Белем биреү эшмәкәрлеге. Телмәр үҫтереү. Башҡорт халыҡ уйындары.
план-конспект занятия по развитию речи (старшая группа)

 


Телмәр үҫтереү буйынса ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге

 

Тема: Башҡорт халыҡ уйындары.

Маҡсат: Балаларҙы башҡорт халҡының мәҙәниәтен, уйындарын өйрәнеүҙе дауам итеү.

Бурыстар:

Белем биреүсе: балаларға башҡорт халыҡ уйындары тураһында мәғлүмәт биреү, ҡыҙыҡһыныу уятыу, уйнап ҡарау.

Үҫтереүсе: балаларҙың телмәрен, иғтибарлыҡтарын  үҫтереү; һүҙлек запасын байытыу.

Тәрбиәләүсе: үҙ милләтеңә, теленә, уйындарына һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: “Башҡорт уйындары” сюжетлы һүрәттәр,ҡурай, телевизор,ҡурай моңо, ҡурайҙың ете тажы.

                                                

       Белем биреү эшмәкәрлеге барышы.

1.Ойоштороу моменты.

Һаумы, алтын ҡояшым! (ҡулдар менән түңәрәк яһау)

Һаумы, зәп-зәңгәр күгем! (ҡулдарҙы болғау)

Иҫәнме һин, елкәйем, - (биткә ел елпеү)

Бөтәгеҙҙе сәләмләйем! (ҡулдарҙы ҡыҫыу)

Артикуляцион күнегеүҙәр эшләү.

Тәрбиәсе: Афарин, әйҙәгеҙ бергәләп телде, ирендәрҙе уйнатып матур итеп һөйләшергә әҙерләп алайыҡ әле.

Ҫа-ҫа-ҫа – ҡайһылай матур баҫа,

Са-са-са – тыпырлап күңел аса,

Са-са-са – дәртләндерәм: “Их, ас-са!”

Са-са-са – бейей шулай башҡортса.

Тәрбиәсе: Афарин. Балалар, ҡарағыҙ әле, был беҙ йәшәгән илдең картаһы.(һүрәт-карта)

 -Беҙҙең илебеҙ нисек атала? (Рәсәй)

Балалар: Беҙҙең илебеҙ Рәсәй.

-Дөрөҫ.  Беҙ шундай ҙур, күп милләтле Рәсәйҙә йәшәйбеҙ.  Һәм унда иҫ киткес бер республика бар.

-Беҙ ниндәй республикала йәшәйбеҙ? (Башҡортостан)

(картанан күрһәтеү)

- Беҙ Башҡортостанда йәшәйбеҙ.(һөйләмен  хор менән ҡабатлау)

- ә районыбыҙ нисек атала?

-Эйе, дөрөҫ. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән үҙебеҙҙең башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм уйындары менән танышасаҡбыҙ.

Тәрбиәсе: Балалар, һеҙ сәйәхәт итергә яратаһығыҙмы?

Тәрбиәсе: Балалар, һеҙ сәйәхәт итергә яратаһығыҙмы?

Тәрбиәсе:  Сәйәхәткә нимә менән барырға була? ( Балалар яуабы)

Тәрбиәсе: Ҡарағыҙ әле, был нимә икән?

Эйе, балалар, был йомғаҡ. Бөгөн беҙ бына ошо йомғаҡ артынан сәйәхәткә сығабыҙ. Йомғаҡты тәгәрәтеп ебәрәбеҙҙә, артынан эйәрәбеҙ.

Йомғаҡ тәгәрәй, балалар артынан атлай.

Тәрбиәсе: Балалар, ҡарағыҙ әле, беҙгә тағы ла бер ҡунаҡ килгән икән. Кем ул? (ҡурсаҡ, ҡыҙыҡай).

Тәрбиәсе: беҙҙең ҡунаҡ ҡурсағыбыҙҙың исеме Ләйсән. Ҡарағыҙ әле, ул ниндәй матур кейем кейгән. Башҡорт халҡы борондан өҫ кейеменә өҫтөнлөк биргән.

•        Ләйсән нимәләр кейгән  һанап, атап сығайыҡ. (Балалар яуабы)

Уларҙы үтә зауыҡ менән тегеп, нәзәкәтле итеп биҙәгәндәр.

-  Был милли кейемдәрҙә башҡорт халҡы ҡайҙа йөрөгәндәр икән? (Балалар яуабы)

-Эйе балалар,байрамдарҙа ҡыҙҙар,малайҙар иң матур кейемдәрен кейгәндәр

-Ниндәй байрамдар менән беҙ таныш әле? (Ҡарға бутҡаһы, Кәкүк сәйе, Һабантуй һ.б)

 

-Афарин, дөрөҫ.

-Ололар эш менән булғанда,балалар уйын уйнаған. Ниндәй уйындарҙы беләһегеҙ? ( Йәшерәм яулыҡ, Аҡ тирәк-күк тирәк, Алырым ҡош, бирмәм ҡош, Күмер йөҙөк...)

-Ҡайһылай уйындарҙы күп беләбеҙ беҙ.  Әйҙәгеҙ, “Ҡап та ҡоп” уйынын уйнап алайыҡ.

Йомғаҡ тәгәрәй, балалар артынан атлай.

Тәрбиәсе: Ишетәһегеҙме?  Был ниндәй тауыш? (Балалар яуабы)

Тәрбиәсе: Тыуған яғыбыҙ иҫ киткес тәбиғәтенең  төрлөлөгө  менән бар кешене йәлеп итә. Әгәр Башҡортостаныбыҙҙы ҡоштар осҡан бейеклектән ҡараһаҡ  тауҙарын һәм үҙәндәрен, йылға һәм күлдәрен, урмандарын күрергә мөмкин. (слайдтар ҡарау)

•        Нимәләр күрҙек?  Кем миңә һөйләм төҙөп күрһәтер?(һүрәттәр буйынса эш)

•        Афарин. Балалар, ҡоштар кеүек ҡанат елпеп әйҙәгеҙ, беҙ “Осто, осто...” уйынын уйнап алайыҡ. Уйындың ҡағиҙәләрен боҙмайыҡ.

“Осто, осто...” уйыны.

-Афарин, оҙаҡлап киттек, әйҙәгеҙ артабан киттек.

Йомғаҡ тәгәрәй, балалар артынан атлай.

Ҡурай моңо ишетелә...

-Балалар, тыңлағыҙ әле, ишетәһегеҙме, ниндәйҙер моң яңғырай? (Ҡурай моңо)

-Тыуған яғыбыҙҙа хатта үләндәр ҙә йырлай. Ниндәй үлән тураһында һүҙ бара?

( ҡурай үләне)

- Уны үҫеп ултырған еренән ипләп кенә ҡырҡып алып, киптереп, бер яғынан бер. Икенсе яғынан дүрт тишек эшләйҙәр һәм бына ошондай музыка ҡоралы килеп сыға. (ҡурай үләнен, шул үләндән эшләнгән музыка ҡоралын күрһәтеү)

-Ә бына был инде ағастан эшләнгән әҙер ҡурай, уны магазиндан һатып алырға була.

-Ҡурай, башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы булараҡ, башҡорттарҙың ете ырыуы менән берләштерелеп, ете таж менән һүрәткә төшөрөлә. (ете тажлы ҡурай һүрәтен ҡарау).

Ҡурайҙың ете тажы буйлап, халҡыбыҙҙың сәскә күңеленән бал ҡортондай ынйы йыяйыҡ. Йыяйыҡ та йәнле ынйыларҙан хуш еҫле бер кәрәҙ ҡояйыҡ.

-Борон халыҡ ҡурайҙы нисек йөрөткән? ( Билбауға ҡыҫтырған, йә итек ҡунысына тыҡҡан)

Әйҙәгеҙ, ҡурай беҙҙе уйынға саҡыра. Ҡунаҡ ҡыҙыбыҙ Ләйсәндең дә һеҙҙең менән уйнағыһы киләлер, бергәләп уйнап алайыҡ.

“Ҡурай” уйынын уйнау

Ҡурайсыны билдәләү. Бер бала һанашмаҡ әйтә.

Ары аласыҡ, бире аласыҡ,

Ялан ҡапҡаһы шар асыҡ.

Унда сыпсыҡ, бында сыпсыҡ,

Һин дә торма, йүгереп сыҡ!

Кемдә туҡтап ҡала, шул бала ҡурайсы булып ҡурай менән уртаға баҫа.

Тәрбиәсе: Бергәләп йырлайбыҙ

Ҡурай беҙҙе саҡыра,

Түңәрәккә баҫырға – 2 тапҡыр

Әйҙә һин һыҙҙырт, ҡурайсы, ҡурайҙа

Иң оҫта бейеүселәрҙе баҫтыр уртаға – 2 тапҡыр

Йомғаҡлау. Балалар беҙҙең сәйәхәт һеҙгә оҡшанымы,

Ниндәй башҡорт халыҡ уйындары менән таныштығыҙ?

 

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге- тәжрибә ”Ҡар таҙа буламы?”

Башҡортостан Республикаһы Сибай ҡалаһы ҡала округының“Әкиәт” бала үҫтереү үҙәге балалар баҡсаһыМуниципаль мәктәпкәсә белем биреү бюджет учреждениеһы...

Тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге- тәжрибә ”Ҡар таҙа буламы?”

Башҡортостан Республикаһы Сибай ҡалаһы ҡала округының“Әкиәт” бала үҫтереү үҙәге балалар баҡсаһыМуниципаль мәктәпкәсә белем биреү бюджет учреждениеһы...

Халыҡ -ара берҙәмлек көнөнә белем биреү эшмәкәрлеге конспекты.

В преддверии Дня народного единства в нашем ДОУ прошли тематческие мероприятия,объединенные одной темой-"День народного единства".В ходе мероприятий дети в доступной форме познакомились с ис...

Иртә йәштәге балалар төркөмендә телмәр үҫтереү буйынса ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге.

Тема. "Уйынсыҡтар беҙҙә ҡунаҡта".Маҡсат. Балаларҙың телмәрен үҫтереү.Бурыстар:Өйрәтеүсе: уйынсыҡтарҙың өлөштәрен һәм сифаттарын аңлатҡан һүҙҙәрҙе таныштырыу. Баларзын Һүҙлектарен байытыу.Үҫт...

Әхләки-патриотик тәрбиә биреү буйынса белем биреү эшмәкәрлеге.

Тыуған ергә ҡарата һөйөү,тоғролоҡ тәрбиәләү,тыуған яҡтың тәбиғәтенә ҡарата һаҡсыл ҡараш булдырыу,уны бысраныуҙан,ҡыйралыуҙан һаҡларға өйрәтеү....

Телмәр үҫтереү өлкәһендә мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн " Рәсимә Ураҡсина - башҡорт әҙәбиәтенең ғорурлығы. " темаһына ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге

Телмәр үҫтереү өлкәһендә мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн" Рәсимә Ураҡсина -  башҡорт әҙәбиәтенең ғорурлығы. "темаһынаойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге      ...