"Алма байрамы"
план-конспект занятия по развитию речи (старшая группа)
"Алма байрамы" көҙ , 21 октябрь үткәрелә. Балалар менән бергә алманан бешерелгән тәм- томдарҙы иҫкә төшөрәбеҙ, шиғыр, йырҙар йырлап, уйындар уйнайбыҙ.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
alma_bayramy.docx | 446.66 КБ |
Предварительный просмотр:
“Алма байрамы” телмәр үҫтереү белем биреү өлкәһе.
өлкәндәр төркөмө.
Тәрбиәсе: Әхмәтйәнова Г.Н.
Маҡсат: Балаларҙың алма тураһында белемдәрен дөйөмләштереү, иҫтәренә төшөрөү, тел байытыу, яңы һүҙҙәр менән таныштырыу (ризыҡ, ҡайнатма, ҡаҡ..) бәйләнешле телмәрҙәрен, сифат ҡулланып һөйләмдә ҡушып һөйләүҙе камиллаштырыу, һәм балаларҙың кәйефен күтәреү. Иҫтәрен нығытыу, тел шымартыу. Баҡсасы һөнәре менән таныштырыу, эшенә ыңғай ҡараш тәрбиәләү, һау-сәләмәт булырға күнектереү.
Ҡатнашалар:
- “Алма һылыу”
- Баҡсасы.
- Тәрбиәсе
- Балалар
Уйын бүлмәһе баҡса кеүек биҙәлгән. Ағастар, кәрзиндә алмалар, алма һүрәттәре, алманан бешкән ризыҡ (бәлеш) һәм алма ҡайнатмаһы (компот)
Баҡсасы баҡсала йыйыштыра, япраҡ һеперә, үҙе былай тиеп көйләй:
Ҡояш хәҙер тиҙ байый,
Йылыта ул саҡ ҡына.
Көҙ еткәнгә инде әллә
Эше лә хәҙер аҙ ғына.
Йыйаһы юҡ йәшелсә,
Һыу ҡояһы юҡ емешкә,
Утайһы юҡ үләнде
Эшһеҙ күңелһеҙ әле.
Шул саҡ Алмабикә алмағас артынан килеп сыға, кәрзин тулы алмаһы.
-Һаумы баҡсасы ағай, хәлдәр нисек? Ниңә бойоҡ? Ҡайғыраһың һин, ниңә?
Баҡсасы: Ҡайғырған юҡ , һис кенә...
Эш бөттө бына баҡсала, Кишер, кәртүк, сөгөлдөрҙө йыйып, баҙға төшөрҙөм, помидорҙарҙы йыйып - банкаларға тултырҙым, еләк, крыжовник, ҡарағаттан ҡайнатма күптән ҡайнаттым, ә ҡыярын инде-тоҙланым, бәшмәген киптереп бәүгә элдем, кәбеҫтәне турап , тоҙлап ағас биҙрәгә төйҙөм. Ә бына алмам бик уңған унан нимә эшләргә белмәйем?. Бәлки Алмабикә һин миңә нимә эшләргә була, кәңәш бирерһең?
Алмабикә: Эй, баҡсасы, баҡсасы,
Әллә көләһең инде?
Алманан ни эшләргә
Белмәй тормаһың инде?!
Ана, һора балаларҙан,
Улар әйтеп бирерҙәр.
Баҡсасы: “Ярҙам итегеҙ ,балалар,
Алманан ниҙәр эшләйҙәр?
Уны нисек ҡышҡыға
Матур итеп һаҡлайҙар?”
Балаларҙың яуаптары.
(Компот ҡайнатаң, бәлеш бешерәң. Варенье (ҡайнатма) ҡайнатаң, ҡаҡҡа киптерергә була, алманы төрлө салаттарға ҡушалар....)
Баҡсасы балаларҙың яуаптарын ҡыуана -ҡыуана дәфтәргә теркәй.
Алмабикә ҡыуанып китә:
-бына ҡара, мине кешеләр ҡайһылай ярата! Мин шундай матур булғанға, биттәрем алһыу, үҙем йоморо ғына бит. (Алмабикә маҡтанып ҡупая)
Тәрбиәсе: Алмабикә, һин матур әлбиттә, тик һине кешеләр тағыла файҙалы булыуыңа - яраталар. Балалар, алма нимәһе менән файҙалы? Әйҙәгеҙ. Һанап сығайыҡ.
( витамины күп, алма ашаған кешенең хәтере теүәл була, тештәре ныҡ, алма ашаған ҡыҙҙарҙың сикәләре ал була, алма ашағандарҙың кәйефе күтәренке була. Кешенең ауырып аппетиты булмаһа, алма ашаһаң-аппетиттары күтәрелә. Алма ашаған кеше үҫә, һөйәкәтре ныҡ була...)
Алмабикә балаларҙың яуаптарын ишеткән һайын, ҡыуана, балаларҙың башынан ҡыйпай.
Алмабикә:
-эйе, мин файҙалы . Ә һеҙ минең тәмемде әйтә алағыҙмы? Минең тәмем нисек?
(әскелтем, шәкәрле, һутлы, тәмле...)
Минең турала тағы нимә әйтә алағыҙ?
( йоморо, йомошаҡ-ҡаты, йәшел, ҡыҙыл, һары, ҙур-бәләкәй...)
Тәрбиәсе, беҙҙең балалар алманың файҙаһын ғына түгел, алма тураһында тағы ла күп шиғырҙар беләләр.
Балалар шиғыр ятлайҙар:
Алма, алма, Алмабикә,
Баҡсала алмам бешкән.
Витаминлы алма ашап
Ҙур булып үҫкәм микән.
Ә алмағас та ҙур булған,
Нимә ашап ул үҫкән?
Кояш нурын, йәй йылыһын
Һыу менән бергә эскән.
Алманы алма тимә,
Алманы алып аша.
Алма ашаған бала
Һау-сәләмәт кенә була.
Яҙын беҙҙең алмағас,
Аҡ сәскәгә күмелде.
Шул сәскәләр көҙ еткәс
Алма емешенә әйләнде.
Алма минең күңәрәк,
Аллы төҫлө бигерәк.
Уны ҡарап туймайым,
Әллә ашап ҡуяйым. (ГН шиғырҙары)
Алмалар
Өй алдындағы баҡсала
Алһыулана алмалар.
Алма менән һыйланырға
Беҙгә килә балалар. (Г. Дәүләтҡолова)
Таҡмаҡ: Алма түңәрәк,
Тәрилкәлә әйләнә.
Кем бәхетле , шуның сәсе.
Һөйгәненә бәйләнә.
Тәрбиәсе;
-Балалар, алма тураһында ҡайһылай күп нәмә беләһегеҙ икән, һәм мин алма тураһында тыңлағыҙ бына тағы нимә һеҙгә һөйләр инем.
Алма – баҡса емешенән башҡа, алманы әкиәттәрҙә ҡулланалар, Яуыз әбей Белоснежканы алма ашатып йоҡлата, Пушкиндың әкиәте “Үле батша ҡыҙы һәм ете батыр” әкиәте, күп әкиәттәрҙә әкиәт геройы Алмағас аҫтында йәшенеп ҡалала, алмағастан ярҙам һорай һ.б. ( “ҡыр ҡаҙҙары”)
Шулай уҡ планшет, компьютер эшләгән ҙур компания үҙенең эмблемаһын тештәлгән алманы һүрәтләй, Рәсәйҙә “Яблоко “ тигән партия бар, Америка штатында “Эппел” тигән штат бар (эппел- алма) һәм башҡаһы , башҡаһы. Алма тураһында йырҙар, шиғырҙар, таҡмаҡтар бик күп, әйтеп һанап бөткөһөҙ. Бәлки балалар һеҙ алма тураһында берәй йыр йырларһығыҙ.
Балаларҙың йыры.
Алмабикә:
-Эй, мин бына балалар баҡсаһына килеп ҡалай күп алма тураһында белем алдым әле ул. Бөгөн үк ҡайтып баҡсалағы башҡа йәшелсә, емешкә алма тураһында һөйләп ишеттерәйем әле, уларҙа белһендәр. Ә бына мин һеҙгә күстәнәс алып килдем, күстәнесемдән ауыҙ итерһегеҙ. Алманан бешкән бәлеш.
Һау булығыҙ!.
Баҡсасы: Балалар, миндә һеҙҙең менән бергә рәхәтләнеп байрам иттем, алманын нисек ҡышҡыға һаҡларға өйрәндем хәҙер, бөгөн үк ҡайтып ҡайнатма ҡайнатам, компот турармын, алмалы бәлеш бешерермен, алманан соҡ һығырмын. Сығып китә.
Тәрбиәсе :
-Балалар, ә һеҙ үҙегеҙ алма тураһында ниндәй яңылыҡ алдығыҙ?
-Был дәрес, нимәһе менән ҡыҙыҡ булды?
-Алма менән осрашыу оҡшаны мы? Нимәһе менән ?
Тәрбиәсе балаларҙың ҡулдарын йыуҙырып бәлеш менән сәй эҙергә саҡыра.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Хикмәтле алма.
Тема: Хикмәтле алма.Максат: Тәрбияче сөйләмен игътибар белән тыңлау, әвәләү алымнарын, формаларын күзаллауларын камилләштерү, бармак очлары бәлән пластилинны ябыштыру, өлкәннәрне хөрмәт ит...
Сценарий новогоднего праздника "СЕРЛЕ АЛМА" для старшей группы (на татарском языке)
Работая в двуязычном саду, столкнулась с дефицитом сценариев на татарском языке.Приходилось либо переводить с руссого, либо повторять сценарии из года в год. Вот и приходится придумывать самой....
Бакча утыртмый, алма булмый.
Кешенең шәхес булып формалашуында хезмәт тәрбиясенең әһәмияте зур. Хезмәт итеп яшәү – халкыбызның төп халәте. Милләтебезнең төп сыйфатлары, пакълеге, әхлакый са...
музыкальная сказка на татарском языке "Бер алманы бишкә бүләек"
Музыкальная сказка на татарском языке на осеннюю тематику....
Развлечение "Бер алманы бишкә бүләек."
Развлечение для старших дошкольников....
Хикмэтле алма
Сценарий постановки на татарском языке "Хикмэтле алма"....
Мастер-класс для родителей Презентационно-образовательный комплекс SKY 360 49 (Интерактивный стол), Программное обеспечение «АЛМА Дошкольное Образование» в воспитании и обучении дошкольников
Тема мастер-класса: Презентационно-образовательный комплекс SKY 360 49 (Интерактивный стол), Программное обеспечение «АЛМА Дошкольное Образование» в воспитании и обучении дошкольниковЦель ...