш көнө үҙеңдең һаулығыңа иғтибар итеү, кейенеү, сынығыу, хәүефһеҙлек һаҡлай белеү.

Ҡышҡы һауа торошон билдәләй һәм аңлата белергә өйрәтеү. Ҡышҡы селлә тураһында мәғлүмат киңәйтеү. Картина буйынса хикәйә төҙөү. Яңы йыл байрамына шиғырҙар, йырҙар өйрәнеү, уйынсыҡтар әҙерләү, ҡышҡы үҙгәрештәрҙе ижади һүрәтләү.

Ҡыш миҙгеле, тәбиғәт, ҡышҡы йоҡо, терпе, тәлмәрйен, торлаҡ эшләү..

Кейенеү, сынығыу, һауа торошо,

Беҙҙең яҡта ҡыш

ҒИНУАР

(2-се аҙна)

Йәнлектәрҙең йәшәү шарттары

Ҡырағай хайуандарҙы үҙенсәлекле сифаттары буйынса танып белеү. Йәнлектәрҙең йәшәү шарттарына ярашлы тән төҙөлөшө тураһында мәғлүмәт биреү.

Ер өҫтөндә, һыуҙа, ерҙә, һауала, тупраҡта

Танып бел

ҒИНУАР

(3-4-се аҙна)

Башҡортостан-дың хайуандар донъяһы

Төрлө бөжәктәр, уларҙың тышҡы киәфәте, тауышы тураһында мәғлүмәт биреү. Уларҙың ҡәүҙә төҙөлөшө, хәрәкәтләнеүе, йәшәгән урыны буйынса сағыштырыу.

Быуа, күл, йылға-йәнлектәрҙең һәм үҫемлектәрҙең йәшәү урыны. Башҡортостандың ҙур күлдәре, йылғалары, унда йәшәгән йәнлектәр, балыҡтар менән сағыштырыу. Хайуандарға ҡарата хәстәрлекле ҡараш тәрбиәләү.

Күбәләк, ҡуңыҙ, ҡырмыҫҡа, бал ҡорто, сиңерткә, һыуҙа, ерҙә,

Быуа, күл, йылға

Умартасылыҡ

Башҡорт балы

ФЕВ-РАЛЬ

(1-2-се аҙна)

Йәшеллек донъяһы

Башҡортостандың үҫемлектәр доньяһын танып белеү, ағас һәм ҡыуаҡлыҡтарҙы, япраклы һәм ылыҫлы ағастарҙы айырыу, өлөштәрен айырыу.

Халыҡтың борондан дарыу үләндәре менән дауаланыуын һәм тәбиғәттәге еләк-емештәр менән туҡланыуын аңлатыу. Кеше һаулығына зыян килтереүсе үҫемлектәрҙе айырыу. Ҡыҙыл китапҡа ингән бәшмәктәр, үләндәр тураһында мәғлүмәт биреү.

Ағас, ҡыуаҡ, япраҡлы, ылыҫлы, бәпембә, мәтрүшкә, кесерткән, юл япрағы, ер еләге, ҡурай еләге, Ҡыҙыл китап, бәшмәк.

Гөл үҫтерәм

Был ниндәй үҫемлек

ФЕВ-РАЛЬ

(3-4-се аҙна)

Ил һаҡсылары

Рәсәйҙең Ҡораллы көстәре тураһында башланғыс төшөнсәләр биреү. Ғәсҡәрҙәр, хәрби техника, тураһында аңлатыу. Рәсәй армияһы составында башҡорт халҡының төрлө походтарҙа, яуҙарҙа ҡатнашыуы тураһында һөйләү. Бөйөк Ватан һуғышында батырлығтар күрһәткән Башҡорт атлы дивизияһы тураһында халыҡ йырҙары, бейеүҙәре аша балаларға еткереү. Һуғыш ветерандары, атай-ағай, малайҙарға ҡарата ихтирам тәрбиәләү, ил һаҡсылары булырға теләк уятыу.

Ҡораллы көстәр, танкистар, сик һаҡсылары, хәрби осоусылар, йәйәүле ғәсҡәр һалдаттары, ракетасылар, моряктар.

Башҡорт атлы дивизияһы.

Виртуаль сәйәхәт

112се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы

Хәрби техника

МАРТ

(1-2-се аҙна)

Әсәләр нур сәсәләр

8 март – ҡатын-ҡыҙҙарға арналған байрам тураһында һөйләшеү. Әсәй, өләсәй, инәй, апай, ҡыҙҙарға ҡарата ыңғай мөнәсәбәт башҡорт халыҡ ижады өлгөләрендә сағылыуын ҡүрһәтеү. Малайҙарҙа ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата иғтибарлы һәм ихтирамлы ҡараш формалаштырыу. Балаларҙа иң яҡын кешеләренә ҡарата һөйөү тәрбиәләү. Әсәй тураһында шиғырҙар өйрәнеү.

Ғаилә, әсәй, өләсәй, тәрбиәсе, инәй, апай

Минең әсәйемдең профессиясы

МАРТ

(3-4-се аҙна)

Халҡым көнкүреше

Башҡорт халҡының борондан йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүе хаҡында һөйләү, менге, екке аттарының көнкүрештәге ярҙамы, уларҙың ҡышҡа яраҡлашыуы, тибендә аҙыҡ табыуы, ҡымыҙҙың файҙаһы тураһында аңлатыу. Йорт хайуандары һәм ҡоштары менән таныштырыуҙы дауам итеү, уларҙың кеше ярҙамына мохтаж булыуын һәм кешегә файҙаһын аңлатыу. Ир-егеттәрҙең ағас, тире эшкәртеү кәсептәре менән таныштырыу. Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың боронго көнкүрешен халыҡ ижады аша күрһәтеү, ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Йылҡысылыҡ, менге, екке аттар,

Ҡымыҙ эшләү, тире эшкәртеү

Аттар-ҡунаҡтар

Ҡымыҙ эшләү

АПРЕЛЬ

(1-4-се аҙна)

Халҡым йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре

Башҡорт халҡының йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырыуҙы дауам итеү. Яҙ миҙгелендә ҡатын-ҡыҙҙарҙың-һарыҡ йөнөн ҡырҡыу, кәзә мамығын эшкәртеү, балсыҡ баҫыу, йыуаға сығыу, ир-аттарҙың ситән үреү кеүек йолалар тураһында мәғлүмәт биреү.

Башҡорт халҡының боронғо йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәренең хәҙерге байрамдарҙа сағылышын күрһәтеү. Йыл миҙгелдәренә бәйле ғөрөф-ғәҙәттәре, йолаларының яҙыусылар, рәссамдар әҫәрҙәрендә саҫылыуын күрһәтеү.

Ат ярышы, милли көрәш, һыйлау, ҡунаҡ итеү, милли уйын

Кәкүк сәйе

Тәбиғәт мөғжизәләре

МАЙ

(1-4-се аҙна)

Батырҙар-ил күрке

Башҡорт халҡының милли батыры С.Юлаев менән таныштырыуҙы дауам итеү. Картиналар, әсәрҙәр аша уның ҡыйыу, теүәккәл, отҡор, булыуын еткереү, шиғырҙары аша оҫта шағир һәм сәсән образын асыу.

Әҙәбиәт һәм сәнғәт әҫәрҙәре аша милли батырыбыҙҙы балаларғы өлгө итеп ҡуйыу.

Салауат Юлаев, ҡыйыу, тәүәккәл, откор, оҫта шағир, сәсән, милли батыр, етеҙлек, сослоҡ

Сәхнәләштереү –Бәләкәй Салауат

Муниципальное автономное дошкольное образовательное учреждение

Детский сад № 14 “Дюймовочка города Янаул муниципального района Янаульский район

Республики Башкортостан

Комплексно-тематический план по изучению РНК для

I и II подготовительных групп

 МАДОУ ДС № 14 «Дюймовочка»

на 2018-2019 уч.г.

14се “Төймәкәй” балалар баҡсаһының I һәм II мәктәпкә әҙерлек төркөмдәре өсөн төбәк компонентты өйрәнеү буйынса

2018-2019 уҡыу йылына комплекслы тематик планы

Төҙөүсеһе:Мирвалеева И.Ф

Яңауыл - 2018 йыл

Месяц

Темы

Содержание

Словарная работа

Рекомендованные игры, развлечения, беседы, итоговые занятия

Ай

Темалар

Йөкмәткеһе

Һүҙлек эше

Тәҡдим ителгән уйындар, әңгәмәләр, йомғаҡлау саралары

СЕН-ТЯБРЬ

 (1-2-се аҙна)

        

Диагностика

Тыуған яҡтың ҡөҙ билдәләре белән танытырыуҙы дауам итеү.

Көҙ билдәләре - Һыу, томан, һауа, ямғыр, ысыҡ, ҡырау, бәҫ, боҙ, тамсы, яҡтылыҡ, ел.

Ҡурмас ҡурыу

СЕН-ТЯБРЬ

(3-4-се аҙна)

Көҙһылыу

Көҙ тәбиғәтенең хайуандар, үҫемлектәр, кешеләр тормошонда сағылышын башҡорт фольклорында, нәфис әҙәбиәттә, рәссамдар, композиторлар әҫәрҙәрендә күреү.

Мнемотаблицага таянып, тәрбиәсе менән бергә көҙгө уңыш тураһында хикәйә төҙөү.

Ауыл хужалығы эшсәндәре һөнәрҙәре һәм уларҙың хеҙмәтен еңеләйтеүсе машиналар тураһында төшөнсәләр биреү.

Баҫыу, уңыш, ҡөнбағыш, тары, һоло, ҡарабойҙай, талҡан, ҡурмас, буҙа, арыш икмәге.

Игенсе, комбайнсы,тракторсы, тирмәнсе, икмәк бешереүсе

Уңыш йыйабыҙ

ОК-ТЯБРЬ

(1-4-се аҙна)

Башҡортостан-гөлбостан

Тыуып үҫкән илебеҙ, еребеҙ тураһында белемде киңәйтеү: Бшҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфө менән таныштырыу. Республиканың географик урынын, сиктәш республика һәм өлкәләрҙе билдәләү. Башҡортостанда төрлө милләт халыҡтары йәшәүен, уларҙың мәҙәниәте, теле, йолалары хаҡында күҙаллауҙарҙы булдырыу. Башҡортостан республикаһының дәүләт тамғаларын өйрәнеү. Шиғыҙар, йырҙар өйрәнеү. Тәбиғәт ҡомартҡыларының һүрәттәрен, иллюстрацияләрен ҡарау. Башҡортостандың иң тәрән, иң оҙон, иң мул һыулы күлдәре, иң бейек, иң ҙур тау-йылғалары тураһында белемде байытыу. Башҡорт халҡының бөтә доньяға билдәле шәхестәре эшмәкәрлеге буйынса мәғлүмәтте байытыу. Улар ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу, сәнғәт әҫәрҙәрен тыңлау, ҡарау.

Башҡала- Өфө, сиктәш өлкәләр, мәҙәниәт, тел, ғөрөф-ғәҙәт, дәүләт тамғалары, шиғырҙар, йырҙар, тәбиҙәт, күлдәр, шихандар, Ирәмәл тауы, Янғантау, Талкаҫ күле, Ямантау түбәһе, Ҡорғаҙаҡ, Ассы шишмәһе, Красноусол батҡағы, Ғәҙелша шарлауығы,

Билдәле шәхестәр

Башҡортостан-алтын бишегем

Башҡортостандың ете мөғжизәһе

НОЯБРЬ

(1-2-се аҙна)

Дуҫлыҡ ептәре

Баланың үҙе һәм дуҫтары тураһында күҙаллауын киңәйтеү, үҙенә төрлө яҡтан ҡарарға мөмкинселек биреү.

Тыуған ил тураһында төшөнсәне киңәйтеү һәм унда йәшәгән төрлө милләт вәкилдәренең бер йәмғиәт булып, Башҡортостан үҫешенә булышлыҡ итеүен аңлатыу.

Башҡортостан күп милләтле республика һәм төрлө милләт мәҙәниәтен, телен, ғөрөф-ғәҙәтен һаҡлауға, үҫтереүгә бөтә шарттарҙың да булыуын төшөндөрөү. Берҙәмлек, татыулыҡ төшөнсәһен нығытыу һәм дуҫтарса мөнәсәбәт, толерантлык тойғоһон үҫтереү.

Йәмғиәт, кешеләр, тәбиғәт объекттары

Берҙәмлек, татыулыҡ, дуҫтарса мөнәсәбәт, толерантлык тойғоһо.

Ижади күргәҙмә

Дуҫлыҡ ептәре

НОЯБРЬ

(3-4-се аҙна)

Халҡым биҙәктәре

Башҡортостан халыҡ биҙәү-ҡулланма сәнғәте менән таныштырыуҙы дауам итеү.

Боронғо башҡорт халҡының тормошо, йәшәү шарттары менән танышыу. Көнкүреш әйберҙәрендә, кейем-һалымында ҡулланған биҙәк өлгөләрен таныу, ҡулланышын белеү, атамаһын әйтеү.

Сәнғәт әйберҙәренең биҙәктәре буйынса башҡорт, рус һәм башҡа милләт халыҡ биҙәктәрен айыра һәм төшөрә белеү, уларҙы һүрәтләү эшмкәрлегендә ҡулланыу.

Ер аҫты байлыҡтарын эшкәртеү ысулдару тураһында мәғлүмәтте байытыу. Уларһан эшләнгән сувенирҙар һүрәттәре ҡарау.

Биҙәк өлгөләре, кейем-һалым, зауыҡСигеү, сағышлау, сүпләү, аҫалау, йәбештереү, аҫасты һырлау, семәрләү, биҙәнеү

Баҡыр, көмөш, алтын, мрамор, гранит, йәшмә.

Ҡурсаҡтың камзулына тәңкә төшөрөү

Милли кейемдәр

Һауыт-һаба биҙәү

Халыҡ биҙәктәре

ДЕ

КАБРЬ

(1-4-се аҙна)

Ҡышҡы селлә

Балаларҙы ҡыш миҙгеле үҙенсәлектәре, тәбиғәт күренештәре менән таныштырыуҙы дауам итеү. Ҡар, боҙ, һыу, һауа тураһында төшөнсәләрҙе байытыу, үҙенсәлектәре менән тәжрибә аша танышыу.

Ҡыш миҙгеленә, күренештәрен ҡағылышлы башҡорт халыҡ ижады өлгөләре менән танышыу, шиғыр, хикәйәләр уҡыу, рәссам картиналары ҡарау, рәсемдәр төшөрөү.

Ҡыш миҙгелендә үткәрелгән байрамдар, йолалар менән таныштырыу, байрамдыңни өсөн үткәрелгәнен аңлау. Яңы йылдың Нардуган тигән атамаһы менән таныштырыу.

Ҡар, боҙ, һыу, һауа, тәжрибә

Йомаҡ, мәҡәл, әкиәт, һынамыш, легенда, шиғыр, хикәйә, Ҡышҡы Нардуған

Кәйефте күрһәткән битлектәр эшләү

Ҡышҡы Нардуған

ҒИНУАР

(2-се аҙна)

Хайуандарҙың, ҡоштарҙың туҡланыуы

Хайуандар доньяһы менән таныштырыуһы дауам итеү.

Йорт һәм ҡырағай хайуандар, ҡоштар, ҡышлаусы ҡоштар

Викторина

Башҡортостан йәнлектәре һәм ҡоштары

ҒИНУАР

(3-4-се аҙна)

Башҡортостан-дың хайуандар донъяһы

Бөжәктәр, балыҡтар, ҡоштар, йыртҡыс һәм кимереүсе хайуандарҙың ҡыш миҙгелен ҡаршы алыу үҙенсәлектәрен нығытыу, ҡыш миҙгеленең улар өсөн ауыр сор икәнен аңлатыу.

Ҡыҙыл китапҡа ингән хайуандар тураһында белешмәләр биреү.

Күсмә һәм ҡышлаусы ҡоштар, Һыу йәнлектәре, айғолаҡ, тәңкә, йөҙгөс балыҡ, Ҡыҙыл китапҡа ингән йәнлек-ҡоштар.

Ҡоштар беҙҙең дуҫтар- күргәҙмә

ФЕВ-РАЛЬ

(1-2-се аҙна)

Йәшеллек донъяһы

Башҡортостанда үҫкән шифалы үләндәр, ҡыуаҡлыҡтар, ағастар тураһында мәғлүмәт биреү.

Һүрәткә ҡарап үҫемлектәрҙе таныу. Файҙалы үләндәрҙе зыянлы үләндәрҙән айырыу.

Ағас, ҡыуаҡ, үләндәр,шифалы үҫемлектәр, урман, тирә-яҡ тәбиғәте

Зыянлы, ағыулы үсемлектәр, файҙалы үҫемлектәр,

Мөғжизәләр яланы

Үҫемлектәр тере йән кеүек...

ФЕВ-РАЛЬ

(3-4-се аҙна)

Ил һаҡсылары

Балаларҙың армия тураһында белемдәрен киңәйтеү. Тыуған илде һаҡлау ир-аттарҙың бурысы икәнлеген аңлатыу. Тыуған илгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү. Төрле хәрби һөнәрҙәр, ғәскәр төркөмдәре, техника төрҙәре менән таныштырыуҙы дауам итеү. Башҡортостандың данлыҡлы уллары менән таныштырыуҙы дауам итеү. Яҡташ батырҙарыбыҙ тураһында мәғлүмәттәр биреү. Уларҙың күрһәткән батырлыҡтары өсөн хәрби орден-миҙалдар менән бүләкләнеүен күрһәтеү.

Был темага ҡағылышлы шиғырҙар, йырҙар өйрәнеү. Уйындар уйнау.

Хәрби һөнәр, ғәскәр төркөмдәре, техника төрҙәре, патриотизм тойғоһо, Ҡаһым түрә, Башҡорт атлы дивизияһы, яҡташ батырҙар, һәйкәл, батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ, ҡыйыулыҡ, орден-миҙалдар.

Яҡташ батырҙар -күргәҙмә

МАРТ

(1-се аҙна)

Әсәләр нур сәсәләр

8 мартҡа арналған байрамдың тарихы тураһында ҡыҫҡаса мәғләмүт биреү. Был байрамдың әсәй, ҡатын-ҡыҙға арналғаны менән уларға ҙур ихтирам, һөйөү тойғоларының белдерелеүен аңлатыу. Башҡорт халҡының әсәйҙәргә мөнәсәбәте халыҡ жадында сағылыуын күрһәтеү.

Минең әсәйем, өләсәйем темаһына әңгәмә ойоштороу. Әсәйҙәрҙең һөнәрҙәре менән таныштырыу. Шиҫырҙар, йырҙар өйрәнеү. Уйындар уйнау.

Ҡатын-ҡыҙ, ихтирам,  һөйөү, әбей, ярҙам, һаҡсыл ҡараш, йылы мөнәсәбәт.

Әсәйгә бүләккә китап

МАРТ

(2-4-се аҙна)

Халҡым көнкүреше

Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың кәсеп-шөғөлдәре менән таныштырыуҙы дауам итеү. Уларға ҡағылышлы әйберҙәрҙең нимәнән, нисек эшләнеүенә иғтибар итеү, сағыштырыу, һығымта яһау.

Кәсеп-шөғөлдәр: быйма баҫыу, шәл бәйләү, балаҫ һуғыу, тал үреү, ағастан һауыт-һаба, кәрәк-яраҡ яһау,

АПРЕЛЬ

(1-4-се аҙна)

Халҡым йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре

Башҡортостанда йәшәүсе Халыҡтарҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары менән таныштырыуҙы дауам итеү, белемде тулыландырыу. Төрлө миҙгелдә үткәрелгән йолаларҙың әһәмиәтен төшөндөрөү.  Милли кейемдәргә иғтибар итеү.

Һәр йоланың үҙ мәғәнәһе, маҡсаты, тәртибе булғанлығын төшөнөү. Хеҙмәт байрамы-өмәләрҙә бер-береһенә ярҙам итеү, берҙәмлек, татыулыҡ, ихласлыҡ сифаттары үҫтерелеүен аңлатыу.

Ҡаҙ өмәһе, Тула һуғыу, Ҡатыҡ тәмләү, бура бурау, туй, ҡоҙалашыу, зәрә ҡысҡырыу, йыуа аҙнаһы, сәскә байрамы, еләк байрамы, сәғәт байрамы,

Бәпес ашы

Ҡунаҡ ҡаршылау

МАЙ

(1-4-се аҙна)

Батырҙар-ил күрке

Башҡорт халҡының милли батыры С.Юлаев менән таныштырыуҙы дауам итеү. Милли батарыбыҙ камиллаштырыу. Салауаттың йәшәгән урыны, ғаиләһе, бала сағы тураһында белемде ҡиңәйтеү. Башҡорт халҡы тарихында батырҙарҙың ролен билдәләү һәм уға арналған иҫтәлектәр тураһында мәғлүмәт биреү: Салауаттың исемен йөрөткән географик урындар менән таныштырыу. Башҡорт халҡының батырлығын, ҡыйыулығын күрһәткән әкиәт, ауыҙ-тел ижадын, йырҙарын өйрәнеү. Балаларҙа патриотик рух үҫтереү. Данлы батыр образын формалаштырыу, уларҙың халыҡ хәтерендә һаҡланыуын төшөндөрөү. Малайҙарҙа батырлыҡ, етеҙлек, мәргәнлек сифаттарын үҫтереү.

Салауат Юлаев, картина, хикәйә, көслө, ҡыйыу, баласаҡ


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

РАБОЧАЯ ПРОГРАММА по основам изучения детей игре в шахматы «В КОРОЛЕВСТВЕ ШАХМАТ» Дополнительная образовательная программа по обучению детей подготовительного дошкольного возраста игре в шахматы на 2018-2019 г.

Программа обучения рассчитана для детей 6 - 7лет, наполненность группы 10 человекПродолжительность 1 занятия 30 минутКоличество занятий в неделю 3 занятийКоличество занятий в год 85 занятий...

Годовой план МБДОУ "Чебурашка" на 2017-2018 учебный год, 2018-2019, 2019-2020 учебный год

Годовой план детского сада на 2017-2018 учебный год.Годовой план муниципального бюджетного  дошкольного образовательного учреждения «Детский сад «Чебурашка» (далее по тексту-ДОУ...

ГОДОВЫЕ ОТЧЕТЫ 2015-2016, 2017-2018,2018-2019,2019-2020 гг.

Годовые отчеты музыкального руководителя Романюта Екатерины Алексеевны...

2018 – 2019 учебный год. Рабочая программа воспитателя, Младшей группы (3 - 4 года) На 2018 – 2019 учебный год

Рабочая программа воспитателя,Младшей группы (3 - 4 года)На 2018 – 2019 учебный год...

Анкеты для родителей за 2018-2019 уч.год "Изучение музыкальных предпочтений в семьях, настроение детей после музыкальных занятий". "Роль музыкального воспитания в детском саду"

Анкеты: "Изучение музыкальных предпочтений в семьях, настроение детей после музыкальных занятий".                "Роль музыкального воспитан...