Ауылымда алтын көҙ.
план-конспект урока по развитию речи (подготовительная группа) на тему
Предварительный просмотр:
Тема: Ауылымда алтын көҙ.
Телмәр үҫтереү.
Мәктәпкә әҙерлек башҡорт төркөмө “Сулпылар”
Маҡсат: Көҙ миҙгеле траһында алған белемдәрен дөйөмләштереү һәм системалаштырыу.
Бурыстар:
Белем биреү: Миҙгел үҙгәрештәре тураһында балаларҙың белемдәрен киңәйтеү һәм нығытыу . Ағастар, ҡоштар, йәшелсәләр тураһында балаларҙың белемдәрен дөйөмләштереү .
Үҫтереү: Тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. Балаларҙың һүҙлек запасын әүҙемләштереү. Балараҙың аң-кимәлен иғтибарын үҫтереү.
Тәрбиәүи: Тәбиғәткә, миҙгелдәргә һөйөү тәрбиәләү.
- Хәйерле көн, балалар! Кәйефтәрегеҙ нисек... (балаларҙың яуаптары). Тимәк беҙ дәресте башларға әҙер.
- Ҡарағыҙ әле, балалар беҙгә ҡунаҡтар килгән, улар менән һаулыҡ һорашайыҡ.
- Һаумыһығыҙ!(балалар)
- Әйҙәгеҙ бер-беребеҙгә тотоноп, түңәрәк яһайыҡ.
- Ҡулдарға беҙ тотондоҡ,
- Бер – беребеҙгә йылмайҙыҡ.
- Йылы күсте ҡулдарға,
- Рәхәт булды дуҫтарға.
Сөмбөлә килеп инә
- С... -Һаумыһығыҙ, балалар. Мин Сөмблә – көҙ һылыуы булам. Һеҙгә күстәнәс алып килдем. Былар нимәләр...(Алмалар). Дөрөҫ, алмалар. Алмалар ҡасан өлгөрә... (көҙ көнө), Дөрөҫ, көҙ көнө ниндәй үҙгәрештәр була (япраҡтар һарғая, ҡойола, көндәр һыуыта, ҡыҫҡара, ҡоштар йылы яҡҡа китә)
- С - Эйе дөрөҫ, балалар.
- Сөмбөлә- Балалар, мин һеҙҙе көҙҙөң нескәлектре менән таныштырыу өсөн паркта йөрөп килергә саҡырам.
- ГВ- Әйҙәгеҙ күңеллерәк булһын өсөн белгән шиғырыбыҙҙы һөйләп барайыҡ
Көҙ килгән,көҙ килгән,
- Көҙ быйыл бик тиҙ килгән,
- Ҡайындар,тирәктәр,талдар
- Һарынан күлдәк кейгән
- Көҙ килгән,тиҙ килгән
- Тиҙ килгәнен кем белгән?
- Сөмбөлә - Бына килеп тә еттек. Мин бына һеҙҙгә эштәр әҙерләнем. Эштәр ағастың япраҡтарында.
- ГВ - Бына сөмбөлә әйткән ағас. Был ниндәй ағас... япраҡтары ниндәй төҫтә... Әйҙәгеҙ балалар, бер һаны яҙылған япраҡты табайыҡ. Кем беренсе табыр. Урындарға ултырабыҙ. Ә, һин Сөмбөлә балаларҙың яуаптарын тыңлап ултырып тор.
- (1-се япраҡ) берәү – куп уйынын уйнап алайыҡ. Мин һеҙгә һүрәттәр күрһәтәм, ә һеҙ уны күп итеп әйтегеҙ.
Болот – тар
Тамсы – лар
Япраҡ – тар
Йәшелсә – ләр
Күләүек –тәр
Баҫыу – ҙар
- Афарин балалар, дөрөҫ әйттегеҙ. Икенсе япраҡты кем тороп өҙөп ала, өҙә-------- ал.
- (2-се япраҡ)Һорауҙарға яуап бирергә тиелгән. Һеҙ әҙерме балалар...
- Көҙ айҙарын әйтергә
- Көҙҙән һуң ниндәй миҙгел килә...
- Көҙҙөң беренсе айы
- Көҙҙөң өсөнсө айы
- Көҙҙөң икенсе айы
- Йәйҙән һуң ниндәй миҙгел килә...
- Көҙ көнө ҡоштар нимә эшләйҙәр...
- Дөрөҫ, ә ниндәй ҡоштар йылы яҡҡа китәләр... (Аҡҡоштар, ҡыр ҡаҙҙары, торналар, сыйырсыҡтар, һандуғастар). Әбына йорт ҡоштарынан һеҙҙең ата-әсәйҙәрегеҙ ҡышҡылыҡҡа ит әҙерләй, уның өсөн өмә үткәрәләр. Был йола ҡаҙ өмәһе тип атала.
- Физминутка –
Ҡаҙҙар осто,осто,осто теҙелеп,
Остолар ҙа төштөләр.
Ултырҙылар,ял иттеләр.
Һәм тағы ла остолар,
Остолар, остолар,
Ултырғысҡы ултырҙылар.
- (3 – сө япраҡ) Ә, хәҙер картиналар менән уйын. (дәрес башланғанға тиклем балаларға һары, ҡыҙыл, һарғылт ҡыҙыл япраҡтар ҡуйыла. ) кемдең түшендә һары япраҡ шул сентябрьға, ҡыҙыл – октярьға, һарғылт ҡыҙыл –ноябрь айына картиналар йыйнай. (музыка ҡуйыла)
- (4-се япраҡ) Көҙ тураһында халыҡ һынамыштарын һанап китәйек. Мин һеҙгә һынамыштарҙы әйтә башлайым һеҙ дауам итегеҙ.
- 1- көҙ көнө япраҡтар ергә аҫҡы яғы менән төшһә, ҡыш һыуыҡ килер
- 2-япраҡ аҡас башынан башлап һарғайһа, көҙ иртә килә
- 3- торналар бейек осһа, көҙ йылы була.
- 4-октябрь башында ҡар яуһа, - 40 көн ер ҡара ятыр.
- (5-се япраҡ) Йомаҡтар сисеү, йомаҡтың яуабын кем дөрөҫ әйтә өҫтәлдә ятҡан шул йәшелсәне барып ала алып.
- 1. Ер аҫтында алтын ҡаҙыҡ.
(кишер).
2. Үҙе шарҙай, эсе ҡандай,
Тәме балдай.
(ҡарбуз).
3. Ер аҫтында ерән ат,
Уның тиреһе ете ҡат,
Һуйырһың, тунарһың,
Тунағанда иларһың.
(һуған)
5. Бәләкәй генә йорт,
Эсе тулы ҡорт.
(ҡыяр)
- Дөрөҫ, балалар. Африндар.
- Балалар әйҙәгеҙ, Сөмбөләгә пластилиндан көҙгө уңыш эшләп бирәйек . Һәр кем үҙендә булған йәшелсәне пластилиндан эшләй.
- Беҙ бөгөн нимәләр тураһында һөйләштек... (Ҡоштар, ағастар, йәшелсәләр тураһында һөйләштек.) Ниндәй йола тураһында белдек... Һынамыштарҙы иҫкә төшөрҙөк. Йомаҡтарға ла дөрөҫ яуап бирҙек. Һеҙгә Сөмбөлә әҙерләгән уйындар оҡшанымы...
- Нимәләр оҡшаны.
- Сөмбөлә – Рәхмәт балалар. Көҙ тураһында күп беләһегеҙ икән, мин бик шатмын. Үҙемдең йыйған уңышымды һеҙгә бүләк итәм.
- Сөбөлә беҙҙә һиңә бүләк әҙерләнек. Йыр бүлгебеҙҙә бар. Һау бул Сөмбөлә.
- Ошоноң менән беҙҙең бөгөнгө дәрес тамам. Ихтибарығыҙ өсөн рәхмәт.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
"Алтын көз" күңел ачу кичәсе.
Төзеде:Мөслим муниөипаль районы "Миләшкәй"балалар бакчасының 1 категорияле музыка җитәкчесе Заянова Ландыш Рафисовна "Алтын көз" күңел ачу бәйрәме....
"Алтын көз" күңел ачу кичәсе.
Төзеде:Мөслим муниөипаль районы "Миләшкәй"балалар бакчасының 1 категорияле музыка җитәкчесе Заянова Ландыш Рафисовна "Алтын көз" күңел ачу бәйрәме....
Конспект занятие на тему:"Алтын коз".
Занятие на татарском языке....
Алтын көз, матур көз.
Балалар иртәсе...
Конспект-занятие ."Алтын башак"
Для воспитателей...
“АЛТЫН КӨЗ” КАФЕСЫНДА УҢЫШ БӘЙРӘМЕ
праздник урожая на татарском языке...